Эгей диңгеҙе

Эгей диңгеҙе (грек. Αιγαίον πέλαγος, төр. Ege Denizi) — Балҡан ярымутрауы, Кесе Азия һәм Крит утрауы араһындағы күп һанлы утрауҙары (яҡынса 2000) менән Урта диңгеҙенең көнсығыштағы өлөшө. Греция һәм Төркиә ярҙарын йыуа.

Эгей диңгеҙе
УрынлашыуыУрта диңгеҙ
Майҙаны179 мең км²
Иң ҙур тәрәнлек2529 м
Blue pog.svg
Эгей диңгеҙе картаһы
Эгей диңгеҙе картаһы
Cliffs of Santorini
Эгей диңгеҙе ярҙары

География

Төньяҡ-көнсығышта Дарданел боғаҙы аша Мәрмәр диңгеҙе һәм артабан Босфор боғаҙы аша Ҡара диңгеҙ менән, ә көньяҡта — утрауҙар араһындағы бер нисә боғаҙҙар аша Урта диңгеҙ менән тоташа. Майҙаны яҡынса 179 мең км². Максималь тәрәнлеге — 2529 м.

Иң ҙур утрауҙары — Эвбея, Крит, Лесбос, Родос, Самос.

Хужалыҡта әһәмиәте

Диңгеҙҙә туризм, балыҡ тотоу, губка йыйыу, һигеҙаяҡ аулау үҫешкән.

Төп порттары:

Һылтанмалар

Океанология Был океанология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Анкара (провинция)

Анкара́ (төр. Ankara) — Төркиә Йөмһүриәтенең провинцияһы, провиницияһы. Үҙәк — Төркиә Йөмһүриәтенең баш ҡала Анкара. Үҙәк Анатолия составында.

Архипелаг

Архипела́г (бор. грек. Αρχιπέλαγος: Αρχι «тәү, баш» + πέλαγος «диңгеҙ») — бер-береһенә яҡын урынлашҡан һәм ғәҙәттә барлыҡҡа килеүҙәре (ҡитғасал, вулкансал, кораллсал) бер үк булған һәм оҡшаш геологик төҙөлөшкә эйә булған диңгеҙ утрауҙары төркөмө.

Аҙау диңгеҙе

Аҙау (Азаҡ, Азов) диңгеҙе (рус. Азовское море, укр. Азовське море, бор. грекΜαιῶτις λίμνη, лат. Palus Maeotis, ҡырымтат. Azaq deñizi, грек. Θάλασσα Αζόφ) — Европаның көнсығышындағы эске диңгеҙ. Донъялағы иң һай диңгеҙ, тәрәнлеге 13,5 метрҙан да ашмай. Европаның көнсығышындағы Атлантик океандың ярым ябыҡ диңгеҙе, Украина ярҙарын йыуа һәм Рәсәйгә ҡарай, уртаса тәрәнлеге яҡынса 7,4 м (төрлө баһалауҙар буйынса — 6,8 метрҙан 8 метрға саҡлы). Аҙау диңгеҙе Атлантик океан менән боғаҙҙар һәм диңгеҙҙәрҙең оҙон сылбыры аша тоташа (Керчь боғаҙы — Ҡара диңгеҙ — Босфор боғаҙы — Мәрмәр диңгеҙ — Дарданелл боғаҙы — Эгей диңгеҙе — Урта диңгеҙ — Гибралтар боғаҙы — Атлантик океан).

Борон заманда Аҙау диңгеҙе булмаған, ә Дон Ҡара диңгеҙгә хәҙерге Керчь боғаҙы эргәһендә ҡойған булған. Аҙау диңгеҙенең акваторияһына яҡынса б . э. т. 5600 йылда һыу тулған тип фаразлана. (см. Теория черноморского потопа).

Тамань ярымутрауының төньяҡ ярында боронғо кешенең иртә палеолит торағы, Кермек, табылған.

Балҡан ярымутрауы

Балҡан ярымутрауы (слов. Balkanski polotok, хорв. Balkanski poluotok, босн. Balkansko poluostrvo, сер. һәм черногор. Балканско полуострво, рум. Peninsula Balcanică, болг. һәм макед. Балкански полуостров, грек. Βαλκανική χερσόνησος, төр. Balkan Yarımadası, итал. Penisola Balcanica, лат. Paeninsula Balcanica) Европаның көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Майҙаны — 505 км² тирәһе.

