Ғәззә

Ғәззә (ғәр. غزة‎;, йәһ. עזה‎) — Фәләстин милли хакимиәтенең Ғәззә (урыҫ. Газа) провинцияһында халыҡ һаны буйынса иң эре ҡала, ғәмәлдә ХАМАС террористик ойошмаһы идараһы аҫтында тора. Халҡы — 410 мең кеше (2006 йылға).

Тарихы

Бик борон замандарҙа нигеҙләнгән (беҙҙең эраға тиклем яҡынса 3000 йылда), донъяның иң боронғо ҡалаларының береһе[3]. Библияла 22 тапҡыр телгә алына.

Ассирияның баҫып алыу һуғыштары барғанда Ғәззә йыш ҡына һөжүмдәргә дусар булып торған. Уның батшаһы Ганнуну шына яҙмалы текстарҙа телгә алына. Икенсе бер батшаһы Циллибел Ассирия батшаһы Синнахериб менән Йәһүҙиә батшаһы Хизкияһ (рус. Езекия) араһында һуғыш барғанда Сүриә батшаларының коалицияһына инмәй һәм шуның өсөн Синнахериб уға Хизкияһтан тартып алған ерҙәренең бер өлөшөн бирә. Ассирия ҡолағас, Нехао фирғәүен ҡыҫҡа ваҡытҡа Ғәззәне ала (беҙҙең эраға тиклем 608 йыл), ләкин Навуходоносор II тотош Сүриәне яулай, Ғәззә Яңы Бабил батшалығының һуңғы батшаһы Набонид осоронда ла әле Бабил хакимлығы аҫтында була[4]. Бабил ҡолағас, Ғәззә бер аҙға үҙ аллы булып ҡала һәм хатта Мысырға яу менән китеп барған фарсы батшаһы Камбизға теш күрһәтергә батырсылыҡ итә. Дарий ваҡытында ул эске идаралыҡҡа эйә була. Ошо заманда гректар менән бәйләнештәре көсәйә, шулай ҙа пелештиҙәрҙең үҙенсәлеклелеге һәм башҡа халыҡтарҙан айырылып тороуы байтаҡ ваҡыт эллиндар йоғонтоһона бирешмәй килә. Камбиздың баҫҡынсы һуғыштары барғанда (беҙҙең эраға тиклем 525 йыл) Ғәззәлә семит төркөмөнә ҡараған наббатиҙар күп була[5].

Искәндәр Зөлҡәрнәй беҙҙең эраға тиклем 333 йылдың ноябрендә бында ныҡлы ҡыршылыҡҡа осрай; Ғәззәне ул ике ай самаһы ҡамап тота, диуарҙарын емерә, халҡының байтаҡ өлөшөн ҡыра. Диадохтар осоронда Ғәззә һөжүмдәргә йыш дусар була. 312 йылда ошонда Птоломей тарафынан Димитрий Полиоркет ҡыйратыла. Мысыр хакимлығы аҫтында Ғәззә III быуат аҙағына тиклем була. Шунан уны (203) Антиох III баҫып ала. Селевкиҙәр ваҡытында Ғәззә йылдам эллинлаша һәм Маккавиҙар заманында яңырыу кисергән йәһүҙиҙәрга ҡаршы эллиндарҙың ышаныслы ҡәлғәһенә әүерелә. 104 йылда ул йәһүҙиҙәргә ҡаршы тороуҙа ярҙам һорап Птоломей VIII Латурға мөрәжәғәт итә, әммә ул Ғәззәне ҡотҡарып өлгөрмәй, ҡала йәһүҙи батшаһы Александр Яннай ҡулына эләгә.

Помпей (беҙҙең эраға тиклем 63 йыл) Ғәззәне азат итә, әммә Ирод осоронда ул йәнә Йәһүҙиәнең вассалына әүерелә һәм Ирод вафат булғандан һуң ғына азатлыҡ ала. Беҙҙең эраның башына Ғәззәлә нигеҙҙә гректар йәшәй[6]. Беҙҙең эраның 66 йылында уны баш күтәргән йәһүҙиҙәр яндыра.

