Сөләймән

Сөләймән (бор.-йәһ. שְׁלֹמֹה‎, Шломо́; грек. Σαλωμών, Септуагинтала Σολωμών; Вульгатала лат. Salomon; рус. Соломон; ғәр. سليمان‎سليمان‎ Ҡөрьәндә Сөләймән) — өсөнсө йәһүд батшаһы, беҙҙең эраға тиклем 965—928 йылдарҙа берләшкән Исраил батшалығының легендар хакимы; ул идара иткән осорҙа Исраил батшалығы һис күрелмәгән кимәлдәге үҫешкә өлгәшә. Дауыт батша менән Бат-Шеваның (рус. Вирсавия) улы. Сөләймән батшалыҡ иткәндә Йәрүсәлимдә иудаизм өсөн иң изге урын һаналған Йәрүсәлим Ҡорамы төҙөлә.

Иҫке Ғәһедтәге «Вәғәзсе китабы» (рус. «Екклесиаст»), «Йырҙар йыры» (рус. «Песнь песней»), «Сөләймәндең ғибрәтле һүҙҙәре» (рус. «Притчи Соломоновы»), шулай уҡ ҡайһы бер зәбүр йырҙарының (рус. псалмы) авторы Сөләймән булған тип иҫәпләнә[6]. Православие һәм католик сиркәүҙәре тарафынан «Сөләймәндең хикмәттәре» (рус. «Премудрости Соломона») китабының да авторы ул тип һанала.

Сөләймән
йәһ. שְׁלֹמֹה
Рәсем
Заты ир-ат[1]
Тыуған көнө б. э. т. 1011
Тыуған урыны Иерусалим[2]
Вафат булған көнө б. э. т. 931
Вафат булған урыны Иерусалим[3][4]
Ерләнгән урыны Иерусалим
Атаһы Дауыт
Һөнәр төрө яҙыусы
Йәһүд энциклопедияһы коды 13893

Сөләймәндең исемдәре

Шломо (Сөләймән) исеме иврит телендә «שלום» (шалом — «тыныслыҡ»), «שלם» (шалем — «камил», «бөтөн») тигән тамырҙарҙан яһалған. Библияла Сөләймән бер нисә исем менән йөрөтөлә. Йедидъяһ (рус. Иедидиа «Алланың яратҡаны йә Алланың дуҫы») — Сөләймәнгә бирелгән шартлы исем, атаһы Дауыт Бат-Шева (рус. Вирсавия) менән зина ҡылғандан һуң ихлас күңелдән тәүбә иткәне өсөн Алланың уны ғәфү иткәнен белдереп, улы Сөләймәнгә ҡушыла[7].

Аггадала (Талмуд әҙәбиәтендә) Сөләймәндең Ғибрәтле һүҙҙәре китабындағы Агур, Бин, Яке, Лемуэл, Итиэл, Укал (30-1, 31-1 шиғырҙар) исемдәре лә Сөләймән батшаға ҡушып ҡулланыла.[8]

Библиялағы хикәйәләү

Bible, Jerusalem, Armenian Patriarchate Library, Ms. 1925
Сөләймән батша. Әрмән миниатюраһы. Библия, 1269 йыл

Библия — Сөләймәндең ысынбарлыҡтағы шәхес булыуын нигеҙләү өсөн ҡулланылған төп сығанаҡ. Уның исеме антик авторҙарҙың хеҙмәттәрендә лә осраштырғылай, был хаҡта Иосиф Флавий яҙған[9]. Библиялағы хикәйәләүҙәрҙән башҡа,[10] уның тураһында башҡа шаһилыҡтар табылмаған. Шуға ҡарамаҫтан уны тарихи шәхес тип һанау ҡабул ителгән[11]. Сөләймәндең исеме башлыса Йәрүсәлим Ҡорамын төҙөүгә бәйләнә. Навуходоносор II был Ҡорамды, Сөләймән төҙөткән тағы бер нисә ҡаланы емертә.[12] Ысынбарлыҡҡа тартым тарихи дәлилдәр уйҙырмаға оҡшаш хикәйәләүҙәр менән ярашып килә[13][14][15].

