Хадера

Хадера (йәһ. חֲדֵרָה‎) — Израилдәге ҡала

Ҡала Хайфск округында урынлашҡан, Израилдең үҙәк районы менән сикләш, Тель-Авив һәм Хайфа араһында. Ҡаланың үҙәге Урта диңгеҙҙең яр буйҙарынан бер нисә километр алыҫлығында урынлашҡан, ә ҡаланың көнбайыш районы — Гиват-Ольга туранан - тура диңгеҙ эргәһендә урынлаша.

1890 йылда Рәсәйҙән һәм көнсығыш Европанан сыҡҡандарҙан торған«Ховевея Цион» организацияһының ағзалары ҡаланы нигеҙләгән.

Топонимдарының этимологияһы

«Хадер» исеме ғәрәп телендәге «Әл - Худейра»- "йәшел" һүҙенән алынған, был районда борондан өҫтөнлөк иткән һаҙлыҡ үҫемлектәренең төҫө.

Тарих

Хадер тарихы һаҙлыҡлы ер участкаһын һатып алыуҙан һәм ҙур булмаған ауыл хужалығы ойоштороуҙан башлана. Беренсе күскенселәр төрөк властарының ҡыҫырыҡлауы һәм талауҙары, бәҙүәндәр һөжүмдәре һәм малярия менән көрәшергә тура килә. Маляриянан беренсе 20 йылда Хадерала тороусылаҙың яртыһы вафат була. Күскенселәр 1895 йылда, барон Эдмонд де Ротшильд һаҙлыҡтарҙы киптереү, каналдар төҙөү һәм ҙур эвкалипт сауҡаларын ултыртыуға аҡса бүлгәндә ярҙам алалар.

ХХ быуаттың 20 йылдарында Хадер аша Тель - Авивтан Хайфаға тимер юл һалғандар. Әлеге ваҡытта ҡалала тимер юл станцияһы бар. Тель - Авивтан Хайфаға тиклем поездта 30 минут эсендә барып етеп була. Шулай уҡ ҡала аша Хайфанан Тель-Авивҡа барған ике автотрасса үтә, — 2 һәм 4 шоссе юлы.

1936 йылда Хадерға ҡала статусы бирелә. Ҡала бер береһенән бер ни тиклем алыҫлыҡта урынлашҡан райондарҙан тора. Иң ҙур райондары — Гиват - Ольга диңгеҙ әргәһендә һәм Бейт - Элиэзер, ҡаланың үҙәгенән көнсығышта урынлашҡан.

1982 йылда диңгеҙ һәм ҡала араһында Ицхак Рабин данына «Рабит Уттары» исемле ҙүр электр станцияһы төҙөлгән.

Иҡтисад

Сәнәғәт зонаһы ҡаланың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Ҙур шина һәм ҡағыҙ заводтары бар.

Белем

Ҡалала 98 балалар баҡсаһы, 14 башланғыс мәктәп, 12 урта һәм аралыҡ мәктәптәре, 2 сәнғәт мәктәбе, урта мәктәп - интернаты эшләй.

Һаулыҡ һаҡлау

Ҡалала «Хилель-Яфе» дауаханаһы урынлашҡан, унда ҡала халҡы һәм ҡаланың эргәһендә урынлашҡан йәшәү пункттарында тороусыларҙы ҡарайҙар. Диңгеҙ буйында ҙур хәрби шифахана урынлашҡан.

Халыҡ

Ҡалып:Текст раздела население НП Израиля

Израилдең үҙәк статистик бюро мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда ҡала халҡы һаны - 93 973 кеше.

Халыҡтың 22 % 1990 йылдан һуң килгән иммигранттар. Иммигрантар араһында Рәсәйҙән һәм БДБ илдәренән, күбенеһе Кавказдан сығыусылар күп.

Һылтанмалар

Безансон

Безансон (франц.Besançon; классич. лат. Bysantium; урта-быуаттар. лат. Vesontio; нем.Bisanz) — Франция көнсығышындағы ҡала, Ду йылғаһының бөгөлөндә урынлашҡан. Ду департаментының һәм Фран-конте төбәгенең административ үҙәге. Машиналар төҙөү, сәғәт, туҡыма һәм тегеү сәнәғәте үҫешкән. 2013 йылда халыҡ һаны 116 952 кеше тәшкил иткән.

