XVI быуат

16-сы (XVI) быуат Григориан календары буйынса 1501 йылдан алып 1600 йылғаса һуҙыла.

II мең йыллыҡ
XIV быуатXV быуатXVI быуатXVII быуатXVIII быуат
1490-се йылдар 1490 1491 1492 1493 1494 1495 1496 1497 1498 1499
1500-се йылдар 1500 1501 1502 1503 1504 1505 1506 1507 1508 1509
1510-се йылдар 1510 1511 1512 1513 1514 1515 1516 1517 1518 1519
1520-се йылдар 1520 1521 1522 1523 1524 1525 1526 1527 1528 1529
1530-се йылдар 1530 1531 1532 1533 1534 1535 1536 1537 1538 1539
1540-се йылдар 1540 1541 1542 1543 1544 1545 1546 1547 1548 1549
1550-се йылдар 1550 1551 1552 1553 1554 1555 1556 1557 1558 1559
1560-се йылдар 1560 1561 1562 1563 1564 1565 1566 1567 1568 1569
1570-се йылдар 1570 1571 1572 1573 1574 1575 1576 1577 1578 1579
1580-се йылдар 1580 1581 1582 1583 1584 1585 1586 1587 1588 1589
1590-се йылдар 1590 1591 1592 1593 1594 1595 1596 1597 1598 1599
1600-се йылдар 1600 1601 1602 1603 1604 1605 1606 1607 1608 1609
Хронологик таблица

Төп ваҡиғалар

  • Ҙур географик асыштар эпохаһы (XV—быуат башы XVII). Испанияның алтын быуаты (XVI—быуаттың беренсе яртыһы XVII быуаттар). Испандар Ацтек һәм Инктар империяһын баҫып ала. Европалылар Тымыҡ океанды аса (1513; Васко де Бальбоа).
  • Италия һуғыштары (1499—1504, 1508—1516, 1521—1526, 1526—1530, 1536—1538, 1542—1544, 1551—1559).
  • Осман империяһы һәм Венеция (1499—1503, 1537—1540, 1570—1573), Персия (1514—1555, 1578—1590), Габсбургтар (1526, 1530—1552, 1593—1606) араһындағы һуғыштар.
  • Рәсәй-Литва һуғышы (1500—1503, 1507—1508, 1512—1522, 1534—1537, 1558—1583).
  • Һинд океанында хакимлек итеү өсөн Португалия менән Египет араһында һуғыш (1505—1517) и Османской империей (1509, 1538—1557, 1538—1557, 1558—1566, 1580—1589).
  • Һиндостанда беренсе европалылар колонияһы (1510; Португалдар Гоаны баҫып ала). Бөйөк Моголдар империяһы нигеҙләнә (1526).
  • Реформация башланыуы (1517; Мартин Лютер). Протестантизм (1529; Шпайер протестацияһы). Англияла Реформация (1534; Ссупрематия тураһында акт). Кальвинизм (1536; Institutes of the Christian Religion).
  • Европа һәм Япония араһында тауар һәм мәҙәни алмашыу башлана (1543). Феодаль тарҡаулыҡты бөтөргән Адзути-Момояма осоро (1568—1600).
  • Иван Грозный (1547—1584) һәм Елена Глинская (1533—1538) хакимлек иткән осор.
  • Рәсәй-швед һуғышы (1554—1557, 1590—1595).
  • Ҡытайҙа португалдар беренсе сауҙа нөктәһен аса (1557; Макао). Ҡытайҙа ер тетрәү (1556).
  • Англияла «Елизавета эпохаһы» (1558—1603).
  • Францияла дини һуғыштар (1562—1598). Варфоломеев төнө (1572). Нант эдикт (1598).
  • Төньяҡ ете йыллыҡ һуғышы (1563—1570).
  • Нидерланд революцияһы (1568—1648; «Һикһән йыллыҡ һуғыш»).
  • Польша короллеге һәм Бөйөк Литва кенәзлеге берләшеп Речь Посполитая (1569—1795) барлыҡҡ килә. Ливон конфедерацияһы (1435—1561) тарҡала.
  • Португалия мираҫы өсөн һуғыш (1580—1583). Португалия һәм уның колониялары испан Габсбургтары хакимлегенә күсә (1581; Иберийская уния).
  • Григориан календары индерелә (1582).
  • Англия-Испанская һуғышы (1585—1604). «Еңелмәҫ армады» походы (1586—1588) Испанияның диңгеҙҙәге өстөнлөгөн тапшырырға мәжбүр итә.

