Яңырыу

Яңырыу, йәки Ренесса́нс (фр. Renaissance, итал. Rinascimento; «re/ri» — «яңынан» һәм «nasci» — «тыуған»[1] тигәндән) — Европа илдәренең урта быуаттарҙан һуңғы фән һәм сәнғәттең көслө үҫеше менән билдәләнгән яңы осоро[2]; архитектурала гуманистик йүнәлеште яңынан ҡайтарыуға ынтылған ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни хәрәкәт; XIV б. Италияла башлана һәм Европа илдәрендә XV-XVI бб. дауам итә [3]; Европа мәҙәниәте тарихындағы донъя әһәмиәтенә эйә булған, Урта быуаттарға алмашҡа килгән дәүер, Мәғрифәтлектең элгәре. Италияла XIV быуат башынан (ҡалған Европала — 15-16 быуаттарҙан) — XVI быуат аҙағына тиклем, ҡайһы бер урындарҙа XVII быуаттың тәүге тиҫтә йыллыҡтарынаса ваҡыт арауығын алып тора. Яңырыу дәүерен айырып торған һыҙаттар — мәҙәниәттең донъяуи төҫ алыуы, гуманлылығы һәм кешене үҙәккә ҡуйыуы (антропоцентризм). Антик мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу күтәрелә, йәғни уның «яңырыуы» бара — термин шунан алынған да инде.

Яңырыу термины итальян әҙәмиәтселәрендә, мәҫәлән, Джорджо Вазариҙа уҡ осрай. Хәҙерге мәғәнәһендә термин XIX быуаттағы француз тарихсыһы Жюль Мишле тарафынан ҡулланыуға индерелә. Әлеге осорҙа Яңырыу термины мәҙәни сәскә атыу метафораһына әйләнгән[4].

Дөйөм тасуирламаһы

Da Vinci Vitruve Luc Viatour
Леонардо да Винчиҙың «Витрувий кешеһе»

Яңы мәҙәни үрнәк Европалағы ижтимағи мөнәсәбәттәрҙең тамырҙан үҙгәреүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.

Яңырыу дәүере башланыуында Византия дәүләтенең ҡолауы һәм, китапханаларын, Европаға таныш булмаған күп төрлө антик сәнғәт әҫәрҙәрен алып, византийҙарҙың Европаға ҡасыуы айырым әһәмиәткә эйә була. Мәҫәлән, византий лекторы сығышынан әҫәрләнеп, Козимо Медичи Флоренцияла Платон академияһына нигеҙ һала.

Ҡала-республикалар үҫеше феодаль мөнәсәбәттәрҙә ҡатнашмаған сословиеларҙың — һөнәрселәрҙең, сауҙагәрҙәрҙең, банкирҙарҙың — йоғонтоһо артыуға килтерә. Ҡиммәттәрҙең урта быуаттар, нигеҙҙә, сиркәү мәҙәниәте тыуҙырған иерархик системаһы, баҫынҡы, йыуаш рух уларға ят була. Был гуманизм, йәғни әҙәмиәт — кешене, уның шәхесен, азатлығын, ижадсан эшмәкәрлеген ижтимағи институттарҙың иң юғарғы ҡиммәте итеп ҡараған ижтимағи-фәлсәфәүи хәрәкәт яралыуына килтерә.

Ҡалаларҙа донъяуи фән һәм сәнғәт үҙәктәре барлыҡҡа килә, уларҙың эшмәкәрлеге сиркәү күҙәтеүенә буйһонмай. Донъяға яңыса ҡараш антикаға мөрәжәғәт итә, сөнки унда гуманистик, кешене һанлаған мөнәсәбәттәрҙе күрә. XV быуат уртаһында китап баҫыуҙы уйлап табыу тотош Европала антик мираҫ һәм яңыса ҡараштар таралыуына килтерә.

Яңырыу Италияла тыуа, унда уның тәүге билдәләре XIII һәм XIV быуаттарҙа уҡ шәйләнә (Пизано, Джотто, Орканья ғаиләләре эшмәкәрлегендә һ.б.), ләкин XV быуаттың 20-се йылдарынан ғына нығынып китә. Франция, Германия һәм башҡа илдәрҙә был хәрәкәт һуңыраҡ башлана. XV быуат аҙағына инде ул сәскә атыу үренә етә. XVI быуатта Яңырыу идеяларының кризисы башлана, шуның эҙемтәһе булараҡ маньеризм менән барокко барлыҡҡа килә.

Яңырыу дәүеренең осорҙары

Яңырыу 4 осорға бүленә:

  1. Тәүренессанс (XIII быуаттың 2-се яртыһы — XIV быуат)
  2. Яңырыу Иртәһе (XV быуат башы — XV быуат аҙағы)
  3. Яңырыу Үре (XV быуат аҙағы — XVI быуаттың тәүге 20 йылы)
  4. Яңырыу Ахыры (XVI быуат уртаһы — XVI быуаттың 90-сы йылдары)

Проторенессанс

Тәүренессанс Урта быуаттар, роман, гот, византий традициялары менән тығыҙ бәйләнгән, был осор Яңырыуға әҙерлек булып тора. Ул ике өлөштән: Джотто ди Бондоненың вафатына тиклемге һәм унан һуңғы (1337 год) өлөштәрҙән тора. Иң мөһим асыштар, иң сағыу оҫталар беренсе өлөштә була. Икенсе өлөш Италияға тағун ябырылыу менән билдәле. XIII быуаттың аҙағында Флоренцияла төп ҡорам — Санта Мария дель Фьоре — төҙөлә. Уның авторы Арнольфо ди Камбио була, унан һуң эште Джотто (Флоренция соборының кампанилаһын проектлаусы) дауам итә.