Диоклетиан менән Бөйөк Константин I реформаларынан һуң Ғәззә Палестина I провинцияһына индерелә. Ғәззә бай һәм әһәмиәтле ҡала була. Христианлыҡ илсе (апостол) Филипп вәғәздәре ярҙамында бында иртә барлыҡҡа килә. Илсе Филимон Ғәззәнең беренсе епискобы була. Әммә дөйөм алғанда Ғәззәлә христианлыҡ бик оҙаҡ ныҡлы тамырланып китә алмай. Константин ярым мәжүси Ғәззәнән христиандар күп йәшәгән Майумды айыра һәм уны Констанция тип атай; әммә Юлиан ваҡытында ул ҡабат Ғәззәгә ҡушыла. Һуңыраҡ Ғәззә фекер һәм әҙәбиәт үҙәгенә әүерелә; риторика, философия һәм христиан шиғриәте сәскә ата. Ғәрәптәр Ғәззәне үҙҙәренә алырға тырыша. Хосров II ваҡытында фарсылар ҡулына эләгә, ә 634 йылда Ғәззә ғәрәптәрҙең хакимлығы аҫтында ҡала.

VII—IX быуаттарҙа ҡала Ғәрәп хәлифәлегенә ҡарай, IX—XI быуаттарҙа Мысыр батшалары хакимлығында була. XI быуат аҙағында тәре йөрөтөүселәр тарафынан баҫып алына, әммә улар Мысыр батшаһы Сәләх әд-Диндән еңелгәс (1187 йыл), Мысыр составына кире ҡайта.

1516 йылда Ғәззә төрөк ғосмандары тарафынан яулап алына һәм 1917 йылға тиклем Ғосман империяһы составында була. 1799 йылда Мысырға яу менән килгән Наполеон I тарафынан алына һәм ҡыҫҡа ваҡыт уның ҡулы аҫтында була.

Ғәрәп-Израиль ҡаршылығы

19201947 йылдарҙа Ғәззә Фәләстиндәге Британия мандаты составына инә. 1929 йылда ғәрәп фетнәләре арҡаһында Ғәззәлә йәшәгән ғивриҙәр уны ташлап китә. Ғәрәптәрҙе тынысландырыу өсөн инглиздәр ғивриҙәргә Ғәззәгә күсеүҙе тыя[7].

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһының 1947 йыл 29 ноябрь ҡарары менән Ғәззә буласаҡ ғәрәп территорияһы составына индерелә. 1948—1949 йылдарҙағы Ғәрәп-Израиль һуғышынан һуң — Мысыр Ғәрәп Республикаһы тарафынан, ә 1967 йылғы Алты көнлөк һуғыштан һуң Израиль тарафынан оккупациялана.

1994 йылдан — Фәләстин автономияһы идаралығы аҫтында.

2007 йылда ҡалала власты ХАМАС төркөмө тартып ала. ХАМАС-тың программаһы Израиль дәүләтен юҡ итеп, урынына ислам хакимлығын урынлаштырыуҙы күҙҙә тотҡанға күрә[8], уның етәкселеге, Фәләстинде азат итеү ойошмаһының Израиль менән төҙөгән килешеүе талабын үтәп, боевиктарын ҡоралһыҙландырыуҙан баш тарта. Ғәззә анархия һәм терроризм анклавына әүерелә[9][10]. Һөҙөмтәлә, элек автономияны финанслаған ҡайһы бер дәүләттәр иҡтисади санкциялар ҡуллана, ә Израиль менән Мысыр ҡаланы блокадаға ала[11].

Бойкот менән блокада ҡаланың иҡтисады һәм халҡы өсөн ауыр эҙемтәләргә килтерә, әммә Ғәззә секторынан Израиль территорияһына атыуҙар туҡталмай. 2009 йылдың ғинуарында Израиль атыуҙарға сик ҡуйыу маҡсатында «Ҡойолма ҡурғаш» операцияһын үткәрә. Ҡайһы бер дәүләттәр Израилде көстө самаһыҙ күп ҡулланыуҙа ғәйепләй. Операция һөҙөмтәһендә Израиль яғына атыуҙар кәмей, әммә 1400 фәләстин үлтерелә, меңдәрсә йорт, фабрика һәм йәмәғәт бинаһы емертелә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Кеше хоҡуҡтары буйынса советының Ричард Голдстоун етәкселегендәге комиссияһы Израиль менән ХАМАС-ты операция барышында хәрби енәйәттәр ҡылыуҙа ғәйепләй[12].

