Энциклопедия

Энциклопе́дия (бор. грек. ἐγκύκλιος παιδεία «тулы түңәрәктә уҡытыу», κύκλος «түңәрәк» + παιδεία «уҡытыу, пайдейя») — айырым тармаҡтарҙан торған һәм билдәле системаға һалынған барлыҡ кешелек туплаған белемдәр йыйынтығы. Шулай уҡ энциклопедия тип төрлө фәндәргә күҙәтеү булған (башлыса һүҙлек формаһында) фәнни-белешмә ҡулланманы атайҙар[1]. Киң мәғәнәлә — төрлө темаға бағышланған һәм күп китап уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән фәнни мәғлүмәт һәм белешмә йыйынтығы.

Ысынында иһә энциклопедияның маҡсаты — киләсәк быуын өсөн беҙ бер нәмә лә эшләй алманыҡ тип онотолоп ҡалмау өсөн, беҙҙән алдараҡ килгән быуындың хеҙмәте бушҡа китмәһен һәм беҙҙән һуң килгән быуын белем менән байып йомартыраҡ һәм бәхетлерәк булһын тип, бөтә донъяла таралған белемде бергә туплап, хәҙер йәшәгән кешеләргә аңлайышлы һәм беҙҙән һуң килгән быуандарға тапшырыу өсөн бер йыйылма яһау.

Дени Дидро[2]

Enciklopedija Jugoslavije 1st ed
Энциклопедия

Төшөнсә

Беҙгә билдәле булған энциклопедия XVIII быуатта барлыҡҡа килә. Ул һүҙлек өогөһөндә төҙөлгән була. Уҡыусыға һүҙлек тик һүҙҙең аңлатмаһын ғына бирә, һүҙлектәр уҡыусы һүҙҙең мәғәнәһе һәм ҡулланыу даирәһе тураһында минимум мәғлүмәт бирә. Был етешһеҙлекте бөтөрөү өсөн энциклопедия предметты тәрәнерәк өйрәнә һәм был турала булған белемде тулыраҡ бирә. Йыш ҡына энциклопедия географик карталар, иллюстрациялар, библиография һәм статистика тураһында мәғлүмәтте берләштерә.

Белем өлкәһе

Yongle Dadian Encyclopedia 1403
11 095 томлы «Юнлэ дадянь» энциклопедияһы — тарихта иң ҙур энциклопедия

Энциклопедиялар универсаль (мәҫәлән, «Большая советская энциклопедия», «Британия энциклопедияһы», «Википедия»), тармаҡ («Математик энциклопедия», «Техник энциклопедиия»), региональ, ғәмәли мәсьәлә һәм шәхси булыуы мөмкин.

Универсаль энциклопедиялар

Универсаль энциклопедия — донъя һәм кешелек тураһында барлыҡ белемде берләштәргән энциклопедия[3]. Император Тит Флавий Веспасиан өсөн Өлкән Плиний төҙөгән тарих китабы универсаль энсиклопедияның иң боронғо миҫалы.

Кем өсөн тәғәйенләнгән

Энциклопедия адресланған аудитория:

  • уҡыусының әҙерлек кимәле буйынса
  • уҡыусының йәше буйынса

булыуы мөмкин.

Уҡыусының әҙерлек кимәле буйынса энциклопедия билдәле бер белем өлкәһенән материал бирә (мәҫәлән, медицина, философия, хәрби эш һәм юриспруденция тураһында) һәм был өлкәлә билдәле булған терминдарҙы ҡуллана.

Уҡыусының йәше буйынса әҙерләнгән энцикопедия предметты аңлатыу тәрәнлеге буйынса, шрифт һәм бәйән итеү стиле буйынса айырыла.

Persian-encyclopedia
Фарси энциклопедияһы

Төҙөү ысулы

Белешмә булараҡ ҡулланыу өсөн энциклопедияны төҙөү ысулы бик тә мөһим. Тарихи яҡтан ике төп төҙөү ысулы һаҡланып килгән: алфавит буйынса һәм иерархия буйынса.

