Мәҙәниәт

Мәҙәниәт — (үҫтереү, һуңғараҡ — тәрбиәләү, белем биреү ҡылымдарынан) кеше эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләрендә бик ҙур мәғәнәгә эйә булған төшөнсә. Мәҙәниәт философия, культурология, тарих, сәнғәтте өйрәнеү, лингвистика, этнолоингвистика, политология, психология, иҡтисад, педагогика фәндәрендә өйрәнелә.

Мәҙәниәт төшөнсәһенә кеше эшмәкәрлеге — уның сағылышы, үҙ-үҙен танытыуы, оҫталығы, таҫыллығы инә. Шулай уҡ кешенең характер, компететлыҡ, оҫталыҡ, һәләт, белем объективлығы һәм субъективлығында ла мәҙәниәт күренә. Мәҙәниәт — кеше эшмәкәрлеге йыйылмаһының нығынған формалары, унһыҙ ул йәшәй алмай.

Мәҙәниәт — кешегә хас борсолоу, фекерҙәр менән билдәле бер ҡағиҙәләрҙе үтәү буйынса кодтар йыйылмаһы, шуның менән идара итеү тәьҫире яһау. Мәҙәниәттең килеп сығыу сығанағы булып, кеше эшмәкәрлеге, ижад, үҙ-үҙеңде танытыу тора. Мәҙәниәттең төрлө билдәләмәләре.

Донъяла мәҙәниәттең фәлсәфәүи, фәнни билдәләмәһе күп булыуы был төшөнсәгә мәҙәниәт предметы һәм объектына бәхәсһеҙ билдә кеүек һылтанырға ирек бирмәй һәм аныҡ, тар итеп конкретлауҙы талап итә. Мәҙәниәт дөйөм кешелек һәм рухи ҡиммәттәрҙе тормошҡа ашырыу сығанағы.

Patrizio Torlonia
Өлкән Марк Порций Катон (234—149 йй. б. э. т.), cultura һүҙе уның трактатында De Agri Cultura иң беренсе яҙылған (яҡынса 160 й. б. э. алдынан)

Терминдың тарихы

Боронғолоҡ

M-T-Cicero
Марк Туллий Цицерон

Боронғо Грецияла “мәҙәниәт” терминына, “эске мәҙәниәт”, йәки икенсе төрлө “күңел мәҙәниәте” тигәнде аңлатҡан пайдейя яҡын була.

Латын сығанаҡтарында был һүҙ тәү башлап, Марк Порций Катондың латын прозаһының иң тәүге ҡомартҡыһы булған игенселек тураһындағы трактатында осрай. Был трактат баҫыуҙарҙы тәрбиәләүгә генә түгел, ә ер эшкәртеүгә айырыуса ҙур күңел йылыһы биреүгә арналған. Мәҫәлән, ер участкаһына эйә булыу өсөн Катон шундай кәңәш бирә: һатып алған ерҙе ялҡауланмай ғына бер нисә тапҡыр урап сығырға; әгәр участка яҡшы булһа, уны ҡараған һайын ул нығыраҡ оҡшаясаҡ. Бына ошо «оҡшай» тигән һүҙ мотлаҡ булырға тейеш, әгәр юҡ икән, яҡшы тәрбиә лә, йәғни мәҙәниәт тә булмаясаҡ.

Римда йәшәүселәр «мәҙәниәт» һүҙен ниндәйҙер бер объект менән эйәлек килештә ҡулланған, йәғни, бары тик камиллашыуҙы, яҡшырыуҙы белдергән һүҙбәйләнештәрҙә: «culture juries» — үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үтәү сифаты, «culture lingual» — телде камиллаштырыу һ. б.

Рим ораторы һәм философы Марк Туллий Цицерон (беҙҙең эраға тиклем 106—43) үҙенең «Тускулан әңгәмәләре»ндә «мәҙәниәт» һүҙен күсмә мәғәнәлә ҡуллана һәм фәлсәфәне «күңел мәҙәниәте» («cultura animae») тип атай. Ул фәлсәфә менән шөғөлләнгән кеше күңел һәм аҡыл мәҙәниәтенә эйә, тип һанай.