Gozzoli magi
Беноццо Гоццоли күҙ быуыусыларҙың (волхвтарҙың) баш эйеүен Медичи һарайы хеҙмәткәрҙәренең тантаналы процессияһы рәүешендә һүрәтләгән

Тәүренессанс сәнғәте иң элек скульптурала барлыҡҡа килә (Никколо һәм Джованни Пизано, Арнольфо ди Камбио, Андреа Пизано). Һынлы сәнғәтте ике художество мәктәбе — Флоренция (Чимабуэ, Джотто) һәм Сиена (Дуччо, Симоне Мартини) — кәүҙәләндерә. Джотто төп рәссам тип таныла. Уны һынлы сәнғәт реформаторы тип атайҙар. Джотто дини рәүешкә донъяуи йөкмәтке һала, һүрәтте яҫы итеп төшөрөүҙән күләмлегә күсә, һындарға һығылмалылыҡ бирә, һүрәттәрендә интерьерҙарҙы төшөрә башлай.

Яңырыу Иртәһе

«Яңырыу Иртәһе» тигән осор Италияла 1420 —1500 йылдарҙы биләй. Ошо һикһән йыл эсендә сәнғәт кисәгенән тулыһынса ҡотолоп өлгөрмәй, әммә уларға классик боронғолоҡ элементтарын ҡуша башлай. Яйлап рәссамдар Урта быуаттар нигеҙенән тулыһынса ҡотола һәм антик сәнғәт өлгөләре менән ҡыйыу эш итеүгә күсә.

Альптан төньяҡҡа, шулай уҡ Испанияға, Яңырыу XV быуат аҙағында ғына килеп етә, һәм уның иртәһе яҡынса киләһе быуаттың уртаһына тиклем дауам итә.

Яңырыу Үре

Michelangelo's Pieta 5450 cut out black
Пьета (Микеланджело) (1499): традицион дини сюжетта беренсе планға ябай кеше хистәре — әсә һөйөүе һәм хәсрәте сығарылған.

Яңырыуҙың өсөнсө осорон «Яңырыу Үре» тиҙәр. Ул Италияла 1500 —1527 йылдарҙы алып тора. Был ваҡытта итальян сәнғәтенең йоғонто яһау үҙәге Флоренциянан Римға күсә, быға ҡыйыу, эшлекле Папа Юлий II-нең тәхеткә ултырыуы сәбәп була. Ул һарайына иң яҡшы рәссамдарҙы саҡыра, үҙен сәнғәт һөйгән кеше итеп таныта. Антик сәнғәт төптәнерәк өйрәнелә, яңы сәнғәт өлгөләрендә теүәлерәк, ентеклерәк һәм эҙмә-эҙлеклерәк ҡуланыла; уйынсыл гүзәллекте тыныс дәрәжәлелек алмаштыра; Урта быуаттар билдәләре бөтөнләй юҡҡа сыға, сәнғәт әҫәрҙәренә классиклыҡ яғыла. Ләкин боронғоларға оҡшатыу рәссамдарҙың үҙаллылығына зыян имәй, улар грек-рим сәнғәтенән үҙ зауыҡтары һәм ихтыярҙары ҡушҡанды алып, үҙ фантазияһы аша үткәреп, ижад иткән әҫәрҙәрендә ҡуллана.

Өс бөйөк итальян оҫтаһының ижады Ренессанс Үрен биҙәй, улар — Леонардо да Винчи (1452—1519), Микеланджело Буонарроти (1475—1564) һәм Рафаэль Санти (1483—1520).

Яңырыу Ахыры

Tintosoup
Яңырыу кризисы: венециялы Тинторетто 1594 йылда йәшерен киске мәжлесте хәүефле эңер ҡараңғылығында үткәрелгән сәйер йыйын итеп һүрәтләй

Италияла Яңырыу Ахыры 1530-сы йылдарҙан 1590—1620-се йылдарға тиклем дауам итә. Был осорҙа сәнғәт һәм мәҙәниәт шул тиклем күп төрлө була: бөтәһен бер нигеҙгә ҡороу хатта үтә ҡатмарлы булып тойола. Ҡараштарҙағы ҡаршылыҡтар һәм кризис башланғанын тойоу Флоренцияла тәбиғи булмаған төҫтәрҙән һәм һыныҡ һыҙыҡтарҙан торған «нервылы» сәнғәтте — маньеризмды хасил итә.

Төньяҡ Яңырыуы

Итальян Ренессансы 1450 йылға тиклем башҡа илдәргә йоғонто яһамай. 1500 йылдан һуң стиль бар континентҡа тарала, ләкин гот ахырының тәьҫире барокко осоронаса шәйләнә әле.

