Шоколад

Шокола́д (ингл. Chocolate, франц. Chocolat, исп. Chocolate) — какао емешенән әҙерләнгән төрлө кондитер продукттарын аңлатыусы термин.

Тарихы

Шоколадтың һәм какао ағасының тыуған иле булып Үҙәк һәм Көньяҡ Америка булып тора[1]. Бер нисә йөҙ йыл буйы шоколадты эсемлек урынына файҙаланғандар. Индейҙар онталған какао борсағын һыуҙа бутап, ҡыҙыл борос ҡушып эсемлек әҙерләгәндәр. XVI быуатта ғалим-монах Бенцони Испания короленә шыйыҡ шоколадтың файҙаһы тураһында белдерә. Докладты шунда уҡ йәшерен итәләр, ә шоколадты дәүләт сере тип иғлан итәләр. Был серлелекте боҙған өсөн бер нисә кеше яза ала. Оҙаҡ ваҡыт шоколад байҙар файҙаланырлыҡ ҡына, етештереүе ҡатмарлы, ингредиенттары ҡыйбатлы аҙыҡ булып ҡала.

Тик XIX быуат аҙағында ғына кондитерҙар хәҙерге заман шоколадын етештерә ала.

Ә XX быуат башында шәкәр һәм какаоның осһоҙланыуы шоколадты һәр кемгә һатып алырға мөмкинлек бирә. «Королдәр ризығы» тип рекламаланған шоколад ҙур уңыш ҡаҙана.

Шоколад депрессияны дауалай, кәйефте яҡшырта, яраларҙы төҙәйтә тип иҫәпләйҙәр[2].

Сеймал

Какао борсағынан алынған какао порошогы шокалад етештереү өсөн төп сеймал булып тора. Какао ағасы Ер шарының тропик киңлектәрендә үҫә. Какао борсағының тауар сорты етештереүсе ил йәки сығарыусы порт исеменә тура килә (Гана, Баия, Камерун, Тринидад һәм башҡалар. Сифаты буйынса какао борсағын ике төрөмгә бүләләр:

  • йомшаҡ нескә тәмле, хуш еҫле, төрлө төҫмөрһәге аҫыл сорттар (Ява, Тринидад һәм башҡалар
  • әсе, телде бөрөштөрә торҡан тәмле, көслө еҫле ғәҙәти ҡулланыусылар өсөн сорт (Баия, Пара һәм башҡалар

Какао емешенең итсәһендә 30-50 бөртөк какао борсағы була. Борсаҡ миндаль формаһында, оҙонлоғо 2.5 см була. Борсаҡтың ике өлөштән торған ҡаты төшө, үҫентеһе, ҡаты тышсаһы бар. Яңы йыйылған какао емештәренең шоколадҡа һәм какао порошогына хас тәме һәм хуш еҫе булмай, тәме әскелт төҫө тоноҡ була. Тәмен һәм еҫен яҡшыртыу өсөн уларҙы плантацияларҙа киптереүгә һәм ферментацияға ҡуялар. Майҙар, алкалоидтар — теобромин, кофеин (бер аҙ кимәлдә), аҡһым, углеводтар, дублаусы һәм минераль матдәләр, органик кислоталар, ароматик ҡушылмалар — какао борсағының төп компоненттары.

Ярымфабрикаттар

Эшәртеү барышында какао борсағын таҙарталар, сорттарға бүләләр һәм ҡыҙҙырылар, шыйыҡ массаға онтайҙар. Какао майында май ҡоро матдәнең 52—56 % тәшкил итә. 25 °С температурала ҡаты хәлдә, ә 32 °С — шыйыҡ хәлдә, шуға күрә ауыҙ эсендә иреп бөтә. Ешкәртеү барышында онталған какао тигән ярымфабрикат алалар. Был массанан махсус пресста какао майын һығып алалар. Онталған какао һәм какао майы шәкәр пудраһы менән шокалад етештереүгә китә, ә төпрәһенән какао порошогы эшләйҙәр. Шоколод массаһы шәкәр пудраһы, онтаоған какао, какао майы, тәмен һәм төҫөн яҡшырта торған ингредиенттар ҡушып эшләнә. Иҙмәне меланжер ярҙаманда ваҡлаәҙар (ҡаты матдәләр 20 мкм-дан вағыраҡ булырға тейеш), тағы бер мәртәбә какао майы менән ҡушып бутала, 30—31 °C-ҡа тиклем һыуытыла, шунан һуң формалау аппаратында һыуытала[1].