XVII—XVIII быуаттарҙа Европала

Johann Gottfried von Herder by Johann Ludwig Strecker, 1775
Иоганн Готфрид Гердер

Үҙаллы «мәҙәниәт» төшөнсәһенең мәғәнәһе немец юрисы һәм тарихсыһы Самуэль Пуфендорф (1632—1694) хеҙмәттәрендә барлыҡҡа килә. Ул был һүҙҙе йәмғиәтә тәрбиәләнгән «яһалма кеше»-не «тәбиғи» кешегә ҡаршы ҡуйғанда ҡуллана.

Тәүгеләрҙән булып “мәҙәниәт” һүҙен фәлсәфәүи, аҙаҡ фәнни һәм көндәлек ҡулланылышҡа 1782 йылда «Опыт истории культуры человеческого рода»китабын сығарған немец мәғрифәтсеһе И. К. Аделунг индерә.

XVIII быуаттың 80-се йылдар аҙағында фәнни ҡулланылышҡа "мәҙәниәт" терминын индергән И. Г. Гердер (1744—1803), был һүҙҙең латын теленән килеп сығыуына һәм «игенселек» һүҙе менән этимологик бәйләнешенә туранан-тура ишара итә. Үҙенең «Идеи к философии истории человечества» (1784—1791) хеҙмәттәренең һигеҙенсе китабында ул «кешелек затын тәрбиәләү»-ҙе «генетик һәм органик процесс» булараҡ характерлап: беҙ кешенең икенсе мәғәнәләге был генезисын төрлөсә атай алабыҙ. Уны мәҙәниәт, йәғни ерлек әҙерләү тип тә, яҡтылыҡ образын иҫләп, мәғрифәт тип тә атай алабыҙ, ул ваҡытта мәҙәниәт һәм яҡтылыҡ сылбыры ерҙең сигенә тиклем һуҙыласаҡ, — тип яҙа.

И. Кант, мәҫәлән, белеү, оҫталыҡ мәҙәниәтен, тәрбиә мәҙәниәтенә ҡаршы ҡуя. «Эске, техник» мәҙәниәт тип ул цивилизацияны атай, тип билдәләй А. В. Гульга. Кант цивилизацияның ҙур үҫешен күрә һәм һәм уның мәҙәниәттән айрылыуына борсола. Мәҙәниәт тә үҫешә, ләкин тәүгеһенән күпкә ҡалыша, был диспропорция күп бәләләргә сәбәпсе, ти ул.[1].

XVIII—XIX быуаттарҙа Рәсәйҙә

XVIII быуатта һәм XIX быуаттың тәүге сирегендә рус теле составында «мәҙәниәт» лексемаһы булмай. Был турала Николай Максимович Яновский төҙөгән «Новый словотолкователь, расположенный по алфавиту» (СПб., 1804. Ч. II. От К до Н. С. 454) китабы белдерә. Ике телдәге һүҙлектәр был һүҙҙе руссаға тәржемә итеүҙең мөмкин булған варианттарын тәҡдим итә. Яңы төшөнсәне билдәләү өсөн Гердер тәҡдим иткән ике немец һүҙенә рус телендәге мәғрифәт тигән һүҙ генә тура килә.

“Мәҙәниәт” һүҙе рус теленә бары тик XIX быуаттың 30-сы йылдар уртаһында ғына килеп инә. Был һүҙҙең барлығын И. Ренофанцтың 1837 йылда сыҡҡан «Карманная книжка для любителя чтения русских книг, газет и журналов» китабында билдәләнә.[2]. Названный словарь выделял два значения лексемы: во-первых, «хлебопашество, земледелие»; во-вторых, «образованность».[3] Был һүҙлек лексеманы ике мәғәнәгә айыра. Тәүгеһе “игенселек”, икенсеһе “белемлелек”.

