1771 йыл

1771 йылшишәмбе көнөнән башланған йыл, кәбисә түгел.

Йылдар
1767 · 1768 · 1769 · 1770 1771 1772 · 1773 · 1774 · 1775
Ун йыллыҡтар
1750-се йылдар · 1760-се йылдар1770-се йылдар1780-се йылдар · 1790-се йылдар
Быуаттар
XVII быуатXVIII быуатXIX быуат
II мең йыллыҡ
XVI быуатXVII быуатXVIII быуатXIX быуатXX быуат
1690-се йылдар 1690 1691 1692 1693 1694 1695 1696 1697 1698 1699
1700-се йылдар 1700 1701 1702 1703 1704 1705 1706 1707 1708 1709
1710-се йылдар 1710 1711 1712 1713 1714 1715 1716 1717 1718 1719
1720-се йылдар 1720 1721 1722 1723 1724 1725 1726 1727 1728 1729
1730-се йылдар 1730 1731 1732 1733 1734 1735 1736 1737 1738 1739
1740-се йылдар 1740 1741 1742 1743 1744 1745 1746 1747 1748 1749
1750-се йылдар 1750 1751 1752 1753 1754 1755 1756 1757 1758 1759
1760-се йылдар 1760 1761 1762 1763 1764 1765 1766 1767 1768 1769
1770-се йылдар 1770 1771 1772 1773 1774 1775 1776 1777 1778 1779
1780-се йылдар 1780 1781 1782 1783 1784 1785 1786 1787 1788 1789
1790-се йылдар 1790 1791 1792 1793 1794 1795 1796 1797 1798 1799
1800-се йылдар 1800 1801 1802 1803 1804 1805 1806 1807 1808 1809
Хронологик таблица

Ваҡиғалар

Тыуғандар

Вафат булғандар

Вознесенка заводы

Вознесенка (Ырғыҙлы) заводы — 1753 йылда К. Е. Сиверс тарафынан Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ырғыҙлы йылғаһы (Ағиҙел йылғаһының ҡушылдығы) буйында баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына.

1756 йылда продукция етештерә башлай, заводта 7 баҡыр иретеү мейесе, гармахер һәм шплейзофен горндары, инструменттар эшләү оҫтаханаһы була. 1771 йыл башында 7 баҡыр иретеү мейесе, штыклы һәм 2 гармахер горны, горнлы баҡыр сүкеү фабрикаһы һәм 4 горнлы тимерлеге була. Вознесенка заводына 450 рудник ҡараған. 18 быуат аҙағында завод 50,3 мең дисәтинәнән ашыу ер биләй. 1772 йылда заводта 2363 заводҡа беркетелгән крәҫтиән иҫәпләнә. Барыһы эшләү дәүерендә 44,3 мең бот саф баҡыр иретелә; максималь етештереүсәнлек 5,5 мең бот тәшкил итә (1761). 1758—1762 йылдарҙа завод хакимиәте башбаштаҡлығы һөҙөмтәһендә крәҫтиән сыуалыштары була.

1765 йылға тиклем завод хужаһы граф К. Е. Сиверс була, 1765 йылдан алып ҡаҙна ҡарамағына күсерелә. Пугачев ихтилалына тиклем заводта 2300-ҙән ашыу дәүләт беркетелгән крәҫтиән һәм оҫталар иҫәпләнә.

Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—1775) барышында завод талана.

1773 йылдың октябрендә атаман И. Лаврентьевтың отряды тиҙҙән Бәрҙе биҫтәһенә Е. Пугачевҡа китә, үҙе менән 170 урындағы завод крәҫтиәнен алып китә, улар артабан ҡамауҙа ҡалған Ырымбур тирәһендә бәрелештәрҙә ҡатнашалар.

1774 йылдың яҙына тиклем завод урындағы тау офицеры А. Соколов етәкселегендәге ихтилалсылар адмистрацияһы ҡарамағында була. 1774 йылдың апрель башында (1 апрелдә еңелеүҙән һуң) бында Е. И. Пугачёв булып китә, өс көн заводта үткәрә. Үҙе менән 30 крәҫтиән һәм 9 оҫта алып, шулай уҡ Соколовты, унтершихмейстер И.Рихтерҙы һәм копиист А.Седачевты, ул Әүжән-Петровка заводтарытабан юллана.

Вознесенка заводы Пушкиндың «Пугачев тарихында» архив әҙерләмәләрендә телгә алына.

1777 йылда завод тергеҙелә, һуңынан ябыла. Хәҙерге завод ҡасабаһы урынында Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылы урынлашҡан.

Минйәр

Минйәр — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһендә Әшә районында урынлашҡан ҡала (1943 йылдың 14 майынан). Административ үҙәк.

Ҡала Минйәр һәм Эҫем йылғалары араһында Көньяҡ Уралдың көнбайышында, Силәбенән - 350 км, ә Өфөнән 125 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Транссиб магистралендәге тарихи киҫемендә Минйәр станцияһы урынлашҡан.

Популяр тау саңғыһы үҙәге (3 күтәргес, бер нисә трасса,фрирайд мөмкинлеге). Минйәр - моноҡалалар исемлегендә .

Новодевичий монастыры

Новодевичий Богородица-Смоленск монастыры — православие ҡатын-ҡыҙҙар монастыры. Мәскәүҙә, Девичье полела. Мәскәү-йылғаһы бөгөлөндә, Лужники янында, тарихи Пречистенканың (хәҙерге ваҡытта Оло урам Пироговская) иң аҙағында урынлашҡан.