Мәҙәниәттә

Донъяла бер нисә шоколад музейы бар[3] — мәҫәлән, Кёльн, Брюгге музе!ҙары. Владимир өлкәһе Покров ҡалаһында донъяла берҙән бер шоколад музейы бар. Монумент ҡулына шоколад тотҡан әкиәт феяһы образында эшләнгән. Һәйкәл 2009 йылдың 1 июлендә Покров шоколад музейы ҡаршыһында асылған. Һәйкәл Крафт Фудс компанияһының Рәсәйҙәге эшмәкәрлегенең 15 йыллығы айҡанлы ҡуйыла.

Chocolate house in Tallinn (7954610070)
Шоколадтан яһалған скульптуралар

Шоколад менән бер нисә рекорд ҡуйыу бәйләнгән: Торнтонс британ шоколад етештереү компанияһы киңлеге 4 метр, оҙонлоғо 4 метр, ауырлығы 6 тоннаға яҡын шоколад әҙерләп Гиннесстың рекордтар китабына керә. Был шоколадты компанияның 100 йыллығына әҙерләйҙәр, рекорд алған плитка 75 мең ғәҙәти шоколадҡа бәрәбәр була. Ошоғаса шоколад етештереүсе Grand Candy әрмән компанияһы рекордсмен булған, был компания үҙенең 10 йыллығына 4.41 тонна шоколад плиткаһы эшләгән. Был плитка 4 көн буйына эшләнә, уның оҙонлоғо 5.6 метр, киңлеге 2.75 метр, бейеклеге 25 см була. Италия кондитерҙарының да ошоға оҡшаған рекорды бар, улар 3.58 тонна шоколад плиткаһы әҙерләгән[4].

13 сентябрҙә Бөтә донъя шоколад көнө билдәләнә (International Chocolate Day)[5], 11 июль— World Chocolate Day (1995 йылдан француздар билдәләй[6] был көндә Рәсәйҙәлә төрлө саралар үткәрелә[7]); бынан тыш АҠШ-та шоколад көнөн 7 июль һәм 28 октябрь билдәләйҙәр. Шоколад төрлө байрамдарҙа бүләк урынына ҡулланыла, шулай уҡ Пасха байрамына шоколад йомортҡалар әҙерләнә.

Ҡыҙыҡлы факттар

  • 30 г шоколадта 140 килокалорий тупланған.
  • 37 г шоколадта уртаса 9 г май (калория буйынса 55 %) бар.
  • шоколад составында йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн файҙалы флавонид матдәлере бар. Шуға охшаш матдәләр вино һәм виноградта бар.
  • Беҙҙең эраға тиклем 1200—1000 йылдарҙа Үҙәк Америкала әсегән какао һутынан «шоколад пивоһы» әҙерләгәндәр[8].
  • Шоколад составында, күпселек хайуандар өсөн токсин (ағыу), теобромин бар. Бесәй һәм эттәр өсөн үлемесле доза —200…300 мг/кг тоебромин. Ат һәм попугайҙар ҙа был матдәге бик һиҙгер. Кеше организмында метоболизм процесы бик тиҙ барғанлыктан, шоколадтан кеше ағыуланыуы осрағы теркәлмәгән.
  • 11 июль — Бөтә донъя шоколад көнө (World Chocolate Day).
  • АҠШ-та шоколад йомортҡаһын һатып алыу мөмкин түгел. Был илдә аҙыҡ эсенә ашарға яраҡһыҙ әйбер һалыу тыйыла.
  • Япония студенттары экзамен алдынан Kit Kat шоколадын ашай. Был японса «китто кацу» («барыбер еңәсәҡһең») тигән һүҙгә оҡшаш.
  • Подсбамдағы диетология институты (DlfE) белдереүе буйынса көнөнә 6 г шоколад ашау гипертония сире хәүефлелеген 39 %-ҡа кәметә, инсульт һәм миокарда инфарктына яҡшы профилактика дауаһы булып тора[9].