Израилдең хәрәкәттәре барышында һәләк булған 1 400-ҙән ашыу кешенең 500-ҙән 700-гә тиклеме ХАМАС вәкилдәре һәм фәләстин полицейҙары, 500-ҙән 900-гә тиклеме тыныс халыҡ, улар араһында йөҙҙәрсә бала була. 5 000-дән ашыу кеше йәрәхәтләнә.

2012 йылдың ноябрендә Израиль менән ХАМАС араһындағы хәрби хәрәкәттәр ҡабат яңыра.

Климаты

Ғәззәнең климаты — субтропик урта диңгеҙ климаты, эҫе йәйле, йомшаҡ ҡышлы. Яуым-төшөмдөң уртаса кимәле 300 мм тирәһе тәшкил итә, бөтә яуым-төшөм ноябрҙән мартҡа тиклем яуа. Иң эҫе айҙары — июль һәм август, иң һалҡындары — ғинуар һәм февраль. Ғинуар-февралдә температураның уртаса минимумы — 7 °C, ә июль-августа 33 °C тәшкил итә.

Халҡы

Gaza City
Ҡала күренеше

Фәләстин үҙәк статистика бюроһының 1997 йылғы мәғлүмәттәре буйынса, Ғәззә ҡалаһында уның эргәһендәге Әл-Шати ҡасаҡтар лагерының халҡы менән бергә иҫәпләгәндә бөтәһе 353 115 кеше йәшәгән. Ирҙәр — 50,9 %, ҡатын-ҡыҙҙар — 49,1 %. 1998 йылға ҡарата Ғәззә халҡының 51,8 процентын ҡасаҡтар һәм уларҙың балалары тәшкил иткән.[13]

Халыҡ һаны динамикаһы:

  • 1914: 42 000 кеше
  • 1922: 17 426 кеше
  • 1945: 32 250 кеше
  • 1982: 100 272 кеше
  • 1997: 306 113 кеше
  • 2009: 449 221 кеше

Дин

Ғәззә халҡының төп өлөшөн сөнни мосолмандар тәшкил итә.

Христиандар һаны — 2 мең кеше. Ҡалала православие грек общинаһы бар[14]. Шулай уҡ католиктар общинаһы бар[15].

Иҫтәлекле урындары

Gaza flag in
Ғәззәнең флагы. 2009 йылдың 2 феврале
  • Ғәззәнең Оло мәсете
  • Al Mat’haf археология музейы
  • Стадион.

Мәғариф

Ҡалала бер нисә университет бар, уларҙа 28 500 студент уҡый. Иң билдәле уҡыу йорто — Әл-Әзһәр университеты.

Транспорт

Gaza port
Ғәззә порты

Ғәззә — портлы ҡала, Ғәззәлә Ясир Арафат аэропорты бар, ул 19982001 йылдарҙа эшләй[16]. Ҡоро ер хәрәкәтен автомобиль юлдары тәьмин итә.

Туғанлашҡан ҡалалары

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. archINFORM — 1994.
  2. Localities in Gaza Governorate by Type of Locality and Population Estimates, 2007-2016(untranslated).
  3. Gaza globalsecurity.org
  4. Газа // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  5. Gaza nabataea.net
  6. Иудейские древности, кн.17, гл.11:4
  7. A Brief History of the Gaza Settlements
  8. Israeli Official Says Hamas Has Made Abbas Irrelevant // New York Times
  9. La Stampa: «После ухода из сектора Газы эта зона превратилась в центр терроризма». NEWSru.com (11 января 2006). — интервью израильского генерала Яакова Амидрора итальянской газете La Stampa. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2011. 28 апреля 2010 тикшерелгән.
  10. Лоренцо Кремонези. Corriere Della Sera: «Абу Мазен потерпел провал, в Газе нет ни закона, ни порядка». NEWSru.com (30 декабря 2005). — интервью палестинской политической деятельницы Ханан Ашрауи итальянской газете Corriere Della Sera. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2011. 28 апреля 2010 тикшерелгән.
  11. Генсек ООН призвал Израиль снять блокаду сектора Газа
  12. Президент Израиля: Голдстоун признал законным убийство мирных израильтян // NEWSru.co.il
  13. Palestinian Population by Locality and Refugee Status Ҡалып:Webarchive Palestinian Central Bureau of Statistics (PCBS)
  14. Сектор Газа: крошечная диаспора христиан пребывает в страхе… («Asharq Alawsat», Великобритания)
  15. Католиков Газы оставили без воскресной мессы
  16. Аэропорты в Палестине
  17. Содружество заморожено 10 февраля 2008 после ракетного обстрела территории Израиля с территории сектора Газа.