Нидерланд, Германия һәм Франциялағы Ренессанс дәүере Италиялағы Яңырыуҙан айырымыраҡ ҡарала. Ул Төньяҡ Яңырыуы тип атала.

Hypne2pg
«Полифилдың төшөндә һөйөү менән көрәше» (1499) — Ренессанстағы китап баҫыу ҡаҙанышы

Һынлы сәнғәттә стиль айырымлыҡтары күренә: Италиянан айырмалы, гот сәнғәте традициялары һаҡлана, антик мираҫҡа әҙерәк урын бирелә.

Сағыу вәкилдәре — Альбрехт Дюрер, Ганс Гольбейн (Кесе), Лукас Кранах (Өлкән), Питер Брейгель (Өлкән).

Рәсәйҙә Яңырыу

Европа илдәрендә барған Яңырыу дәүере Рәсәйгә күп яҡлы йоғонто яһай. Әлбиттә, Европаның мәҙәни үҙәктәренән ара алыҫлығы был йоғонтоно кәметә төшә.

Батша Иван III Рәсәйҙә Яңырыуға башланғыс һалыусы була. Уның осоронда Италиянан архитекторҙар төҙөлөштөң яңы технологияларын, Ренессанстың ҡайһы бер элементтарын килтерә. 1475 йылда Болонья архитекторы Аристотель Фиораванти Мәскәү Кремлендәге ер тетрәгәндә ҡазаланған Успение соборын яңыртып һалыу өсөн саҡырыла. Архитектор өлгө итеп XII быуатта төҙөлгән Владимир соборын файҙалана һәм традицион урыҫ стиле менән Яңырыуға хас киңлек, нисбәтлелек һәм симметрия хас булған проектты төҙөй.

1485 йылда Иван III Кремлдә Терем һарайы төҙөлөшөн Иҫке Алевиз Фрязинға тапшыра. Ул тәүге өс ҡаттың архитекторы була. Иҫке Алевиз Фрязин башҡа итальян архитекторҙары менән бергә Кремлдең стеналарын һәм башняларын төҙөүгә лә ҙур өлөш индерә. Урыҫ батшаларының ҡабул итеүҙәр һәм мәжлестәр үткәреүе өсөн хеҙмәт иткән Ҡырлы палата ике итальяндың — Марко Руффо менә Пьетро Солариҙың ижади эше булып тора, унда итальян стиле бигерәк көслө сағылған. 1505 йылда Мәскәүгә итальян архитекторы, Рәсәйҙә Яңы Алевиз булараҡ билдәлелек алған Алевиз Фрязин килә. Моғайын, ул Венеция скульпторы Алевиз Ламберти да Монтань булғандыр тип фараз ителә. Ул Иван III өсөн 12 сиркәү, шул иҫәптән Архангел соборын һала. Бейек Петр монастырындағы митрополит Петр соборы, Яңы Алевиздың тағы бер эше, «дүрт мөйөшкә ултыртылған һигеҙ мөйөш» тигән архитектура формаһының өлгөһө булып тора.

XVI быуат башынан XVII быуат аҙағына тиклемге осорҙа Рәсәйҙә үҙенсәлекле сатырлы таш ҡорамдар төҙөү алымдары табыла һәм үҫтерелә. Ул Европа илдәрендәге Яңырыу архитектураһынан айырылып торған уникаль күренеш була. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр уны «урыҫ готикаһы» тип атап, был стилде Европа архитектураһындағы иртә готика осоро менән бәйләй. Алдынғы технологияларға эйә булған итальяндарҙың сатыр рәүешендәге таш ҡыйыҡтарҙың барлыҡҡа килеүенә йоғонто яһаған булыуы бик ихтимал (ағастан төҙөлгән сатыр ҡыйыҡтар иһә Рәсәйҙә лә, Европала ла әүәлдән билдәле булған).

Яңырыу дәүерендәге кеше

Эразмдан башлап Монтенгә тиклем Яңырыу философтары аҡыл һәм уның ижади мөмкинлектәре алдында баш эйгән. Аҡыл кешене бөтә тереклектән айырып торған, уны аллаға оҡшаш иткән тәбиғәт бүләге тип ҡарала. Гуманистар тәрән аҡылды кешенең иң ҙур һәләте һанап, кешенең бәхетен аҡылда һәм белем эстәүҙә тип күргәндәр. Кешенең холоҡ-фиғелен антик әҙәбиәтте өйрәнеү аша яҡшыртыу Ренессанс гуманизмының төп нигеҙ ташы була.

Фән

Instruments in the Ambassadors
Гольбейндың «Илселәр» картинаһында астрономия ҡорамалдары (1533)

XIVXVI быуаттарҙа ғилемдәр үҫеше донъя һәм унда кеше биләгән урын тураһындағы күҙаллауҙарҙы ныҡлы үҙгәтә. Бөйөк географик асыштар, Николай Коперниктыңдонъяның гелиоцентрик ҡоролошо тураһындағы асышы Ерҙең ҙурлығы, уның Ғаләмдәге урыны тураһындағы фараздарҙы үҙгәртә, ә Парацельс менән Везалийҙың антиканан бирле тәүге тапҡыр кешенең төҙөлөшөн һәм уның эсендә барған процестарҙы өйрәнеү буйынса тырышлыҡтары фәнни медицина менән анатомияға нигеҙ һала.

