Һөт

Һөттуҡлыҡлы эсемлек, инә һөтимәрҙәрҙең биҙҙәре эшләп сығара. Тәбиғи тәғәйенләнеше — башҡа ризыҡ менән туҡланырға һәләтле булмаған үрсемен (шул иҫәптән кеше балаһын) туйындырыу. Хәҙерге ваҡытта һөт кеше ҡулланған күп кенә һөт аҙыҡтары составына инә, ә уны етештереү эре сәнәғәт тармағына әйләнгән.

Һөт — күп компонентлы политарҡалыусан система, уның составындағы матдәләрҙең ваҡ ҡына бөртөксәләргә тарҡалған хәлдә булыуы һөттөң шыйыҡ консистенцияһын тәьмин итә.

Техник регламенты һөттө ауыл хужалығы хайуандарының һөт биҙҙәренең физиологик секрецияһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән аҙыҡ тип билдәләй. Ул бер йөки бер нисә хайуандан һөт биреү (лактация) осоронда һауып алына, был шыйыҡ аҙыҡҡа бер ниндәй өҫтәмә лә ҡушылмай[1].

Milk glass
Һыйыр һөте
Bundesarchiv Bild 183-2004-0708-501, Berlin, Milch von Bolle in der Pause
Германияла һөт эсеү. 1932 йыл
Milk supply 1959 in Oberlech, Austria
Оберлех, Форарльберг, Австрияға һөт ташыу. 1959 йыл
A bowl of milk for the shaman rite. Buryatia. Russia
Шаман йолаһы өсөн һөтлө каса. Бурятия

Һыйыр һөтө

Һыйыр һөтө — һыйырҙарҙың әсә һөтө — ҙур күләмдәрҙә етештерелә һәм хайуан һөтөнөң иң күп һатылған төрө.

2009 йылда донъяла 701 млн. тонна һыйыр һөтө етештерелгән.

Уртаса химик составы

Һөттәге минераль матдәләр

Полярография, ионометрия, атом-абсорбция спектрометрияһы һәм башҡа заманса ысулдарҙы ҡулланып, һөт көлөнөң минераль составы тикшерелә, ул һөттә 50-нән ашыу элемент булыуын күрһәтә. Был элементтар макро- һәм микроэлементтарға бүленә.

Микроэлементтар

Концентрациялары әллә ни ҙур булмаған һәм 1 кг продуктҡа микрограмдарҙа үлсәнгән минераль матдәләр микроэлементтар тип иҫәпләнелә. Тимер, баҡыр, цинк, марганец, кобальт, йод, молибден, фтор, алюмин, кремний, селен, аҡ ҡурғаш, хром, ҡурғаш һ. б. микроэлемнттарға ҡарай.

Микроэлементтар йәшәү өсөн мөһим булған ферменттар, витаминдар, гормондарҙың төҙөлөшен һәм әүҙемлеген тәьмин итә, шунһыҙ хайуандың (кеше) организмына ингән аҙыҡ матдәләрен үҙләштерелеүе мөмкин түгел. Шулай уҡ көйшәүсе малдарҙың оло ҡарынындағы микроорганизмдарҙың эшләүе уларҙың организмына күп кенә мироэлементтарҙың инеүенә бәйле.

Әгәр ҙә селен етешмәһә, хайуандар бик яй үҫә, уларҙа ҡан тамырҙары патологияһы, ашҡаҙан аҫты биҙенең һәм репродуктив органдарҙың дегенератив үҙгәреше күҙәтелә. Селендың бик мөһим антиоксидант булыуы билдәле — ул глутатионпероксидаза ферменты составына инә һәм күҙәнәк мембраналарында липидтарҙың пероксид окисланыуына юл ҡуймай һәм ирекле радикалдарҙы бөтөрә.

Йод етешмәгән осраҡта хайуандарҙың ҡалҡан биҙе ғәйәт тиҙ эшләй башлай, был һөттөң сифатына кире йоғонто яһай. Калий йодидын, диңгеҙ ылымыҡтары онон һыйырҙарҙың көндәлек рационына индереү ҡалҡан биҙенең эшен яҡшырта һәм һөттә йон миҡдарын арттыра.

Цинк дефициты малдарҙа үҫеште һәи енси өлгөрөштө әкренәйтә, аш һеңдереү процесы боҙола.

