Пасха

Па́сха (грек. πάσχα, лат. Pascha, йәһ. פסחпесах — «эргәнән үтеү»); Христианлыҡта Христың Терелеүе (грек. Ἡ Ανάστασις τοῦ Ἰησοῦ Χριστοῦ) — боронғо христиан байрамы, йылдың төп байрамы. Иисус Христостың терелеүенә бағышлап үткәрелә. Хәҙергә ваҡытта һәр йыл өсөн байрам итеү көнө ай-ҡояш календары буйынса билдәләнә.

Тарихы

Христиандар был байрамды I быуатта Иисус Христос терелгән көндән алып байрам итә. Байрам көнө итеп 21 марттан һуң тулы ай үткәс беренсе йәкшәмбе көн билдәләнә. Байрам итеү төндә йәки иртән сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылыу менән башлана. Ғаиләләрҙә постан һуң (христиан дине буйынса һөтлө һәм итле аш ашамай тороу) мул ризыҡлы табын әҙерләнә. Ғөрөф ғәҙәт буйынса байрам куличы һәм буялған йомортҡалар изгеләндерелә. Был көндө христиандар бер-береһенә, тормош символы булған, буялған йомортҡа бирә.

Skype

Skype (МФА: [skaɪ̯p]) — ябыҡ кодлы түләүһеҙ проприетар программа тәьминәте, компьютерҙар араһында Интернет аша текслы, тауышлы һәм һынлы элемтә урынлаштыра (IP-телефония), пиринг селтәрҙәре технологияларын, шулай уҡ мобиль һәм стационар телефондар өсөн түләүле хеҙмәттәрҙе лә ҡуллана. 2010 йыл аҙағына 663 млн файҙаланыусыһы була. Программа эшләнмәселәренең күпселеге һәм дөйөм бүлек хеҙмәткәрҙәренең 44%-ы — Эстонияның Таллин һәм Тарту ҡалаларынан.

Программа конференц-шылтыратыуҙар (инициаторҙы ла һанап, бөтәһе 25 тауыш абоненты), һынлы шылтыратыуҙар (шулай уҡ 10-ға тиклем абонент ҡатнашҡан видеоконференциялар) үткәреү мөмкинлеген бирә, текслы хәбәрҙәр (чат) һәм файлдар тапшырыуҙы тәьмин итә. Һынланышты веб-камеранан да, монитор экранынан да тапшырып була, йәнә программаның өҫтәл версияларын файҙаланыусылар һынлы хәбәрҙәр ебәрә һәм ҡабул итә ала.

Mac OS X, iOS, Windows, Linux, Windows Phone, Open webOS, Android, PSP, Maemo, Xbox 360, PlayStation Vita, BlackBerry өсөн Skype программа клиенттары сығарылған. Шулай уҡ Java, Kindle Fire HD һәм Xbox One өсөн версиялар бар, Symbian өсөн дә клиент эшләнгән. Шулай уҡ LG, Panasonic, Philips, Samsung, Sharp, Sony Bravia, Toshiba, Vizio кеүек хәҙерге заман телевизорҙары өсөн Skype менән тоташыу ҡаралған.

Австро-Венгрия

А́встро-Ве́нгрия (Австро-Венгрия империяһы, нем. Österreich-Ungarn, 1868 йылдың 14 ноябренән рәсми рәүештә — нем. Die im Reichsrat vertretenen Königreiche und Länder und die Länder der heiligen ungarischen Stephanskrone (Рейхсратта күрһәтелгән короллектәр һәм ерҙәр, шулай уҡ Изге Стефан венгр тажының ерҙәре), рәсми булмаған тулы атамаһы — нем. Österreichisch-Ungarische Monarchie (Австро-Венгрия монархияһы), мадьярса Osztrák-Magyar Monarchia, словак. Rakúsko-Uhorská monarchia, чех Rakousko-Uhersko) — ике дәүләтле монархия (K. und k.) һәм Үҙәк Европала 1867—1918 йылдарҙағы күп милләтле дәүләт.