Йәмғиәт фәндәрендә лә ҙур үҙгәрештәр була. Жан Боден менән Никколо Макиавелли хеҙмәттәрендә тарихи һәм сәйәси процестар тәүләп кешеләрҙең ниндәй ҙә булһа төркөмдәренең һәм уларҙың мәнфәғәттәренең үҙ-ара мөнәсәбәттәре һөҙөмтәһе тип ҡарала. Шул саҡта уҡ «идеаль» йәмғиәт ҡоролошон эшләргә ынтылыштар күҙәтелә: Томас Морҙың «Утопия»һы, Томмазо Кампанелланың «Ҡояш ҡалаһы». Антикаға ҡыҙыҡһыныу арҡаһында бик күп антик текстар тәртипкә килтерелә һәм баҫтырыла. Бөтә гуманистар тиерлек классик латин теле менән боронғо грек телен өйрәнә.

Дөйөм алғанда, был дәүерҙә өҫтөнлөк иткән пантеистик мистика ғилми белемдәр үҫеше өсөн бик үк ҡулай булмаған ерлек тыуҙыра. Ғилми методтың тулы өҫтөнлөк алыуы һәм уға эйәргән XVII быуаттағы Фәнни инҡилап Яңырыуға ҡаршылыҡ күрһәтеүсе булараҡ яралған Реформация хәрәкәтенә бәйләнгән[5].

Философия

Яңырыу философияһына католик дин тәғлимәттәрен ҡабул итмәү һәм кеше шәхесенә ҡыҙыҡһыныу хас. Гуманистар ағымы эсендә был ҡыҙыҡһыныу классик гуманизм идеяларында сағылыш таба һәм хәҡиҡәттең ҡулланма критерийын (тәжрибә+файҙа) раҫлауға килтерә, ул хәҙерге тәбиғәт фәндәре методологияһы нигеҙенә ята.

XV быуатта (1459) Флоренцияның Кареджи виллаһында Платон академияһы яңыртып асыла.

"The School of Athens" by Raffaello Sanzio da Urbino
«Афина мәктәбе» — Рафаэлдең иң билдәле фрескаһы (1509-10)

Яңырыу дәүере философтары

Әҙәбиәт

Әҙәбиәттә Яңырыу дәүерен башлаусы тип итальян шағиры Данте Алигьери (1265—1321) һанала, ул «Комедия» тигән әҫәрендә замандаштарының асылын асып һала, әҫәр иһә һуңғары «Илаһи комедия» тигән исем ала. Был исем аша бөйөк шағирҙың вариҫтары уның мәшһүр әҫәренә ҡарата һоҡланыуын белдерә. Яңырыу дәүере әҙәбиәтендә гармониялы, ирекле, ижадсы, һәр яҡлап үҫешкән шәхесте данлау сағыла. Франческо Петрарканың (1304—1374) мөхәббәт шиғырҙары кешенең эске донъяһының тәрәнлеген, уның хистәр-кисерештәр тормошоноң байлығын аса. XIV—XVI быуаттарҙа итальян әҙәбиәте сәскә атыу кисерә — Петрарканың лирикаһы, Джованни Боккаччоның (1313—1375) новеллалары, Никколо Макиавеллиҙың (1469—1527) сәйәси трактаттары, Лудовико Ариостоның (1474—1533) һәм Торквато Тассоның (1544—1595) поэмалары был дәүер итальян әҙәбиәтен донъя «классик» әҙәбиәттәре (боронғо рим һәм боронғо грек менән бергә) рәтенә индертә.

Яңырыу әҙәбиәте ике традицияға — халыҡ шиғриәтенә һәм антиканың «китап» әҙәбиәтенә таяна, шунлыҡтан унда йыш ҡына рациональ башланғыс шиғри фантастика менән ҡатнашып китә, ә кәмитсел жанрҙар ҙур популярлыҡ яулай. Былар дәүерҙең иң мәшһүр ҡомартҡыларында ла ярылып ята: Бокаччоның «Декамерон», Сервантестың «Дон Кихот» һәм Франсуа Рабленың «Гаргантюа һәм Пантагрюэль» әҫәрҙәрендә. Милли әҙәбиәттәр барлыҡҡа килеү ҙә Яңырыу дәүере менән бәйләнгән — урта быуаттар әҙәбиәтенән айырмалы улар латин телендә ижад ителә. Театр һәм драма ҙур үҫеш ала. Уильям Шекспир (1564—1616, Англия) менән Лопе де Вега (1562—1635, Испания) дәүерҙең иң билдәле драматургтары булып таныла.

Һынлы сәнғәт

Sandro Botticelli - La nascita di Venere - Google Art Project - edited
«Венераның тыуыуы», 1485, Сандро Боттичелли. Шәрә ҡатын-ҡыҙ тәнен һынландырыуҙың антик дәүерҙән һуңғы тәүге өлгөләренән.

Яңырыу һынлы сәнғәтенә рәссамдың тәбиғәткә, анатомия закондарына, тормошсан перспективаға, яҡтылыҡ төшөүенә һәм башҡа тәбиғи күренештәргә профессиональ ҡарашы хас.