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 Менделеев Д. И., Борман Ж.,— Шоколад // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Как бесполезные продукты стали незаменимыми в нашей жизни
  3. Шоколадные музеи мира
  4. В Армении съели самую большую шоколадную плитку в мире
  5. International Chocolate Day. Candy.org. Тәүге сығанаҡтан архивланған 17 октябрь 2012. 4 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  6. Всемирный день шоколада — 11 июля. История и особенности праздника в проекте Календарь Праздников 2010
  7. Владивосток впервые отметит Всемирный день шоколада / Travel.Ru
  8. Lenta.ru «Археологи нашли следы древнего шоколадного пива» со ссылкой на журнал «Proceedings of the National Academy of Sciences»
  9. Немецкие ученые подтвердили — шоколад продлевает жизнь

Һылтанмалар

11 июль

11 июль — григориан стиле буйынса йылдың 192-се (кәбисә йылында 193-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 173 көн ҡала.

== Байрамдар ==

Халыҡ-ара байрамдар Бөтә донъя Ерҙә йәшәүсе халыҡтар көнө.

Халыҡ-ара шоколад көнө. Милли байрамдар Монголия — Халыҡ революцияһы көнө. Һөнәри байрамдар Рәсәй — Сәхнәне яҡтыртыусы хеҙмәткәрҙәр (светооператор) көнө.

«Тула прәниге» музейы

«Тула прәниге» — Туланың тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәренең төрлөлөгөнә һәм прәник етештереүенә арналған музей.

Австрия аш-һыуы

Австрия аш-һыуын, был традицион кулинар сәнғәт төрлө төбәктәрҙә сағылһа ла, йыш ҡына Вена аш-һыуына оҡшаталар. Бында Венгрия, Богемия, Бавария һәм Италия кулинар традициялары бергә тупланған. Башҡа илдәрҙән үҙләштерелгән блюдолар, рецептар, аш-һыу әҙерләү технологияһы урындағы традицияларға яраҡлаштырылған һәм ҡушылған. Австрия кухняһы, тәү сиратта, ҡамыр аштары һәм татлы ризыҡтары менән бөтә донъяға билдәле. Бигерәк тә Вена шницелдәре киң танылыу алған

Анисимова Нина Александровна

Анисимова Нина Александровна (14 ғинуар 1909 йыл — 23 сентябрь 1979 йыл) — балет артисы һәм балетмейстер, 1929—1958 йылдарҙа Ленинград опера һәм балет театры солисы. 1944 һәм 1952 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башҡорт милли балетының үҫеш юлдарын билдәләүсе «Сыңрау торна» спектаклен ҡуйыусы. БАССР-ҙың халыҡ артисы (1957), РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957).

Ауыл хужалығы

Ауыл хужалығы — халыҡты аҙыҡ-түлек һәм ҡайһы бер сәнәғәт тармағын сеймал менән тәьмин итеүсе халыҡ хужалығы тармағы. Ауыл хужалығы барлыҡ илдәрҙең иҡтисадында мөһим урын алып тора. Ер шарында ауыл хужалығы менән 1,1 млрд кеше шөғөлләнә.

Был тармаҡ торошо дәүләттең аҙыҡ-түлек именлегенә ныҡлы йоғонто яһай. Ауыл хужалығы проблемалары менән агрономия, малсылыҡ, мелиорация, үҫемлекселек, урмансылыҡ һәм башҡа тағы ла ҡайһы бер фән өлкәләре туранан-тура йәки ситләтелгән рәүештә

бәйле.

Ауыл хужалығының барлыҡҡа килеүе етештереү сараларында бынан 12 мең йыл элек башланған һәм «Неолит революцияһы» тип аталған үҙгәрештәр сәбәпсе була. Улар һөҙөмтәһендә йәшәү өсөн төп сығанаҡ булып үҙендә үҫтерелгән культуралы үҫемлектәр һәм мал-тыуар булған етештереүсе хужалыҡ барлыҡҡа килә, ә уныһы инде үҙ сиратында цивилизацияның артабанғы үҫешен тәьмин итә.

Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә һәм уны ҡулланыуҙа Америка Ҡушма Штаттары һәм Европа берлегендә ағза булған илдәр алдынғылыҡты алып тора.

