1916 йыл

1916 (бер мең туғыҙ йөҙ ун алтынсы) йыл — кәбисә йыл, григориан календары буйынса шәмбе көндө башлана. Был беҙҙең эраның 1916 йылы, 2 мең йыллыҡтың 916 йылы, XX быуаттың 16 йылы, XX быуаттың 2 ун йыллығының 6 йылы, 1910 йылдарҙың 7 йылы.

Йылдар
1912 · 1913 · 1914 · 1915 1916 1917 · 1918 · 1919 · 1920
Ун йыллыҡтар
1890-се йылдар · 1900-се йылдар1910-се йылдар1920-се йылдар · 1930-се йылдар
Быуаттар
XIX быуатXX быуатXXI быуат
II мең йыллыҡ
XVIII быуатXIX быуатXX быуатXXI быуат — XXII быуат
1890-се йылдар 1890 1891 1892 1893 1894 1895 1896 1897 1898 1899
1900-се йылдар 1900 1901 1902 1903 1904 1905 1906 1907 1908 1909
1910-се йылдар 1910 1911 1912 1913 1914 1915 1916 1917 1918 1919
1920-се йылдар 1920 1921 1922 1923 1924 1925 1926 1927 1928 1929
1930-се йылдар 1930 1931 1932 1933 1934 1935 1936 1937 1938 1939
1940-се йылдар 1940 1941 1942 1943 1944 1945 1946 1947 1948 1949
1950-се йылдар 1950 1951 1952 1953 1954 1955 1956 1957 1958 1959
1960-се йылдар 1960 1961 1962 1963 1964 1965 1966 1967 1968 1969
1970-се йылдар 1970 1971 1972 1973 1974 1975 1976 1977 1978 1979
1980-се йылдар 1980 1981 1982 1983 1984 1985 1986 1987 1988 1989
1990-се йылдар 1990 1991 1992 1993 1994 1995 1996 1997 1998 1999
2000-се йылдар 2000 2001 2002 2003 2004 2005 2006 2007 2008 2009
Хронологик таблица

Тыуғандар

Абдрахманов Барый Абдрахман улы

Абдрахманов Барый Абдрахман улы (28 декабрь 1916 йыл — 1 апрель 1996 йыл) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1967—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы секретары. СССРҙың алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың ХХII съезы делегаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Абитаева Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы

Абитаева Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы (23 ғинуар 1916 йыл — 12 июнь 1994 йыл) — театр актёры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969).

Батанов Николай Яковлевич

Батанов Николай Яковлевич (16 сентябрь 1916 йыл — 13 март 1983 йыл) — Башҡортостандың партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).

Беренсе донъя һуғышы

Беренсе донъя һуғышы — 1914 йылдың 28 июленән алып 1918 йылдың 11 ноябренә тиклем дауам иткән глобаль һуғыш. 1939 йылда Икенсе донъя һуғышы башланыуына тиклем ул «Донъя һуғышы» йәки «Бөйөк һуғыш» исеме менән йөрөтөлгән, башҡорт әҙәбиәтендә башлыса «Герман һуғышы» исеме аҫтында телгә алына. Был һуғышта донъяның иң ҡеүәтле дәүләттәре бер-береһенә ҡаршы торған ике альянсҡа берләшкән: Берләшкән Короллек, Франция һәм Рәсәй империяһынан торған Антанта һәм Германия, Австро-Венгрия һәм Италиянан торған Үҙәк дәүләттәр берлектәре барлыҡҡа килгән. Был альянстарға һуғышҡа һуңыраҡ ҡушылған дәүләттәр ҙә кергән: Антантаны Италия, Япония һәм Америка Ҡушма Штаттары, Үҙәк дәүләттәрҙе иһә Ғосман империяһы һәм Өсөнсө Болгар Батшалығы тулыландырған. Шулай итеп, донъя тарихындағы иң оло һуғыштарҙың береһенә 70 миллиондан ашыу кеше йәлеп ителгән.

Бикәев Солтан Хәмит улы

Бикәев Солтан Хәмит улы (25 декабрь 1916 йыл — 8 октябрь 2006 йыл) — совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1943).

Генрик Сенкевич

Ге́нрик Сенке́вич (пол. Henryk Sienkiewicz, тулы исеме Хе́нрик А́дам Алекса́ндер Пи́ус Сенке́вич, пол. Henryk Adam Aleksander Pius Sienkiewicz), также Генрих (Генрик) Иосифович Сенкевич (5 май 1846 йыл — 15 ноябрь 1916 йыл) — поляк яҙыусы, тарихи романдар авторы булараҡ билдәле, Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһының 1905 йылғы лауреаты.