Яңырыу рәссамдары традицион дини тематикалы һүрәттәр өҫтөндә эшләгәндә яңы художестволы алымдар — күләмле композиция төҙөү, артҡы планда сюжет элементы булараҡ пейзаж төшөрөүҙе — ҡуллана башлай. Был уларға һүрәттәрҙе ысынға яҡын, тере кеүек итеп төшөрөргә ярҙам итә.

Архитектура

Дәүергә архитектурала антик, айырыуса рим сәнғәте принциптарына һәм формаларына ҡайтыу хас. Симметрия, нисбәтлелек, геометрия һәм төҙөүсе өлөштәрҙең тәртип менән урынлашыуы ҙур әһәмиәткә эйә була, рим архитектураһының беҙҙең көндәргә килеп еткән өлгөләре лә шуны дәлилләй. Урта быуаттар биналарының ҡатмарлы нисбәттәрен колонналар, пилястрҙар һәм ҡашағаларҙың яңыса урынлашыу тәртибе алмаштыра, нисбәтһеҙ ҡоролмалар урынын ярымтүңәрәк арка, көмбәҙ ярымсфераһы, стеналарға эшләнгән уйымдар һәм эдикулалар биләй. Ренессанс архитектураһына биш оҫта иң ҙур өлөштө индерә:

Facciata di santo spirito 02
Флоренциялағы Изге Рух сиркәүе (арх. Ф. Брунеллески)
  • Филиппо Брунеллески (1377—1446) — Ренессанс архитектураһына нигеҙ һалған, перспектива теорияһын һәм ордер системаһын эшләгән, төҙөлөшкә антик архитектураның күп элементтарын ҡулланыуға ҡайтар, күп быуаттарға тәүге тапҡыр көмбәҙ (Флоренция соборында) төҙөгән архитектор.
  • Леон Баттиста Альберти (1402—1472) — Ренессанс архитектураһы теоретигы, уның тулы концепцияһын эшләгән, ҡала резиденцияһының фасадлы яңы тибын ижад иткән.
  • Донато Браманте (1444—1514) — Яңырыу Үре осоро архитекторы, идеаль нисбәтле композициялар ҡороу оҫтаһы; уның эштәренә тектоник логика, деталдәр һығылмалылығы, уйланғандың бөтөнлөгө һәм асыҡлығы хас.
  • Микеланджело Буонарроти (1475—1564) — Яңырыу Ахырының төп архитекторы, Папа баш ҡалаһындағы мөһабәт төҙөлөштәргә етәкселек итә. Уның сәнғәтендә барокко сәнғәте билдәләре төҫмөрләнә (Изге Петр соборы, Лауренциана баҫҡысы).
  • Андреа Палладио (1508—1580) — классицизмдың палладиолыҡ тигән исем алған беренсе фазаһына башланғыс һала; төрлө-төрлө ордер элементтарын ҡушып файҙаланыу оҫтаһы; тирә-яҡ мөхиттең гармониялы дауамы булып торған асыҡ һәм һығылмалы ордер архитектураһы яҡлы (Палладио виллалары); Венеция республикаһында эшләй.

Музыка

Яңырыу дәүерендә профессиональ музыка сиркәү сәнғәте булыу сифатын юғалта һәм халыҡ музыкаһы йоғонтоһона бирелә, гуманизм ҡараштары менән һуғарыла. XIV быуатта Италия менән Францияла «Ars nova» («Яңы сәнғәт») вәкилдәре ижадында, XV—XVI быуаттарҙа инглиз, нидерланд, рим, венециан, француз, немец, поляк, чех яңы полифония мәктәптәрендә вокаль һәм вокаль-инструменталь полифония сәнғәте юғары үрҙәргә күтәрелә.

Донъяуи музыка сәнғәтенең яңы жанрҙары барлыҡҡа килә — Италияла фроттола һәм вилланелла, Испанияла вильянсико, Англияла баллада, Италияла тыуып (Лука Маренцио, Якоб Аркадельт, Джезуальдо да Веноза), бөтә ерҙә таралған мадригал, күп тауышлы француз йыры (Клеман Жанекен, Клод Лежён).

Италияла киң тасуирлау мөмкинлектәренә эйә һыҙғыслы музыка ҡоралдарын эшләү сәнғәте күтәрелә. Яңырыу дәүере соло йыры, кантата, оратория, опера кеүек гомофония стилен раҫлауға яҡынлаштырған яңы жанрҙар барлыҡҡа килеү менән тамамлана.