Хайуанды һауыуҙа ҡулланылған ҡорамалдарҙан, һауыттарҙан һәм ул ҡорамалдарҙы йыуғанда ҡулланылған һыуҙан һөткә төрлө сит микроэлементтар эләгеүе ихтимал. Һөҙөмтәлә һөттә сит тәм, еҫ барлыҡҡа килә, һөттө һаҡлау ҡыйынлаша, өҫтәүенә һөттөң ағыулы элементтар һәм радионуклидтар бысраныуы кеше һаулығына ҡурҡыныс менән янай.

Һөт продукттарында холестерин 100 г аҙыҡта холестерин миҡдары.

Контаминант

Һөттө контаминанттарҙың — гормондарҙан алып пестицидтарға тиклем төрлө ҡушылмаларҙың булыуы ихтимал. Атап әйткәндә, һөттә һыйыр тәнендә эшләп сығарылған гормондар һәм үҫеш факторҙары була; һөткә эстрогендарҙың һәм уға оҡшаш гормондарҙың эләгеүе мөмкин; улар тик яңы һауылған һөттә генә үтә күп миҡдарҙа була, шуға күрә яңы һауылған һөттө үтә йыш ҡулланыу ҡыҙҙарҙың бик иртә енси өлгөрөүенә, ә малайҙарҙа енси өлгөрөүҙең тотҡарланыуына килтерә. Бынан тыш, һөткә һыйыр малында булған рекомбинант үҫеш гормоны кеүек синтетик гормондың эләгеүе ихтимал, сөнки ул фермаларҙа йыш ҡына һауым арттырыу өсөн ҡулланыла[2]. Заводтарҙа эшкәртеү үткәндән һуң һөттә был гормон миҡдары бик ныҡ түбәнәйә.

Һыйырҙарҙы төрлө сирҙәрҙән (мәҫәлән, маститтан) дауалағанда антибиотиктар (левомицетин, тетрациклин төркөмө, стрептомицин, пеницилин, низин) ҡулланыла, уларҙың эҙе һөт һәм һөт аҙыҡтары өлгөләрендә осрай[3])

Пестицидтар, полихлорирланған бифенилдар (ПХД) һәм диоксиндар ҙа һөт составында булыуы ихтимал. Һөт аҙыҡтары аша дөйөм диоксиндарҙың байтаҡ өлөшө кеше организмына инеүе ихтимал.

Һөт аҙыҡтарын эшкәрткәндә ҡулланылған матдәләр араһында — меламин да бар, уны ҡулланыу бөйөрҙөң һәм һейҙек юлдарының эшенә кире йоғонто яһай, сөнки меламин составында азот бар[4]. Шулай уҡ һөттө эшкәрткәндә уның составына канцероген афлатоксиндарҙың (атап әйткәндә, M1 афлотоксин) эләгеүе ихтимал, улар пастеризация мәлендә таркалып юҡҡа сыҡмай[5].

Башҡа төрлө контаминанттар

  • ағыулы элементтар — ҡурғаш (0,1 мг/кг артыҡ түгел ), мышаяҡ ( 0,05 мг/кг артыҡ түгел), кадмий (0,03 мг/кг), терегөмөш (0,005 мг/кг)
  • йыуыу һәм дезинфекциялау саралары, ят антибиотиктар, сода);
  • радионуклидтар — цезий-137, стронций-90;
  • бактериялар.

Лактация осоро

Лактация осоро — ул һөттөң барлыҡа килеү һәм һөт биҙҙәренән бүлеп сығарылыу процесы. Һыйырҙарҙа ул уртаса 305 көн дауам итә. Уны өс стадияға айыралар:

  • ыуыҙ осоро — быҙаулағандан һуң яҡынса 7-10 көн тирәһе;
  • Нормаль һөт алыу осоро — 280 көн;
  • Әскелт тәмдәге һөт алыу осоро — лактация тамамланырға 7-14 көн ҡалғас.

Яңы һауылған һөт өҫтөнә бер ике сәғәттән һуң ҡаймаҡ ултыра, ул үҙе айырым һөт аҙығы булып тора.

Һөт аҙыҡтары:

Башҡа хайуандар һөтө

Болан һөтө

Reindeer milking
Төньяҡ боланын һауыу, XIX быуат аҙағы. Сёр-Варангер, Северная Норвегия. Ир-егет-квен һәм ҡатын-ҡыҙ — инари-саами

Эвенкылар борондан һәм өле лә боландарҙы һауа, уларҙың һөтө аҙыҡ булараҡ та, йола үтәү маҡсаттарында ла ҡулланыла.