Нигеҙ Бөйөк кенәз Василий III тарафынан 1524 йылда нигеҙ һалынған — Смоленск ҡалаһының Смоленская икона Божьей Матери «Одигитрия» хөрмәтенә һалынған һәм Смоленскиҙы дошман ҡулынан азат итеүгә бағышланған. Ике быуат буйына батша ҡатын-ҡыҙҙарының тотҡонлоҡта торған урыны булып хеҙмәт иткән.

Монастырҙың архитектура ансамбле ХVI—ХVII быуаттарҙа барлыҡҡа килә һәм бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр кисермәй. Мәскәү бароккоһы өлгөһө булараҡ ЮНЕСКО һағы аҫтына ҡуйылған һәм Бөтә донъя мираҫы тип иҫәпләнә.

Эш алып барыусы монастырь Урыҫ православие сиркәүе һәм Дәүләт тарихи музейы ҡарамағында. 2010 йылдан алып бында Мәскәү епархияһының сиркәү музейы эшләй.

Монастырҙа Крутицкий һәм Коломенский митрополиты Ювеналийҙың резиденцияһы, 1977 йылдан алып ул Мәскәү өлкә епархияһы менән идаралыҡ итә.

Питер Перез Бурдетт

Питер Перез Бурдетт — ~1734 — 1793 йылдың 9 сентябре; XVIII быуаттың картограф, художник, геодезист һәм чертёжнигы; Исвудала тыуған, унда ер алып әсәһе яғынан олатаһы рухани булғанға Perez исемен алған. Джозефа Райта картиналарында йыш ҡатнашауы менән билдәле, һәм 1769 йылда Лидс һәм Ливерпуль каналы (Leeds and Liverpool Canal) юлын эшләүҙә ҡатнашыуы менән билдәле. Уның тураһында, «йәмғиәт үҙәгендә булмаһы, уның ярым яҡтылығында урынлашҡан» (Lunar Society of Birmingham) тип яҙалар. Һуңғы йылдарҙа, кредиторҙарҙан ҡасып, Карлсруэла йәшәй.

Ҡояш системаһы моделен аңлатыусы философ]]» (Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһы коллекцияһынан)]]

Бурдетт Райт картиналары өсөн һын булып тора. Беренсе тапҡыр улар 1760 йылдар башында осраша.

1766 йылда Райт "Ҡояш системаһы моделен аңлатыусы философ" картинаһын яҙа. Унда Ҡояш системаһы тураһында асыҡ лекция күрһәтелгән; кеше йөҙҙәре ай фазаһы һымаҡ яҡтырылған.Картиналағы һул яҡтағы кеше — Бурдетт; уң яҡтағаһы Вашингтона Ширли.

1767 йылда Бурдетт Дерби картаһын 1 дюйм:1 миль масштабында эшләй. 1759 йылда Сәнғәт йәмғиәте (Society of Art) үткәргән бәйгелә бындай масштабтағы карталар авторҙары араһында икенсе уңышлы урын яулай. Бынан тыш, Two Boys Blowing a Bladder by Candle-light («Шәм яҡтыһында ике малай бәүел ҡыуығын өрөп тултыра») рәсемен эшләй.

1768 йылда Бурдетт Ланкашир картинаһын эшләү өсөн Дербинан Ливерпульға күсеп килә. Ул яңы ҡурсаусылырҙы таба һәм Джордж Перриға карта төҙөү һәм Ливерпуль тарихын яҙыуҙа ярҙам итә. 1773 йылда Бурдетт яңы рәсемдәр яһай һәм Перри тарихы нигеҙен яҙа.

Бурдетт уҙенең янына Райтты күсеп килергә саҡыра. 1769 йылда Бурдетт Художниктар Төркөмөн (Society of Artists) ойштора һәм уның беренсе ағзаһы була. Райттың бер картинаһы Academy by Lamplight академияһына бағышланған.

Бурдент беренсе британ [[акватинтисты була; уның акватинта күргәҙмәләре 1772 йылда Society of Arts Exhibition үтә.Mortimer[13]. Францияла ҡулланылған алымдарҙан айырылған яңы техниканы ҡуллана. J.B. Le Prince of Paris уны өйрәтә.

1773 йылда The effect of a stained drawing attempted by printing from a plate wrought chemically, without the use of any instrument of sculpture пластинаһы күрһәтелә. Бурдетт авторлығы билделе булған өс картина һаҡланған: Banditti Terrifying Fishermen (1771 йыл), Skeleton on a Rocky Shore һәм Two Boys Blowing a Bladder by Candle-light. Ливерпуль китапханаһында һүңғыһынын күсермәһе һаҡлана. Артына «First Speciman of aquatinta invented in Liverpool by P.P. Burdett, 1774, assisted by Mr.S. Chubbard.» тип яҙыған.

1774 йылда ул кредиторҙарға бурысын түләмәү өсөн Ливерпульдар ҡасып китә. Ҡатыны менән төшкән картинаны үҙе менән ала. Бурдетт ҡатыны менән төшөрөлгән картина хәҙер Прага Милли галереяһында һаклана. Күсенгән ваҡытта картина Бөйөк Британия күргәҙмәлеренә ике тапҡыр ҡуйыла.

1774 йылда Джозеф Райт көньяҡ Германияһы ике тапҡыр килә. Бурдетт бында 1787 йылдың 11 июлендә Фредерике Котковскиға (Friederike Kotkowski) өйләнә; уларҙың Анна исемле ҡыҙы тыуа. Ошо уҡ йылда Карлсруэ сауҙа майҙаны планын эшләй.

Бурдетт Карлсуэла 1793 йылдың 9 сентябрендә вафат була.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.