Алфавит (йәки алфавит буйынса һүҙҙәр) буйынса төҙөү ысулы буйынса бер-береһе менән бәйләнмәгән энциклопедик мәҡәләләр алфавит буйынса урынлаша. Мәҡәләләр айырым һүҙҙәр йәки һүҙ бәйләнештәр менән айырылған энциклопедияларҙы энциклопедик һүҙлек тип атайҙар. 82 томлы Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге, 58 томлы Гранат энциклопедик һүҙлеге быға миҫал. Мәғлүмәт бик ҡыҫып бирелгән энциклопедик белешмәләр ҙә була, улар энциклопедияның башҡа төрө.


Система (йәки логика-тематика, иерархия) буйынса төҙөү. Мәғлүмәтте биреү белем тармағы буйынса төҙөлгән энциклопедиялар ҙа була. Мәҫәлән, 12 томлы Балалар энциклопедияһы.

Ҡатнаш энциклопеяларар ҙа була. Мәҫәлән, «Ҙур совет энциклопедияһы» алфавит буйынса төҙөлгән, әммә «СССР» тигән томы логика-тематика (иерархия) буйынса төҙөлгән.


Энциклопедяла кәрәкле мәғлүмәтте эҙләү өсөн электрон ҡоролмалар яңы мөмкинлектәр аса, мәҫәлән кәрәкле мәғлүмәтте мөһим (асҡыс) һүҙ буйынса табырға була.

Тарих

Боронғо энциклопедиялар

«Энциклопедия» тигән термин ҡулланышҡа XVI быуатта ғына инһә лә, энциклопедик хеҙмәттәр боронғо замандан уҡ билдәле булған. Б.Э.Т II быуатта Боронғо Мысырҙа терминдар һүҙлеге төҙөлгән. Б.Э.Т XII — X быуаттарҙа Боронғо Ҡытайҙа белемдәр йыйынтығы эшләнгән. Урта быуаттарҙа энциклопедия христиан донъяһында ла бик популяр булған: көнбайышта Исидор Севильский хеҙмәттәре, көнсығышта Суда исемле византия һүҙлеге билдәле булған.

Б.Э.Т 350 йылда Спевсипп беренсе тапҡыр кешелек йыйған бөтә белемде бергә тупларға тырышып ҡарай. Уның хеҙмәттәре һаҡланмаған.

Спевсиптан айырмалы булараҡ,«Эр Я» исемле Ҡытайҙа йыйылған энциклопедия һаҡланған (Б.э,т IV—II быуаттар). Б.Э.Т 239 йылда тамамланған «Анналы Люй Бувэя» (Лю әфәнденең яҙғы һәм көҙгө йылъяҙмаһы) заманына күрә бөйөк энциклопедия була. Уны төҙөүсе Люй Бувэй кешелеккә билдәле булған бөтә белемде туплай алыуына шул тиклем ышанған, хатта энциклопедияға бер һүҙ өҫтәй алған йәки ундағы мәғлүмәткә ризаһыҙлыҡ белдергән кешегә наградаға 1 кг алтын вәғәҙә иткән[4].

Өлкән Плиний төҙөгән «Тәбиғи тарих» боронғо замандың иң тулы энциклопедияһы. Был хеҙмәт 77 йылда тамамлана һәм 37 томдан 2500 бүлектән тора. Уны төҙөүҙә 100 автор . 2000 хеҙмәтен тәҡдим иткән. 20 мең иғтибарға лайыҡ «факттар» ғына һайланып алынған.

Атхарваведа тигән боронғо хеҙмәт тә киңлеге буйынса энциклопедияға яҡын, унда батшалыҡ, туй, ерләү тураһында төрлө ылымдар, аласыҡ төҙөү, дауалау ысулдары яҙылған.

Урта быуат энциклопедиялары

Yongle Dadian Encyclopedia 1403
Юнлэ дадянь энциклопедияһы. Текст ике бағана менән яҙылған.

Мосолман Көнсығышында X быуаттан дүрт томлыҡ «Таҙалыҡ фекерҙәштәре энциклопедияһы» (урыҫса «Энциклопедия братьев чистоты») билдәле була. Ул төрлө белем өлкәләренә арналған 50 популяр очерктан торған. Ошондай белешмә баҫмаларҙан был энциклопедия берҙән-бер булған[5]..