Иҫкәрмәләр

  1. Online Etymology Dictionary
  2. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
  3. Русско-башкирский словарь архитектурных терминов (З.Г.Ураксин, З.А.Сиразитдинов, 2004)
  4. Было ли Возрождение?
  5. Лекция 7. Научное знание в эпоху Возрождения. Часть 1

Әҙәбиәт

  • Возрождение, эпоха // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Пясецкий В. Н. Архитектурные формы раннего возрождения в Италии. Обзор архитектурных форм раннего Возрождения вместе с историческими сведениями о них с указанием причин их появления в итальянском искусстве. Описание различных деталей памятников итальянского зодчества XV века с чертежами и рисунками. С 142 чертежами на десяти отдельных листах и 10 рисунками в тексте. — С.-Петербург: Издание редакции журнала "Строитель". Типография Е. Евдокимова. Троицкая ул., №18. 1897. — 106 с.
  • Абрамсон Марк Лазаревич От Данте к Альберти / Ответственный редактор член-корреспондент АН СССР Зинаида Удальцова. Академия наук СССР. — М.: Наука, 1979. — 176, [8] б. — (Из истории мировой культуры). — 75 000 экз. (обл.)
  • Гарэн Э. Проблемы итальянского Возрождения: Избранные работы — М.: Прогресс, 1986. — 400 б. — 40000 экз.
  • Искусство раннего Возрождения. — М.: Искусство, 1980. — 257 с.
  • История искусства: Ренессанс. — М.: АСТ, 2003. — 503 с.
  • Яйленко Е. В. Итальянское Возрождение. — М.: ОЛМА-ПРЕСС, 2005. — 128 с.
  • Андреев М. Л. Инновация или реставрация: казус Возрождения// Вестник истории, литературы, искусства. Т. 1. — М.: Наука, 2005. С. 84-97.
  • Баренбойм П., Шиян С. Микеланджело. Загадки Капеллы Медичи. М.: Слово, 2006. ISBN 5-85050-825-2
  • Государство как произведение искусства: 150-летие концепции: Сб. статей/ Институт философии РАН, Московско-Петербургский философский клуб; Ответственный редактор Абдусалам Гусейнов. — М.: Летний сад, 2011. — 288 с. (PDF-версия)
  • Рыков, А.В. Вокруг Леонардо да Винчи: модернизм, террор, грезы и метаистория // Вестник Санкт-Петербургского университета. Сер. 15. 2015. Выпуск 4. С. 98-108

Һылтанмалар

12 март

12 март — григориан стиле буйынса йылдың 71-се (кәбисә йылында 72-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 294 көн ҡала.

17 ноябрь

17 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 321-се көнө (кәбисә йылында 322-се). Йыл аҙағынаса 44 көн ҡала.

18 май

18 май — григориан стиле буйынса йылдың 138-се (кәбисә йылында 139-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 227 көн ҡала.

== Байрамдар ==

Халыҡ-ара байрамдар Халыҡ-ара музейҙар көнө. Милли байрамдар Рәсәй — Балтика флоты көнө.

Гаити — Флаг көнө.

Төркмәнстан — Яңырыу, берҙәмлек һәм Мәхтүмҡула Фрага шиғриәте көнө. Һөнәри байрамдар

6 март

6 март — григориан стиле буйынса йылдың 65-се (кәбисә йылында 66-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 300 көн ҡала.

Алтын киҫелеш

Алтын киҫелеш — һәр бер эшләнгән әйберҙе илаһи матурлыҡ, гармония менән тулыландырыусы, төҙөлөштә, рәсем төшөрөүҙә, һәйкәлдәр ҡойоуҙа ҡулланлылған, дөрөҫләнгән һандарҙың мөнәсәбәте.

Хеопс пирамдаһы, Сөләймән батша ҡорамы, Пантеон һәм башҡа роман сиркәүҙәре алтын урталыҡты ҡулланып төҙөлгәндәр.

Яңырыу эпохаһының күп кенә картиналарында Леонардо да Винчи, Рафаэль, Рембрандт, Микеланджело һ. б.) алтын урталыҡ пропорцияһы бар.

Алтын киҫелеште тотмайынса (иҫәпкә алмайынса) төҙөлгән ни ҙә булһа, тиҙ емерелә.

Алтын киҫелештең формулаһы ошолай b/a = (a+b)/b.

Был меңәр йыллыҡ сер. Был сер кеше аҡылының емеше түгел. Сөнки алтын урталыҡ тәбиғәттә киң осрай. Мәҫәлән, ағас япраҡтары араһындағы арауыҡ та алтын киҫелештә ҡоролған, шуға ла япраҡтар бер-береһенән ҡояшты ҡапламай икән. Кеше тәнендә лә алтын киҫелеш параметрҙары бик күп. Улар тураһында Яңырыу эпохаһының күренекле рәссамы Леонардо да Винчи мәғлүмәт ҡалдырған.

Гелиоцентризм

Ғаләмдең гелиоцентрик системаһы (гелиоцентризм) — Ҡояш ғаләмдең уртаһында, Ер һәм башҡа планеталар Ҡояш тирәләй әйләнеп йөрөй, тип күҙаллау. Был тәғлимәткә боронғо заманда уҡ нигеҙ һалынған, Ренессанс (Яңырыу дәүере) дәүерендә киң билдәлелек ала.

Был системала Ер Ҡояш тирәләй бер йыл эсендә әйләнеп сыға, үҙ күсәре тирәләй бер тәүлек эсендә әйләнеп сыға, тип фараз ителә.

Гелиоцентризмдың ҡапма-ҡаршыһы геоцентризм.

Джованни Пьерлуиджи Палестрина

Джованни Пьерлуиджи да Палестрина (итал. Giovanni Pierluigi da Palestrina; 17 декабрь 1525 йә 1526 — 2 февраль 1594, Рим) — итальян композиторы, үҙеңдеке ваҡытта бер иң оло полифонистдән. Рим музыкаһы мәктәпдын иң байтаҡ вәкил.