Тыуғандар

Musée national du Château de Pau - Portait d'Henri IV en Mars - Ambroise Dubois P 81 20 1
Марс ҡийәфетендә Лигала еңеүсе — Генрих IV. Жакоб Бюнель рәсеме (По замогының Милли музейы)
  • 1508 йыл — Глинская Елена Васильевна.
  • 1519 йыл — Генрих II (Франция короле).
  • 1530 йыл — Иван Грозный.
  • 1533, 14 октябрь — Анна Мекленбург-Гюстровская — Курляндии герцогы Готхарда фон Кетлера ҡатыны.
  • 1551 год, 19 сентябрь  — Генрих III, Валуа династияһынан Францияның һуңғы короле.
  • 1553 год, 13 декабрь  — Генрих IV Великий, Бурбонов дан династияһынан Францияның беренсе короле.

Һылтанмалар

Ваҡыт Был ваҡыт тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
1700 йыл

1700 йыл — йома көнөнән башланған йыл, кәбисә түгел.

1758 йыл

1758 йыл — йәкшәмбе көнөнән башланған йыл, кәбисә түгел.

1790 йыл

1790 йыл — йома көнөнән башланған йыл, кәбисә түгел.

1791 йыл

1791 йыл — шәмбе көнөнән башланған йыл, кәбисә түгел.

1792 йыл

1792 йыл — йәкшәмбе көнөнән башланған йыл, кәбисә.

1795 йыл

1795 йыл — кесаҙна көнөнән башланған йыл, кәбисә түгел.

1796 йыл

1796 йыл — йома көнөнән башланған йыл, кәбисә.

1797 йыл

1797 йыл — Йәкшәмбе көнөнән башланған йыл, кәбисә түгел.

1799 йыл

1799 йыл — Шишәмбе көнөнән башланған йыл, кәбисә түгел.

XV быуат

15-се быуат (XV) Григориан календары буйынса 1401 йылдан алып 1500 йылғаса һуҙыла.

Барокко

Баро́кко (итал. barocco — «сәйер», «ҡупшы», порт. perola barroca) — XVI быуат аҙағында — XVIII быуат уртаһында Көнбайыш Европа, 18 быуаттың 1-се яртыһында Рәсәй архитектураһындағы һәм сәнғәтендәге стиль. Бароккога Көнбайыш Европа архитектураһында фасадтарҙың ҡупшы пластикаһы, биҙәктәр байлығы, ҡоролошоноң ҡатмарлылығы; шулай уҡ тантана залдары интерьерҙарының төрлө төҫтәге уйма һындар, күпертеп һәм уйып яһалған биҙәктәр, рәсемдәр һәм көҙгөләр менән зиннәтләнгән булыуы хас. 17 быуат аҙағында Көнбайыш Европа бароккоһы йоғонтоһонда Мәскәү архитектураһында ла күп һанлы ордер детальдәре күренә башлай. Архитектура ғилемендә был йүнәлеш «Нарышкин стиле» («Нарышкин бароккоһы») йәки «Мәскәү бароккоһы» тип атала.

