1943 йыл

1943 (бер мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ өсөнсө) йыл — кәбисә булмаған йыл, григориан календары буйынса йома көндө башлана. Был беҙҙең эраның 1943 йылы, 2 мең йыллыҡтың 943 йылы, XX быуаттың 43 йылы, XX быуаттың 5 ун йыллығының 3 йылы, 1940 йылдарҙың 4 йылы.

Йылдар
1939 · 1940 · 1941 · 1942 1943 1944 · 1945 · 1946 · 1947
Ун йыллыҡтар
1920-се йылдар · 1930-се йылдар1940-се йылдар1950-се йылдар · 1960-се йылдар
Быуаттар
XIX быуатXX быуатXXI быуат
II мең йыллыҡ
XVIII быуатXIX быуатXX быуатXXI быуат — XXII быуат
1890-се йылдар 1890 1891 1892 1893 1894 1895 1896 1897 1898 1899
1900-се йылдар 1900 1901 1902 1903 1904 1905 1906 1907 1908 1909
1910-се йылдар 1910 1911 1912 1913 1914 1915 1916 1917 1918 1919
1920-се йылдар 1920 1921 1922 1923 1924 1925 1926 1927 1928 1929
1930-се йылдар 1930 1931 1932 1933 1934 1935 1936 1937 1938 1939
1940-се йылдар 1940 1941 1942 1943 1944 1945 1946 1947 1948 1949
1950-се йылдар 1950 1951 1952 1953 1954 1955 1956 1957 1958 1959
1960-се йылдар 1960 1961 1962 1963 1964 1965 1966 1967 1968 1969
1970-се йылдар 1970 1971 1972 1973 1974 1975 1976 1977 1978 1979
1980-се йылдар 1980 1981 1982 1983 1984 1985 1986 1987 1988 1989
1990-се йылдар 1990 1991 1992 1993 1994 1995 1996 1997 1998 1999
2000-се йылдар 2000 2001 2002 2003 2004 2005 2006 2007 2008 2009
Хронологик таблица

Тыуғандар

Вафат булғандар

Авксентьев Николай Дмитриевич

Авксентьев Николай Дмитриевич (29 ноябрь 1878 йыл — 4 март 1943 йыл) — Рәсәй империяһының сәйәси эшмәкәре. Өфө дәүләт кәңәшмәһе тарафынан һайланған Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең («Өфө директорияһы»ның) 1918 йылдың сентябрь—ноябрендәге рәйесе.

Али Карнай

Али Карнай (ысын исеме — Имамғәли Мөхәммәтдин улы Зөлҡәрнәев; 6 ғинуар 1904 йыл — 16 июнь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1935—1941 йылдарҙа «Башгосиздат» мөхәррире, 1941—1943 йылдарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының «Ҡыҙыл атлылар» гәзите мөхәррире.

Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы

Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы (16 август 1943 йыл) — энергетик, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1999—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер‑министры, 2008—2010 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы башҡарма органынан вәкил. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Рәсәй Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003), Рәсәй яғыулыҡ—энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1993). Почёт (2004), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2003), Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры. Белорет ҡалаһы һәм Белорет районының почётлы гражданы.

Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы

Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы (27 март 1943 йыл) — башҡорт журналисы, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002). Зәйнәб Биишева (2002) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2005) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).

Бөйөк Ватан һуғышы

Бөйөк Ватан һуғышы (22 июнь 1941 йыл — 9 май 1945 йыл) — Совет Социалистик Республикалар Союзының үҙ территорияһына баҫып ингән нацистик Германияға һәм уның Европалағы союздаштарына (Венгрия, Италия, Румыния, Словакия, Финляндия, Хорватия) ҡаршы һуғышы. Ҡыҙыл Армияһының еңеүе һәм Германия ҡораллы көстәренең бер һүҙһеҙ капитуляцияһы менән тамамланған Икенсе донъя һуғышының мөһим өлөшө. Көнбайыш илдәрендә — Көнсығыш фронт, Германияла шулай уҡ Немец-Совет һуғышы тип атала.

Өсөнсө рейхтың хәрби-сәйәси етәкселеге йәшен тиҙлегендәге һуғыш стратегияһына иҫәп тота («блицкриг») һәм Советтар союзына ҡаршы 21-се һанлы директиваға ярашлы «Барбаросса» планы кодлы исем алған агрессия планын әҙерләй. СССР-ға ҡаршы һуғышта совет дәүләтен юҡҡа сығарыу, уның байлыҡтарын тартып алыу, халҡының төп өлөшөн физик яҡтан юҡ итеү, Уралға тиклем ил территорияһын «германлаштырыу» маҡсаты ҡуйыла. Совет халҡы өсөн Бөйөк Ватан һуғышы тыуған илдең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн ғәҙеллек һуғышы һәм Европала нацизмды бөтөрөүгә йүнәлтелгән азатлыҡ һуғышы була.