Леонардо да Винчи

Леона́рдо ди сер Пье́ро да Ви́нчи (итал. Leonardo di ser Piero da Vinci; 15 апрель 1452, Флоренцияла Винчи ҡалаһы янында, Анкиано ауылы — 2 май 1519, Кло-Люсе замогы, Амбуаз янында, Турень ҡалаһы, Франция) — бөйөк итальян рәссамы, скульпторы, архитекторы һәм ғалимы (анатом, тәбиғәтте өйрәнеүсе), уйлап табыусы, яҙыусы, Яңырыу дәүеренең күренекле шәхесе.

«Универсаль кеше»нең (лат. homo universalis) яҡты өлгөһө.

Медицина

Медици́на (лат. medicina) — диагностика, дауалау терапияһы, ауырыуҙарҙы профилактикалау, сәләмәтлекте һаҡлау һәм нығытыу, кешенең хеҙмәткә яраҡлылығын, ғүмерен оҙайтыу, шулай уҡ физик, психик сирҙәр ваҡытында хәлде еңеләйтеү маҡсаты берләштергән фәнни белем һәм практик саралар системаһы.

«Медицина» һүҙе латын теленән, ars medicina — дауалау сәнғәте.

Микеланджело

Микела́нджело Буонарро́ти (Тулы исеме — Микела́нджело де Франче́ско де Нери́ де Миниа́то де́ль Се́ра и Лодо́вико ди Леона́рдо ди Буонарро́ти Симо́ни, (итал. Michelangelo di Francesci di Neri di Miniato del Sera i Lodovico di Leonardo di Buonarroti Simoni); 1475—1564) — Италия скульпторы, рәссамы, архитекторы, шағиры, аҡыл эйәһе. Ренессанс дәүеренең даһи шәхесе.

Никколо Макиавелли

Никколо́ Макиаве́лли (Макьявелли, итал. Niccolò di Bernardo dei Machiavelli; 3 май 1469 йыл, Флоренция — 21 июнь 1527 йыл, шунда) — итальян фекер эйәһе, философы, яҙыусы, сәйәси эшмәкәре — Флоренцияла икенсе канцелярия секретаре урыны торған, республикаһың дипломатик бәйләнештәр яуаплы булған, хәрби-теоретик хеҙмәттәр авторы. Көслө дәүләт хөкүмәт яҡлаусы менән булған, нығытыуға теләһә ҡайһы саралар инергән.

Николай Коперник

Никола́й Копе́рник (нем. Nikolas Koppernigk, пол. Mikołaj Kopernik, лат. Nicolaus Copernicus; 19 февраль 1473 йыл — 24 май 1543 йыл) — Польша астрономы, математик, иҡтисадсы. Яңырыу осороноң католик руханийы. Бигерәк тә ғаләмдең гелиоцентрик системаһы авторы һәм фәнни-техник революцияға нигеҙ һалыусы булараҡ билдәле.

Рафаэль Санти

Рафаэ́ль Са́нти (итал. Raffaello Santi, Raffaello Sanzio, Rafael, Raffael da Urbino, Rafaelo; 28 март 1483 йыл — 6 апрель 1520 йыл) — бөйөк итальян рәссамы, график һәм архитектор, умбрий мәктәбе вәкиле.

Тирана

Тира́на (алб. Tiranë, Tirana) — Албанияның баш ҡалаһы, ул илдең иң ҙур ҡалаһы, төп сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. Ҡала үҙ аллы административ берәмек тәшкил итә. һәм Тирана өлкәһе менән округының административ үҙәге булып тора. Майҙаны 30 км². 1614 йылда нигеҙләнгән, 1920 йылда илдең баш ҡалаһы итеп раҫлана.

Урта быуаттар

Урта быуаттар (Урта быуат) — Боронғо (антик) донъя тарихынан һуң һәм Яңы заман тарихы алдынан булған тарихи дәүер.

Флоренция

Флоренция (итал. Firenze [fiˈrɛnʦe], лат. Florentia) — итальян ҡалаһы, Арно йылғаһы буйында ята, элек — Флоренция республикаһының үҙәге, герцогтар Медичи һәм Итальян короллегенең баш ҡалаһы. Хәҙер Тоскана төбәгенең административ үҙәге. Халыҡ һаны — 382 347 кеше (2017).

Диңгеҙҙән алыҫ урынлашыуына һәм даими сәйәси сыуалыштарға ҡарамаҫтан, XIII—XVII быуаттарҙа Флоренцияның Европа һәм донъя цивилизацияһы үҫешенә индергән өлөшө ғәйәт ҙур. Ҡала донъяға Леонардо да Винчи, Микеланджело, Донателло, Никколо Макиавелли, Данте һәм Галилей кеүек гиганттарҙы бирә. Урындағы диалект әҙәби итальян теленә нигеҙ итеп алына, Флоренция тәңкәһе тотош Европа өсөн эталонға әйләнә, Флоренция рәссамдары перспектива законын төҙөй, Флоренция диңгеҙсеһе Америго Веспуччиның исеме ике ҡитғаға ҡушыла, ә Флоренцияның аҡыл эйәләре ренессанс дәүерен башлап ебәрә, шуға ла Флоренция «Яңырыу бишеге» исемен хаҡлы рәүештә йөрөтә.

