Пиреней ярымутрауы

Пирене́й ярымутрауы (шулай уҡ Иберия ярымутрауы; порт. , исп. , галис. , астур. Península Ibérica, баск. Iberiar penintsula, араг. Peninsula Iberica, кат. península Ibèrica, эстр. península Ibérica, фр. péninsule Ibérique, лат. Iberia Paeninsula) — Европаның көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан ярымутрау. Урта диңгеҙ, Атлантик океан, Бискай ҡултығы һыуҙары менән йыуыла.

Иберия тигән икенсе исеме Боронғо Римға тиклем шул ярымутрауҙа йәшәгән Иберҙар халҡы менән бәйле.

Хәҙерге вакытта Пиреней ярымутрауында Испания, Португалия, Андорра, Франция һәм Бөйөк Британия территорияһы — Гибралтар урынлаша.

Дәүләт/Территория км² Ярамутрауҙан өлөш (%) Тасуирлама
Испания Испания 493,519 85 ярымутрауҙың иң ҙур өлөшөн алып тора
Португалия Португалия 89,261 15 ярымутрауҙың көнбайыш өлөшөндә урынлаша
Франция флагы Франция 540 1%-тан кәм ярымутрауҙың төньяғында бәләкәй өлөш
Андорра Андорра 468 1%-тан кәм бәләкәй өлөш
Гибралтар Гибралтар 7 1 %тан кәм Бөйөк Британия территорияһы
Пиреней ярымутрауы
40°18′ с. ш. 3°43′ з. д.
Йыуыусы акваторияБискай ҡултығы, Атлантик океан, Урта диңгеҙ, Гибралтар боғаҙы
Майҙаны600 000 км²
Иң юғары нөктәһе3479 м
ИлдәрИспания Испания
Франция Франция
Португалия Португалия
Андорра Андорра
Гибралтар Гибралтар
Brown 804000 pog.svg
Пиреней ярымутрауы
Brown 804000 pog.svg
Пиреней ярымутрауы
Космостан күренеш
Космостан күренеш

Фотогалерея

Iberian map europe

Европа картаһында урынлашыу

Rios peninsula Iberica-es

Төп йылғалар

Iberian Peninsula antique map

18 быуат картаһы

Europe green light.svg Был Европа географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырыр кәрәк.
Бискай ҡултығы

Биска́йский зали́в (исп. golfo de Vizcaya, франц. golfe de Gascogne, баск. Bizkaiko Golkoa, галис. golfo de Biscaia, окс. golf de Gasconha, брет. Pleg-mor Gwaskogn) — Испания һәм Франция яр буйҙарын йыуыусы Атлантик океан ҡултығы.

Гиалова

Гиалова (грек. Γιάλοβα; Дивари булараҡ та билдәле, лат. vivarium ― садок) ― ((лагуна), Грецияның Пилос-Нестор общинаһы территорияһы биләмәләрендәге тоҙло һыу ятҡылыҡтары (лагунаһы). Пилостан яҡынса һигеҙ саҡрым төньяҡта урынлашҡан. Лагуна Войдокилья ҡултығының бер өлөшө булып тора һәм уникаль экосистемаға ҡарап, ҡурсаулы зоналарҙан ғибәрәт. Ҡултыҡтың бөтә территорияһы, Наварин бухтаһы һәм Сфактерия утрауы менән бергә, « Натура 2000» һаҡ аҫтында торған учаскалар селтәренә ҡарай. Ул Европа союзы һағы аҫтында тора.

Евразия

Евразия — Ерҙәге иң ҙур материк. Майҙаны — 54,759 млн км², был һан ҡоро ерҙең 36 % майҙанын ала. Халҡы — 5 миллиард (2010) кеше, был бар Ер шарының ¾ халҡын тәшкил итә.

Ислам тарихы

Ислам тарихы — Исламдың барлыҡҡа килеүе һәм таралыуы.

Йәһүдтәр

Йәһүдтәр (үҙ атамалары — йеhудим (יְהוּדִים) ивритса һәм йидн (ייִדן) идишса) — сәмит сығышлы халыҡ, боронғо Исраил һәм Йәһүҙиә батшалыҡтарында йәшәгән халыҡтарҙан таралғандар, донъяның бик күп илдәрендә йәшәйҙәр (1948 йылдан йәһүд дәүләте Израиль бар). 2012 йылға йәһүдтәр һаны — 13,86 миллион, шуның 43 проценты Израилдә һәм 39 проценты — АҠШ-та.