Иҫкәрмәләр

  1. Толковый словарь русского языка: В 4 т. / Под ред. Д. Н. Ушакова.— Репринтное издание: М., 1995
  2. Denis Diderot and Jean le Rond d'Alembert Encyclopédie. University of Michigan Library:Scholarly Publishing Office and DLXS. Retrieved on: November 17, 2007
  3. http://slovari.yandex.ru/dict/milchin/article/mil/mil-2271.htm Яндекс. Словари: Универсальная энциклопедия
  4. Джеймс П., Торп Н. Древние изобретения. — Мн. — 1997 — Стр. 634—635 — ISBN 985-438-139-0
  5. Павел Вячеславович Густерин. Энциклопедия братьев чистоты.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Википедия Был мәҡәлә тамамланмаған. Һеҙ уны мөхәррирләп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Был иҫкәрмәне дөрөҫөрәге менән алмаштырырға кәрәк.
Асҡын районы

Асҡын районы — Ҡариҙел йылғаһының уң ярында, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе менән сиктәш урынлашҡан. Үҙәге — Асҡын ауылы. Өфөгә 213 км һәм иң яҡын Щучье Озеро тимер юл станцияһы (Пермь өлкәһе) — 50 км. Район 1935 йылдың ғинуарында ойошторолған. Майҙаны — 2542 км². Халҡы 23 337 (2010) кеше (1970— 34,4, 1979 — 28,3, 1989 — 23,5 мең, 1995 — 24,2 мең). Күпселек башҡорттар, татарҙар, урыҫтар. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км². 9 кеше. Иң ҙур ауылдар: Асҡын (1989 — 5,8 мең кеше) һәм Ҡубыяҙ (1,4 мең кеше).

Башҡорт теле

Башҡорт теле (башҡорт теле [bɑʂ.ˌqʊ̞rt.tɪ̞ˈlɪ̞]) — төрки тел, башҡорт халҡының теле. Алтай телдәренең төрки тармағы ҡыпсаҡ төркөмөнөң волга буйы-ҡыпсаҡ төркөмсәһенә ҡарай. Төп диалекттары: көнсығыш, төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ.

Башҡорт теле Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып тора. Уның дәүләт теле булараҡ (урыҫ теле менән бер рәттән) юридик статусы тәү башлап Башревкомдың 1920 йылдың 24 мартындағы положениеһы менән билдәләнә. Хәҙерге осорҙа был положение тәғлимәттәре Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында нығытылған.

Башҡорт теле башланғыс һәм урта мәктәптә уҡыу-уҡытыу сараһы һәм өйрәнеү предметы булып тора, юғары уҡыу йорттарында гуманитар предметтарҙы уҡытыу сараһы итеп файҙаланыла һәм предмет булараҡ өйрәнелә. Башҡорт телендә уҡыу әсбаптары, нәфис һәм публицистик әҙәбиәт нәшер ителә, гәзит һәм журналдар сыға, телевидение һәм радио тапшырыуҙары алып барыла, театрҙар эшләй. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының гуманитар фәндәр бүлексәһе, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты телде ғилми өйрәнеү үҙәктәре булып тора.

Донъяла башҡорт телендә 1,2 млн кеше һөйләшә. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә башҡорт телен 1 152 404 кеше белә, шул иҫәптә 977 484 башҡорт, 131 950 татар, 20 258 урыҫ, 6 276 сыуаш, 3 211 мари, 1 953 ҡаҙаҡ, 1 630 удмурт, 1 279 үзбәк һәм 8 363 башҡа милләт вәкилдәре бар.

Башҡорт телен белгәндәр Башҡортостанда, Силәбе, Ырымбур, Төмән, Свердловск, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстанда, Удмурт Республикаһында күпләп йәшәй.

Башҡорт теле 2009 йылда, ЮНЕСКО тарафынан сығарылған «Донъяның хәүеф аҫтында булған телдәре атласы»на индерелеп, «көсһөҙ» статусы алғайны — «балаларҙың күпселеге үҙ телендә һөйләшә, әммә уны ҡулланыу даирәһе сикләнеүе ихтимал (мәҫәлән, бары тик көнкүрештә генә)».