Изге Яҙмала әйтелеүенсә, Сөләймән Исраил батшалығының баш ҡалаһы Йәрүсәлимдә тыуған (1 Йылъяҙмалар китабы (рус. 1 Книга Паралипоменон), 3-5). Библияла Сөләймәндең ҡатыны, ғаммон ҡәбиләһе ҡыҙы Нәғәмә (рус. Наама; 3 Батш. 14: 22,31) һәм Сөләймәндең ҡыҙҙары Таваҫ (рус. Тафафь; 3Батш. 4:11) менән Басемаҫ (рус. Васемафа; 3Батш. 4:15) телгә алына.

Сөләймәндең улы Рехавғам (рус. Ровоам; 3Батш. 14:21) тәхет вариҫы була.

Тәхеткә килеүе

Сөләймән кесе улдарының береһе булһа ла, Дауыт батша тәхетте нәҡ уға бирергә ниәт итә. Әммә Дауыт ҡартайғас, власты уның Адония тигән улы тартып алмаҡ була (3 Батш. 1:5). Ул баш ҡаһин Әвйәтәр (рус. Авиафар) һәм ғәскәр башлығы Йоав (рус. Иоав) менән бергә мәкерле план ҡороп, үҙен тәхет вариҫы тип иғлан итә.

Сөләймәндең әсәһе Бат-Шева менән Натан (рус. Нафан) пәйғәмбәр быны Дауытҡа еткерә.[16] Адония Изге сатырға инеп ҡаса. Бик ныҡ үкенеп тәүбә иткәс, уны Сөләймән ғәфү итә.[17] Власҡа килгәс, Сөләймән ул саҡта үҙенә тоҙаҡ ҡороуҙа ҡатнашҡандарҙың һәр береһенә яза бирә. Әвйәтәрҙе ҡаһинлыҡтан бушата, Йоавты аҫа. Был язаларҙы тормошҡа ашырған Бенаяны (рус. Ванея) ғәскәрҙең яңы башлығы итеп тәғәйенләй.

Сөләймәнгә Алла тоғро булыу шартын ҡуя, алмашҡа Сөләймәнгә һис күрелмәгәнсә көслө аҡыл һәм сабырлыҡ бирә (3Батш. 3:10 — 11)

Тышҡы сәйәсәте

Piero della Francesca- Legend of the True Cross - the Queen of Sheba Meeting with Solomon; detail
Сөләймән менән Сәба батшабикәһе Сан-Франческо базиликаһындағы Пьеро делла Франческа фрескаһында

Сөләймәнде уның биләмәләре аша Мысырҙан Дамаскҡа үткән сауҙа юлы байыта . Уның хакимлығы аҫтында булған Исраил менән Йәһүҙиә бик ҙур майҙанлы ил була. Сөләймән финики батшаһы Хирам менән дуҫ йәшәй. Мөһабәт төҙөлөштәр уны Хирам алдында бурысҡа батыра[18] (3 Батш. 9:15). Бурыс иҫәбенә Сөләймән уға иленең көньяғындағы ҡалаларҙы бирергә мәжбүр була.

Библияла хикәйәләнгәнсә, Сөләймәндең тәрән аҡылы һәм даны тураһында ишеткән Сәба батшалығының хакимәһе, «уны табышмаҡтар менән һынамаҡ булып» (3Батш. 10-сы бүлек), Сөләймән эргәһенә килә. Ҡунаҡсыл Сөләймән уға «ни теләһә һәм ни һораһа, шуны бүләк итеп» оҙатып ҡала. Библияла яҙылыуынса, ошо сәфәрҙән һуң Исраил ғүмерҙә булмағанса сәскә атыу кисерә. Сөләймәнгә йылына 666 талант алтын килеп тора (3Батш. 10: 14). Һуңынан Сәба батшабикәһе тураһындағы тарих күп төрлө легендалар менән байытыла, хатта Сөләймән менән араларында ғишыҡ бәйләнеше булған, имеш, тип тә һөйләйҙәр. Эфиопияның христиан хакимдары үҙҙәренең ошо мөхәббәт емешенән донъяға килеүен белдерә.

