Таш быуат

Таш быуат — кешелек дәүерендә, төп эш һәм һуғыш ҡоралдары башлыса таштан, шулай уҡ ағастан һәм һөйәктән эшләнгән, боронғо мәҙәни-тарихи дәүер. Таш быуат аҙағында балсыҡ һауыт-һаба ҡуллана башлайҙар.

Ҡоралдарҙы төрлө таштарҙан эшләйҙәр. Таш быуат аҙағында, Баҡыр, Бронза һәм Тимер быуатҡа хас металл әйберҙәр эшләргә өйрәнәләр.

Был дәүерҙә таш эшкәртеү технологияларын ҡулланыу кешелек эволюцияһына ҙур йоғонто яһай. Кешеләрҙең йәшәү ареалы Көнсығыш Африканан бөтә донъяға тарала. Ҡырағай хайуандарҙы эйәләштерә башлайҙар, баҡыр рудаһынан баҡыр алырға өйрәнәләр. Таш быуат тарихҡаса булған, яҙма иҫтәлектәр булмаған осорға ҡарай.

National park stone tools
Таш бауаттағы эш ҡоралдары

Хронология

  • Палеолит — 2,6 млн йыл элек башланып беҙҙең эраға тиклем 10 меңйыллыҡҡа тиклем.
  • Неолит — беҙҙең эраға тиклем 7 меңенсе йылдар.
  • Энеолит — беҙҙең эрға тиклем 4-3 меңйыллыҡтар. Ҡайһы саҡта оҙонораҡ, ҡайһы саҡта бөтөнләй булмаған.
Ағиҙел мәҙәниәте

Ағиҙел мәҙәниәте — Көньяҡ Урал алды, Волга-Урал аралығының һуңғы неолит һәм энеолит археологик мәҙәниәте, беҙҙең эраға тиклем V—III мең йыллыҡҡа ҡарай.

Башҡортостан

Башҡортостан Республикаһы (Башҡортостан) — Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Конституцияларына ярашлы, үҙаллы демократик дәүләт. Рәсәй Федерацияһы субъекты. Волга буйы федераль округына һәм Урал иҡтисади районына ҡарай. Пермь крайы, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан һәм Удмурт республикалары менән сиктәш.

Башҡортостан археологияһы

Башҡортостан археологияһы — кеше эшмәкәрлегенең матди ҡалдыҡтары нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының үткәнен өйрәнгән һәм тергеҙгән (реконструкциялаған) фән.

Башҡортостан тарихы

Башҡортостан тарихы — Башҡортостанда йәмғиәт үҫешен өйрәнгән ижтимағи фәндәр комплексы.

Башҡортостандың Рәсәйгә инеүе

Башҡорттарҙың Рәсәйгә инеүе — башҡорттарҙың Килешеү нигеҙендә Рәсәй дәүләте составына инеүе.

Башҡорттар

Башҡорттар — төрки милләт, Башҡортостан Республикаһының һәм шул уҡ исемдәге тарихи-география өлкәнең төп халҡы. Республиканан тыш башҡорттарҙың тарихи йәшәйеш төбәктәре Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Татарстан Республикаһында һәм Пермь крайында бар.

Башҡорттарҙың Рәсәй Федерацияһындағы һан иҫәбе (2002) — 1 673 389 кеше, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында — 1 221 302. Башҡорт теле Алтай ғаиләһе төрки төркөмөнөң көнбайыш тармағына инә, тармаҡланған диалект структураһы бар. Дингә ышанған башҡорттар — мосолман-сөнниҙәр.

Волга буйы Болғары

Волга буйы Болғары (Волга-Кама Болғары) — Урта Волга буйында һәм Түбәнге Кама янында X—XIII быуаттарҙа булған тарихи дәүләт.

Йөрәккүл

Йөрәккүл — рус. Зюра́ткуль (устар. Зюрат-Куль) - Рәсәй Силәбе өлкәһенең Һатҡы районындағы ) һыуһаҡлағыс (элгәре күл).

Мезолит

Мезоли́т (бор. грек. μέσος — урта, λίθος — таш) – урта таш быуат; ауыл хужалығы, малсылыҡ, көршәк эшләү кәсебе барлыҡҡа килеү менән тасуирлана. Беренсе неолит мәҙәниәте б.э.т. 7000 йыл элек Яҡын көнсығыштың «Бәрәкәтле ярымай» зонаһында барлыҡҡа килә. Һуңынан Урта диңгеҙ, Һинд йылғаһы үҙәненә, Ҡытай һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияға тарала.

Кешеләр һаны артыуы аҙыҡ-түлеккә мохтажлыҡты арттыра, был ауыл хужалығының бик тиҙ үҫешенә килтерә. Ауыл хужалығында ер эшкәртеү, урыу, үҫемлектәрҙе ваҡлау өсөн таш ҡоралдар ҡулланыла.