Иерусалим

Иерусали́м (Йәрүсәлим; йәһ. ירושלים‎ Йерушала́(й)им (audio) , ғәр. القدس‎ аль-К̣удс (audio) ) — Яҡын Көнсығыштағы боронғо ҡала, 1949 йылдан алып Израиль дәүләтенең баш ҡалаһы (1967 йылдан алып Израиль ҡаланың бөтә майҙанын контрольдә тота). Иерусалим Израилдың баш ҡалаһы булараҡ халыҡ-ара йәмғиәт тарафынан танылмаған. Иерусалим — иудаизм, христианлыҡ һәм ислам диндәре өсөн изге ҡала булып иҫәпләнә. Иерусалим Урта һәм Үле диңгеҙҙәре арауығында, диңгеҙ кимәленән 650—840 метр бейеклектә урынлашҡан.

Ул донъялағы иң боронғо ҡалаларҙан иҫәплән. Беренсе торлаҡтар Б. Э. Т. IV быуаттарҙа тип билдәләнә. Б. Э. Т. XI быуатта ҡалала йәһүдтәр урынлашҡан һәм Израиль дәүләтенең баш ҡалаһы тип иғлан ителә. Б. Э. Т. VI быуатта Вавилон тарафынан баҫып алына, ә аҙаҡ Фарсы империяһы ҡул аҫтына күсә. Б. Э. Т. IV—II быуаттарҙа Боронғо Македония империяһына, Мысырға Селевекидтар дәүләтенә буйһона. Йәһүдтәр баш күтәргәндән һуң, аҙ ғына ваҡытҡа Йәһүдтәр батшалығы тергеҙелә(б.э.т. 2-се быуат). Алтынсы йылына уҡ рим провинцияһына әүерелә.

Рим империяһы ҡыйралғандан һуң, Иерусалим Византия империяһына күсә. Ошо ваҡыттан ҡаланы христианлаштырыу башлана. 639 йылда ғәрәп хәлифе Ғүмәр ибн Хәттаб тарафынан баҫып алынғас, мосолман ҡиәфәте ала. 1099—1187 һәм 1229—1244 йылдарҙа ҡала тәре йөрөтөүселәр хакимлығы аҫтында була. Аҙаҡ Мысыр тарафынан яулап алына. 1517 йылдан 1917 йылғаса Ғосманлы империяһы биләмәһенә керә. Аҙаҡ Бөйөк Британия хакимлығына күсә

Шарлотт (Төньяҡ Каролина)

Шарлотт (ингл. Charlotte, /ˈʃɑrlət/) — АҠШ-та ҡала. Төньяҡ Каролина штатында иң ҙур ҡалаларҙың береһе, халыҡ һаны буйынса Шарлотт АҠШ-тың эре ҡалалары араһында ун етенсе урында тора. Ҡала Мекленбург округындағы Көньяҡ Каролина сигендә урынлашҡан, Мекленбург округының административ үҙәге.

Шарлотт ҡалаһында АҠШ-тың иң ҙур банкы— Bank of America банкының штаб-фатиры урынлашҡан, был әһәмиәте буйынса АҠШ-тың икенсе банк һәм финанс майҙаны һәм, үҙенең Атлантик океандың көньяҡ һәм үҙәк өлөшөнә географик яҡынлығы арҡаһында һуңғы йылдарҙа Европаға бара торған юлдарға мөһим авиатранспорт үҙәге булып тора.

Шарлотт ҡалаһында Төньяҡ Каролина Университеты бүлексәләренең береһе урынлашҡан.

Шарлотты йыш ҡына «NASCAR йорто» тип атайҙар. Шарлоттан алыҫ түгел Шарлотт Мотор Спидвей трегы урынлашҡан, унда йылына дүрт тапҡыр NASCAR автомобилдә уҙышыу ярыштары үтә, Шарлотт биҫтәләрендә шуға күрә NASCAR командаларының базаһы урынлашҡан, ә ҡаланың үҙендә NASCAR Дан Залы музейы бар.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.