Элекке Австро-Венгрия территорияһында хәҙерге дәүләттәр Австрия, Босния һәм Герцеговина, Венгрия, Словакия, Словения, Хорватия, Чехия, шулай уҡ Румыния территорияһының яртыһы тиерлек (Трансильвания тарихи өлкәһе һәм Сучава жудецы (районы) урынлашҡан; айырым ҙур булмаған өлөштәре Италия (Трентино — Альто-Адидже автономиялы өлкәһе), Польша (Малополь һәм Карпат буйы воеводалыҡтары), Сербия (Воеводина автономиялы крайы) һәм Украина (Карпат аръяғы, Ивано-Франковск, Львов, Тернополь һәм Черновицы өлкәләре) составына инә.

Венгрия

Ве́нгрия (Мажарстан, мадьярса Magyarország) — Үҙәк Европала урынлашҡан дәүләт. 2004 йылдан алып Европа Берләшмәһе ағзаһы. Словения, Австрия, Украина, Румыния, Сербия һәм Хорватия илдәре менән сиктәш.

Видергебурт — немец мәҙәни-ағартыу ойошмаһы

«Видергебурт» — немец мәҙәни-ағартыу ойошмаһының Башҡортостандағы бүлексәһе. 1989 йылда ойошторолған. Уның Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Нефтекама ҡалаларында, Благовар районының Пришиб ауылында урындағы ойошмалары эшләй. Өфө, Октябрьский, Ишембай ҡалаларында сеньорҙар клубы бар.

Рәсәй немецтарын милләт булараҡ тергеҙеү, милли үҙенсәлектәрҙе һаҡлау, социаль-иҡтисади шарттар тыуҙырыу — милли ойошманың төп маҡсаты.

Фестивальдәр,концерттар, күрғәҙмәләр, байрамдар үткәрелә. Милли мәктәптәр,кластар, тыуған телде өйрәнеү буйынса курсар ойоштороу эше әүҙем башҡарыла.

Был ойошма Рәсәй немецтары мәҙәниәте, ижады ураһында немецса баҫмалар сығара.

Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларында, Пришиб ауылында евангелик, католик общиналар бар. Раштыуа, Пасха байрамдары йылда үткәрелә.

Гимн

Гимн — ҡағиҙә булараҡ, махсус яҙылған Алланы маҡтай торған дини йыр төрө; гимнда Алла, йәки алиһәләр, күренекле шәхестәр бөйөклөгө кәүҙәләндерелә. Гимн һүҙе грек телендәге ὕμνος (hymnos) һүҙенән алынған, «маҡтау йыры» тигәнде аңлата. Гимн инструменталь аккомпониат менән дә, айырым да башҡарыла.

Гимн башҡарыу христиан сиркәүе өсөн ғәҙәти күренеш булһа ла, башҡа диндәрҙә лә ул күренеш яраҡлашҡан, мәҫәлән Һиндостан диндәрендә. Боронғо Грек һәм Египет мәҙәниәтендә һаҡланып ҡалған. Ноталар менән яҙылған грек тексты иң боронғо гимн өлгөһө булып тора.

Дондағы Ростовта Собор майҙаны

Собор майҙаны — Дондағы Ростовтың Ленин районындағы майҙан.

Ирландия

Ирла́ндия, Ирла́ндия Респу́бликаһы (Éire; ингл. Ireland, Republic of Ireland) — Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт, Ирландия утрауының ҙур өлөшөн биләй. Илдең исеме кельт телендәге Éire — дәүләт һүҙенән барлыҡҡа килә. Башҡалаһы — Дублин, унда яҡынса 1,4 млн.кеше йәшәй. 1973 цылдан алып Европа Берләшмәһендә ағза булып тора.

Ланч

Ланч (ингл. Lunch) (совет әҙәбиәтендә шулай уҡ «ленч» транслитерацияһы ҡулланылған) — инглиз телендә һөйләшкән илдәрҙә — төшкө ашты ашауҙы аңлатҡан Luncheon һүҙенән алынған ҡыҫҡартыу.