Һуғыш барышында Советтар Союзы Гитлерға ҡаршы коалиция составында Германияның һәм уның союздаштарына иң ҙур зыян килтерә һәм хәл иткес еңелеүгә дусар итә, үҙенең территорияһынан баҫҡынсыларҙы ҡыуып сығара һәм Үҙәк һәм Көнсығыш илдәрен нацизмдан ҡотолдороп, Европала уның тар-мар ителеүендә хәл иткес роль уйнай. 1945—1946 йылдарҙа Нюрнберг трибуналы нацистик Германияның бөтә донъяға ҡаршы агрессив һуғыш башлауына, хәрби енәйәттәргә, тыныслыҡ һәм кешелеклеккә ҡаршы енәйәттәренә баһа бирҙе, шулай уҡ донъя хакимлығына ынтылыусы нацист енәйәтселәренә хөкөм ҡарары сығара.

Давид Һильберт

Дави́д Ги́льберт (нем. David Hilbert; 23 ғинуар 1862 йыл — 14 февраль 1943 йыл) — немец универсал-математигы, математиканың күп өлкәләре үҫешенә байтаҡ өлөш индереүсе. 1910—1920 йылдарҙа (француз ғалимы Анри Пуанкаре үлгәс) донъя математиктары лидеры булып таныла. Гильберт математика фәненең күп йүнәлештәрендә фундаменталь тикшереүҙәр үткәрә.

Дан ордены

Дан ордены — CCCР-ҙың хәрби ордены, СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 8 ноябрендәге «I, II һәм III дәрәжә Дан орденын булдырыу тураһында» Указына ярашлы булдырыла. Орден менән Ҡыҙыл Армияһының старшиналары һәм сержанттары, рядовой составы хәрбиҙәре, ә авиацияла — шулай уҡ кесе лейтенант званиеһындағы хәрбиҙәр, бүләкләнә. Орден шәхси ҡаҙаныштар өсөн генә тапшырылған, хәрби частар һәм берләшмәһенә был орден тапшырылмаған.

Дан ордены үҙенең статуты һәм таҫма төҫө буйынса тулыһынса тиерлек революцияға тиклемге иң хөрмәтле Рәсәй наградаһын — Георгий тәреһен — ҡабатлай.

Георгий тәреһенән айырмалы рәүештә Дан орденының өс дәрәжәһе була, уларҙың иң юғарыһы — I дәрәжә — алтын, ә II һәм III дәрәжә — көмөш (икенсе дәрәжә билдәһенең медальоны алтын менән ялатылған). Орден статутына ярашлы, бүләкләү түбән дәрәжәнән юғарыға тиклем, ҡәтғи тәртиптә үткәрелергә тейеш.

Бөйөк Ватан һуғышы алыштарындағы айырыуса ҡаһарманлыҡтары һәм башҡа хәрби конфликттарҙағы батырлыҡтары өсөн амиллионға яҡын III дәрәжә Дан ордены, 46 меңдән ашыу — II дәрәжә 2678 — I дәрәжә ордендары тапшырылған. Аныҡланған мәғлүмәттәр буйынса, Дан орденының тулы кавалерҙары 2671 кеше иҫәпләнә, улар араһында дүрт ҡатын-ҡыҙ. 7 кеше I дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнгән, әммә тулы кавалер булып һаналмаған.

Тулы орден кавалерҙары — штурмлау авиация полкы летчигы Иван Григорьевич Драченко, диңгеҙ пехотасыһы Павел Христофорович Дубинда һәм артиллеристар Кузнецов Николай Иванович, Алешин Андрей Васильевич шулай уҡ һуғыш йылдарында Советтар Союзы Геройыисеменә лайыҡ булған.

1945 йылдың 14 ғинуарында Висла-Одер операцияһы барышында Висла йылғаһының һул яҡ ярында күрһәтелгән ҡаһарманлыҡтары һәм батырлыҡтарыы өсөн 77-се гвардия Ленин һәм Суворов орденлы Ҡыҙыл Байраҡ Чернигов уҡсылар дивизияһының 215-се Ҡыҙыл Байраҡ полкы 1-се батальонының бөтә рядовойҙары, сержанттары һәм старшиналары Дан ордены менән бүләкләнә, әлеге батальондың рота командирҙары — Ҡыҙыл Байраҡ орденына, взвод командирҙары — Александр Невский орденына, батальон командиры Б. Н. Емельянов һәм взвод командиры Гурьев Михаил Николаевич Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Шулай итеп, бер алыш өсөн бөтә яугирҙар Дан орденын алған берҙән-бер берләшмә була. 1-се уҡсылар батальоны яугирҙарының күмәк батырлығы өсөн 69-сы армияның Хәрби Советы уға почетлы «Дан батальоны» исемен бирә.