Классик архитектура формалары барокко стиленең урыҫ архитектураһында, нигеҙҙә, декоратив роль уйнаған, ул биналарҙың композицион принциптарына тәъҫир итмәгән тиәрлек. Был стильдәге фасад биҙәлешенә ике төҫлөлөк − ҡыҙыл кирбес диуар һәм аҡ таштан уйып яһалған детальдәр хас. XVII быуат урыҫ архитектураһына шулай уҡ төрлө төҫтәрҙәге рәсемдәр менән биҙәлгән фасадтар, шашка һамаҡ түбәләр, тимерҙән киҫеп яһалған биҙәктәре һ.б. менән айырылып торған «Украина» бароккоһы ла һиҙелерлек йоғонто яһай. Был стильдәге ҡоролмаларҙың күләм композицияһы һәм фасадтары − симметрия, интерьерҙары анфилада принциптарына нигеҙләнә. 18 быуаттың 1-се яртыһындағы «Пётр» йәки «Петербург бароккоһы» ябайлығы, формалар теүәллеге, фасадтарҙың пилястралар йә иһә ярым бағаналар, уйымдар һәм филёнкалар менән бүлгеләнеүе, биналарҙа маҡсатҡа ярашлы декоратив скульптуралар менән айырылып тора. 18 быуаттың 1-се яртыһында архитектор П. Зарудный, Ж.-Б. Леблон, Д. Трезини, М. Г. Земцов, И. К. Коробов, П. М. Еропкин эшсәнлеге ошо йүнәлештә бара.

18 быуат уртаһында архитектура һынлы сәнғәттең барлыҡ төрҙәренә һәм жанрҙарына мөрәжәғәт итә, скульптура, монументаль һәм декоратив рәсем, ғәмәли биҙәлеш сәнғәте мөмкинлектәренән файҙалана. Был осорҙа әлеге стильдә император резиденциялары, һарайҙар, утарҙар, соборҙар, сикәүҙәр, монастырьҙар төҙөлә. Ул ваҡыттағы барокко «Растрелли бароккоһы» тип тә атала. Ул бер үҙәккә тупланған өс өлөшлө биналар, һыныҡ йә иһә һығылма ҡыйыҡлы бейек түбәләр, фонарлы һәм тәҙерәле көмбәҙҙәр менән үҙенсәлекле. Ордер (өс сирекле колонналар һәм ныҡ беркетелгән антаблементтар), парлы йә иһә һыңар пилястралар, колонналар теҙмәһе, бина мөйөшөн китекләндереү һәм китек янына 2 колонна урынлаштырыу һ. б. − әлеге стиль пластикаһының төп үҙенсәлектәре. Тәҙерә уйымдары тура мөйөшлө, оҙонса түңәрәк, түңәрәк, арка рәүешендә. Уларҙың йөҙлөктәре, архивольт өҫтөнә сандрик урынаштырып көсәйтелә, араларындағы диуарға ҡабартылған биҙәк һалына. Диуарҙарҙың өҫкө өлөшө терәктәр, фигуралы аттиктар, парапеттар, вазалар, төрлө һындар менән зиннәтләнә. Гирлянда, валюта, купидон һындары, битлектәр, бюсттар, гербтар кеүек уйма биҙәктәр фронтондарҙы ҡаплап ала, колонналар һәм пилястраларға үрелеп менә. Фирүзә, әфлисун, йәшел төҫтәрҙәге диуарҙар аҡ төҫтәге ордер детальләре, колонналарҙың алтынһыу остары, уйма һындар, рәшәткәләр һ. б. өсөн фон булып хеҙмәт итә. 18 быуат урыҫ бароккоһы вәкилдәре: Ф.-Б. Растрелли, С. И. Чевакинский, А. В. Квасов (Санкт-Петербург); Д. В. Ухтомский, И. Ф. Мичурин, А. П. Евлашев һ.б. (Мәскәү). Төбәктәрҙәге барокко дәүере архитектураһы «Растрелли бароккоһы» менән сағыштырғанда күпкә тыйнағыраҡ. Бында Көнбайыш Европа архитектураһының айырым элементтары ғына файҙаланыла. Мәскәүҙә һәм төбәктәрҙә барокко мотивтары ерле традициялар менән ҡушыла.

Галилео Галилей

Галилео Галилей (итал. Galileo Galilei; тулы исеме: Галилео ди Винченцо Бонайути де Галилей (итал. Galileo di Vincenzo Bonaiuti de' Galilei). 1564 йылдың 15 февралендә Пизала тыуған — 1642 йылдың 8 ғинуарында Арчетрила вафат булған) — Италия физигы, механигы, астрономы, фәйләсуфы һәм математигы. Үҙ ваҡытының фәнни үҫешенә ҙур йоғонто яһаған. Беренсе булып күк йөҙө есемдәрен күҙәтеү өсөн телескоп ҡулланған һәм бик мөһим астрономия асыштарын эшләгән. Үҙ хеҙмәттәрендә Аристотелдең метафизикаһынан баш тарта һәм экспериментлы физикаға нигеҙ һала.