Ренофанцтың, мәҙәниәт һүҙе фәнни термин, фәлсәфәүи категория булараҡ йәмғиәт аңына инмәгән әле, тип билдәләгән һүҙлеге сығырҙан бер йыл алда, Рәсәйҙә «мәҙәниәт» төшөнсәһенә мөрәжәғәт итеп кенә ҡалмай, ә уға теоретик яҡтан дәлилләнгән ентекле билдәләмә биргән эш килеп сыға. Һүҙ Санкт-Петербург император медик-хирургия академияһының атҡаҙанған профессоры, академик Д. М. Велланский-ҙың (1774—1847) «Основные начертания общей и частной физиологии или физики органического мира» тигән яҙмалары тураһында бара. Нәҡ ошо фәлсәфәсе-шиллингианец һәм ғалим-медиктың тәбиғи фәлсәфәүи хеҙмәтенән «мәҙәниәт» терминының көндәлек ҡулланышҡа идерелеүен генә түгел, ә уның Рәсәйҙә мәҙәни-фәлсәфәүи идея булып китеүен да иҫәпләргә кәрәк.

Мәҙәниәт тарихын осорҙарға бүлеү

Хәҙерге культурологияла Европа мәҙәниәте тарихы түбәндәгесә бүленә:

  • Тәүтормош мәҙәниәте (беҙҙең эраға тиклем 4 мең);
  • Боронғо донъя мәҙәниәте (беҙҙең эраға тиклем 4 мең — беҙҙең эраның V быуаты). Уға боронғо көнсығыш һәм антик мәҙәниәт инә;
  • Урта быуат мәҙәниәте (V—XIV быуаттар);
  • Яңырыу йәки Ренессанс мәҙәниәте (XIV—XVI быуаттар);
  • Яңы дәүер мәҙәниәте (XVI—XIX быуаттар);
  • Мәҙәниәт тарихын осорҙарға бүлеүҙә мөһим үҙенсәлек булып, Яңырыу дәүере мәҙәниәтен үҙаллы мәҙәниәт үҫеше осоро, тип айырып ҡарау тора. Ул ваҡытта тарихи фәндәге кеүек был дәүер Һуңғы урта быуат йәки Иртә яңы дәүер тип һанала.

Мәҙәниәт һәм тәбиғәт

Мәҙәниәттең тәбиғәт менән бәйләнеше — культурология проблемаһының береһе булып тора.

Марк Порций Катон Старший мәҙәниәт төшөнсәһен ер эшкәртеүгә индереп, уны эшкәртеүсе, яҡшыртыусы, хөрмәт итеүсе тип билдәләй. Был йәһәттән мәҙәниәт һүҙе кешенең тәбиғәт менән уртаҡ файҙаға йүнәлтелгән хемәттәшлеге кеүек күҙ алдына баҫа. Бындай хеҙмәттәшлектә кеше тәбиғәтте үҙ хеҙмәтенең ижады менән байытып, йәнләндереп, унан матди тупланма ҡабул итеп ала, фекер йыя, өйрәнә. Тәбиғәтте ҡыйратыу кешелеккә лә зыян итмәй ҡалмай. Мәҙәниәтте күрһәткән бындай күренеш юғары аң эшмәкәрлеге була алмай.

Кешенең тәбиғәт менән аңлы хеҙмәттәшлек итеү принцибынан ситләшеүе тупланған мәҙәни байлыҡтың түбәнәйенә килтереүенә ышаныу ҡыйын түгел. Быға миҫал булып, күп кенә үҫешкән боронғо донъя дәүләттәренең тарҡалыуы һәм хәҙерге мегаполистар тормошонда мәҙәниәт кризисы асыҡланыуы тора.

Мәҙәниәттең заманса төшөнсәһе

Антропологик мәҙәниәт — эшмәкәрлек яғынан — матди һәм рухи ижад продукттарында тәбиғәтте, йәмғиәтте, үҙ-үҙеңде үҙгәртеү буйынса кеше эшмәкәрлеге алымы.

Аксиологик культура — («аксиоc»— ҡиммәт) — ҡиммәтле баһа — кеше эшмәкәрлегенең хеҙмәт емеше йыйылмаһы. Уның ҡиммәте билдәле бер социаль система эсендә дөйөм танылған. Был йыйылма ошо социаль ойошманың рухи нигеҙе булып хеҙмәт итә.

Мәғлүмәт семиотик мәҙәниәте — ҡиммәттәрҙә, ниндәйҙер нормаларҙа, мәғәнәләрҙә, билдәләрҙә сағылған һәм быуындан-быуынға ташырылған социаль мөһим мәғлүмәт.