Башҡорт энциклопедияһы

Башҡорт энциклопедияһы (рус. Башкирская энциклопедия) — универсаль белешмә-энциклопедик баҫма.

Ҡағыҙ энциклопедия 7 томдан тора (2015 йылдың башына ҡарата, урыҫ телендә — 7 том, башҡорт телендә — 2 том нәшер ителгән) һәм үҙ эсенә 17 меңдән ашыу мәҡәләне туплай. Башҡорт энциклопедияһының электрон версияһы башҡорт һәм урыҫ телдәрендә ҡағыҙ энциклопедияһын яңы мәғлүмәттәр менән яңыртылған мәҡәләләре нигеҙендә «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы тарафынан эшләнелгән.

Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы)

«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы — автономиялы дәүләт учреждениеһы. Башҡортостан Фәндәр Академияһының ғилми етәкселеге аҫтында эшләй.

Башҡорттар

Башҡорттар — төрки милләт, Башҡортостан Республикаһының һәм шул уҡ исемдәге тарихи-география өлкәнең төп халҡы. Республиканан тыш башҡорттарҙың тарихи йәшәйеш төбәктәре Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Татарстан Республикаһында һәм Пермь крайында бар.

Башҡорттарҙың Рәсәй Федерацияһындағы һан иҫәбе (2002) — 1 673 389 кеше, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында — 1 221 302. Башҡорт теле Алтай ғаиләһе төрки төркөмөнөң көнбайыш тармағына инә, тармаҡланған диалект структураһы бар. Дингә ышанған башҡорттар — мосолман-сөнниҙәр.

Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге

Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге (рус. «Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона» (ЭСБЕ) — Рәсәй империяһында урыҫ телендә нәшер ителгән универсаль энциклопедия.

1890—1907 йылдарҙа Петербургта Ф. А. Брокгауз — И. А. Ефрон акционер нәшриәт йәмғиәте тарафынан нәшер ителгән. Баҫма ике вариантта нәшер ителә: 41 төп том һәм 2 өҫтәмә том (тираждың бәләкәй өлөшө) һәм 82 төп том һәм 4 ярым том. 49-сы һәм 50-се ярым томдарҙа нумерация китаптың төбөнә ҡуйылған һәм титуль битенә XXV, XXVа баҫылған.

Беренсе 8 том И. Е. Андреевский редакцияһында нәшер ителә, ҡалғандары К. К. Арсеньев һәм Ф. Ф. Петрушевский редакцияһында. Энциклопедияла 121 240 мәҡәлә, 7800 иллюстрация и 235 карта бар.

1899—1902 йылдарҙа «Брокгауз һәм Ефрондың кесе энциклопедияһы» «Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона» (МЭСБЕ) (3 томда) нәшер ителә; 1907—1909 йылдарҙа 4 томда икенсе баҫмаһы сыға.

1911—1916 йылдаҙа «Яңы энциклопедик һүҙлек» («Новый энциклопедический словарь» (НЭС)) (48 томдың 29 томы, һуңғы мәҡәлә — «Отто»). Рәсәй милли китапханаһында (Российская национальная библиотека|РНБ) төҙәтелгән 30-сы том һәм тулы булмаған 31-се том һаклана.

Википедия

Википедия (ингл. wikipedia әйтелеше ) — төрлө телдә яҙылған, сикләүһеҙ ҡулланыуҙа булған ирекле интернет энциклопедия. Донъя күләмендә тупланған барлыҡ ғилемде һәр халыҡтың туған телендә ирекле ҡулланыу урыны. http://www.wikipedia.org/ интернет-сайтында урынлашҡан. Һәр тел бүлеге үҙ аллы проект, айырым URL адресы бар. Башҡорт телендәге бүлек http://ba.wikipedia.org адресында урынлашҡан.

