Яңы һүҙҙәр

Телдең һ-ҙлек составы туҡтауһыҙ үҙгәреп тора. Уның үҙгәреүе, артыуы йә кәмеүә туранан- тура йәмғиәттең, фәндең, техниканың, мәҙәниәттең торошо, үҫеше, алға китеше менән бәйләнгән. Телдә яңы барлыҡҡа килгән һүҙҙәрҙе неологизмдар тип атайҙар. Неологизм - грек һүҙе, урыҫ теле аша башҡорт теленә килеп ингән. Неос-яңы, логос- һүҙ.

Әҙәбиәт

  • Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Өфө-2000йыл ISBN 5-295-02619-1
  • Толомбаев Х.А., Солтанбаева Х.В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө-2008 йыл ISBN 978-5-295-04288-1
Антоним

Антоним — ҡапма-ҡаршы мәғәнә аңлатҡан һүҙҙәр. Мәҫәлән: аръяҡ — бирьяҡ; ҡыйын — рәхәт; тиҙ, шәп — әкерен; шатлыҡ —ҡайғы; һуң — башта.

Архаизмдар

Телдең һ-ҙлек составы туҡтауһыҙ үҙгәреп тора. Уның үҙгәреүе, артыуы йә кәмеүә туранан - тура йәмғиәттең, фәндең, техниканың, мәҙәниәттең торошо, үҫеше, алға китеше менән бәйләнгән.

Телдә яңы барлыҡҡа килгән һүҙҙәрҙе неологизмдар тип атайҙар. Неологизм- грек һүҙе, урыҫ теле аша башҡорт теленә килеп ингән. Неос-яңы, логос- һүҙ.

Ваҡыт үтеү менән һөйләштән төшөп ҡала барған һүҙҙәрҙе архаизмдар тип йөрөтәләр.

Бер һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр

Башҡорт телендә күп һүҙҙәр бер генә мәғәнәне белдерә. Улар бер мәғәнәле һүҙҙәр тип атала. Ә ҡайһы бер һүҙҙең бер нисә мәғәнәһе була. Улар күп мәғәнәле һүҙҙәр тип йөрөтөлә.

Диалект һүҙҙәр

Һәр телдә диалекттар бар. Һәр диалект һөйләштәрҙән тора. Диалекттағы һүҙҙәрҙең күбеһен дөйөм башҡорт теленә хас һүҙҙәр тәшкил итә. Бер диалект вәкиле икенсе диалект вәкиле менән иркен аралаша ала.

Ижек

Ижек — һүҙҙең бер тын менән әйтелә торған быуыны. Һүҙ ижектәргә бүленә.Һүҙҙә нисә һуҙынҡы өн булһа, шул тиклем ижек була. Һүҙ бер нисә ижектән торорға мөмкин.Ижектә бер һәм бер нисә өн булырға мөмкин: хат, у-лар, ҡа-ла, ба-ла-лар-ҙы-ҡы.

Интернациональ һүҙҙәр

Интернациональ һүҙҙәр — башҡорт теленә урыҫ теле аша башҡа телдәрҙән килеп ингән һүҙҙәр. Уларҙың күбеһе халыҡ-ара һүҙҙәргә ҡарай, сөнки улар башҡорт теленән башҡа бик күп телдәрҙә актив ҡулланыла. Директор, опера. клуб, факультет һ. б

Мөнәсәбәт һүҙҙәр

Мөнәсәбәт һүҙҙәр — һөйләүсенең теге йәки был предметҡа, күренешкә, эш-хәрәкәткә, уй-фекерен, ҡарашын, теләген, мөнәсәбәтен, шулай уҡ предметтың барлығын, юҡлығын белдергән һүҙҙәр.

Омоним

Омоним — әйтелештәре һәм яҙылыштары бер төрлө булып та, төрлө мәғәнә аңлатыусы һәм килеп сығышы менән төрлө сығанаҡтан булған һүҙҙәр.

Профессиональ һүҙҙәр

Профессиональ һүҙҙәр - билдәле бер һөнәр кешеләре тарафынан ҡулланылған һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр. Мәҫәлән:табип, диагноз, наркоз, укол, поликлиника, рецепт һүҙҙәре медицинаға; катет, биссектриса, алгебра, геометрия, тамыр, радикал- математикаға ҡарай.

Синоним

Синоним — мәғәнәләре яғынан бер- береһенә тап килгән йәки яҡын булған һүҙҙәр. Синоним һүҙҙәрҙе һөйләмдә бер- береһе менән алмаштырып була.