XVII быуатта инглиз телле илдәрҙә башҡа атама ҡулланылған — dinner («төшкө аш»), Великобританияла, өлөшләтә Канадала ҡайһы берҙә һаман да төш ваҡытында ашап алыуҙы аңлатҡан был атама ҡулланыла. АҠШ-та dinner термины төштән һуңғы тамаҡ ялғауға ҡарата ҡулланыла, ә XIX быуаттан башлап киске ашты аңлата башлаған, электән ҡулланылған supper һүҙе ҡыҫырыҡлап сығарылған, үҙ сиратында supper һүҙе киске аштан да һуңыраҡ, ярты төнгә яҡыныраҡ тамаҡҡа ашауҙы аңлата.

«Ланч» һүҙе йәкшәмбе һәм Рождество, Пасха, Рәхмәтле булыу көнө (День благодарения) кеүек байрамдарҙа төштән һуңғараҡ, сәғәт икенән дүрткә саҡлы, өҫтәлгә килтерелгән ашамлыҡ һәм һаман да dinner (төшкө аш) тип атала.

Уға бәйле төшөнсәләр барлыҡҡа килтереү өсөн, мәҫәлән:

lunch break — эштә һәм мәктәптәрҙә ланч өсөн рөхсәт ителгән тәнәфес.

bag lunch («пакеттағы ланч») — 1980-се йылдарҙа, микро тулҡынлы мейестәргә саҡлы, Төньяҡ Америкала эш урындарында эсенә сэндвич һәм йыш ҡына бер бөтөн емеш һәм берәй төрлө тәмлекәс һалынған һоро ҡағыҙҙан эшләнгән стандарт упаковка.

lunchbox («ланч өсөн ҡумта») — Британияла, Америкала, йәки Австралияла, эсенә сэндвич, чипсы һәм напиток, моғайын, шоколад батончигы һәм бер-ике емеш һалынған төшкө аш өсөн тәғәйенләнгән төргәк. Америкалағы кеүек, Британияла был традицияға алмашҡа кафелар килгән. Әммә шулай әҙерләнгән ашамлыҡ йыйылмаһы (набор) төҙөүселәр һәм уҡыусылар араһында бөгөнгө көндә лә киң таралған.

Малайзия

Мала́йзия (мал. Malaysia) — көньяҡ-көнсығыш Азиялағы дәүләт,Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе менән бүленгән ике өлөштән тора.

Көнбайыш Малайзия (ғәҙәттәге атамаһы — Малайя) Малакка ярымутаруы һәм эргәһендәге утрауҙарҙы биләй, төньяҡта Таиланд менән сикләшә, шулай уҡ Сингапур һәм Индонезия менән диңгеҙҙә уртаҡ сиктәре барКөнсығыш Малайзия (ғәҙәттәге атамаһы — Сабах һәм Саравак) Калимантан утрауының төньяҡ өлөшөн биләй, Бруней һәм Индонезия менән сиктәш, шулай уҡ Филиппин менән күрше.

Муса (пәйғәмбәр)

Моисе́й (йәһ. משֶׁה‎, Моше́, «һыуҙан ҡотҡарылған»; ғәр. موسىٰ‎ Муса, бор. грек. Mωυσής, лат. Moyses) (б. э. т. XIII быуат), Бишкитапта — йәһүд пәйғәмбәре һәм ҡанун сығарыусыһы, йәһүдилеккә нигеҙ алыусы, йәһүдтәрҙе Боронғо Мысырҙан сығарыусы, йәһүд халҡын берләштереүсе.

Библияны (Тәүратты) өйрәнеүселәр Моисей, XVIII һәм XIX династияһы фирғәүендәре менән бәйләп, Б.э.т. XV—XIII быуаттарҙа йәшәгән тип билдәләй.

Моисей исеме «һыуҙан ҡотҡарылған» тигәнде аңлата, башҡа фараздар буйынса был исем Мысырҙа барлыҡҡа килгән һәм «бала» тигәнде аңлата.

Немецтар

Немецтар, ниместәр, шулай уҡ алмандар (нем. Deutsche) — Германияның төп халҡы. Дөйөм һаны — 140 миллион. Милли теле — герман төркөмөнөң немец теле.