Әҙәбиәт

Азия

А́зия — Ер йөҙөнөң иң ҙур киҫәге, Европа менән бергә Евразия ҡитғаһын хасил итә. Майҙаны (утрауҙар менән бергә) — 43,4 млн км² самаһы. Халҡы — 4,2 млрд кеше (2012) (Ер халҡының 60,5 %). Азия донъяның үҫеш кисереүсе иң ҙур төбәге булып тора.

Барселона

Барсело́на (кат. Barcelona [bəɾsəˈɫonə], исп. Barcelona [baɾθeˈlona]) — Испаниялағы ҡала, Каталония автономиялы өлкәһенең һәм Барселона провинцияһының баш ҡалаһы. Урта диңгеҙҙә, Франция сигенән 120 километр алыҫлыҡта урынлашҡан порт. Испанияның эре сәнәғәт һәм сауҙа үҙәге. Европалағы маршруттарҙа мөһим туристик пункттарҙың береһе.

Барселона халҡы — 1 608 680 кеше (INE 2016). Халыҡ һаны буйынса Мадридтан һуң Испанияның икенсе һәм Европа берләшмәһенең унынсы ҡалаһы.

1992 йылда Барселонала йәйге Олимпия уйындары үтә. 2004 йылда Барселонала Бөтә донъя мәҙәниәт форумы уҙғарыла. 2010 йылдың мартында Барселона 43 ил ингән Урта диңгеҙ берләшмәһенең баш ҡалаһы ителә. 2013 йылда Барселонала спорттың һыуҙағы төрҙәре буйынса донъя чемпионаты үткәрелә.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәре

Башҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәре

Израиль дәүләте

Израиль (йәһ. יִשְׂרָאֵל‎, ғәр. إِسْرَائِيل‎), рәсми — Израиль дәүләте (йәһ. מְדִינַת יִשְׂרָאֵל‎ Мединат Исраэль, ғәр. دَوْلَة إِسْرَائِيل‎ иль Исра'Даулить) — Яҡын Көнсығыштағы дәүләт, 2019 йылдың 1 ғинуарына халҡы 8 972 000 человек, территорияһы — 22 072 км². Халыҡ һаны буйынса донъяла 95-се һәм территорияһының ҙурлығы буйынса 148 урынды биләй.

Яҡын Көнсығышта, Урта диңгеҙҙең көнсығыш яры буйында урынлашҡан. Төньяҡтан Ливан, төньяҡ-көнсығышта — Сүриә, көнсығыштан — Иордания һәм Иордан йылғаһының көнбайыш яры территорияһы менән, көньяҡ-көнбайышта — Мысыр һәм Ғәззә секторы менән сиктәш. Баш ҡалаһы — Йәрүсәлим. Дәүләт теле — иврит, ғәрәп теле айырым статусҡа эйә.

Унитар дәүләт, парламентлы демократик республикаһы. 6 административ округҡа бүленә.

Йылдам үҫешкән иҡтисадлы индустриаль ил. ТУЛАЙЫМ етештереү күләме 2015 йылда 300 миллиард аҡш доллары (йән башына 36 мең аҡш доллары) тәшкил иткән. Кеше потенциалының үҫеш индексы буйынса илдәр исемлегендә 18-се урында тора: 0,894 индекс. Аҡса берәмеге — израиль яңы шекеле.