Төньяҡ боланы һөтөнөң составы:

  • ҡоро матдәләр — 34,4 %
  • май — 19,1 %
  • аҡһым — 10,4 % (шул иҫәптән казеин — 8,8 %)
  • лактоза — 3,3 %
  • минераль матдәләр — 1,6 %

Мышы һөтө

Moose-Machine-Milking-ss87-810
Сумароков мышы фермаһында мышыны һауыу

Рәсәйҙә һәм Скандинавия илдәрендә мышыларҙы ҡулға эйәләштерергә тырышып ҡарайҙар, әммә аҫырау бик ауыр булғанға был идеянан баш тарталар. СССРҙа 7 мышы фермаһы була, әлеге ваҡытта тик береһе генә һаҡланып ҡалған — Кострома өлкәһендәге «Сумароков мышы фермаһы».

Тәме буйынса мышы һөтө һыйыр һөтөнә яҡын, ләкин ул ҡуйыраҡ һәм шәкәрһеҙерәк. Дауалау туҡланыуында ҡулланыла. Туңдырып һаҡлана.

Кәзә һөтө

Goat family
Йорт кәзәһе

Кәзә һөтөнөң химик составы һәм үҙенсәлектәре һыйыр һөтөнөкөнә яҡын. Тик аҡһым, май һәм кальций күп булыуы менән генә айырыла; каротин да күп, шуға күрә ул аҡһыл һары төҫтә була. Кәзә һөтөнөң майында каприн кислотаһы һәм линолй кислотаһы күп, май бөртөксәләре лә вағыраҡ, был кеше организмының уны яҡшыраҡ үҙләштереүенә булышлыҡ итә. Уның аҡһымындағы аминокислоталар составы его белков близок к аминокислотному составу белков әсә һөтөндәге аминокислоталар составына яҡын, ләкин казеин мицеллалары эрерәк, 133 нм һәм унан да юғарыраҡ. Кәзә һөтө казеинында α-фракцийлар аҙыраҡ (10—15 %), шуға ла ҡаты булып эремәй. Кәзә һөтөнөң ҡуйылығы 3,6 проценттан 6 процентҡа етә һәм малдың тоҡомона ҡарап унан да артығыраҡ булып китә.

Кәзә һөтө А витаминына һәм ниацинға бай, һыйыр һөтөндәгенә ҡарағандан унда тимер һәм магния ҙа байтаҡҡа күберәк.

Кәзә һөтөнөң әселеге — 17—19 °Т (рН = 6,4÷6,7), тығыҙлығы — 1033 кг/м³. Составында ионлаштырылған кальций булғанға күрә кәзә һөтө тиҙ генә йылына.

Бейә һөтө

Бейә һөтө күкһел-аҡ төҫтәге эсемлек, тәме үҙенсәлекле — теште бер аҙ ҡамаштыра. Уны диетик һәм ҡиммәтле дауалау аҙығын — ҡымыҙ етештереү өсөн файҙаланалар.

Бейә һөтөндә аҡһым, майҙар һәм минераль матдәләр һыйыр һөтөндәгенә ҡарағанда ике тапҡырға тип әйтерлек аҙыраҡ, ә бына лактоза яҡынса 1,5 тапҡырға күберәк[6]. Бейә һөтө юғары биологик ҡиммәткә эйә. Уның аҡһымдарын һәм майын организм тиҙ үҙләштерә. Аҡһымдарында аминокислоталар составы бик яҡшы балансланған.

Дөйә һөтө

Дөйә һөтө — продукт, көнсығыш илдәрендә ул көн дә ҡуллана торған аҙыҡ (Урта Азия, Яҡын Көнсығыш, Ғәрәп ярымутрауындағы ғәрәп илдәрендә мәктәптәрендә һәм Берләшкән ғәрәп әмирлектәрендә балалар баҡсаларында туҡланыу рационына индерелгән). Шулай уҡ сырҙар, туңдырма, какао һәм башҡа аҙыҡтарҙы әҙерләүҙә ҡулланыла. Ҡаҙағстане, Төркмәнстан дөйә һөтө нигеҙендә милли ризыҡ һәм эсемлек шубат әҙерләнелә.

Микроэлементтар үтә күп булғанға күрә дөйә һөтө һыйыр һөтөнә ҡарағанда тәмлерәк, бер аҙ тоҙ тәме лә килә унан.

Ул бик файҙалы: составына кальций, фосфор, тимер, көкөрт һәм башҡа бик күп микроэлементтар инә, дөйә һөтөндә шөкөр лактозаһы һәм аминокислоталар күберәк, казеин аҡһымы аҙыраҡ. Дөйә һөтө.