Википедия 2001 йылдың 10 ғинуарында Нупедия (Nupedia) исеме менән донъяға килә, 15 ғинуарҙа Википедияның беренсе версияһы уҡыу өсөн асыла. Уға Джимми Уэльс (Jimmy Wales) менән Лари Сэнгер (Larry Sanger) нигеҙ һалған. Википедия проектының рәсми хужаһы булып донъя күләмендә эшмәкәрлек алып барған Викимедиа фонды исемле ижтимағи ойошма иҫәпләнә. Ул ойошма АҠШ-тың Калифорния штатындағы Сан-Франциско ҡалаһында теркәлгән. Фондтың 19 илдә, шул иҫәптән Рәсәйҙә, урындағы үҙ аллы бүлексәләре бар. Был ижтимағи ойошма Википедия проектының эшмәкәрлеген техник яҡтан ғына ҡурсалай. Башҡа төр йүнәлештәге эшмәкәрлеккә фонд ҡыҫылмай һәм үҙ сәйәсәте менән баҫым яһамай. Википедияның эстәлеге ирекле һәм уға бөтә донъя кешеләре хужа булып тора. Википедия эсендә алып барылған эшмәкәрлеккә ҡулланыусылар үҙ аллы идара итә.

Википедияның иң мөһим үҙенсәлектәре — уның асыҡ эстәлекле булыуы, мәғлүмәтен һәр кем төрлө маҡсатта ҡуллана һәм ирекле рәүештә тарата алыуы. Бер үк ваҡытта Википедия мәғлүмәтен һәр кешегә тулыландырыу һәм камиллаштырыу мөмкинлеге ҡаралған. Бының өсөн кемдәндер рөхсәт һорарға кәрәкмәй. Шулай уҡ Википедия сайтында теркәлеү мотлаҡ түгел. Әммә иҫәп яҙыуын теркәгән осраҡта ҡулланыу уңайлыҡтары арта.

Википедияның тағы бер мөһим, башҡорт халҡы өсөн иң мөһиме тип тә иҫәпләргә булған үҙенсәлеге — Википедияла мәғлүмәтте һәр бер халыҡтың туған телендә яҙа алыу мөмкинлегендә. Донъя күләмендә тупланған барлыҡ ғилем, барлыҡ мәғлүмәт һәр кешенең туған телендә ирекле ҡулланыуҙа булырға тейеш, тип иҫәпләй Википедия ирекмәндәре. Берҙән, бындай ҡараш Ер йөҙөндәге һәр бер кешегә ғилем туплау өсөн бер тигеҙ мөмкинлек бирә һәм һәр яңы быуын вәкилдәренең икенсе телде өйрәнеүгә тотонолған сығымдарын кәметә. Икенсенән, үҙ телендә сит ҡәүемдәрҙең мәҙәниәтен, тарихын, донъяға ҡарашын өйрәнгән кешенең сит телдәрҙе өйрәнеүгә теләге көсәйәсәк. Өсөнсөнән, туған телен ҡулланыу мөмкинлеге сикләнгән халыҡтар өсөн телде ҡулланыу даирәһе арта.

Википедия әлеге көндә донъя халыҡтарының 304 телендә алып барыла. Уны төҙөүҙә 81 миллионға яҡын теркәлгән һәм иҫәпһеҙ теркәлмәгән ирекмән ҡатнаша. Бөтә тел бүлектәрендә 50 миллиондан ашыу мәҡәлә бар. Иң күбеһе инглиз телендә — 4 миллиондан, унан ҡала немец, француз һәм нидерланд телдәрендә берәр миллиондан ашыу мәҡәлә бар. Урыҫ телендәге бүлек иң ҙур күләмле ун тел бүлек исемлегендә, ундағы мәҡәлә һаны бер миллион ярымдан артты.

Википедияның башҡорт теле бүлегендә «Башҡортостан» исемле беренсе мәҡәлә 2005 йылдың 16 апрелендә аноним автор тарафынан яҙылған. Был көн Башҡорт Википедияһының тыуған көнө тип иҫәпләнә. Шул ваҡыттан алып ете меңгә яҡын ҡатнашыусы теркәлгән, һуңғы утыҙ көндә 50-нән ашыу теркәлгән мөхәррир бер һәм унан күберәк өҫтәмә индергән. Википедияның башҡорт теле бүлегендә әлеге ваҡытта 49 807 мәҡәлә бар. Һуңғы йылда бүлектә мәҡәләләр һанының һәм уларҙы тулыландырыу күрһәткесенең әүҙем үҫеше күҙәтелә.