Израиль дәүләте 1948 йылдың 14 майында (5708 йылдың 5 июне) БМО Генераль Ассамблеяһының 1947 йылдың 29 ноябрендә ҡабул ителгән 181-се резолюцияһы нигеҙендә иғлан ителә.

Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһына ярашлы, Израиль — йәһүд дәүләте. Шул уҡ ваҡытта Израиль — күп милләтле һәм демократик дәүләт, йәһүдтәр менән бергә башҡа этник төркөмдәр вәкилдәре — мосолман ғәрәптәр, христиан ғәрәптәр, друздар, бәҙүәндәр, самариттәр, черкестар һәм башҡалар — диненә ҡарамай тиң хоҡуҡҡа эйә. Айырым алғанда друз һәм күсмә ғәрәптәр депутаттары, ғәрәп фирҡәһе һәм депутаттары Кнессетта урын алған. Израиль этномәҙәни күп төрлөлөгө менән айырыла. Илдең төп халҡы: 74,3 % — йәһүдтәр, 20,9 % — ғәрәптәр, 4,8 % — башҡа. Ҡалып:TOClimit

Мейрид Корриган

Мейрид Корриган (ингл. Mairead Corrigan, кейәүгә сыҡҡас, Мейрид Магуайр, ингл. Mairead Maguire; 27 ғинуар 1944) — Бетти Уильямс менән берлектә тыныслыҡ буйынса 1976 йылғы Нобель премияһы лауреаты, Тыныс кешеләр берләшмәһен (Community of Peace People) ойоштороусыларҙың береһе. Был ойошманың эшмәкәрлеге Төньяҡ Ирландиялағы ҡанлы конфликтты тыныс көйләргә ярҙамлаша.

Мысыр

Мысыр (шулай уҡ Египет, ғәрәп телендә مصر‎‎ Миср/Miṣr [misˤɾ], мысыр ғәрәп телендә مصر Маср/Maṣr [ˈmɑsˤɾ], урыҫ телендә Египет), рәсми исеме — Мысыр ғәрәп республикаһы, — Африканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә һәм Азиялағы Синай ярымутрауында урынлашҡан ил, Синай ярымутрауы ярҙамында Африканан көньяҡ-көнбайыш Азияға оҙон күпер яһап тора. Майҙаны — 1 001 450 кв. км. Мысыр төньяҡтан Урта диңгеҙ, төньяҡ-көнсығыштан Ғәззә Секторы һәм Израиль менән, көнсығыштан Ҡыҙыл диңгеҙ, көньяҡтан Судан һәм көнбайыштан Ливия менән сикләнгән. Баш ҡалаһы — Ҡаһирә.

Мысырҙа 80 миллиондан ашыу кеше йәшәй; уларҙың күпселеге Нил буйында, бик аҙ өлөшө сүллектәрҙә йәшәй.

Мысыр үҙенең боронғо цивилизацияһы һәм донъяляғы иң билдәле һәйкәлдәре, шулар араһында Гизалағы пирамидалар һәм Ҙур Сфинкс менән танылған. Көньяҡтағы Луксор ҡалаһын «асыҡ һауалағы иң оло музей» тип атайҙар — бында Карнак һарайы, Батшалар үҙәне һымаҡ бик күп боронғо архитектура һәйкәлдәре урынлашҡан.

Негев

Негев (йәһ. הנגב‎ [һaˈnegev], бор.-йәһ. הַנֶגֶב‎ [һanˈnɛɣɛv]; ғәр. النقب‎‎‎; ән-Нәҡаб, ән-Нәҡб) — Яҡын Көнсығыштағы сүллек, Израилдә урынлашҡан (территорияһының 60 проценты самаһын биләй). Майҙаны — 12 000 км². Негев көнсығыштан — Арава үҙәне, көньяҡтан — Акаба (Эйлат) ҡултығы, көнбайыштан Урта диңгеҙ һәм Синай сүллеге менән сикләнгән, төньяҡта Йәһүҙиә сүллегенә, Йәһүҙиә тауҙарына һәм яр байы тигеҙлегенә тиклем йәйрәп ята. Негев сиктәрен шартлы тип табырға була — атап әйткәндә, көнсығыш һәм көнбайыш сиктәрен халыҡ-ара сиктәр буйлап үткәреү ҡабул ителгән. Негев төбәген Негевтың үҙенә һәм Төньяҡ Негевҡа бүлеп йөрөтәләр.