1896 йылдың декабренән Петербург фәндәр академияһының рус теле бүлеге буйынса ағза-корреспонденты, 1914 йылдың ноябренән — почётлы академигы була.

Дәүләтов Әбдрәүеф Ғәни улы

Дәүләтов Әбдрәүеф (Ғәбдрәүеф) Ғәни улы (27 март 1916 йыл — 27 октябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир-кавалерист, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкы пулемет взводы командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Зарипов Хөсәйен Ғабдрахман улы

Зарипов Хөсәйен Ғабдрахман улы (31 март 1916 йыл — 17 август 1956 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкы сапёры, рядовой. Дан орденының тулы кавалеры.

Ишҡолов Ғәтиәт Абдулла улы

Ишҡолов Ғәтиәт Абдулла улы (15 июль 1916 йыл — 10 декабрь 1944 йыл) — совет-фин һуғышында 1939—1940) ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, танкист, үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһы командиры, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).

Камалетдинова Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы

Камалетдинова Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы (25 август 1916 йыл — 15 ғинуар 2008 йыл) — башҡорт театр актёры, 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1972).

Лыков Иван Васильевич

Лыков Иван Васильевич — (21 июль 1916 йыл, Һамар губернаһы Сухой Отрог ауылы), хужалыҡ эшмәкәре.

Сыртланов Рауил Шаһихәйҙәр улы

Сыртланов Рауил Шаһихәйҙәр улы (29 октябрь 1877 йыл — 20 июнь 1916 йыл) — Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, 2016 йылдың башынан Ровно пехота полкы командиры. 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнашҡан һәм Беренсе донъя һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Генерал‑майор (1916). Рәсәй империяһының 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1917), 3‑сө (1913) һәм 4‑се (1905) дәрәжә Изге Анна, 3‑сө дәрәжә Изге Станислав (1912) ордендары кавалеры.

Хилажев Мәүлит Хилаж улы

Хилажев Мәүлит Хилаж улы (5 май 1916 йыл — 30 август 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уҡсылар полкының орудие төҙәүсеһе, ефрейтор. Дан орденының тулы кавалеры.

Хәсәнов Сафа Хөзәм улы

Хәсәнов Сафа Хөзәм улы (26 июнь 1916 йыл — 24 сентябрь 1973 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының миномёт взводы командиры, гвардия өлкән лейтенанты, Советтар Союзы Геройы (1944).

Чанбарисов Шәйхулла Хәбибулла улы

Чанбарисов Шәйхулла Хәбибулла улы (9 май 1916 йыл — 4 октябрь 1996 йыл) — совет һәм Рәсәй ғалимы, фән һәм мәғарифты ойоштороусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт университетының беренсе ректоры. 1973—1981 йылдарҙа Өфө вуздары ректорҙары советы рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Тарих фәндәре докторы (1975), профессор (1975). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976). Октябрь Революцияһы (1972), ике Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1943), Александр Невский (1945), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), ике Почёт Билдәһе (1961, 1967) ордены кавалеры.

Күп тапҡырҙар КПСС-тың Өфө ҡала комитеты һәм Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы, Өфө ҡала советы депутаты итеп һайлана.

Шакиров Миҙхәт Закир улы

Шакиров Миҙхәт Закир улы (5 октябрь 1916 йыл — 1 май 2004 йыл) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1944 йылдан ВКП(б) (КПСС) ағзаһы. 1969—1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).

Юмжагийн Цэдэнбал

Юмжагийн Цэдэнбал (монг. Юмжаагийн Цэдэнбал; 17 сентябрь 1916 йыл — 10 апрель 1991 йыл) — Монгол Халыҡ Республикаһының һәм Монгол Халыҡ-Революцион Партияһының сәйәси эшмәкәре, МХР Маршалы (1979).

Юртов Авксентий Филиппович

Юртов Авксентий Филиппович (4 март 1854 йыл — 20 апрель 1916 йыл) — эрзә мәғрифәтсеһе, педагог, этнограф. Кириллицаға нигеҙләнгән тәүге эрзә әлифбаһын төҙөүсе.

Ғәтиәтуллин Шакир Йосоп улы

Ғәтиәтуллин Шакир Йосоп улы (21 сентябрь 1916 йыл — 21 июль 1972 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.