Океания

Океания — Тымыҡ океандағы донъя киҫәге, океандың үҙәк һәм көнбайыш өлөшөндәге утрауҙар һәм атоллдар тупланмаһынан тора, геосәйәси регионы.

Песах

Пе́сах (йәһ. פֶּסַח‎, «эргәнән үтеү», ашкеназ һөйләшендә — Пе́йсах / Пе́йсох / Па́йсох; арам. פִּסְחָא, Пи́сха; грексә һәм урыҫса— Пасха) — йәһүдтәрҙең Мысырҙан китеү иҫтәлегенә үткәрелгән төп йәһүд байрамы. Нисан айының 15-се көнөндә башлана һәм Израилдә 7 көн байрам ителә, Израилдән ситтә 8 көн байрам ителә.

Байрам көндәрендә Тора йәһүдтәргә икмәк һәм игендән әсетелеп (йәһ. חָמֵץ‎, «хаме́ц» — әсегән) әҙерләнгән ризыҡтарҙы ашауҙы тыя. Шулай уҡ Тора был көндә маца ашарға тәҡдим итә.

Израилдә Песах ете көнлөк байрам, беренсе һәм һуңғы көндәре — ял көнө. Арауҡтағы көндәр — байрам эш көндәре (). Израильдән ситтә һигеҙ көнлөк байрам. Беренсе ике һәм һуңғы ике көндәре — ял көндәре.

Словакия

Слова́кия (словак. Slovensko), рәсми исеме — Словак Респу́бликаһы (словак. Slovenská republika) — Үҙәк Европалағы дәүләт. 2001 йылдағы иҫәп алыу буйынса — халҡы 5,4 миллиондан ашыу, территорияһы — 48 845 км². Халҡының һаны буйынса донъяла 120-се, территорияһының майҙаны буйынса 127-се урында тора

Баш ҡалаһы — Братислава. Дәүләт теле — словак теле

Унитар дәүләт, парламент республикаһы. 2014 йылдың июнендәге мәғлүмәт буйынса, ил президенты — Андрей Киска, премьер министр — Роберт Фицо. 8 крайға бүленгән.

Европа үҙәгендә урынлашҡан. Континенталь дәүләт, диңгеҙгә сығыу юлы юҡ. Украина, Польша, Чехия, Австрия һәм Венгрия менән ҡоро ер сиге бар.

Дингә ышанған халыҡтың күбеһе, яҡынса 70 проценты, католик динен тота.

Иҡтисади яҡтан тиҙ үҫешеүсе индустриаль ил. 2011 йылға эске тулайым продукт кимәле йән башына 127,111 АҠШ доллары тәшкил итә. Аҡса берәмеге — евро. .

Илдең бойондороҡһоҙлоғо 1993 йылдың 1 ғинуарында иғлан ителә. Территория үҙ тарихында, VII быуатта Само дәүләтенән башлап, XX быуатта Чехословакияға тиклем, бик күп держава һәм дәүләт берәмектәре составына инә. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Өсөнсө рейхҡа буйһонған Словак дәүләте була. Ул 1945 йылда Чехословакияның өлөшө һанала.

Словения

Словения (слов. Slovenija), рәсми исеме — Словения республикаһы (слов. Republika Slovenija) — Үҙәк Европалағы ил. 2004 йылдан Европа Берлеге ағзаһы. Көнбайышта Италия һәм Адриатик диңгеҙ, көньяҡта Хорватия, көнсығышта Венгрия һәм төньяҡта Австрия дәүләттәре менән сиктәш. Ил Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы (НАТО) ағзаһы.

Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы

Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Республикаһы (Йөмһүриәте), ТКТЙ (төр. Kuzey Kıbrıs Türk Cumhuriyeti, KKTC, шулай уҡ ҡыҫҡартылған нейтраль Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ атамаһы ҡулланыла төр. Kuzey Kıbrıs) — өлөшләтә танылған дәүләт, Кипр (Ҡыпрыҫ) утрауының төньяғының өстән бер өлөшөн тәшкил итә. 1975—1983 йылда бындағы төрөк дәүләте Кипр (Ҡыпрыҫ Төрөк Федератив дәүләте тип аталған (төр. Kıbrıs Türk Federe Devleti).

Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Йөмһүриәтен Төркиә генә таныған.

Бөгөнгәсә Кипр Республикаһы хөкүмәте Кипр утрауында берҙән-бер халыҡ-ара танылған власть булып тора.

Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Йөмһүриәте Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһына күҙәтеүсе булараҡ ингән.

Төньяҡ Кипр (Ҡыпрыҫ) Төрөк Йөмһүриәте халҡы яҡынса 294 906 кеше. Күп өлөшө — этник төрөктәр, улар ике йәмғиәттән тора : урындағы кипр (ҡыпрыҫ) төрөктәре (өстән бере самаһы) һәм Анатолия (Анадолу) төрөктәре, Төркиәнән күсеп килгәндәр (өстән икеһе). Шулай уҡ үҙ анклавтарында ҡала алған әҙ генә кипр (ҡыпрыҫ) гректәр (юнандар) һәм марониттәр. ТКТЙ-ның баш ҡалаһы — Кипр (Ҡыпрыҫ) Республикаһыныҡы (Йөмһүриәтенеке) кеүек үк, йәшел һыҙат менән бүленгән Никосия (Лефкоша) ҡалаһы(төр. Lefkoşa, грек. Λευκωσία), әммә административ үҙәге булып Фамагуста ҡалаһы тора.

ТКТЙ Кипрҙың (Ҡыпрыҫтың) башҡа яғынан буфер зонаһы менән бүленгән. Утрауҙы ике секторға бүлгән "Йәшел һыҙат"ты Кипрҙа (Ҡыпрыҫта) тыныслыҡ һаҡлаусы БМО Ҡораллы көстәре контингенты һаҡлай.

Удмурттар

Удмурттар (Арҙар; удм. Удмуртъёс; ялан мари Одо) — Удмурт Республикаһында һәм күрше төбәктәрендә йәшәүсе фин-уғыр халҡы. Урыҫ һәм удмурт телдәрендә һөйләшәләр, диндәре — православие һәм ерле ышаныуҙар.

Чили

Чи́ли (исп. Chile), рәсми исеме — Чи́ли Респу́бликаһы (исп. República de Chile [reˈpuβlika ðe ˈʧile]) — Көньяҡ Америкала Тымыҡ океан һәм Анд тауҙары араһында оҙон һыҙат булып урынлашҡан дәүләт.

Көнбайыштан Тымыҡ океан менән йыуыла, көнсығыштан Аргентина, төньяҡтан Перу, төньяҡ-көнсығыштан Боливия менә сиктәш.

Үрге Лужица

Үрге Лужица (нем. Oberlausitz, үр.-луж. Hornja Łužica) — Германияның Саксония ерҙәрендә һәм Польшаның көньяҡ-көнбайышында (Нижнесилезский воеводствоһы биләмәһенең бер өлөшөндә) урынлашҡан тарихи-географик өлкә, Лужицаның бер өлөшө. Үҙәге — Баутценҡалаһы.

Үрге Лужила немецтәр менән бергә лужи (20 мең кеше) тигән бәләкәй көнбайыш славян халҡы йәшәй.

Лужи халҡы үрге лужи телендә һөйләшә, барыһы ла немецсә белә.

Беренсе мең йыллыҡта Үрге Лужи ерҙәрендә мильчан халҡы йәшәгән.

X быуатта Лужицаны Германия феодалдары баҫып ала. XI—XIV быуаттарҙа Үрге Лужица Польша, Чехия һәм Бранденбургтың Мейсенский маркграфы ерҙәре була. 1367 йылда Үрге Лужица Богемия Короллеге составына инә ( 1526 йылдан Габсбург монархияһы составында), 1635 йылда Саксония курфюршествоһы биләмәһенә ҡарай. 1815 йылда Үрге Лужица Герлиц ҡалаһы менән Силизия прусс провинцияһы өлөшө була.

С 1541 йылдан Үрге Лужицала Пасха ат парады (Пасха кавалькадаһы, Крижерье) үткәрелә.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.