«Негев» һүҙе Торала «көньяҡ»ты, ә тәржемәһе «ҡоро» тигәнде аңлата.

Геология күҙлегенән Негев — диңгеҙ кимәленән 600—800 метр өҫтә ятҡан яйла. Бурташ менән ҡапланған был сүлле төбәккә арид денудацияһының төрлө формалары хас. Әйтәйек, тик Негевта һәм Синайҙа ғына «махтешим» (эрозияланыу кратерҙары) осрай. Махтештар — ул тигеҙ текә ярлы тәрән овал уйһыуҙар. Шундайҙарҙан Рамон махтешы тип аталғандың, мәҫәлән, тәрәнлеге 300 м, киңлеге 8 км һәм буйы 40 км. Улар карст принцибы буйынса яһалған: ер аҫты ағымдары йомшағыраҡ түбәнге ҡая ҡатламдарын йыуған, шунан ҡатыраҡ өҫкө ҡатламдар соҡор яһап емерелеп төшкән.

Негев үҙе кипкән сүлдән тора. Төньяҡ Негевҡа Бөтә Израиль һыу үткәргесе ҡоролған, был уны һөҙөмтәле баҫыусылыҡ зонаһына әйләндерергә мөмкинлек биргән. Бында мошавтар һәм кибуцтар күп, Сдерот, Нетивот, Офаким ҡалалары урынлашҡан. Шулай уҡ Ғәззә секторы ла ошонда. Негевтың үҙендә Димона һәм Арад ҡалалары урынлашҡан. Беғер-Шева районында Төньяҡ Негев менән Негевтың үҙе араһындағы сик үтә.

Негевтың төньяғындағы Ятир урман массивы илдәге иң ҙур урмандарҙың береһе һанала. Ағастар 1964 йылда ултыртыла башлай, уларҙың һаны дүрт миллиондан ашыу төпкә еткән.

2011 йылда Израиль хөкүмәте «Правер — Бегин планы»н хуплай, был план Негевтағы бәҙүән берлектәренә рәсми статус биреү, иҡтисади үҫтереү, ергә милек хоҡуғын хәл итеү маҡсатын ҡуя. План сиктәрендә, атап әйткәндә, бәҙүән тораҡтарының бер өлөшөн ҡайһы берҙәрен таныу ҡарала, әммә бөтә Израилдәге 40—70 мең бәҙеүәнде дәүләт тарафынан танылмаған тораҡтарҙан танылған урындағы советтарға компенсация түләп күсереү ҙә күҙҙә тотола . Был планды ҡабул итеү һөҙөмтәһендә протестар һәм Израилде расизмда ғәйепләүҙәр башлана.

Тромсё

Тромсё (норв.Tromsø; с.с.Romsa) — Норвегияла ҡала һәм коммуна, Тромс фюлькеның административ үҙәге.

Тромсё муниципалитеты ҡала ситтәрендә ҙур территорияны биләй. Тромсё— Норвегияла ҡала халҡы һаны буйынса туғыҙынсы урында тора. Ҡала үҙәге ҙур булмаған Тромсея утрауында (уның майҙаны 22 км² тәшкил итә) поляр түңәрәктән 400 км тиерлек төньяҡтараҡ ята. Бында донъялағы иң төньяҡ ботаник баҡса урынлашҡан, һыра заводы, футбол клубы һәм планетарий бар.

2014 йылдың авгусында Тромсёла 41-се шахмат олимпиадаһы үтә.

Турин

Турин (итал. Torino [toˈriːno], пьем. Turin [tyˈɾiŋ]) — төньяҡ Италия ҡалаһы һәм мөһим эшлекле мәҙәниәт үҙәге. Пьемонт төбәге — Турин провинцияһының административ үҙәге.

Көнбайыш Альп итәгенең Падан тигеҙлегендә Альп артылштыры янында, Дора-Рипария йылғаһының По йылғаһына ҡойған урынында урынлашҡан.