Икенде ашы

Икенде — төшкө һәм киске аш араһында еңел туҡланыу, тағы — шул рәүешле тамаҡ ялғауға тәғәйенләнгән аҙыҡ.

Рәсәй балалар баҡсаларында һәм һауыҡтырыу лагерҙарында икенде мотлаҡ тамаҡ ялғау тип һанала һәм ял итеүҙән (көндөҙгө йоҡонан) һуң, 16 сәғәттә бирелә.

Исакович йорто

Исакович йорто (Феликс Дерибас йорто) — Одесса ҡалаһының Дерибасовская, 22 урамында урынлашҡан һәм урындағы әһәмәткә эйә булған архитектура һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы (Приморье крайы). Ампир стилендәге ике ҡатлы йорттоң өс фасады бар: ике фасады Дерибасовская һәм Гаванная урамына, өсөнсө фасады Ҡала баҡсаһына сыға. Бинаның баҫҡыстарында беренсе одесса осоусыһы С. Уточкинға һәйкәл ҡуйылған.

Кәнфит

Кәнфит (от лат. confectum, «изготовлено») — төрлө-төрлө, шәкәрле йәки шоколадлы кондитер изделиеһы. Уға шәкәрләнгән емештәр, пралине инә. Ҡағиҙә булараҡ, кәнфиттәрҙең составында 60-75 % шәкәр була. Улар глазурле (глазурь менән ҡапланған), глазурһеҙ һәм шоколад эслеге булған кәнфиттәргә бүленә.

«Кәнфит» термины — аптекала эшләүселәрҙең профессиональ жаргонынан килеп сыҡҡан. XVI быуатта был термин, дауаланыу маҡсатында файҙаланылған һәм шәкәрләнгән йәки ҡайнатма итеп эшкәртелгән емеш-еләкте аңлата. Тора-бара ул төрлө ингредиенттарҙан торған кондитер изделиеларының киңерәк теҙмәһен аңлата.

Ланч

Ланч (ингл. Lunch) (совет әҙәбиәтендә шулай уҡ «ленч» транслитерацияһы ҡулланылған) — инглиз телендә һөйләшкән илдәрҙә — төшкө ашты ашауҙы аңлатҡан Luncheon һүҙенән алынған ҡыҫҡартыу.

XVII быуатта инглиз телле илдәрҙә башҡа атама ҡулланылған — dinner («төшкө аш»), Великобританияла, өлөшләтә Канадала ҡайһы берҙә һаман да төш ваҡытында ашап алыуҙы аңлатҡан был атама ҡулланыла. АҠШ-та dinner термины төштән һуңғы тамаҡ ялғауға ҡарата ҡулланыла, ә XIX быуаттан башлап киске ашты аңлата башлаған, электән ҡулланылған supper һүҙе ҡыҫырыҡлап сығарылған, үҙ сиратында supper һүҙе киске аштан да һуңыраҡ, ярты төнгә яҡыныраҡ тамаҡҡа ашауҙы аңлата.

«Ланч» һүҙе йәкшәмбе һәм Рождество, Пасха, Рәхмәтле булыу көнө (День благодарения) кеүек байрамдарҙа төштән һуңғараҡ, сәғәт икенән дүрткә саҡлы, өҫтәлгә килтерелгән ашамлыҡ һәм һаман да dinner (төшкө аш) тип атала.

Уға бәйле төшөнсәләр барлыҡҡа килтереү өсөн, мәҫәлән:

lunch break — эштә һәм мәктәптәрҙә ланч өсөн рөхсәт ителгән тәнәфес.

bag lunch («пакеттағы ланч») — 1980-се йылдарҙа, микро тулҡынлы мейестәргә саҡлы, Төньяҡ Америкала эш урындарында эсенә сэндвич һәм йыш ҡына бер бөтөн емеш һәм берәй төрлө тәмлекәс һалынған һоро ҡағыҙҙан эшләнгән стандарт упаковка.

lunchbox («ланч өсөн ҡумта») — Британияла, Америкала, йәки Австралияла, эсенә сэндвич, чипсы һәм напиток, моғайын, шоколад батончигы һәм бер-ике емеш һалынған төшкө аш өсөн тәғәйенләнгән төргәк. Америкалағы кеүек, Британияла был традицияға алмашҡа кафелар килгән. Әммә шулай әҙерләнгән ашамлыҡ йыйылмаһы (набор) төҙөүселәр һәм уҡыусылар араһында бөгөнгө көндә лә киң таралған.