Иҫәнбаев Йомабай Мотиғулла улы

Иҫәнбаев Йомабай Мотиғулла улы (21 сентябрь 1891 йыл — 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт совет ҡурайсыһы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1991 - үлгәндән һуң).

Ҡурайҙа профессиональ уйнау сәнғәтенә нигеҙ һалыусы, башҡорт милли музыка ҡоралын Франция, Германия, Швеция, Бельгия һәм Голландия сәхнәләрендә танытҡан тәүге музыканттарҙың береһе.

Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улы

Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улы (1 июль 1919 йыл — 15 ғинуар 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының автоматсылар взводы командиры, гвардия кесе сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).

Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы

Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы (Александр Матвеевич Матросов; 5 февраль 1923 йыл — 27 февраль 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙылармеец, ВЛКСМ ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).

Совет Рәсәйе

Совет Рәсәйе (Рәсәй Социалистик Федератив Совет Республикаһы) — 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң һәм 1922 йылда СССР-ҙы ойошторғанға тиклемге осорҙағы үҙ аллы социалистик Рәсәй дәүләтенең рәсми булмаған атамаһы(1918 йылдың 19 июленән алып рәсми рәүештә — РСФСР).

Бынан тыш, киңәйтелгән аңлатма биргән саҡта, бигерәк тә сит ил матбуғатында, Совет Рәсәйе тип йыш ҡына бөтә СССР (йәки РСФСР уның составында) аталған.

Хәҙерге ваҡытта Совет Рәсәйе термины төрлө тарихсылар тарафынан биргән мәғлүмәттәрҙең контексына ҡарап төрлө мәғәнәлә ҡулланыла.

Сүбәҙәй Туған

Сүбәҙәй Туған (21 декабрь 1943 йыл) — төрөк иҡтисадсы-ғалимы, профессор. Күренекле сәйәсмән һәм ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың улы.

Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы

Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы (20 апрель 1943 йыл) — йырсы, вокал буйынса педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (2009). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2018), Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призына республика йәш йырсылар конкурсы лауреаты (1970).

Февраль

Февраль (Шаҡай) — йылдың икенсе айы, ҡыштың һуңғы, өсөнсө айы. Тоҡос ай, 28 көндән тора, кәбисә йылда 29 көн.

Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы

Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы (15 (27) август 1899 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия дивизияһы) Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусы һәм 1941 йылдың декабренән 1943 йылдың февраленә тиклем уның командиры.

Шматько Николай Гаврило улы

Николай Гаврило улы Шматько (укр. Микола Гаврилович Шматько; 17 август 1943 йыл, Украина ССР-ы, Донецк өлкәһе) — украин рәссамы һәм скульпторы. Әлеге ваҡытта ике улы менән Украинала йәшәй һәм ижад итә.

750 һәйкәл (барельеф, горельеф, скульптура) һәм 500 тирәһе рәсем эшләгән.

«Шматько һәм улдары» галереяһында күрһәтелгән автор коллекцияһында 70 скульптура һәм 300 тирәһе рәсем (живопись, графика) күргәҙмәгә ҡуйылған.

2000 йылдан башлап ул Мәскәү Донья Цивилизация Институтының рәссам ижады кафедраһы профессоры.

2004 йылда Шматько үтенес буйынса Донецк өлкәһе Изге-Тау Лавраһы өсөн «Святогорская Богородица» скульптураһын ижад итә. Богородица скульптураһы ҡуйылғас, реставрация эштәренән һуң Лавра яңынан асыла.

2005 йылда Полтава өлкәһе Келеберда ауылында Успение сиркәүе яңынан төҙөлгән, унда Шматьконың «Христосты тәрегә ҡаҙаҡлау» (рус. Распятие Христа) скульптураһы ҡуйылған.

Ҡунаҡбаев Хөсәйен Әхмәтйән улы

Ҡунаҡбаев Хөсәйен Әхмәтйән улы, Хөсәйен Ҡунаҡбай (12 февраль 1912 йыл — 15 февраль 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, батальон замполиты, кесе лейтенант. Шағир һәм журналист, тәржемәсе. 1940 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы

Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы (15 сентябрь 1913 йыл — 15 ғинуар 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсы, гвардия ҡыҙылармеецы. Һуғышҡа тиклем — уҡытыусы. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).

Әхмәтшин Ҡәйүм Хәбибрахман улы

Әхмәтшин Ҡәйүм Хәбибрахман улы (7 июль 1909 йыл — 10 ноябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1944).

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.