Ярҙары көньяҡ-көнбайышты һәм көньяҡ көнсығышта Урта диңгеҙ, Адриатик диңгеҙ, Ионик диңгеҙ, Мәрмәр диңгеҙ, Крит диңгеҙе, Эгей диңгеҙе һәм Ҡара диңгеҙ һыуҙары менән йыуыла. Ярҙары өлөштәргә бүлгеләнгән. Рельефы башлыса таулы (Стара-Планина, Родоптар, [[Динар тау итәктәре], Пинд).

Төньяҡта сиктәре шартлы рәүештә билдәләнгән. Дунай, Сава һәм Купа,һыҙаты буйлап һәм һуңғыһының йылға башынан алып ҡойған урыны Кварнер ҡултығына тиклем.

Балҡан ярымутрауында өлөшләтә йәки тулыһынса урынлашҡан илдәр:

Албания

Болгария

Босния һәм Герцеговина

Греция

Төньяҡ Македония

Черногория

Сербия

Хорватия

Словения

Румыния

ТөркиәГреция, Словения, Румыния, Хорватия һәм Болгария Европа берләшмәһе ағзалары булып тора.

Албания, Хорватия, Төркиә, Греция, Болгария, Румыния һәм Словения НАТОға ингән илдәр.

Балҡан ярым утрауы аша төп транспорт магистралдәре үтә. Улар Көнбайыш Европа менән Көнсығыш Европаны, Көньяҡ-Көнбайыш Азияны, Кесе Азияны һәм Яҡын Көнсығышты тоташтыра.

Боронғо мәҙәниәттәрҙең һәм цивилтзацияларҙың тыуған урыны булып иҫәпләнә.

Боронғо Греция

Боронғо Греция, Эллада (бор. грек. Ἑλλάς) — боронғо эолий, ахей, ионий, дорий ҡәбиләләре йәшәгән ҡала-дәүләттәр биләмәһенең дөйөм исеме. Грецияның этник картаһы бөтә антик дәүер дауамында бер төрлө булған һәм үҙгәрмәй ҡалған тиерлек.

«Боронғо Греция» төшөнсәһенә ингән биләмәләр тип ғалимдар б. э. тиклемге III—II быуаттарҙан алып Крит утрауында барлыҡҡа килгән тәүге дәүләт ойошмаларынан һәм б. э. тиклемге II—I быуаттарға тиклем һуҙылған грек колониялаштырыу дәүерендә йәшәгән территорияларҙы индергән. Һуңынан Көнсығыш Урта диңгеҙ буйындағы был грек һәм эллин биләмәләре Рим империяһы тарафынан баҫып алына һәм урта диңгеҙ Рим дәүләте составына индерелә.

Боронғо грек тарихында географик сиктәр даими булмаған, улар төрлө тарихи дәүерҙәрҙә киңәйеп йәки тарайып үҙгәреп торған. Боронғо Греция территорияһы Балҡан ярымутрауының көнсығышын уға йәнәш терәлеп торған утрауҙарында йәйелеп ятҡан. Уға б. э. тиклемге VIII—VI быуаттарҙағы грек колониялаштырыу дәүерендә көнсығышта Эгей диңгеҙе утрауҙары, Фракияның яр буйҙары, Кесе Азияның көнбайыш яр буйы һәм Кипр утрауының бер өлөшө ҡараған. Көнсығышта уның территорияһына Ҡара диңгеҙ һәм Аҙау диңгеҙе; көньяҡта — Төньяҡ Африка (Киренаика, хәҙерге Ливия); көнбайышта — Көньяҡ Италия, көнсығыш Сицилия; көньяҡ Галлия (хәҙерге Франция) һәм төньяҡ-көнсығышта Испания яр буйҙары ингән. Башлыса, был биләмәләр хәҙерге замандағы Греция территорияһына тап килә.

Боронғо Грецияның иң юғары иҡтисади, сәйәси үҫешеб. э. тиклемге Vl - V быуаттарҙағы полис ҡоролошона тура килә һәм Боронғо Греция тарихында классик осор исемен ала.