Һарыҡ һөтө

Ғәҙәттә һарыҡ һөтөн сыр етештереүҙә ҡулланалар. Һарыҡ һөтөнән етештерелгән сыр һыйыр һөтөнән етештерелгәнгә ҡарағанда күпкә юғарыраҡ баһалана.

Ишәк һөтө

Ишәк һөтө аҙыҡ булараҡ ҡына ҡулланылып ҡалмай, ә кремдар, майҙар, һабын һәм башҡа кометика саралары әҙерләүҙә лә файҙаланыла.

Һөт аҙыҡтары

  • Һөт өҫтө,
  • ҡаймаҡ,
  • эремсек,
  • ҡымыҙ,
  • сыр,
  • ряженка (биоряженка),
  • пахта,
  • сыворотка,
  • варенец,
  • кефир,
  • йогурт,
  • әсегән һөт,
  • ацидофилин,
  • таң,
  • айран,
  • һөт пастаһы,
  • бифидин,
  • эремсек кремы,
  • эремсек массаһы,
  • сырки,
  • төрлө һөт эсемлектәре.
Biggest-cup-of-milk
Иң ҙур һөт көрөшкәһе[7]

Иҫкәрмәләр

Аш Был аш йә эсемлектәр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.

Литература

  • [ Молоко] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
  • Молочная промышленность // Энциклопедия «Кругосвет».
  • [1]Кисломолочные продукты / В. Д. Харитонов, В. Ф. Семенихина, И. В. Рожкова // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая Российская энциклопедия, 2004—.
  • Молоко — статья из Большой медицинской энциклопедии
  • Болезни молока // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Крусь Г. Н., Храмцов А. Г., Волокитина Э. В., Карпычев С. В. Технология молока и молочных продуктов / Под ред. А. М. Шалыгиной — Москва: КолосС, 2006. — 455 б. — (Учебники и учебные пособия для студентов высших учебных заведений). — ISBN 5-9532-0166-4.
  • Твердохлеб Г. В., Сажинов Г. Ю., Раманаускас Р. И. Технология молока и молочных продуктов — Москва: ДеЛи принт, 2006. — 616 б. — ISBN 5-94343-104-7.
  • Бредихин С. А., Космодемьянский Ю. В., Юрин В. Н. Технология и техника переработки молока — Москва: КолосС, 2003. — 400 б. — ISBN 5-9532-0081-1.
  • Гисин И. Б., Сирин В. И., Чепулаева Л. В., Шалыгина Г. А. Технология молока и молочных продуктов — Москва: Пищевая промышленность, 1983. — 376 б.
      15 декабрь

      15 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 349-сы көнө (кәбисә йылында 350-се). Йыл аҙағына тиклем 16 көн ҡала.

      6 июль

      6 июль — григориан стиле буйынса йылдың 187-се (кәбисә йылында 188-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 178 көн ҡала.

      == Байрамдар ==

      Халыҡ-ара байрамдар Бөтә донъя үбешеү көнө. Милли байрамдар Ҡаҙағстан — Баш ҡала көнө.

      Лесото — Ғаилә көнө.

      Малави — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.

      Финляндия — Эйно Лейно (Йәй һәм шиғриәт) көнө. Һөнәри байрамдар

      Апас районы

      Апас районы (татар. Апас районы, рус. Апастовский район) — Татарстандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Апас ауылы.

      Апас районы ауыл хужалығы (аграр) районы булып тора. Ауыл хужалығында төп тармаҡтар: һөт, ит, бал йетештереү, игенселек, урмансылыҡ.

      Аҡсубай районы

      Аҡсубай районы (татар. Аксубай районы) — Татарстандағы муниципаль район. 1930 йылдың 10 июлендә ойошторолған. Административ үҙәге — Аҡсубай ауылы.

      2010 йылғы иҫәп буйынса районда 31 050 кеше йәшәй, милли составы: сыуаштар — 44 %, татарҙар — 39 %.

      Апас — аграр район. Ауыл хужалығында төп тармаҡтар: һөт, ит, бал етештереү, игенселек һәм урмансылыҡ.

      Башҡорт аш-һыуы

      Башҡорт аш-һыуы — башҡорттарҙың традицион аш-һыуы. Халыҡтың йәшәү рәүеше башҡорттарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен, йолаларын һәм аш-һыуын формалаштырған: ауылдарҙа ҡышлау һәм йәйләүҙәрҙә күсмә тормош алып барыу рационды һәм аш-һыу әҙерләүҙе төрлөләндереү мөмкинлеге биргән.