Манатов Шәриф Әхмәтйән улы

Манатов Шәриф (Шәрифйән) Әхмәтйән улы (20 октябрь 1892 йыл — 1936 йыл) — башҡорт дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, Башҡортостан автономиялы республикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Рошен

«Рошен» (Roshen) — украин кондитер корпорацияһы, донъяла иң эре кондитер ризыҡтары етештереүселәрҙең береһе. 2012 йылға ҡарата Candy Industry Top 100 рейтингында18-се урынды биләгән. Башҡа сығанаҡтар буйынса, әһәмиәте буйынса донъя кондитер компаниялары араһында 15-се урында тора.

Компанияның үҙәк офисы Киевта урынлашҡан. Украиналағы бүлектәренән тыш, компания составына Литва, Венгрия, Ҡаҙағстан, Рәсәй һәм Ҡытай бүлектәре инә. Продукцияһы донъяның 30-ҙан ашыу илендә, шул иҫәптән Рәсәйҙә, Ҡаҙағстанда, Беларуста, Кавказ, Урта Азия, ЕС илдәрендә, АҠШ-та, Молдовала, Ҡытайҙа, Израилдә, Литвала һатыла.

«Рошен» атамаһы корпорацияға нигеҙ һалған Пётр Порошенко фамилияһының тәүге һәм һуңғы ижектәрен ҡыҫҡартыу юлы менән яһалған.

Сальвадор Дали

"Дали" бите бында йүнәтелә.Сальвадо́р Дали́ (тулы исеме Сальвадор Доме́нек Фелип Жасинт Дали и Доме́нек, маркиз де Пу́боль, кат. Salvador Domènec Felip Jacint Dalí i Domènech, Marqués de Dalí de Púbol, исп. Salvador Domingo Felipe Jacinto Dalí i Domènech, Marqués de Dalí y de Púbol; 11 май 1904 йыл — 23 ғинуар 1989 йыл) — испан рәссамы, график, скульптор, режиссёр һәм яҙыусы. Сюрреализмдың иң билдәле вәкилдәренең береһе.

Түбәндәге фильмдар өҫтөндә эшләй: «Андалуз эте», «Алтын быуат», «Арбалған». «Сальвадор Далиҙың үҙе һөйләгән йәшерен тормошо» (1942), «Бер даһиҙың көндәлеге» (1952—1963), Oui: The Paranoid-Critical Revolution (1927—33) тигән китаптар һәм «Анжелюс Милленың фажиғәле мифы» тигән эссе авторы.

Соус

Со́ус (франц. sauce — подливка) — тѳп блюдоға йәки гарнирға һалып ашау ѳсѳн шыйыҡ тәмләткес. Соустар блюдоны һутлыраҡ, тәмлерәк итә, уның калорияһын күтәрә. Күп кенә соустар тәмләткестәр һәм тәм биреүсе матдәләрҙән тора. Нәҡ улар организмдың аш һеңдереү органына ҡуҙғытҡыс тәьҫир итә. Соустың сағыу тѳҫѳ блюдолағы тѳп продукттарҙың да тѳҫѳн айырып күрһәтеүгә булышлыҡ итә.

Подливтар татлы блюдоларға ла бирелә. Мәҫәлән, эремсек ҡабартмаларына, оладьиларға, ҡоймаҡҡа ҡаймаҡ йәки ярым шыйыҡ кеҫәл, йә булмаһа емеш-еләкле татлы кеҫәл бирергә мѳмкин.

Соустарҙы әҙер блюдоларға ғына ҡушып бирмәйҙәр, ә уны әҙерләү процесында ла уңышлы файҙаланалар. Ҡайһы бер продукттарҙы соуста ҡыҙҙыралар йәки соуста быҡтыралар. Соустарҙы һаҡлай торған махсус соус һауыттары була.

Киң таралған соустар: кетчуп, майонез, соя соусы, бешамель, ткемали, соцебели, сальса, балыҡ соусы, һарымһаҡ соусы, бәшмәк соусы, татар соусы.