Халыҡ һаны буйынса Италияның Рим, Милан һәм Неаполь ҡалаларынан һуң дүртенсе урында тора. 2012 йылда 911 мең кеше һанала, ҡала яны халҡы менән бергә 1,7 миллион кеше иҫәпләнә.

Бай тарихы һәм мәҙәниәте булған ҡала, үҙенең арт-галереялары, һарайҙары, театрҙары, музейҙары, парктары менән билдәле. Шулай уҡ Турин үҙенең барокко, рококо, неоклассицизм һәм модерн стилендәге архитектураһы менән танылған.

XVI-XVIII быуаттарҙа Савой герцоглығы (һуңыраҡ Сардин батшалығы) баш ҡалаһын Шамбериҙан (хәҙерге Франция) Туринға күсереү процесында, һарайҙарҙың күпселек өлөшө (Палаццо Мадам), майҙандары һәм баҡсалары төҙөлә.

Рисорджиментоға ҙур өлөш индереүсе сәйәсмәндәр һәм билдәле кешеләрҙең (мәҫәлән, Камилло Бенсо ди Кавур) тыуған ҡалаһы булыуы арҡаһында, Туринды ҡайһы берҙә «Италия азатлығының бишеге» тип атайҙар.

Ҡалала бик күп университеттар, колледждар, академиялар, гимназия һәм лицейҙар бар. Улар араһында XV быуатта нигеҙ һалынған — Турин университеты.

Туриндың иң билдәле иҫтәлекле урындары булып Мысыр музейы һәм ҡала символы булған — Моле Антонеллиана һанала.

Ошо һәм башҡа иҫтәлекле урындары бөтә донъя туристарын үҙенә йәлеп итә, Турин Италияның иң күп кешеләр йөрөгән ун ҡала исемлегенә инә.

XIX быуатта ҡала Европаның мөһим сәйәси үҙәге булып тора. 1861 йылда Турин берләшкән Италияның беренсе баш ҡалаһы булыу менән бер рәттән, Италия батшалығында хакимлыҡ иткән династия — Савой йортоның да баш ҡалаһы .

Италияла монархия бөтөрөлгәндән һуң, Туриндың сәйәси әһәмиәте бөтөүенә ҡарамаҫтан, ҡала Европа һәм Италияның мөһим сәнәғәт, иҡтисад һәм сауҙа үҙәге булып иҫәпләнә.

Турин — Милан һәм Римдән һуң, иҡтисади күрһәткестәр буйынса илдә өсөнсө ҡала.

Шулай уҡ Турин Италияның автомобилдәр төҙөү буйынса баш ҡалаһы, тип һанала. Ҡалала FIAT, Lancia, Iveco компанияларының штаб-фатирҙары урынлашҡан.

Ҡала христиан ҡомартҡыһы — Турин япмаһы менән, шулай уҡ «Ювентус» һәм «Торино» футбол командалары менән донъяға билдәле. Турин — 2006 йылдың Ҡышҡы Олимпия уйындарының баш ҡалаһы.

Ҡала ҡурсалаусыһы булып Изге Иоанн Креститель (итал. San Giovanni Battista) һанала. Ҡала байрамы көнө — 24 июнь.

Фәләстин

Фәләстин (бор. грек. Παλαιστίνη, арам. פלשתפלשת — Pelešet, йәһ. ארץ פלשת‎ — «Филистия», лат. Palaestina, (инг.) — Фаластин) — Яҡын Көнсығыштағы тарихи өлкә. Сиктәре яҡынса хәҙерге Ғәззә секторы (Газа секторы), Израиль, Ғолан бейеклектәре, Иордан йылғаһының Көнбайыш яры, Иордания, өлөшләтә Ливан, өлөшләтә Сүриә территорияларын үҙ эсенә алған. Синай ярымутрауы, ҡағиҙә булараҡ, айырым географик зона һанала.

«Фәләстин», йәғни «Филистия» (йәһ. ארץ פלשת‎, [Э́рец-П(е)ле́шет]) атамаһы хәҙерге Израилдең Урта диңгеҙ яры буйы территорияһында борон замандарҙа йәшәгән пелештиҙәр (йәһ. פלישתים‎, плишти́м, һүҙмә-һүҙ тәржемәһе «баҫҡынсылар») менән бәйле.