Мулла (археологик ҡомартҡы)

Мулла — таш быуат (палеолит) археологик ҡомартҡыһы (боронғо кешеләр тораһы). Октябрьский ҡалаһы территорияһында, Ыҡ (Ҡама ҡушылдығы) йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Мулла ауылы исеменән алынған (хәҙер ул ҡаланан ситтә тора).

1967—1970 йылдарҙа А. П. Шокуров тарафынан асылған һәм тикшерелгән, 1976—81 йылдарҙа Г. Н. Матюшин тарафынан өйрәнелгән.

Неолит

Неоли́т (грек. νέος — яңы, λίθος — таш) — яңы таш быуат, таш быуаттың һүңғы осоро.

Ауыл хужалығы, малсылыҡ, көршәк эшләү кәсебе барлыҡҡа килеү менән таусирлана. Беренсе неолит мәҙәниәте беҙҙең эраға тиклем 7000 йыл элек Яҡын көнсығыштың «Бәрәкәтле ярымай» зонаһында барлыҡҡа килә. Һуңынан Урта диңгеҙ, Һинд йылғаһы үҙәненә, Ҡытай һәм Көньяҡ-көнсығыш Азияға тарала.

Кешеләр һаны артыуы аҙыҡ-түлеккә мохтажлыҡты арта, был ауыл хужалығының бик тиҙ үҫешенә килтерә. Ауыл хужалығында ер эшкәртеү, урыу, үҫемлектәрҙе ваҡлау өсөн таш ҡоралдар ҡулланыла.

Шотландиянан йыраҡ түгел Окрней утрауындаға Скара-Брей ауылы неолит ауылының миҫалы булып тора. Был ауылда таш карауат, кәштә һ.б. фаҙаланылған.

Нуғай Урҙаһы

Нуғай Урҙаһы — боронғо төрки дәүләт (XV—XVII бб.). Көнсығыш Алтын Урҙаhы ярсығы. Ул көнбайыш Ҡаҙағстанда урынлашҡан. Ҡалмыҡтар Нуғай Урҙаһын XVII быуатта ҡыра.

Боронғо нуғайҙарҙан бер нисә халыҡ сыҡҡан: ҡарағалпаҡтар (Алтыул Урҙанан), нуғайлы (Кесе Нуғай Урҙанан; хәҙерге нуғай Төньяҡ Кавказда йешеле торған). Оло Нуғай Урҙа нуғайҙарына башҡорт, ҡазаҡ, ҡырым татар, татар халыҡтары ингән.

Палеолит

Палеоли́т (грек. παλαιός "боронғо", грек. λίθος "таш" — боронғо таш быуат мәғәнәһендә) — кешелек тарихында 2,6 млн. йыл элек башланған һәм беҙҙең эраға тиклем 10 меңйыллыҡҡа тиклем дәүер. Кешелек тарихында, кеше хайуандарҙан айырылып тәүтормош общинаға тиклем дәүер. Таш быуат кешелек тарихының ҙур өлөшөн (99% ваҡытын ) алып тора һәм 2,5 , или 2,6 млн. йыл элек башлана. Палеолит осоронда кешеләр ҙур булмаған общиналарҙа йәшәйҙәр, ҡебиләлер үҫемлектәр йыйыу һәм ҡырағай хауандарға .һунарсылыҡ менән шөғөлләнәр.

Палеолит дәүерендә кешелектең гоминидтан хәҙерге (Homo sapiens sapiens) тиклем эволюция тамалана. Аҙаҡҡы өлөшөндә беренсе сәнғәт әҫәрҙәре, дин билдәләре һәм ерләү йолалары барлыҡҡа килә.

Климат бер нисә тапҡыр алышына. Боҙлоҡ осоро сираттағы Боҙлок араһындағы осор менән алышына.

Подгорица

Подго́рица (черногор. По̀дгорица/Pòdgorica, 1952—1992 йылдарҙа Титоград) — ҡала, Черногорияның баш ҡалаһы. Подгорица баш ҡала общинаһының административ үҙәге. Черногорияның төп сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге.

Халҡы 150,9 мең (2011 йыл), йәғни ил халҡының ¼ өлөшө. Скадар яйлаһының ҙур киңлегендә, Морача йылғаһы буйында, Скадар күленән һәм Адриатик диңгеҙенән алыҫ булмаған йомшаҡ климатлы уңдырышлы үҙәндә урынлашҡан.

Сейәлек мәҙәниәте

Сейәлек мәҙәниәте — Көньяҡ Уралдағы урта быуат эпохаһының X —XIV быуаттарына ҡараған археологик мәҙәниәт.

Мәҙәниәттең атамаһы Татарстан Республикаһының Сөн йылғаһы буйында урынлашҡан Сейәлек ауылы менән бәйле.