Хәҙерге һәм боронғо гректарҙың атамаһы — эллиндар, был ил исеме — Элладанан (Hellas) күскән. «Гректар» этнонимы (бор. грек. Γραικοί, лат. Graeci) латин теленән килеп сыҡҡан һәм, күрәһең, башта Төньяҡ Греция ҡәбиләләренең береһенә ҡараған, был исем шулай уҡ Грея[en] (Γραία) ҡалаһының атамаһын сағылдырған Лингвистика һәм һинд филологияһы профессоры Георгиос, Хадзидакис фекеренсә, «гректар» тип Танагра ҡалаһынан Көньяҡ Италияға (Кумы ҡалаһына) күсеп килгән боронғо ҡәбилә аталған. Римляндар был ҡәбилә исемен «гректар» тип бөтә эллин халыҡтарына күсергән.

Дарданелл боғаҙы

Дарданелл боғаҙы (Геллеспонт боғаҙы лат. Hellespontus — боронғо грек атамаһы; Чанаккале боғаҙы төр. Çanakkale boğazı) — Кесе Азияның төньяҡ-көнбайыш яр буйының өлөшөн Европаны Галлиполи ярымутрауынан айырыусы һәм Мәрмәр диңгеҙен Урта диңгеҙ менән тоташтырыусы боғаҙ.

Диңгеҙ

Диңгеҙ — ҡоро ер йәки һыу аҫты рельефы менән айырылып торған Донъя океанының өлөшө. Ҡайһы бер диңгеҙҙәр башҡа диңгеҙҙәрҙең өлөшө булып торалар (мәҫәлән, Эгей диңгеҙе — Урта диңгеҙ өлөшө).

Каһраманмараш (провинция)

Каһраманмараш (төр. Kahramanmaraş) — Төркиә Йөмһүриәтенең провинцияһы.

Кыркларәли (провинция)

Кыркларәли (төр. Kırklareli) — Төркиәнең Европа өлөшөндәге провнция.

Халҡы — 328 461 кеше (2009).

Мармарис

Мармарис (төр. Marmaris) — Төркиәнең ҡала-порты һәм курорты. Райондың бер исемле административ үҙәге. Урта диңгеҙ яры буйында Төркиәнең көньяҡ-көнбайышында, Мугла провинцияһында урынлашҡан (Урта диңгеҙ һәм Эгей диңгеҙе сигендә Мармарис һәм Даламан араһында). Туристик миҙгелдә 2014 йылда ҡала бөтә донъянан 2 миллионға яҡын туристарҙы ҡабул итә.

Мәрмәр диңгеҙе

Мәрмәр диңгеҙе (төр. Marmara Denizi, мәрмәр табылған Мармара утрауы исеменән; боронғо грек телендң Προποντίς, Пропонтида, диңгеҙ башланған урын) — Төркиәнең Кесе Азия һәм Европа өлөшөндә урынлашҡан Атлантик океан диңгеҙе. Төньяҡ-көнсығышы Босфор боғаҙы аша Ҡара диңгеҙ менән төташа. Көньяҡ-көнбайышта Дарданелдар боғаҙы аша Эгей диңгеҙе менән тоташа.

Мәрсин (провинция)

Мәрсин (төр. Mersin), 2002 йылға тиклем Ичель (төр. İçel) — Төркиәнең провинцияһы.

Халҡы— 2 271 400 кеше (2009)

Пирей

Пирей (бор.грек. Πειραιεύς ή Πειραιάς) — Грецияның ҙурлығы буйынса өсөнсө урында торған ҡалаһы, Эгей диңгеҙе Сароникос ҡултығының көнсығыш яры буйында урынлашҡан. Тимер юл төйөнө: Пирей — Афины — Салоники (грек)баш. һәм Пирей — Афины — Коринф — Патры (инг.)баш.. Пирей порты — Грецияның тышҡы сауҙа порты (уның аша илдең яҡынса 50 % йөгө үтә, тышҡы сауҙа; әйләнеше 2007 йылда 20 млн тонна тәшкил иткән), Афинаның аванпорты. Грецияның эре сауҙа һәм сәнәғәт үҙәге. Интенсив торлаҡ һәм сәнәғәт төҙөлөшө арҡаһында Пирей Оло Афина составына инә. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 2 метрҙа урынлашҡан, Афинаның үҙәгенән көньяҡ-көнбайышта 8 километрҙа тора. Шул исемдәге общинаның һәм Аттика периферияһындағы периферия берәмегенең үҙәге. Халыҡ һаны — 163688 кеше (2011 йыл иҫәбе буйынса).