Сөләймән, Мысыр фирғәүененең ҡыҙына өйләнеп, йәһүдтәр менән мысырҙар араһындағы мең ярым йыллыҡ дошманлыҡҡа сик ҡуйған тип иҫәпләнелә. (3Батш. 9:16).

Батшалыҡ итеүенең ахыры

Библия хәбәр итеүенсә, Сөләймәндең ете йөҙ ҡатыны һәм өс йөҙ йәриәһе була (3Батш. 11:3), улар араһында сит илдәрҙән алынғандары ла була. Сөләймән батшалыҡ иткән осор сағыштырмаса тыныс үтә. Сөләймән тәхеткә ултырыуына ҡырҡ йыл тигәндә вафат була. Легендаға ярашлы, был хәл ул яңы миһрабтың төҙөлөшөн күҙәтеп торған саҡта була. Хатаға юл ҡуймаҫ өсөн (бәлки, мәрткә киткәндер тип) ярандары уны хакимлыҡ таяғын селәүҙәр йыра башлағансы ерләмәй тота. Шул сағында ғына уны рәсми рәүештә вафат тип тапҡандар һәм ерләгәндәр.

Йәрүсәлим Ҡорамы менән батша һарайын төҙөү бик ҙур сығымдар талап иткән һәм дәүләт ҡаҙнаһын ҡоротҡан. Әсирҙәр менән ҡолдар ғына түгел, илдәге ҡәҙимге кешеләр ҙә төҙөлөштә ҡатнашыу бурысын үтәргә мәжбүр ителгән. Сөләймән иҫән саҡта уҡ ул буйһондорған халыҡтар (идумдар, арамдар) араһында фетнәләр тоҡанып торған; ул вафат булғас та ихтилал башлана, һөҙөмтәлә, берҙәм дәүләт ике батшалыҡҡа (Исраил һәм Йәһүҙиә) тарҡала. Талмуд буйынса, Сөләймән 52 йәштә вафат була.

Исламда Сөләймән

Ҡөрьәнгә ярашлы, Сөләймән Дауыт пәйғәмбәрҙең улы була. Атаһынан ул күп ғилемгә өйрәнә һәм Аллаһ тарафынан пәйғәмбәр ителә, уға шулай уҡ күп заттар, шул иҫәптән Ендәр өҫтөнән дә тылсымлы хакимлыҡ бирелә. Ул бик ҙур илгә идара итә, көньяҡтағы сиктәре Йәмәнгә тиклем етеп тора. Ислам традицияһында Сөләймән тәрән аҡылы һәм ғәҙеллеге менн билдәле. Ул хакимдарға үрнәк булып тора. Мосолман хакимдарының күбеһе уның исемен йөрөтөүе осраҡлы түгел.

Исламға ярашлы, Сөләймән 81-се йәшендә мәрхүм була.

Символика

Файл:Solomonstar.PNG
Сөләймән йондоҙо

Легенда буйынса, Сөләймәндең атаһы Дауыттың тамғаһы дәүләт мисәте ителә. Исламда алты ҡанатлы йондоҙ Сөләймән йондоҙо тип атала. Шул уҡ ваҡытта Урта быуаттарҙағы мистиктар Сөләймән йондоҙо тип пентаграмманы (биш ҡанатлы йондоҙҙо) атаған. Сөләймән йондоҙо өлгөһөндә иоанниттарҙың Мальта тәреһе эшләнгән, тигән фекер ҙә бар.

Оккультизмда 8 ҡанатлы «Сөләймән йондоҙо» тип ҡабул ителгән. Ҡанаттары күп булғанлыҡтан уртаһында түңәрәк хасил була. Шул түңәрәккә йыш ҡына символдар яҙғандар. Был билдәләр магияла, алхимияла, Каббалала һәм башҡа мистик тәғлимәттәрҙә ҡулланыла.