Ул доньяның гелиоцентризм теорияһын яҡлай һәм шул сәбәпле католик сиркәү менән етди конфликта була.

Джордано Бруно

Джорда́но Бру́но (итал. Giordano Bruno; исеме: Филиппо, ҡушаматы — Бруно Ноланец; 1548 йылда, Неаполь янындағы Нола ҡалаһында тыуған — 1600 йылдың 17 февралендә Римдә вафат булған) — Италия философы һәм шағиры, пантеизм вәкиле.

Католик дини хеҙмәткәре булараҡ, Джордано Бруно неоплатони́зм йүнәлешен үҫтерә, Коперник тәғлимәтенә яңы аңлатма бирә.

Бруно үҙе йәшәгән заманды күпкә үҙып киткән күҙаллауҙар биргән, был фараздар һуңынан астрономик асыштар менән нигеҙләнгән: йыһандың сикһеҙ булыуы, йыһандағы йондоҙҙар алыҫтағы ҡояш кеүек, Ҡояш системаһында әлегәсә асылмаған планеталар булыуы, йыһанда беҙҙең Ҡояш кеүек есемдәрҙең сикһеҙ булыуы, сит планеталарҙа Ерҙәге кеүек «йәшәү» мөмкин булыуы.

Микеланджело

Микела́нджело Буонарро́ти (Тулы исеме — Микела́нджело де Франче́ско де Нери́ де Миниа́то де́ль Се́ра и Лодо́вико ди Леона́рдо ди Буонарро́ти Симо́ни, (итал. Michelangelo di Francesci di Neri di Miniato del Sera i Lodovico di Leonardo di Buonarroti Simoni); 1475—1564) — Италия скульпторы, рәссамы, архитекторы, шағиры, аҡыл эйәһе. Ренессанс дәүеренең даһи шәхесе.

Николай Коперник

Никола́й Копе́рник (нем. Nikolas Koppernigk, пол. Mikołaj Kopernik, лат. Nicolaus Copernicus; 19 февраль 1473 йыл — 24 май 1543 йыл) — Польша астрономы, математик, иҡтисадсы. Яңырыу осороноң католик руханийы. Бигерәк тә ғаләмдең гелиоцентрик системаһы авторы һәм фәнни-техник революцияға нигеҙ һалыусы булараҡ билдәле.

Себер даруғаһы

Себер даруғаһы — XVI быуат аҙағында Өфө өйәҙе, XVIII быуат башында Өфө провинцияһы, 1744 йылда алып Ырымбур губернаһы составына инә. XVII быуат аҙағында төньяҡ-көнбайышта — Көңгөр өйәҙе, төньяҡ-көнсығышта — Верхотур һәм Тубыл өйәҙҙәре, көньяҡ-көнсығышта — Ҡаҙаҡ ханлығы, көньяҡта — Нуғай даруғаһы, көньяҡ-көнбайышта — Ҡаҙан даруғаһы, төньяҡ-көнбайышта Уҫы даруғаһы менән сиктәш була. 1725—1726 йылдарҙа Себер даруғаһы 24 башҡорт улусы һәм 3,7 меңгә яҡын хужалыҡ, 1775 йылда — 10 улус (Дыуан, Ҡара-Табын, Ҡошсо, Мырҙалар, Түбәләҫ, Тырнаҡлы, Һарт, Һунлар, Шайтан-Көҙәй, Әйле) теркәлгән. Өйәҙҙәргә бүлеү сәйәсәте индерелгәс (1781 йылда), Себер даруғаһы биләмәһендә Троицк өйәҙе, Өфө өйәҙенең бер өлөшө, Силәбе өйәҙе, Пермь һәм Тубыл наместниклыҡтарының бер өлөшө булдырыла. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәндән һуң улар тулыһынса бөтөрөлә.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.