Сифат

Сифат — предметтың билдәһен белдергән һүҙ төркөмө, ниндәй?, ҡайһы?, ҡайҙағы?, ҡасанғы? һорауҙарына яуап бирә. Сифат исемдең алдынан килеп, уны асыҡлай

Төп башҡорт һүҙҙәре

Төп башҡорт һүҙҙәренең күбеһен дөйөм төрки сығанаҡлы, бөтә төрки халыҡтары өсөн дә тарихи уртаҡ булған һүҙҙәр тәшкил итә. Ул һүҙҙәрҙең күбеһен тормощ- көнкөрештә иң кәрәкле төшөнсәләрҙе белдереүе менән айырылып тора. Ағас, ағыу. аяҡ, бар. баҫыу, муйын һ.б.

Фразеологик берәмектәр

Фразеологик берәмектәр - лексик яҡтан өлөштәргә бүленмәгән, бер нисә һүҙҙән тороп, бер генә мәғәнә аңлатыусы һүҙҙәр ҡушылмаһы. Мәҫәлән: тамаҡ ялғау, күҙ терәү, билбау аҫты бушау, һөрән һалыу.

Фразеологик берәмектәр ике йәки унан күберәк һүҙҙәрҙән тора. Ул һүҙҙәр бер-береһенә мәғәнәләре яғынан ныҡ бәйләнгән була. Уларҙы башҡа һүҙҙәр менән алмаштырып булмай. Мәҫәлән: төп башына ултыртыу фразеологик берәмегенә ингән һүҙҙәрҙе айырып алһаҡ, уларҙың һәр береһе үҙенең төп мәғәнәһен аңлата: төп-ағасты киҫеп алғандан һуң ҡалған өлөшө, ултырыу-берәй әйбер өҫтөнән урын алыу. Был һүҙҙәр бер нисек тә алдау мәғәнәһен бирмәй. Ә уларҙы бергә әйтһәң, тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙҙәр килеп сыға. Шуға ла фразеологик берәмектәр күсмә мәғәнәлә ҡулланыла. Улар һөйләү йәки яҙыу телмәренең тәьҫирен көсәйтә.

Ымлыҡтар

Ымлыҡтар — башҡорт телендә кешеләрҙең хис-тойғоларын, кисерештәрен, йән эйәләренең, предметтарҙың тауыштарын сағылдырыу, шулай уҡ ҡош- ҡорттарҙы саҡырыу йәки ҡыуыуҙы белдереүсе һүҙҙәр.

Ғәрәп теле

Ғәрә́п теле́ (ғәр. العربية‎, әл-ғәрәбиә) Афро-Азия ғаиләһенең семит тармағына ҡарай. Ғәрәп телендә һөйләшеүселәр һаны — яҡынса 300 миллион кеше. Ҡөрьән китабы яҙылған классик ғәрәп телен бөтә донъя мосолмандары дини маҡсаттарҙа ҡуллана.

Ҡаҙаҡ теле

Ҡаҙаҡ теле — ҡаҙаҡ халҡының милли теле, Ҡаҙағстан Республикаһының дәүләт теле. Шулай уҡ Ҡаҙағстан менән күрше булған Рәсәй Федерацияһы өлкәләрендә, Ҡырғыҙстанда, Тажикстанда, Төркмәнстанда, Үзбәкстанда, Афғанстанда, Иранда, Ҡытайҙа, Монголияла, Паҡстанда, Төркиәлә һ. б. таралған

Төрки телдәренең ҡыпсаҡ төркөмөнөң ҡыпсаҡ-нуғай төркөмсәһенә ҡарай.

Морфологик тибы буйынса агглютинатив телдәр иҫәбенә инә.

Һан (һүҙ төркөмө)

Һан (рус. числительное) — предметтың иҫәбен, уның һаналыу тәртибен белдергән һүҙ. Нисә, күпме, нисәү, нисәшәр, күпмешәр һорауҙарына яуап бирә. Ун йыл (нисә йыл?), йөҙләп өй (күпме өй?),биш бала (нисә бала?), 5-се автобус (нисәнсе автобус?).

Һөйләм

Һөйләм — синтаксистың төп берәмеге. Һөйләүсенең йәки яҙыусының тыңлаусыға йәки уҡыусыға әйтергә теләгән фекере һөйләмдә формалаша.

Һөйләм төрҙәре

Башҡорт телендә лә башҡа телдәрҙәге кеүек ябай һөйләм һәм ҡушма һөйләм була. Улар бүлектәргә бүлеп өйрәнелә.

Фонетика һәм графика
Морфология
Синтаксис
Лексика

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.