Сәнғәттә

Сөләймән батша образы күп шағирҙарҙы һәм рәссамдарҙы илһамландырған: мәҫәлән, XVIII быуаттағы немец шағиры Ф.-Г. Клопшток уға шиғри трагедияһын арнай, рәссам Рафаэль — «Сөләймән хөкөмө» тигән фреска, ә рәссам Рубенс «Сөләймән хөкөмө» тигән картина яҙа, Гендель оратория бағышлай, Гуно опера ижад итә. Яҙыусы А. И. Куприн «Суламифь» (1908) тигән повесында Сөләймән батша образын һәм "Йырҙар йыры"ның мотивын файҙалана.

Легенда нигеҙендә «Сөләймән һәм Сәба батшабикәһе» тигән тарихи фильм төшөрөлә (1959).

Иҫкәрмәләр

  1. VIAF — 2012.
  2. http://www.funtrivia.com/en/subtopics/Whos-Related-to-Whom-in-the-Bible-324796.html
  3. http://www.gutenberg.org/files/29434/29434-h/files/2848/2848-h/book8.htm
  4. http://www.jstor.org/stable/10.1086/423399
  5. 10 // 1 Chronicles
  6. Эти тексты находятся в русле древневосточной литературы мудрости (wisdom literature) и имеют соответствия в Древнем Египте. Вероятно, в создании этих текстов принимали участие писцы, знавшие иностранные языки и знакомые с литературными традициями соседних народов.
  7. Библия|2Цар|12:24|,25
  8. Мишлей 30, 1; 31, 1. Объясняются в Шир а-ширим Рабба,1, 1. [1]. См. также en:Agur
  9. Иосиф Флавий. О древности еврейского народа. Против Апиона.
  10. The Age of Solomon: Scholarship at the Turn of the Millenium (ed. Lowell K. Handy). Brill Academic Publishers, 1997. ISBN 9789004104761. Page 49.
  11. britannica-link|553506|Solomon (king of Israel)
  12. . В середине XX века раскопками в нескольких городах Израиля были обнаружены фрагменты сооружений, которые стали связывать с именем Соломона. Однако на рубеже XX и XXI века эта связь была опровергнута.
  13. Roger S. Nam. Portrayals of Economic Exchange in the Book of Kings. Brill Academic Publishers, 2012. ISBN 9789004223936. Page 133.
  14. Megan Bishop Moore, Brad E. Kelle. Biblical History and Israel’s Past. ISBN 978-0-8028-6260-0. Page 248.
  15. «Новейшая библейская критика склонна видеть в библейском описании эпохи Соломона элементы идеализации этого периода девтерономическими редакторами, в глазах которых период правления Соломона был временем высшего расцвета еврейского царства под властью дома Давида» (Еврейская энциклопедия, статья «Соломон»).
  16. Библия|3Цар|1:10|-22
  17. Тем не менее, позже Адония нарушил договор и был казнён.
  18. BBC Radio 4 — In Our Time, King Solomon

Әҙәбиәт

  • Бейер Р. Царь Соломон — Ростов-на-Дону: Феникс, 1998. — 320 б. — (След в истории). — ISBN 5-222-00693-X.
  • Люкимсон П. Царь Соломон — М.: Молодая гвардия, 2012. — 336 б. — (Жизнь замечательных людей). — ISBN 978-5-235-03545-4.
  • Тибергер Ф. Царь Соломон. Мудрейший из мудрых — М.: Центрполиграф, 2005. — 366 б. — (Nomen est Omen). — ISBN 5-9524-1582-2.
  • Штереншис М. Соломон — Ростов-на-Дону: Феникс, ISRADON/ИсраДон, 2012. — 128 б. — (След в истории). — ISBN 978-5-222-19227-6, 978-5-94467-089-2.