Мәҙәниәт һәм цивилизация

Ҡайҙа мәҙәниәт үлә , шунда цивилизация барлыҡҡа килә Освальд Шпенглер.

Хәҙерге «мәҙәниәт» төшөнсәһе цивилизация булараҡ XVIII быуаттаXIX быуат башында Көнсығыш Европала формалаша. Һуңғараҡ был төшөнсә, бер яҡтан, Европала төрлө төркөмдәге кешеләр араһындағы, икенсе яҡтан — бөтә донъя буйынса метрополия һәм колониялар араһындағы айырмалыҡтарҙы үҙ эсенә ала башлай. Ошонан сығып, был осраҡта «мәҙәниәт» төшөнсәһе «цивилизация» эквиваленты булып тора. Бындай билдәләмәне файҙаланып, айырым кешеләрҙе, хатта тотош илдәрҙе мәҙәни кимәле буйынса классификацияларға була. Хатта ҡайһы бер айырым авторҙар мәҙәниәтте "Донъялағы әйтелгән һәм булдырылған иң яҡшы нәмәләр "(Мэтью Арнольд), ә инде был билдәләмәгә инмәгәндәрҙе хаос һәм анархия тип атай. Был фекергә ярашлы, мәҙәниәт йәмғиәттәге социаль үҫеш һәм прогресс менән тығыҙ бәйләнгән. Арнольд үҙенең билдәләмәһен файҙалана: «…мәҙәниәт беҙгә ҡағылышлы бөтә нәмә тураһында ла белем алыу процессында бер туҡтауһыҙ камиллашыу һөҙөмтәһе…» (Арнольд, 1882).

Практикала мәҙәниәт төшөнсәһе иң яҡшы изделиелар һәм ҡылыҡтарға ҡарай, шул иҫәптән сәнғәт, классик музыка өлкәһенә. Был ҡараш буйынса, мәҙәни кеше категорияһына ошо өлкәләр менән бәйле кеше инә. Билдәләмәгә ярашлы, классик музыкаға ҡағылышлы кешеләр эшсе кварталдарҙың рэп яратыусылары йәки Австралияның традицион абориген тормош алып барыусыларына ҡарағанда юғары кимәлдә һанала.

Әммә бындай ҡарашҡа ярашлы, аҙ мәҙәниәтле кешеләр тәбиғирәк, ә юғары мәҙәниәт — «кеше тәбиғәтен» баҫыу, тип ҡараған йүнәлеш тә бар. XVIII быуаттан башлап, бындай фекер күп кенә авторҙарҙың эшендә осрай. Улар мәҫәлән, халыҡ музыкаһы ябай кешеләр тарафынан булдырылған булараҡ, тәбиғи тормошто ысыныраҡ сағылдыра, ә классик музыка өҫтән-мөҫтән генә яҙылған, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Был фекер буйынса, “көнсығыш цивилизацияһы”-нан ситтә йәшәүселәр - капитализм менән боҙолмаған “аҫыл затлы ҡырағайҙар”, тип һанала.

Бөгөн күп тикшеренеүселәр ике ҡапма-ҡаршылыҡты ла кире ҡаға. Улар «берҙән-бер дөрөҫ мәҙәниәт»-те концепция булараҡ та, уның тәбиғәткә ҡаршы ҡуйылыуын да ҡабул итмәй. Был осраҡта элиталы булмағандар, элиталы кеүектәр кеүек юғары мәҙәниәткә эйә булырға, ә көнсығышта йәшәмәгәндәр шул уҡ юғары мәҙәниәтле, тик уның икенсе төрлө сағылыуы ихтимал, тип билдәләнә. Шулай уҡ, ҡайһы бер эштәрҙә ике мәҙәниәт төрө лә: «юғары» һәм «түбән»-е лә төрлө субкультураға ҡарай.

Мәҙәниәт донъяға ҡараш булараҡ

Романтизм дәүерендә айырым кенәзлектәрҙән илде берләштереүгә һәм Австро-Венгер империяһына ҡаршы булыуға йүнәлтелгән әҙселек милли хәрәкәттәре менән айырыуса ҡыҙыҡһыныусы Германия ғалимдары мәҙәниәтте «донъяға ҡараш» тип формалаштыра. Бындай фекер системаһында бер-береһенә тура килмәгән донъяға ҡараш этник төркөмдәрҙең төп айырмаһы булып тора.