      Башҡорт ашамлыҡтары классик тәмләткестәрҙе аҙ һанда ҡулланыу менән айырыла: тик ҡара һәм ҡыҙыл борос ҡулланыла. Башҡорт ашамлыҡтарының үҙенсәлеге булып эҫе ашамлыҡтарҙа ла, закускаларҙа ла итте күп файҙаланыу тора. Башҡорттарҙың ат колбасаһын «ҡаҙы-ҡарта ҡаҙыһын» һәм ат майын яратыуы айырым иғтибарға лайыҡ: башҡорттар ат итен, ҡалын май киҫәктәре һәм, майлы аш тәьҫирен нейтралләштергән әсе ҡорот (әсетелгән һөт продукты) һалынған һурпа ҡушып, ашарға ярата.

      Күсмә тормош рәүеше оҙаҡ һаҡларға яраҡлы аҙыҡтарҙың киң рәтен формалаштырыуға килтергән. Башҡорт милли аштарының төп массаһын бешерелгән, киптерелгән һәм ҡаҡланған йылҡы ите, ҡуй ите, һөт продукттары, киптерелгән еләк, киптерелгән бөртөклөләр, башҡорт балы тәшкил иткән. Был ашамлыҡтарҙың миҫалы булып ҡаҙы-ҡарта ҡаҙы (йылҡы колбасаһы), баҫтырма (ҡаҡланған ит) (вяленое мясо) ла, шулай уҡ ҡаҡ, ҡымыҙ, сейәле hары май (вишня в топленом масле), муйыл майы (черемуховое масло), ҡорот (ҡоро ҡорот), эремсек һәм айран тора — был ашамлыҡтарҙың бөтөнөһө лә йәйге эҫелә лә сағыштырмаса яҡшы һаҡлана һәм уларҙы юлға алыуы уңайлы. Ҡымыҙ тап юлда әҙерләнә тип иҫәпләнә — бейә һөтө һалынған һауыт эйәргә бәйләнгән һәм һабала көнө буйына сайҡалып йөрөтөлгән.

      Традицион башҡорт ашамлығы бишбармаҡ бешерелгән иттән һәм һалманан (эре итеп киҫелгән туҡмастың төрө) әҙерләнә, мул итеп һуған, йәшел тәмләткестәр ҡушыла һәм, әлбиттә, ҡорот өҫтәлә. Башҡорт аш-һыуының (кухняһының) күҙгә ташланып торған тағы бер үҙенсәлеге: ашамлыҡтар янына йыш ҡына һөт продуктылары бирелә — һирәк табын ҡоротһоҙ һәм ҡаймаҡһыҙ була. Башҡорт ашамлыҡтарының күпселеге әҙерләү ябайлығы һәм туҡлыҡлы булыуы менән айырылып тора.

      Айран, буҙа, ҡаҙы, ҡатлама, ҡымыҙ, манты, өйрә, ыумас ашы һәм башҡа бик күп ашамлыҡ төрҙәре Урал тауҙарынан Алыҫ Көнсығышҡа саҡлы биләмәләрҙә йәшәгән күп халыҡтарҙың милли ашамлығы тип һанала.

      Башҡортостан

      Башҡортостан Республикаһы (Башҡортостан) — Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Конституцияларына ярашлы, үҙаллы демократик дәүләт. Рәсәй Федерацияһы субъекты. Волга буйы федераль округына һәм Урал иҡтисади районына ҡарай. Пермь крайы, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан һәм Удмурт республикалары менән сиктәш.

      Бесәй

      Бесәй (лат. Félis silvéstris cátus) — эт менән бер рәттән кешенең иң яратҡан йорт хайуаны.

      Зоологик күҙлектән бесәй йыртҡыстар отряды бесәй һымаҡтар ғаиләһендәге һөт имеҙеүсе хайуан.; Элегерәк бесәйҙе айырым биологик төр булараҡ ҡарағандар. Хәҙерге заман биология системаһында йорт бесәйе (Felis silvestris catus) урман бесәйенән бәләкәй төрө булып тора (Felis silvestris).

      Кимереүселәргә һәм башҡа ваҡ хайуандарға яңғыҙ һунарсы булһа ла, бесәй социаль хайуан. Ул тирә-яҡтағыларға мөнәсәбәтен белдереү өсөн төрлө тауыштар, феромондар, хәрәкәттәр ҡуллана.