Һылтанмалар

1920 йыл

1920 (бер мең туғыҙ йөҙ егерменсе) йыл — кәбисә йыл, григориан календары буйынса кесаҙна көндө башлана. Был беҙҙең эраның 1920 йылы, 2 мең йыллыҡтың 920 йылы, XX быуаттың 20 йылы, XX быуаттың 2 ун йыллығының 10 йылы, 1920 йылдарҙың 1 йылы.

1943 йыл

1943 (бер мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ өсөнсө) йыл — кәбисә булмаған йыл, григориан календары буйынса йома көндө башлана. Был беҙҙең эраның 1943 йылы, 2 мең йыллыҡтың 943 йылы, XX быуаттың 43 йылы, XX быуаттың 5 ун йыллығының 3 йылы, 1940 йылдарҙың 4 йылы.

1994 йыл

1994 (бер мең туғыҙ йөҙ туҡһан дүртенсе) йыл — кәбисә булмаған йыл, григориан календары буйынса шәмбе көндө башлана. Был беҙҙең эраның 1994 йылы, 2 мең йыллыҡтың 994 йылы, XX быуаттың 94 йылы, XX быуаттың 10 ун йыллығының 4 йылы, 1990 йылдарҙың 5 йылы.

2 апрель

2 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 92-се (кәбисә йылында 93-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 273 көн ҡала.

== Байрамдар ==

Халыҡ-ара байрамдар — Халыҡ-ара балалар китабы көнө.

БМО — Аутизм проблемалары хаҡында халыҡ-ара мәғлүмәт таратыу көнө. Милли байрамдар

Һөнәри байрамдар

6 октябрь

6 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 279-сы көнө (кәбисә йылында 280-се). Йыл аҙағына тиклем 86 көн ҡала.

== Байрамдар ==

Халыҡ-ара байрамдарТирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө.

Табиптар көнө.

Бөтә донъя почта көнө. Милли байрамдар Төркмәнстан — Хәтер көнө. Һөнәри байрамдар Рәсәй — Страховкалаусы көнө.

Беларусь — Архивсы көнө.

Мысыр — Ҡораллы Көстәр көнө.

Ҡаҙағстан — Бухгалтер һәм аудитор көнө.

Абдуллин Сөләймән Әйүп улы

Абдуллин Сөләймән Әйүп улы (15 август 1928 йыл — 11 март 2002 йыл) — башҡорт йырсыһы, халыҡ йырҙарын башҡарыусы, 1948—1974 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы һәм концерт бригадаһы етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986).

Бормат

Бормат (рус. Бурматово) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Сөләймән ауыл советы составына керә.

Ейәнсура районы

Ейәнсура районы — Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Майҙаны — 3 342 км2. Район үҙәге — Иҫәнғол ауылы, Өфөнән 337 км алыҫлыҡта.

Истанбул

Истанбу́л (төр. İstanbul) — Төркиә Йөмһүриәтенең иң ҙур һәм иң әһәмиәтле ҡалаһы , диңгеҙ порты. Бер үк исемле Истанбул иле үҙәге. Элекке Рим, Византия, Латин һәм Ғосманлы империяларының баш ҡалаһы. Босфор боғаҙы ярында урынлашҡан. Ҡаланың ҙур өлөшө Европала, бәләкәйе — Азияла төйәкләнгән. Европалағы иң ҙур ҡала. Ҡалала Төрки шураһы — төрки телле дәүләттәрҙе берләштереүсе халыҡ-ара ойошмаһының секретариаты урынлашҡан.

Мусин Ноғман Сөләймән улы

Мусин Ноғман Сөләймән улы (17 июль 1931 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). 1958 йылдан — КПСС, 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2011) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры.