Флоренция итальян модаһында мөһим ҡала булып тора һәм донъяның мода ҡалалары рейтингында 31-се урынға лайыҡ була . Бынан тыш, Флоренция — Италияның милли, иҡтисади, туристик һәм индустриаль үҙәге. 2008 йылда ул Италияның уғата ҙур табышлы ҡалалары исемлегендә етенсе урынды биләй.

Хаж

Хадж, хаджж (ғәр. حَجّ‎) — Хаж — мосолмандар өсөн изге булған Сәғүд Ғәрәбстаны Мәккә ҡалаһындағы Ҡәғбәтулла мәсетенә барып ғибәҙәт ҡылыу. Хаж ҡылыу, йәки хажға барыу, мосолмандар өсөн биш фарыздың иң олоһо. Бәлиғ булған, сәләмәт, ирекле, хәленән килгән мосолман ғүмерендә бер тапҡыр хажға барырға тейеш.

Хаж ҡылыу ваҡыты — Зөлхизә айының 8-се көнөнән башланып, 12-се көнөндә тамамлана. Йылдың башҡа ваҡытында барып бөтә йолаларҙы үтәү кесе хаж йәки үмрә тип атала. Кесе хаж үтәгәндә ҡорбан салынмай.

Исламдың биш нигеҙе бар: «Шәһәҙәт», «Намаҙ» «Ураҙа» «Зәкәт» «Хаж». Хаж — ғибәҙәттәрҙең тажы, уны үтәү бурысы тик хәлле кешеләргә генә һалына. Ғәрәпсәнән «ниәт, ижтиһад, яңырыу» мәғәнәләрен аңлата.

Яңырыу фәлсәфәһе

Яңырыу дәүере фәлсәфәһе — XV—XVI быуаттарҙағы Европа фәлсәфәһендәге йүнәлеш. Рәсми католик динен танымау һәм кеше шәхесенә ҡыҙыҡһыныу менән һыҙатлана. Гуманистар араһында был ҡыҙыҡһыныу (Ренессанс) классик гуманизм идеяларында сағылыш тапты һәм Хәҡиҡәттең (фәлсәфәүи) ғәмәлдәге раҫланыуына булышлыҡ итте (хәҙерге заман тәбиғәт фәндәренең методологияһы (тәжрибә + файҙа) нигеҙендә ята).

Ғосман империяһы

Ғосман империяһы (ғосм. دولت عالیه عثمانیه‎ — Devlet-i Âliyye-i Osmâniyye), шулай уҡ Оттома́н империяһы, Оттома́н По́ртаһы йәки По́рта — 1299 йылда Ғосман I етәкселегендә төрки ҡәбиләләр тарафынан төньяҡ-көнбайыш Анатолияла ойошторолған дәүләт. 1453 йылда Константинополь ҡолатылғандан һуң Ғосман дәүләте империя тип йөрөтөлә башлай. Константинополдең ҡолауы төрөк дәүләтселеген үҫтереүҙә мөһим ваҡиға була, сөнки 1453 йылғы еңеүҙән һуң Ғосман империяһы Европала нығына. Ғосман династияһының хакимлығы 623 йыл, 1299 йылдың 27 июленән 1922 йылдың 1 ноябренә тиклем, монархия юҡҡа сығарылғансы дауам итә.

XVI—XVII быуаттарҙа Ғосман империяһы айырыуса Күркәм Сөләймән дәүерендә ҡеүәтлегә әйләнә. Ул осорҙа Ғосман империяһы Изге Рим империяһының көньяҡ сигенән төньяҡта Речь Посполитағаса, көньяҡта Йәмәнгә һәм Эритреяға, көнбайышта Алжирға, көнсығышта Каспий диңгеҙенә тиклем йәйрәп ятҡан күп милләтле, күп телле көслө дәүләт була. Көньяҡ-Көнсығыш Европаның ҙур өлөшө, Көнбайыш Азия һәм Төньяҡ Африка уның хакимлығы аҫтында була. XVII быуат башында империя 32 провинциянан һәм күп һанлы вассал дәүләттәрҙән тора, уларҙың ҡайһылары һуңынан буйһондорола, ҡайһыларына автономия бирелә.

Империяның баш ҡалаһы Константинополь (хәҙерге Истанбул) була. Империя Урта диңгеҙ бассейнын үҙ ҡарамағында тота. Ғосман империяһы 6 быуат буйы Европа менән Шәреҡ илдәрен бәйләүсе булып тора.

Төркиәнең Бөйөк милләт мәжлесе халыҡ-ара танылыу алғас, 1923 йылдың 29 октябрендә Лозанна солох договорына (1923 й., 24 июль) ҡул ҡуйғандан һуң, Ғосман империяһының вариҫы булған Төркиә Республикаһы иғлан ителә. 1924 йылдың 3 мартында Осман хәлифәте тулыһынса юҡ ителә. Уның вәкәләттәре һәм бурыстары Төркиәнең Бөйөк милләт мәжлесенә тапшырыла.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.