      Хәҙерге заманда донъяла 600 млн. йорт бесәйе иҫәпләнә. 200-гә яҡын тоҡомо сығарылған, улар араһында оҙон йөнлө (персид бесәйе) һәм бөтөнләй йөнһөҙ (сфинкс) төрҙәре бар.

      Кимереүселәргә һүнар итеү һәләте булған өсөн бесәйҙе кешелек донъяһы 10 000 йыл буйы хөрмәт итә.

      Бөрө районы

      Бөрө районы (рус. Бирский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Бөрө ҡалаһы. Районда 61496 кеше йәшәй.

      Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында, республиканың электән үк үҙләштерелгән өлөшөндә урынлашҡан. Үҙәге — Бөрө ҡалаһы. 1930 йылдың авгусында ойошторолған.

      Ауыл халҡы араһында күпселек урыҫтар, мариҙар, татарҙар.

      Дөйә

      "Верблюд" бите бында йүнәтелә.

      Дөйә — сүлдә һәм далала йәшәүсе һөт имеҙеүсе хайуан.

      Дөйәләрҙең ике төрө була:

      Бактриа́н — ике үркәсле дөйә;

      Дромеда́р — бер үркәсле дөйә.

      Мышы

      Мышы (лат. Alces alces) — боландар ғаиләһенә ҡараған оҙон аяҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, яҫы тарбаҡ мөгөҙлө ҡыр хайуаны; төркөмө боландар ғәиләһенә ҡараған иң ҙур хайуан. Мышы һоро төҫтә, ә тояҡтары аҡ була. Мөгөҙөнөң саттары яҡ-яҡҡа тырпайған, тәне йылҡылдап торған, оҙон аяҡлы хайуанды күргән кеше уға һоҡланмай булдыра алмай. Башҡортостанда төбәктә мышынан да ҙурыраҡ ҡырағай хайуан юҡ.

      Ул боландар нәҫеленә инә. Ата мышының кәүҙә оҙонлоғо өс метр, бейеклеге ике метрҙан ашыу була. Муйыны ҡыҫҡа, йыуан. Башы ҙур. Ҡолаҡтары оҙон булһа, ҡойроғо бик ҡыҫҡа. Мөгөҙөнөң ауырлығы 20 килограмға, ҡоласы ике метрға етә. Ноябрь—ғинуар айҙарында мөгөҙө төшә һәм март айында яңынан үҫә башлай.

      Мышылар йәшәү урыны итеп урмандағы йылға, күл буйҙарын хуп күрәләр. Ҡышын уҫаҡ, тал, миләш, ҡарағай һәм башҡа ағастарҙың ҡайырыһы, ботаҡтары, бөрөләре менән туҡланалар.

      Инә мышы май, июнь айҙарында ике быҙау, һирәк осраҡта бер быҙау килтерә. Ай тулыуға улар әсәләренә эйәреп, йүгереп йөрөйҙәр. Өс ай ярым тик һөт менән генә туҡланалар.

      Башҡортостанда мышыларҙың һаны кәмей бара. Рөхсәт менән уларға һунар итеү ҡаралған.

      Мәләүез

      Мәләүез — Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының үҙәге, республика әһәмиәтендәге ҡала, Мәләүез йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған ерендә урынлашҡан. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 61 390 кеше Почта индексы — 452530, ОКАТО коды — 80 223 822 001.

      Хайуандар

      Хайуандар (лат. Animalia йәки Metazoa) — Аристотель заманында уҡ айырым категорияға бүленгән, хәҙерге заманда биологик батшалыҡ булып ҡаралған организмдар. Хайуандарҙы зоология фәне өйрәнә.

      Хайуандар эукариоттарға ҡарай. Хайуандарҙың төп билдәһе — гетеротрофлыҡ (әҙер органик ҡушылмалар менән туҡланыу) һәм әүҙем хәрәкәт итеү. Ә шулайҙа, хәрәкәт итмәй тереклек итеүсе хайуандар бик күп һәм гетеротроф бәшмәктәр, паразит-үҫемлектәр бар.

      Көнкүрештә дүрт аяҡлы, һөйрәлеүсе һәм ер-һыу хайуандарына ҡараған йән эйәләрен күҙ алдына килтерәләр. Фәндә, һөт имәр хайуандарҙан башҡа, балыҡтар, ҡоштар, бөжәктәр, үрмәкселәр, моллюсктар, диңгеҙ йондоҙҙары, ҡарышлауыҡтар хайуандар батшалығына керә.