Йәһүдтәрҙең традицион дине — иудаизм. Йәһүдтәрҙең күбеһе үҙҙәре йәшәгән илдәрҙең телендә һөйләшә. Израилдә иврит дәүләт теле булып тора, ул һөйләш теле булараҡ XIX быуатта тергеҙелгән. Төрлө илдәрҙә үҙенсәлекле йәһүд телдәре бар, уларҙың иң таралғаны — идиш — герман телдәре төркөмөнә инә.

Йәһүд телен, йәһүдтәрҙе һәм йәһүдтәр менән бәйле бөтә билдәләмәләрҙе өйрәнеүсе фән һебраистика (урыҫ. гебраистика) тип атала.

Пиреней тауҙары

Пирене́й (франц. Pyrénées, исп. Pirineos, окс. Pirenèus, кат. Pirineus, баск. Pirinioak) — Бискай ҡултығы һәм Урта диңгеҙ араһында Франция, Испания һәм Андорра илдәрендәге тау системаһы.

Оҙонлоғо — 450 км, бейеклеге — 3404 м-ға тиклем (Ането пигы). Көнбайышында эзбис һәм карст, үҙәгендә кристаллик тоҡомдар, Альп тауҙары рельефы формаһында, боҙлоҡтар (40 мең км²-ға тиклем); көнсығышта таулыҡ һирәгәйә, уйһыулыҡтар менән алышына. Тау битендә — Урта диңгеҙ буйы ҡыуаҡлыҡтары, 1800—2100 м бейеклектә ҡыуаҡтар һәм болондар. Боксит һәм тимер рудаһы ятҡылыҡтары табылған. Пиреней тауҙары мөһим климат бүлгес булып тора. Төньяғында — уртаса климат, көньяғында — субтропик.

Йыртҡыстар тарафынан үлтерелгән, һәм Пиренейҙа ерләнгән антик мифология геройы — Пирена Пиреней эпонимы булып тора.

Урта диңгеҙ

Урта диңгеҙ — Атлантик океан бассейнына ҡараған һәм уға Гибралтар боғаҙы аша тоташҡан диңгеҙ. Альборан, Балеар, Лигурий, Тиррен, Адриатик, Ионик һәм Эгей диңгеҙҙәрен үҙ эсенә ала. Уның бассейнына шулай уҡ Мәрмәр, Азак һәм Ҡара диңгеҙ инә.

Француз колониаль империяһы

Француз колониаль империяһы (франц. L’Empire colonial français) — 1534—1980 йылдар араһында Францияның колониаль биләмәләре. Британ империяһы һымаҡ, Франция донъяның барлыҡ төбәктәрендә колониаль территорияларға эйә булған, әммә уның колониаль сәйәсәте Бөйөк Британиянан ныҡ айырылған. Францияның диңгеҙ аръяғы биләмәләре (диңгеҙ аръяғы департаменттары, сообществолар һәм махсус статуслы административ-территориаль берәмектәр) ҡасандыр ҙур колониаль империяның ҡалдыҡтары булып тора, улар араһында тик Француз Гвианаһы материкта урынлашҡан. Ҡалғандары — утрауҙар (Француз Полинезияһы, Мартиника, Майотта һәм башҡалар), һәм шулай уҡ айырым территория (Яңы Каледония утрауы). Франкофония — француз телле илдәрҙең берлеге шулай уҡ француз колониаль дәүеренең хәҙерге мираҫы булып тора.

Әл-Мурабиттар

Әл-Мурабиттар (ғәр. المرابطون‎ әл-Мурабитун, مرابط Мурабит һүҙенең күплеге булып тора) — башта Абдулла ибн Йәсин әл-Ғөзөли тарафынан 1039—1043 йылдар араһында Сенегалда һәм Сахарала нигеҙләнгән мосолман дини тәриҡәтенең атамаһы, һуңынан XI быуат уртаһында Абдулла ибн Йәсин әл-Ғөзөлинең мөридтәре — берберҙәр тарафынан хәҙерге Марокко, Алжир, Испания һәм Португалияның территорияларында нигеҙләнгән дәүләттең атамаһы һәм шулай уҡ унда хакимлыҡ иткән династияның атамаһы.

Әл-Әндәлүс

Әл-Әндәлүс (ғәр. الأندلس‎) — Мосолман Испанияһының атамаһы, урта быуаттарҙа (711—1492) Пиреней ярымутрауының мосолмандар хакимлығы осорондағы территорияһы. Ҡайһы саҡта был атама дини-сәйәси ҡоролоштарына ҡарамайынса төбәктең барлыҡ илдәренә ҡарата ҡулланылған. Был атаманан көньяҡ Испания ерҙәренең атамаһы — Андалусия һаҡланып ҡалған. Пиреней ярымутрауы территорияһында иң һуңғы мосолман дәүләте Гранада әмирлеге 1492 йылда католиктар менән баҫып алына.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.