Техника

Те́хника (греч. τέχνη — «оҫталыҡ, һәләт») — Ижтимағи хеҙмәттә ҡулланылған төрлө эш ҡоралы, ҡорамалы, саралары, шулай уҡ кеше эшмәкәрлегенең уларҙы яһау, ҡулланыу һәм камиллаштырыу менән бәйле өлкәһе; тәбиғәттә булмаған һәм кеше тарафынан эшләнгән төрлө ҡорал, механизм һәм ҡулайламаларға бирелгән дөйөм исем. Бынан тыш «техника» һүҙе «бер нимә эшләү методы»н аңлата — мәҫәлән: живопись техникаһы, бәрәнге(картуф) үҫтереү техникаһы, һ.б.

Тәүтормош йәмғиәте

Тәүтормош йәмғиәте (тарихҡаса булған йәмғиәт) — кешелек тарихының яҙма уйлап сығарылғанға тиклемге осоро.

Учалы Стоунхенджы

Учалы Стоунхенджы (Бағышай, Баҡшай) — Башҡортостандың Учалы районында табылған Англияның бөтә доняға билдәле Стоунхенджына оҡшаған археологик ҡомартҡы.

Учалы районы Яңы Байрамғол ауылы янындағы Баҡшай тигән урын 1956 йылда осраҡлы рәүештә тиерлек (һауанан фотоға төшөргән ваҡытта) табылған. 1998 йылда яланда ниндәйҙер түңәрәк «йәшерелеүе» асыҡланған. 2004 йылда Көнсығыш итстисади-гуманитар университеты, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы һәм Учалы районы хакимиәте тырышлығы менән был объектта археологик тикшеренеүҙәр үткәрелә башлаған.

Әлеге ваҡытта бында «халыҡ календары», йәғни түңәрәк рәүешендә эшләнгән астрономик обсерватория урынында ҡазыу эштәре алып барыла. Тауға менеп ҡараһаң, ул ап-асыҡ күренә, сөнки үләне икенсе төрлөрәк үҫә. Был серле урынды «Учалы Стоунхеджы» тип тә йөрөтәләр. Оҡшаш объекттар донъяның тағы бер нисә урынында — Австрия, Чехия, Рәсәйҙең Курған һәм Рязань өлкәләрендә бар, тик улар Баҡшайзан бәләкәйерәк.

Археологтар һәм ғалимдар фекеренсә, учалыларҙың Баҡшайы — электән ҡалған табыныу урыны ла, ҡиммәтле археологик ҡомартҡы ла. Боронғолар был яланды юҡҡа һайламаган — бында Урал, Миндәк йылғалары һәм Баҡ-шай шишмәһе бергә ҡушыла. Икенсенән, ялан фәҡәт Европа менән Азия сигендә урынлашҡан. Өсөнсөнән, боронғо ауыл диаметры бер саҡрым самаһы булған «тәрилкә» рәүешендә йәйелгән, ситтән тау һырттары менән уратылған. Ҡаҙылган урындарҙа күпләп уҡ баштары, һауыт-һаба ярсыҡтары, баҡыр әйберҙәр һәм башҡа ҡомарткылар табыла.

Археологтар был урында ҡасандыр булған боронғо ҡорамды ла ҡазып сығармаҡсы. Ҡорам торған урындағы түбәнге ҡатламында боронғо таш быуат, хатта палеолит дәүеренә ҡараған әйберҙәр табылған. Белгестәр әйтеүенсә, бындай ҡорамдар Һиндостан, Мысыр, Италия һәм Чехияла бар. Боронғо ауыл 12 мең йыллыҡ тарихҡа эйә булһа, ҡорамға иһә биш мең йыл самаһы, тип күҙаллана.

Энеолит

Энеолит, таш-баҡыр быуат т грек. χαλκός «баҡыр» + λίθος «таш») или энеолит (лат. aeneus «баҡыр» + грек. λίθος «таш»)) — Таш быуаттан Баҡыр быуатҡа күсеү дәүере. Баҡыр быуат беҙҙең эраға тиклем 4-3 быуатты алып тора, ҡайһы осраҡта оҙонораҡ, ҡайһы осраҡта бөтөнләй булмаған. Эниолит дәүерендә баҡыр ҡоралдар барлыҡҡа килә, әммә таш ҡоралдар күберәк ҡулланыла.

Кешеләр баҡыр самородогын (тәбиғи, саф көйөнсә табылған металл) табып таш эшкәрткән кеүек һуғып эшкәртергә уйлайҙар. Таш киҫәге ватылмай, тик формаһын үҙгәртә. «Таш киҫәге»нә төрлө формалар биреп һауыт-һаба, эш ҡоралдары эшләргә була. Ул ваҡытта быҡыр иретеүҙе белмәйҙәр, шуға күрә баҡырға башҡа металдар ҡушып бронза эшләй белмәйҙәр. Баҡыр йомшаҡ булыуға ҡарамаҫтан, таш әберҙәргә ҡарағанда өстөнлөктәре ҙүр. Ватылған баҡыр әйберҙе сүкеп ватып була, ә ташты ташларға ғына ҡала.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.