Тәүге ҡараштар менән сағыштырғанда үҫешенә ҡарамайынса, бындай мөнәсәбәт цивилизациялы мәҙәниәт һәм камиллашмаған, ябай мәҙәниәт араһында әлегә тиклем айырмалыҡ һаҡлаған.

XIX быуат аҙағына антропологтар мәҙәниәт төшөнсәһен киңәйтә һәм ул йәмғиәттең күберәк төрлөлөгөн үҙ эсенә ала. Улар, эволюция теорияһынан сығып, кешеләр бер төрлө үҫешергә тейеш, тип уйлай. Шул уҡ ваҡытта улар билдәле бер мәҙәниәттәрҙәге айырмалыҡтарҙы күрһәтеүҙә биологик эволюцияны иҫәпкә алырға теләмәүҙәрен дә белдерә. антропологтар биологик эволюция мәҙәниәт төшөнсәһен тулыһынса сағылдыра, тип ышана. Быны, үҙ эволюцияһы барышында кеше белем алыу һәм файҙаланыу буйынса берҙәм система һәм уны абстракт символдар рәүешендә башҡаларға тартыу һәләтен булдырған тип аргументлайҙар.

Кеше индивидуумы был символик системаларҙы белеү һәм өйрәнеү менән, улар биологик эволюцияға бойондороҡһоҙ рәүештә үҫешә башлай (икенсе төрлө әйткәндә, биологик яҡтан бәйләнмәгән булһалар ҙа, бер кеше икенсе кешенән белем ала). Символдарға таянып, социаль оҫталыҡҡа эйә булыу һәләте элекке аргументтарҙы "кеше тәбиғәте" һәм «тәрбиәләү» бәхәсендә ҡуша.

Иҫкәрмәләр

  1. Гулыга А. В. Кант сегодня // И. Кант. Трактаты и письма. М.: Наука, 1980. С. 26
  2. Ренофанц И. Карманная книжка для любителя чтения русских книг, газет и журналов. СПб., 1837. С. 139.
  3. Черных П.Я Историко-этимологический словарь современного русского языка. М., 1993. Т. I. С. 453.
10 март

10 март — григориан стиле буйынса йылдың 69-сы (кәбисә йылында 70-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 296 көн ҡала.

14 октябрь

14 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 287-се көнө (кәбисә йылында 288-се). Йыл аҙағына тиклем 78 көн ҡала.

== Байрамдар ==

Халыҡ-ара байрамдар — Халыҡ-ара стандартлаштырыу көнө. Милли байрамдар Беларусь — Әсәйҙәр көнө.

Грузия — «Мцхетоба» (дини байрам).

Украина — Украина казактары көнө. Һөнәри байрамдар

1926 йыл

1926 (бер мең туғыҙ йөҙ егерме алтынсы) йыл — кәбисә булмаған йыл, григориан календары буйынса йома көндө башлана. Был беҙҙең эраның 1926 йылы, 2 мең йыллыҡтың 926 йылы, XX быуаттың 26 йылы, XX быуаттың 3 ун йыллығының 6 йылы, 1920 йылдарҙың 7 йылы.

1939 йыл

1939 (бер мең туғыҙ йөҙ утыҙ туғыҙынсы) йыл — кәбисә булмаған йыл, григориан календары буйынса йәкшәмбе көндө башлана. Был беҙҙең эраның 1939 йылы, 2 мең йыллыҡтың 939 йылы, XX быуаттың 39 йылы, XX быуаттың 4 ун йыллығының 9 йылы, 1930 йылдарҙың 10 йылы.

1 ғинуар

1 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 1-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 364 көн ҡала (кәбисә йылында 365).

== Байрамдар ==

Халыҡ-ара байрамдар — Яңы йыл байрамы.

— Халыҡ-ара тыныслыҡ көнө. Милли байрамдар Куба — Азат ителеү көнө.

Камерун — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.

Словакия — Словакия Республикаһы ойошторола.

Танзания — Ағас ултыртыу көнө.

Чехия — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.