Пәйғәмбәрҙәр

Нәби́ (ғәр. نبي‎ — Пәйғәмбәр‎, күпл. әнбийә', нәбийун) — Исламда — бәндәләренә дин хөкөмдәре: (вәхи) өйрәтеү өсөн Аллаһы Тәғәлә тарафынан махсус ебәрелгән кешеләр . Нәби төшөнсәһе Ҡөрьәндә рәсүл һүҙе менән рәттән бирелә. Ҡөрьәндә телгә алынған Пәйғәмбәрҙәр араһында: Әҙәм, Нух, Ибраһим, Исмәғил, Яҡуб, Йософ, Муса, Дауыт, Сөләймән, Ғайса һ.б.. Һуңғы Пәйғәмбәр — «Пәйғәмбәрҙәр мөһөрө» (хәтим ән-нәбийин) — тип Мөхаммәд Пәйғәмбәр атала.

Пәйғәмбәрҙәрҙең тормошо Ислам әҙәбиәтендә киң яҡтыртыла һәм дини әҫәрҙәрҙең айырым категорияһы — ҡиссас әл-әнбиә барлыҡҡа килә. Боронғо Пәйғәмбәрҙәр бер Аллаға ышаныу килтергән һәм һуңғы Пәйғәмбәр Мөхәммәт исемле буласағын әйткән. Ҡөрьәндә йөҙ меңдән ашыуының 28-енең исеме әйтелгән. Туғыҙ Пәйғәмбәр (Нух, Ибраһим, Дауыт, Яҡуб,Йософ, Әйүб, Муса, Ғайса, Мөхәммәт) Ҡөрьәндә «хаҡ» тип атала(үлү л-ғәҙыйм ). Ҡайһы бер Пәйғәмбәрҙәргә Изге китаптар бирелгән (сәхифә): Мусаға — Тәурат, Дауытҡа — Зәбур, Ғайсаға — Инжил, Мәхәммәд с.ғ.с — Ҡөрьән.

Советтар Союзы Геройы

Советтар Союзы Геройы — Советтар Союзында 1934—1991 йылдарҙа ғәмәлдә булған иң юғары маҡтаулы исем. Һуғыш һәм хәрби хәрәкәттәр ваҡытында, шулай уҡ тыныс шарттарҙа дәүләт һәм йәмғиәт мәнфәғәтендә яһалған шәхси һәм коллектив ҡаһарманлыҡ өсөн бирелгән.

Маҡтаулы исем СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарары менән 1934 йылдың 16 апрелендә булдырыла. СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән 1939 йылдың 1 авгусында түшкә тағыу өсөн махсус «Алтын Йондоҙ» миҙалы раҫлана. Миҙал эскизының авторы — архитектор Мирон Иванович Мержанов.

СССР Үҙәк Башҡарма Комитетының 1936 йылдың 29 июлендәге ҡарары менән раҫланған Ҡағиҙәгә ярашлы «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ булыусыларға махсус грамота менән бергә Ленин ордены ла тапшырыла. Шул уҡ ваҡытта маҡтаулы исемгә икенсе һәм өсөнсө тапҡыр лайыҡ булыусыларға орден ҡабаттан бирелмәй.

Сөләймән (Ауырғазы районы)

Сөләймән (рус. Сулейманово) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 40 кеше.

Почта индексы — 453499, ОКАТО коды — 80205828006.

Сөләймән (Ейәнсура районы)

Сөләймән (рус. Сулейманово) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл.

Почта индексы — 453387, ОКАТО коды — 80226807005.

Сөләймән (Силәбе өлкәһе)

Сөләймән (рус. Сулейманово) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы ауылы. Һары ауыл биләмәһе составына инә.

Сөләймән (Ҡариҙел районы)

Сөләймән (рус. Сулейманово) — Башҡортостандың Ҡариҙел районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 154 кеше.

Почта индексы — 452366, ОКАТО коды — 80234880004.

Сөләймән (Ҡурған өлкәһе)

Сөләймән (рус. Сулейманово) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Сөләймән ауыл советы составына керә.