      Кеше лә хайуандар батшалығына керә, профессиональ биологтар «хайуандар һәм кеше» тигән термин ҡуллана.

      Яңауыл районы

      Яңауыл районы (рус. Янаульский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Яңауыл ҡалаһы. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан, көнбайыштан Удмурт Республикаһы, төньяҡтан Пермь крайы менән сиктәш. 1930 ойошторолған. Үҙәге — Яңауыл ҡалаһы. Майҙаны — 2176 км².

      2010 халыҡ һаны 21, 45 мең кеше (1970 — 42,0 мең, 1979 — 32,2 мең, 1989 — 24,1 мең, 1995 — 23,4 мең) .

      109 ауыл, административ яҡтан Нефтекама ҡалаһына ҡараған Әмзә ауылы бар. Халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 30 кеше. Күпселекте башҡорттар, татарҙар, удмурттар һәм урыҫтар тәшкил итә.

      Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Климаты йылы, бер аҙ ҡоролоҡло. Район территорияһы аша Беүә йылғаһы аға. Күпселек ере һоро урман һәм көлһыу тупраҡлы. Ылыҫлы һәм япраҡлы урман район территоряһының 23,3 процентын биләй.

      Файҙалы ҡаҙылмалары — нефть (Игровка, Вояҙы, Сытырман, Байсар, Львовка ятҡылыҡтары), кирбес сеймалы (Беүә, Яңауыл ятҡылыҡтары), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Атлығас ятҡылығы).

      Районда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы йүнәлешендә үҫә. Нефть ятҡылыҡтары «Краснохолмскнефть» НГДУ-һы тарафынан эшкәртелде. Төҙөлөш материалдары етештереү һәм ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү предпрятиелары Яңауылда тупланған. Ауыл хужалағының төп тармаҡтары: игенселек, картуф һәм йәшелсә үҫтереү, һөт һәм ит өсөн һыйыр малы үрсетеү, сусҡасылыҡ. Умартасылыҡ үҫешкән. Район биләмәһен Ҡазан—Екатеринбург тимер юлы һәм Өфө—Яңауыл автомобиль юлы киҫеп үтә, Ҡарман ГРЭС-ы урынлашҡан. Район ауылдарында 66 дөйөм белем биреү мәктәбе (1994/95 уҡыу йылы 3828 уҡыусы), шул иҫәптән 18 урта; 3 ауыл участка дауаханаһы, 34 дөйөм китапхана, 72-се һөнәрселек училищеһы һәм клуб учреждениеһы эшләй. Урыҫ телендә «Янаульские зори», айға бер тапҡыр уның башҡорт телендәге ҡушымтаһы «Йыйын» (2016 йылдың 1 июленә тиклем сыҡты) һәм татар телендә «Яңауыл таңнары» гәзиттәре сыға.

      Ҡайбыҫ районы

      Ҡайбыҫ районы (татар. Кайбыч районы, рус. Кайбицкий район) — Татарстандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Оло Ҡайбыҫ ауылы.

      Районда 2010 йылға 14 866 кеше йәшәй. Ҡайбыҫ районында 17 ауыл советы ҡараған 60 ауыл урынлашҡан. 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса райондың милли составы: татарҙар — 67,7 %, урыҫтар — 26,2 %,сыуаштар — 5,3 %, башҡалар — 0,8 %.

      Ҡайбыҫ районы ауыл хуҗалығы (аграр) районы булып тора. Ауыл хуҗалығында төп тармаҡтар: һөт, ит, бал йетештереү, игенселек, урмансылыҡ.

      Ҡымыҙ

      Ҡымыҙ — бейә һөтөнән әсетеп әҙерләнгән күпереп торған аҡ төҫтәге эсемлек. Ҡымыҙҙы иң беренсе күсмә халыҡтар эшләргә өйрәнгәндәр һәм уңы эшләү ысулын быуаттар буйына сер итеп һаҡлағандар.

      Рәсәйҙә ҡымыҙ менән дауалау учреждениеһы тәүге тапҡыр Постников Нестор Васильевич тарафынан 1858 йылда Һамар губернаһында асыла. Башҡортостанда (Өфө губернаһы) беренсе ҡымыҙ дауаханаһы 1890 йылда С. Аксаковтың ейәнсәре О. Аксакова тарафынан төҙөлә. 1892 йылда Шафран тимер юл станцияһы тирәләй санаторийҙар селтәре барлыҡҡа килә. 1898 йылда Андреевский санаторийы асыла.