Грузия

Гру́зия (груз. საქართველო [sɑkʰɑrtʰwɛlɔ], Сакартве́ло) — Кавказ аръяғының көнбайыш өлөшөндә һәм Ҡара диңгеҙҙең көнсығыш ярҙарында урынлашҡан дәүләт, Алғы Азияға һәм Яҡын Көнсығышҡа ҡарай; йыш ҡына хәҙерге Европаның бер өлөшө булып та ҡарала.

Грузия көнбайышта Ҡара диңгеҙ һыуҙары менән йыуылһа, көнсығышта һәм төньяҡта Рәсәй, көньяҡта — Әрмәнстан һәм Төркиә, көньяҡ-көнсығышта — Әзербайжан менән сиктәш. Өлөшләтә танылған Абхазия һәм Көньяҡ Осетия биләмәләренә грузин хөкүмәте ғәмәлдә (де-факто) контроллек итмәй. Грузия, ОБСЕның Парламент Ассамблеяһы, Америка Ҡушма Штаттары һәм Европа комиссияһы тарафынан улар Грузияның Рәсәй баҫып алған ерҙәре тип иҫәпләнә.

Дүшәмбе

Дүшәмбе — аҙнаның йәкшәмбе менән шишәмбе араһындағы беренсе көнө. Фарсы теленән мәғәнәһе — шәмбенән һуң икенсе көн.Халыҡ-ара ISO 8601 стандарттарына ярашлы, дүшәмбе аҙнаның беренсе көнө, ялдан һуң эш аҙнаһы башланған көн һанала. Мосолман календарында иһә ул аҙнаның өсөнсө көнө.

Ил

Ил — тарихи биләмәле сәйәси илде тотҡан территория, үҙенә хас булған климат һәм мәҙәниәте бар. Ил бойондороҡһоҙло дәүләт булырға мөмкин йәки икенсе дәүләткә бойоноуы ла бар.

Йәкшәмбе

Йәкшәмбе — аҙна эсендә шәмбе менән дүшәмбе араһындағы көн исеме. Мәғәнәһе — фарсы теленән "бер-шәмбе" тип тәржемә ителә .

Халыҡ-ара ISO 8601 стандарттарына ярашлы, йәкшәмбе аҙнаның етенсе көнө һанала. Мосолман календарында иһә ул аҙнаның икенсе көнө.

Майҙан

Майҙан — ике үлсәмле (яҫы йәки бөгөлгән) геометрик фигураның, был фигураның үлсәмен күрһәтеүсе, һанлы характеристикаһы. Тарихи майҙанды иҫәпләү квадратура тип атала. Майҙаны булған фигура, квадратланыусы тип атала. Ябай фигуралар өсөн майҙандың аныҡ ҡиммәте был төшөнсәгә ҡуйылған мөһим талаптарҙан килеп сыға (аҫтараҡ ҡарағыҙ). Бер үк майҙанлы фигуралар тигеҙ ҙурлыҡта тип аталалар.

Геометрик фигураларҙың майҙанын иҫәпләүҙең дөйөм ысулын интеграль иҫәпләү бирҙе. Геометрик объекттарҙың киңерәк класы өсөн ҡулай булған күмәклек үлсәме теорияһы майҙан төшөнсәһенең дөйөмләштерелеүе булып тора.

Майҙандың ҡиммәтен яҡынса иҫәпләү өсөн практикалапалетка йәки махсус үлсәү приборы — планиметр ҡулланалар.

Мәскәү

Мәскәү (рус. Москва) — Рәсәйҙең баш ҡалаһы, федераль әһәмиәттәге ҡала, Мәскәү өлкәһенең составына инмәй, Федераль округы үҙәге. Герой ҡала (1965), ике Ленин ордены (1974, 1965) һәм Октябрь Революцияһы ордены (1967) менән бүләкләнгән. Ҡалала урынлашҡан театр Рәсәйҙең 100 һумлыҡ аҡсаһында һүрәтләнгән.