Фәләстин Дәүләте

Фәләстин Дәүләте (ғәр. دولة فلسطين‎, ингл. State of Palestine) — Яҡын Көнсығыштағы дәүләт. Көньяҡ-көнбайышта Мысыр, көнсығышта Иордания, көньяҡ һәм төньяҡта Израиль менән сиктәш. Көнбайыштан илдең ярҙарын Урта диңгеҙ йыуа.

Ғабдулла Туҡай

Ғабдулла Туҡай, Ғабдулла Мөхәмәтғариф улы Туҡаев (26 апрель 1886 йыл — 15 апрель 1913 йыл) — шағир, татар әҙәбиәте классигы, яңы заман татар әҙәбиәтенә һәм әҙәби теленә нигеҙ һалыусы, әҙәби тәнҡитсе һәм публицист.

Ғәззә секторы

Ғәззә секторы (ғәр. قطاع غزّة‎, йәһ. רצועת עזה‎) — Урта диңгеҙ яры буйындағы биләмә, өлөшләтә танылған Фәләстин ғәрәп дәүләтенең ике өлөшөнөң береһе (Иордан йылғаһының төньяҡ яры менән берлектә). Көнсығышта һәм төньяғында Израиль менән сикләшә, ул унан контроль-үткәреү пункттары ҡуйылған ҡойма менән бүленгән. Көньяҡ-көнбайыштан сиге — Мысыр менән, унан иһә бетон диуар менән ҡоймаланған. Ғәззә секторының оҙонлоғо яҡынса 40 км, киңлеге — 6 — 12 км. Дөйөм майҙаны — яҡынса 360 км². Мәркәзе — Ғәззә ҡалаһы.

Һуғыш

Һуғыш — дәүләттәр, ҡәбиләләр, сәйәси төркөмдәр һәм башҡа төрлө дини һәм сәйәси берләшмәләр араһында ҡораллы ҡаршы тороу, ҡораллы көстәрҙең хәрби хәрәкәттәре рәүешендә барған бәрелештәр.

Һуғыш маҡсаттарының береһе — һаҡланыу йә дошманды юҡ итеү. Ҡағиҙә булараҡ, һуғыш бер яҡтың икенсе яҡҡа үҙ ихтыярын көсләп тағыу сараһы булып тора. Сәйәсәттең бер субъекты икенсеһен үҙгәрергә, иректән, идеологиянан, милеккә хоҡуҡтан баш тартырға, территория, акватория һәм башҡа төрлө ресурстарын бирергә мәжбүр итергә тырыша.

Клаузевиц билдәләмәһенә ярашлы, «һуғыш сәйәсәтте көс ҡулланыу ише башҡа төр саралар менән дауам итеү булып тора». Ҡораллы алыш һуғыштың маҡсаттарына өлгәштерә торған төп сара булып хеҙмәт итә, көрәштең йәнә иҡтисади, дипломатик, идеологик, мәғлүмәт һәм башҡа саралары ла ҡулланыла. Йәғни һуғыш ул — сәйәси маҡсаттарға өлгәшеү маҡсатында ойошторолған ҡораллы көс ҡулланыу. Тоталь һуғыш ҙур биләмәлә, ҙур күләмдә, бөтә ысулдарҙы ҡулланып алып барыла. Ҡораллы көстәр (армия, авиация һәм флот) һуғыш алып барыуҙың төп сараһы була.

Хәрби йәһәттән көслө илдәрҙең көсһөҙ илдәр менән ҡораллы бәрелештәре тыныслыҡҡа мәжбүр итеү, хәрби экспедиция йәки яңы территориялар үҙләштереү булараҡ ҡарала; ҙур булмаған дәүләттәр менән бәрелештәр — интервенция йәки репрессалия; эске төркөмдәр менән бәрелештәр ихтилал (восстание), фетнә йә эске бәрелештәр (граждандар һуғышы) тип йөрөтөлә. Көслө ҡаршылыҡ күрһәтелгән йә оҙаҡҡа һуҙылған бәрелеш «һуғыш» тип баһалана. Һуғышһыҙ ваҡыт тыныслыҡ тип атала.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.