Эстония — Евро көнө. Һөнәри байрамдар

2013 йыл

2013 (ике мең ун өсөнсө) йыл — кәбисә булмаған йыл, григориан календары буйынса шишәмбе көндө башлана. Был беҙҙең эраның 2013 йылы, 3 мең йыллыҡтың 13 йылы, XXI быуаттың 13 йылы, XXI быуаттың 2 ун йыллығының 3 йылы, 2010 йылдарҙың 4 йылы.

2014 йыл

2014 (ике мең ун дүртенсе) йыл — кәбисә булмаған йыл, григориан календары буйынса шаршамбы көндө башлана. Был беҙҙең эраның 2014 йылы, 3 мең йыллыҡтың 14 йылы, XXI быуаттың 14 йылы, XXI быуаттың 2 ун йыллығының 4 йылы, 2010 йылдарҙың 5 йылы.

Рәсәйҙә «Мәҙәниәт йылы».

Халыҡ-ара кристаллография йылы (ЮНЕСКО).

Баймаҡ районы

Баймаҡ районы — Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан район. Көнсығышта Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны 5432 км². Райондың административ үҙәге — Баймаҡ ҡалаһы менән Өфө араһы тура һауа юлынан 275 км, автомобиль юлынан — 489 км.

Район халҡы 1995 башына 43,5 мең кеше булған (1970 — 47,9, 1979 — 41,4, 1989 — 42,1 мең кеше). Ауыл халҡының уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 8 кеше. Күпселеген башҡорттар һәм урыҫтар тәшкил итә. 90 ауыл бар. Иң ҙурҙары: Темәс (3,1 мең кеше), Урғаҙа (2,7 мең), Иҫке Сибай ауылы (2 мең), Аҡморон ауылы (1,7 мең).

Белорет районы

Белорет районы (рус. Белорецкий район) — Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. 1930 йылда ойошторолған. Административ үҙәге — Белорет ҡалаһы. Районда 41809 кеше йәшәй. Майҙаны буйынса (11501 квадрат километр) республикала иң ҙур район.

Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң ҡалҡыу өлөшөн биләй, республиканың көнсығышында, диңгеҙ кимәленән 564 м бейеклектә урынлашҡан. Бөрйән, Ғафури, Архангел, Учалы,Әбйәлил райондары һәм төньяҡтан Силәбе өлкәһе менән сикләшә.

Иҙел башы республикала урманға иң бай төбәктәрҙең береһе, урман уның территорияһының 80 процентын биләй. Район үҙәгендә ылыҫлы урман өҫтөнлөк итһә, көнбайыш өлөшө ҡуйы япраҡлы, ә көнсығышында — ҡатнаш урман. Тимер рудаһының төп ятҡылығы — беҙҙең район территорияһында.

Башҡортостандың был төбәге үҙенсәлекле һәм гүзәл тәбиғәтле. Бында тау йылғалары буйлап һалда, кәмәләрҙә ағып төшөү, бейек Уралтау һырттарына артылыу, мәмерйәләргә сәйәхәт итеү, шифалы шишмәләрҙең һыуын тәмләү, тау саңғыларында шыуыу мөмкинселеге бар. Тап Белорет ерендә Ағиҙел, Инйәр, Йүрүҙән, Еҙем йылғалары баш ала. Райондың ҙур өлөшөн Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығы тәшкил итә, ул Башҡортостанда, хата Көньяҡ Уралда иң ҙур ҡурсаулыҡтарҙан һанала. Уның территорияһында Көньяҡ Уралдың иң бейек һырттары урынлашҡан: Машаҡ, Нары, Ҡумарҙаҡ, Ямантау тау һырттары.

Район территорияһында ун ике тәбиғәт һәйкәле бар: Ҙур Ямантау(1640 м), Ирәмәл(1582 м), Әрүәк Рәзе(1068 м), Арский ташы, Ҡыҙыляр мәмерйәһе, Атыш шарлауығы, Асы минераль инеше, 1904 йылғы кедр культураһы, Бишәтәк тауындағы 600 йәшлек ҡарағастар, Әүжән урман хужалығында диңгеҙ бөркөтөнөң ояһы һ.б. Был объекттар ысын мәғәнәһендә бик уникаль һәм экологик, фәнни, мәҙәни, эстетик, реакцион һәм санитар-селәмәтләндереү әһәмиәтенә эйә.