Соус һүҙе лат. salsus — «тоҙланған» тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан. Боронғо Рим дәүеренә иң тәүге киң билдәле гарум соусы инә.

Торт

Торт (итал. torta, ранее от лат. tōrta, йоморо икмәк) — крем йәки джем һеңдерелгән бер нисә ҡамыр йәймәһенән торған десерт; һөт, май, шәкәр, йомортҡаға баҫылған сөсө ҡамырға крем, еләк-емеш һ. б. ҡушып бешергән татлы ашамлыҡ.

Туңдырма

Туңдырма — һѳткә, һѳт ѳҫтѳнә, ҡаймаҡҡа, майға, һутҡа еләк-емеш, шәкәр һәм башҡа тәм биреүсе матдәләр ҡушып, туңдырып эшләнгән татлы продукт.

Төҫ

Төҫ — оптик диапазондың электромагнит нурлашының сифатлы ҡылыҡһырламаһы. Төҫ күҙҙең физиологик тойоуында билдәләнә һәм физик, физиологик һәм психологик факторҙарға буйһона. Уны үҙләштереү һәр кешегә индивидуаль була, ул тағы ла спектраль состав менән, яҡтылыҡ сығанаҡтар һәм яҡтыртылтылмаған объектар төҫлө һәм баҙыҡлыҡ контрасттары менән билдәнә. Быларҙан башҡа, төҫтө үҙләштереү метамерия, кеше күҙенең шәхси нәҫел үҙенсәлегенә һәм психикаһына бәйле.

Чурчхела

Чурчхела — (киптерелгән төшөмһөҙ емеш, груз. ჩურჩხელა) — грузиндарҙың милли тәм-томо. Башҡа исемдәре - "Аджинджухуа" (Абхазия), "Татлы суджук" (Әрмәнстан). Төркиәлә төр. Pestil Cevizli SucukSucuk Pestil Cevizli исеме менән билдәле: һүҙмә-һүҙ грек сәтләүеге менән суджук тип тәржемә ителә. Чурчхела күп кенә Кавказ халыҡтарының яратҡан тәм-томо һанала. Уны епкә теҙелгән сәтләүектәрҙе он менән ҡуйыртылған йөҙөм һутында әҙерләйҙәр.

Глюкоза һәм фруктозаға (30-52 %), үҫемлек майҙарына, аҡһымға, органик кислоталарға (1,1-2 %), азотлы һәм феноллы матдәләргә, витаминдарға бай булыуы арҡаһында юғары туҡлылығы менән айырыла.

Чурчхеланың кахетин, имеретин һәм башҡа сорттары билдәле.

Кахетин чурчхелаһы виноград һуты ҡулланып әҙерләнә, өҫтәүенә, уның айырып алынған матдәләргә бай прессланған фракцияһы алына. Һутты 30 минут буйы ҡайнатҡандан һуң, 10-12 сәғәткә һыуытырға ҡуялар. Ялтырап торған һутты фильтр аша үткәрәләр һәм 30-40 % шәкәрләнгәнсе ҡаҙанда быҡтыралар. Кәрәк булһа, аҡбур йәки мәрмәр оно (5 г/литр) ҡушып, кислотлығын кәметәләр. Ҡуйыртылған һутты 5-6 сәғәт тоталар һәм ултырмаға төшкәнен ҡойоп алалар. Һуңынан 30 °C -ҡа тиклем йылыталар, аҙаҡ бойҙай оно ҡушып өҙлөкһөҙ бутайҙар һәм кәркле ҡуйылыҡҡа еткерәләр. Массаның әҙерлеген епкә теҙелгән эслекте төшөрөп тикшерәләр. Масса епкә нығыраҡ йәбешһен өсөн, 2-3 сәғәтэсендә киптереп алалар, бынан һуң епкә теҙелгән эслекте массаға төшөрөүҙе 1,5 - 2 см ҡалынлыҡтағы ҡатлам барлыҡҡа килгәнсе ҡабатлайҙар. Чурчхеланы15 -17 тәүлек буйы ҡояшта киптерәләр. Һуңынан чурчхеланы йәшниктәргә тултыралар, һәр ҡатлам араһына сепрәк һалалар һәм ҡоро һалҡынса урынға ҡуйып, 2-3 ай буйы өлгөрөп етеүен көтәләр.. Өлгөрөү ваҡытында шоколад тәменә тартым тәм ала. Эслек өсөн грек сәтләүеге, миндаль, фундук, йөҙөм; өрөктөң, персиктың төштәрен ҡулланалар. Емештәрҙең төштәрен тышы һыҙырылып сыҡҡансы һыуҙа тоталар, унан һуң еңелсә шәкәрле иретмәлә бешерәләр.