Ҡалала. Археологический музей Пирея[en].

Седир (утрау)

Седир (Сехир; төр. SedirSedir) — Төркиәнең көньяҡ-көнбайышындағы Эгей диңгеҙенең Геков ҡултығында урынлашҡан ҙур булмаған утрау. Мугла провинцияһының Ула районы составына ҡарай. Шулай уҡ рәсми булмаған «Клеопатра урауы» исемен дә йөрөтә.

Утрау үҙенең һирәк осрай торған ҡырсынлы алтын ҡомлоғо менән билдәле. Урындағы гидтар һөйләгән легенда буйынса, был үҙенсәлекле ҡом Клеопатра өсөн Мысырҙан күп ишкәкле хәрби кәмәләрҙә махсус килтерелгән. Клеопатра, йәнәһе лә, үҙенең һөйгәне Марк Антоний менән ошо утрауҙа осраша була. Ҡомлоҡтоң һәр бөртөгө — идеаль сфераға тиң тип әйтерлек. Ҡомлоҡ Төркиәнең Мәҙәниәт министрлығы тарафынан милли ҡаҙаныш булараҡ һаҡлана, шуға күрә бында аяҡ кейемендә инеү, үҙең менән таҫтамал алыу һәм тәмәке тартыу тыйыла. Ҡырсын ҡомлоҡтан сыҡмаһын өсөн, сығыр урында сөсө һыулы душ ҡуйылған. Ҡомлоҡҡа инеү түләүле. Ташбюкю утрауына тиклем һәр 30 минут һайын туристик кәмәләр йөрөп тора.

Ҡомлоҡтан тыш, утрауҙа Кедраи боронға ҡаланың емереклектәре лә бар. Иң боронғо ҡоролмаларҙан ғибәҙәтхана, амфитеатр һәм данлыҡлы кешеләрҙең зыяраты һаҡланып ҡалған. Кедраи тигән атама грек теленән тәржемә иткәндә кедр тигәнде аңлатһа ла, ысынында иһә бында кедр ағасы үҫкәнме, юҡмы икәне билдәһеҙ. Ҡала диуар менән уратып алынған була. Һаҡланып ҡалған башнялары һәм диуарҙары ҡаланың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Аполлон ғибәҙәтханаһы дорик стилдә төҙөлгән. Боронғо ҡаланың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан амфитеатр тап төньяҡҡа йүнәлтелгән. Пелопонесс һуғышы ваҡытында Афина яғында булған Кедраи ҡалаһын спарта хәрби ғәскәрҙәре башлығы Лисандр баҫып ала, ә уның халҡы ҡоллоҡҡа эләгә. Был ваҡиғаларҙы тарихсыһы Ксенофонт ентекле һүрәтләп, Кедраи халҡының ярым ҡырағай һәм ҡанһыҙ булыуын билдәләй.

Чанаккале (провинция)

Чанаккале (төр. Çanakkale) — Төркиә Йөмһүриәтенең провинцияһы. 2015 йылда Төркиә Йөмһүриәтендә тантаналы рәүештә Чанаккале өсөн ҡаты һуғышының 100 йыллығы билдәләнде.

Чанкыры (провинция)

Чанкыры (төр. Çankiri) — Төркиәнең провинцияһы.

Ыспарта (провинция)

Ыспарта (төр. Isparta) — Төркиә Йөмһүриәтенең провинцияһы.

Элазыг (провинция)

Элазыг (төр. Elâzığ, Ҡалып:Lang-diq, курдса Elezîz) — Төркиә Йөмһүриәтенең провинцияһы.

Әрзинжан (провинция)

Эрзинджа́н (төр. Erzincan) — Төркиә Йөмһүриәтенең провинцияһы.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.