      Бөгөн Башҡортостан ҡымыҙ менән дауалау үҙәге булып тора. «Шафран», «Йоматау», «Алкино», «Глуховская», «Чехов», «Аксаков» исемендәге шифаханалар һәм башка ойошмалар бар. Шәхси эшҡыуарҙарҙа ҡымыҙ етештереү эшенә ҡушала.

      Һарыҡ

      Һарыҡ (лат. Ovis aries) -- ҡыуыш мөгөҙлөләр ғаиләһе, ҡуш тояҡлылар төрөндәге һөт имеҙеүсе хайуан. Был хайуан, ҡуйы йөнө һәм ашарға яраҡлы ите булған өсөн, бик боронғо замандан уҡ йортҡа эйәлештерелгән. Хәҙерге заманда йөнө алынған һарыҡ тиреһе (руно) башҡа йәнлек тиреһенә ҡарағанда йышыраҡ ҡулланыла. Һарыҡ ите күп илдәрҙә төп аҙыҡ. Ит һәм йөн алыуҙан башҡа һарыҡты һөт (брынза), кулинар май, тире етештереү өсөн үрсетәләр.

      Һәм ниһайәт, һарыҡты фәнни эксперименттарҙа файҙаланалар. Шуларҙың иң билдәлеһе — Долли исемле һарыҡ; ул Бөйөк Британияла 1996 йылда клонлаштырылған тәүге һөт имеҙеүсе хайуан.

      Һарыҡсылыҡ — күп илдәрҙең иҡтисадында ҙур өлөш алған малсылыҡ тармағы. Хәҙерге көндә Ҡытай, Австралия, Бөйөк Британия, Яңы Зеландия илдәрендә ныҡ үҫешкән.

      Һыйыр

      Һыйыр — йорт үгеҙенең орғасыһы (лат. Bos taurus taurus), кейек үгеҙҙең эйәләштерелгән төрсәһе (Bos taurus), ҡуш тояҡлы көйшәүсе хайуандың ярым мөгөҙлөләр ғаиләлеге (Bovidae).

      Һыйыр ите, һөтө һәм тиреһе өсөн үрсетелә.

      Иркәк малды үгеҙ тиҙәр. Йәш мал -быҙау, бестерелгән иркәк мал башмаҡ. Беренсе быҙаулағансы орғасы мал тана тип йөрөтөлә. Быҙауламаған мал — ҡыҫыр, бер йәш тулып уҙғас быҙаулаған һыйыр тыуса. Йөклөлөктәре 9 айға һуҙыла. Шулай уҡ ит, һөт, ит-һөт тоҡомдары була. Төрҙөң 30 иш хромосомаһы була.

      Һөтимәрҙәр

      Һөтимәрҙәр, имеҙеүселәр, йәки Йәнлектәр (лат. Mammalia) — балаларын һөт менән туҡландыра торған умыртҡалы хайуандар класы.

      Латинса атамаһы Mammalia («mamma» — "түш грудь һәм елен ") барлыҡ имеҙеүселәрҙә лә һөт биҙҙәренең булыуы сәбәпле бирелгән исем.

      Имеҙеүселәр класын өйрәнеүсе махсус фән териология (маммалиология) тип атала.

      Имеҙеүселәрҙең 4,5 меңгә яҡын төрө билдәле. Рәсәйҙә сама менән 380 төр имеҙеүсе тереклек итә.

      Башҡортостан биләмәләрендә алты отрядҡа ҡараған 83 төр имеҙеүсе (40 төрө ҡиммәтле тиреле йәнлек) барлығы асыҡланған.

      Имеҙеүселәр Ер шарының бөтөн материктарында, океан һәм диңгеҙҙәрҙә таралған.

      Әбйәлил районы

      Әбйәлил районы (рус. Абзелиловский район) — Башҡортостан Урал аръяғының урта өлөшөн биләй, Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны 4289 км². Район үҙәге — Асҡар ауылы. 2010 йылда районда 45,8 мең кеше йәшәгән (1970 — 40,5, 1979 — 38,3, 1989 — 39,5, 1995 — 40,5). Халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 9 кешенән ашыу. Күпселек башҡорттар һәм урыҫтар. Районда 91 ауыл бар, шулар араһынан иң ҙурҙары Асҡар (1989 — 5,3 мең кеше), Ҡыҙыл Башҡортостан (2,0 мең) һәм Сиҙәм ауылы (1,7 мең).

      Башҡа телдәрҙә

      This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
      Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
      Images, videos and audio are available under their respective licenses.