Халҡы — 12 325 387 кеше (2016). Мәскәүҙә 1989 йылда — 5417, 2002 йылда — 5941 башҡорт йәшәгәне теркәлгән.

Эре мәсеттәр тип Мәскәү йәмиғ мәсете һәм Мәскәү тарихи мәсете һанала.

Салауат районы

Салауат районы (рус. Салаватский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Республиканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан, Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1935 йылда Малаяҙ районы булараҡ ойошторолған, 1943 йылда хәҙерге исеме бирелә. Майҙаны — 2182 км². Район үҙәге — Малаяҙ ауылы Өфөгә 183 км, яҡындағы Кропачево тимер юл станцияһына (Силәбе өлкәһе) 29 км. Халҡы 2010 йыл — 27,8 мең кеше (1970 йыл — 32,9; 1979 йыл — 28,8; 1989 йыл — 26,9 мең; 1995 йыл 27,3 мең кеше). Халыҡтың тығыҙлығы — 1 км²-ға 12 кеше, шул иҫәптән ауыл ерендә — 11 кеше. Районда 64 ауыл бар, шуларҙың иң күп халыҡ йәшәгәндәре: Малаяҙ (3,8 мең), Мөрсәлим (2,4 мең — 1989 йыл), Арҡауыл (1,3 мең), Лаҡлы (1,2 мең). Күпселекте башҡорттар, татарҙар, урыҫтар тәшкил итә.

Санкт-Петербург

Санкт-Петербу́рг — Рәсәйҙең федераль әһәмиәтендәге ҡалаһы, Төньяҡ-Көнсығыш федераль округы һәм Ленинград өлкәһе үҙәге. Ҡалала Рәсәй Федерацияһы Конституция суды урынлашҡан.

Ҡаланың һәйкәлдәре һәм ҡайһы бер тарихи биналары Рәсәйҙең 50 һумлыҡ аҡса банкнотында һүрәтләнгән.

Стәрлетамаҡ районы

Стәрлетамаҡ районы (рус. Стерлитамакский район) – Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге – Стәрлетамаҡ ҡалаһы. Районда 20454 кеше йәшәй.

Районда «Газпром трансгаз Өфө» яуаплығы сикләнғән йәмғиәтенең линия-производство идаралығы (ЛПУ) урынлашҡан, ул Төмән өлкәһенән үткәрелгән нефть һәм газ торбаларын хеҙмәтләндерә.

Типтәрҙәр

Типтәрҙәр (рус. тептяри,татар. типтәр) — XVII быуаттан алып Башҡортостанда билдәле ҡатлам (тәүге осорҙа социаль төркөм). Күпселек тарихсылар (Ә. З. Әсфәндиәров, Б. С. Дәүләтбаев, Н. Ф. Демидова, У. Х. Рәхмәтуллин) типтәрҙәрҙе ҡатлам тип иҫәпләй. Р. Ғ. Кузеев фекеренсә, типтәрҙәр — этник ҡатлам төркөмө. Г. Георги, П. Паллас, П. И. Рычков кеүек билдәле крайҙы өйрәнеүселәр типтәрҙәр тураһында яҙып ҡалдырған.

Ырымбур өлкәһе

Ырымбур өлкәһе (рус. Оренбургская область) — өлкә, Рәсәй Федерацияһы субъекты, Көньяҡ Уралда урынлашҡан, Волга буйы Федераль округына ҡарай. Өлкә үҙәге — Ырымбур ҡалаһы. Территорияһы 123 732 км². Халҡы 2 032 915 кеше (2010).

Ҡаҙағстан (Көнсығыш Ҡаҙағстан, Аҡтүбә, Ҡостанай өлкәләре), Башҡортостан һәм Татарстан республикалары, Һамар, Һарытау һәм Силәбе өлкәләре менән сиктәш.

Өлкәлә башҡорттар нигеҙ һалған 135 ауыл бар.

Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы

тарихсы.

Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы (15 май 1934 йыл — 4 февраль 2014 йыл) — тарихсы ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1984). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2007), Ә. Вәлиди исемендәге халыҡ-ара (1997) һәм В. П. Бирюков исемендәге Урал (1994) премиялары лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.