Кахетин чурчхелаһынан тыш , Грузияла уның башҡа сорттарын да әҙерләйҙәр. Уларҙы әҙерләү технологияһы эслегенең составы, ҡулланылған ондоң сифаты һәм һутты әҙерләү режимы буйынса айырыла.

Чурчхела — грузиндарҙың Яңы йыл табынының мотлаҡ компоненты.

Чурчхеланы Ҡара диңгеҙ буйы, Краснодар крайы, Грузия курорт ҡалаларында йыш осратырға мөмкин. Шулай уҡ Украинала ла һатыла.

2011 йылдың сентябрендә Грузия властары чурчхелаға һәм башҡа бер нисә милли ашамлыҡҡа патент юллай.

Эрнан Кортес

Ферна́ндо Корте́с де Монрóй һәм Писа́рро Альтамира́но (исп. Fernando Cortés de Monroy y Pizarro Altamirano), Ферна́ндо, Эрна́ндо, Ферна́н йәки Эрна́н Корте́с (исп. Hernán Cortés, 1485—1547) — Мексиканы яулаған һәм ацтектар дәүләтен юҡҡа сығарған испан конкистадоры. Король Карл V уға Marqués del Valle de Oaxaca (Маркиз Оахака штаты маркизы, русса транслитерация — Маркиз дель Валье-де-Оахáка) тигән титул биргән. Ул Европаға ваниль һәм шоколад алып ҡайта, 1520 йылдан был тәмләткестәрҙе бөтә Европа илдәрендә ҡулланыла башлай.

Сығышы менән бай булмаған, ләкин затлы идальго нәҫеленән. Ике йыл Саламанки университетында уҡый, әммә хәрбиҙәр карьераһын өҫтөн күрә. 1504 йылда Эспаньолаға күсенә, 1510—1514 йылдарҙа Диего де Веласкес етәкселегендә Кубаны буйһондороу экспедицияһында ҡатнаша. 1519—1521 йылдарҙа үҙ теләге менән Мексиканы яулауҙа ҡатнаша. 1522—1526 йылдарҙа яңы барлыҡҡа килгән Яңы Испания колонияһында, бойондороҡһоҙ сәйәсәт үткәреп, генерал-капитан посын биләй, ләкин власть өсөн көсөргәнешле көрәш барғанлыҡтан, 1528 йылда Европаға ҡайта. 1529 йылда король Карл V уға маркиз Оахаки титулын бирә (исп. Marqués del Valle de Oaxaca). 1530 йылда Кортес Мексикаға хәрби губернатор званиеһында ҡайта, ләкин уның ҡулында реаль власть булмай. 1540 йылда бөтөнләйгә Европаға ҡайта, 1541 йылда уңышһыҙ тамамланған Алжир походында ҡатнаша. Испанияла вафат була һәм шунда ерләнә, 1566 йылда кәүҙәһе Мексикаға алып барып ерләнә. 1560-сы йылдарҙа уның вариҫтары Мексикала власты баҫып алырға тырышып ҡарай, ләкин түңкәрелеш үҙ маҡсатына өлгәшмәй.

Яулаусының ғүмер юлы тураһында сығанаҡтар бик аҙ, булғандары ла йыш ҡына бер-береһенә ҡаршы килә, шуға ла тарихсылар уның шәхесенә һәм мираҫына баһаны төрлөсә бирә. Бартоломе де лас Касасатың хеҙмәттәре уны «Ҡара риүәйәттең» төп персонаждарының береһенә әйләндерә.

Ҡараҡом

Ҡараҡом ( төркисә ҡара + төркисә ҡом) — Урта Азияның көнъяғындағы ҡом сүле, ул Төркмәнстан ерҙәренең күп өлөшөн тәшкил итә. Майҙаны 350 000 км².

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.