Сөләймән I

Күркәм Сөләймән I (Ҡануни́; ғосм. سليمانا اول‎ — Süleymân-ı evvel, төр. Birinci Süleyman, Kanuni Sultan Süleyman; 6 ноябрь 1494 йыл — 5/6 сентябрь 1566 йыл) — Ғосман империяһының унынсы солтаны (1520 йылдың 22 сентябренән), 1538 йылдан — хәлифә.

Сөләймән Ғосмандар династияһындағы иң бөйөк солтан булып иҫәпләнә; уның дәүерендә Ғосман Портаһы иң юғары үҫеш нөктәһенә етә. Европала Сөләймәнде йышыраҡ Күркәм Сөләймән тип атаһалар, мосолман донъяһында Сөләймән Ҡануни тип йөрөтәләр. Ҡайһы берәүҙәр «Kanuni» (ғәр. القانونى‎) тигән төрөк һүҙен «Закон сығарыусы» мәғәнәһендә аңлай. «Kanun» (ике ижеккә лә баҫым төшә) «Закон» мәғәнәһендә ҡабул ителһә лә, Сөләймән I-гә Ғосман империяһы халҡы биргән «Ҡануни» тигән маҡтаулы ҡушамат «Ғәҙел» төшөнсәһен йөрөтә.

Ғосман империяһы

Ғосман империяһы (ғосм. دولت عالیه عثمانیه‎ — Devlet-i Âliyye-i Osmâniyye), шулай уҡ Оттома́н империяһы, Оттома́н По́ртаһы йәки По́рта — 1299 йылда Ғосман I етәкселегендә төрки ҡәбиләләр тарафынан төньяҡ-көнбайыш Анатолияла ойошторолған дәүләт. 1453 йылда Константинополь ҡолатылғандан һуң Ғосман дәүләте империя тип йөрөтөлә башлай. Константинополдең ҡолауы төрөк дәүләтселеген үҫтереүҙә мөһим ваҡиға була, сөнки 1453 йылғы еңеүҙән һуң Ғосман империяһы Европала нығына. Ғосман династияһының хакимлығы 623 йыл, 1299 йылдың 27 июленән 1922 йылдың 1 ноябренә тиклем, монархия юҡҡа сығарылғансы дауам итә.

XVI—XVII быуаттарҙа Ғосман империяһы айырыуса Күркәм Сөләймән дәүерендә ҡеүәтлегә әйләнә. Ул осорҙа Ғосман империяһы Изге Рим империяһының көньяҡ сигенән төньяҡта Речь Посполитағаса, көньяҡта Йәмәнгә һәм Эритреяға, көнбайышта Алжирға, көнсығышта Каспий диңгеҙенә тиклем йәйрәп ятҡан күп милләтле, күп телле көслө дәүләт була. Көньяҡ-Көнсығыш Европаның ҙур өлөшө, Көнбайыш Азия һәм Төньяҡ Африка уның хакимлығы аҫтында була. XVII быуат башында империя 32 провинциянан һәм күп һанлы вассал дәүләттәрҙән тора, уларҙың ҡайһылары һуңынан буйһондорола, ҡайһыларына автономия бирелә.

Империяның баш ҡалаһы Константинополь (хәҙерге Истанбул) була. Империя Урта диңгеҙ бассейнын үҙ ҡарамағында тота. Ғосман империяһы 6 быуат буйы Европа менән Шәреҡ илдәрен бәйләүсе булып тора.

Төркиәнең Бөйөк милләт мәжлесе халыҡ-ара танылыу алғас, 1923 йылдың 29 октябрендә Лозанна солох договорына (1923 й., 24 июль) ҡул ҡуйғандан һуң, Ғосман империяһының вариҫы булған Төркиә Республикаһы иғлан ителә. 1924 йылдың 3 мартында Осман хәлифәте тулыһынса юҡ ителә. Уның вәкәләттәре һәм бурыстары Төркиәнең Бөйөк милләт мәжлесенә тапшырыла.

Ғәйнетдинов Мәүлетбай Сөләймән улы

Ғәйнетдинов Мәүлитбай Сөләймән улы (14 май 1938 йыл — 6 июнь 2014 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.