2006 йылдың беренсе ғинуарында берҙәм административ-территориаль берәмек — Белорет районы территорияһында 20 муниципаль берәмек урынлашҡан: бер ҡала биләмәһе — Белорет ҡалаһы (административ үҙәк) һәм 19 ауыл биләмәһе. Төбәктә 110 мең кеше йәшәй, уларҙың 68 меңе Белорет ҡалаһында. Башҡорт менен урыс милләте күпселекте тәшкил итә. Районда барлығы 99 торлак пункты бар.

Белорет районыныда транспорт юл селтәрҙәре, атап әйткәндә, Магнитогорск-Белорет-Инйәр-Өфө тимер юлы, Белорет-Өфө, Белорет-Учалы, Белорет-Магнитогорск, Асҡар-Сермән-Өфө автоюлдары үҫешкән.

Ауыл халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 2 кеше. Был республикала иң бәләкәй күрһәткес. Ауыл ерендә күпселек башҡорттар һәм урыҫтар йәшәй. Районда 84 ауыл бар. Шуларҙың иң ҙурҙары (1989): Абҙаҡ (2,4 мең кеше), Сермән (1,9 мең) һәм Үҙән(1,7 мең кеше).

Бразилия

Брази́лия (Brasil), рәсми исеме Брази́лия Федерати́в Республика́һы (República Federativa do Brasil) — Көньяҡ Америкалағы иң ҙур ил.

Ил

Ил — тарихи биләмәле сәйәси илде тотҡан территория, үҙенә хас булған климат һәм мәҙәниәте бар. Ил бойондороҡһоҙло дәүләт булырға мөмкин йәки икенсе дәүләткә бойоноуы ла бар.

Киев

Киев (укр. Київ — [ˈkɪjiw]) — Украинаның баш ҡалаһы һәм иң боронғо ҡала, Киев агломерацияһың үҙәге, герой-ҡала. Днепр йылғаһында урынлашҡан. Украинаның махсус административ-территориаль берәмеге, мәҙәниәт, сәйәсәт, иҡтисад, транспорт, фән һәм дини үҙәге. Шулай уҡ Киев өлкәһенең үҙәге.

Мәләүез

Мәләүез — Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының үҙәге, республика әһәмиәтендәге ҡала, Мәләүез йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған ерендә урынлашҡан. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 61 390 кеше Почта индексы — 452530, ОКАТО коды — 80 223 822 001.

Стәрлетамаҡ

Стәрлетамаҡ — Башҡортостандың көньяғында, Ашҡаҙар йылғаһы буйында урынлашҡан ҡала. Барлыҡ күрһәткестәр буйынса республикала икенсе урында.

«2014 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса Стәрлетамаҡ 100 меңдән күберәк кеше йәшәгән ҡалалар араһында ил буйынса 1-се урынды алды.

Туймазы

Туймазы — Башҡортостандағы республика әһәмиәтендәге ҡала, Туймазы районы үҙәге. Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында, Өсән йылғаһы буйында урынлашҡан.

ЮНЕСКО

ЮНЕСКО (UNESCO — United Nations Educational, Scientific and Cultural Organization) — мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы.

ЮНЕСКОның маҡсаты — милләт-ара, дин-ара һәм цивилизация-ара берҙәмлекте формалаштырыу, мәғариф, фән һәм коммуникациялар өлкәләрендә халыҡ-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеү, кешелек цивилизацияһының мәҙәни һәм тарихи мираҫын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек; Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Уставында иғлан ителгән кеше хокүктарын яҡлау.

1945 йылдың 16 ноябрендә йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Сан-Францисколағы конференцияһында АҠШ, Англия һәм СССР араһында мәғрифәтселек һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса халыҡ-ара махсуслаштырылған учреждение булдырыу хаҡында килешеү төҙөлә. Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң, БМО һәм ЮНЕСКО тыныслыҡты һаҡлау идеяһын тәҡдим итә.

Хәҙерге ваҡытта халыҡ-ара ойошма составында 193 ағза-дәүләт һәм 7 хеҙмәткәр-ағза иҫәпләнә. ЮНЕСКО-ның штаб-фатиры Парижда урынлашҡан. Генераль директоры — Ирина Бокова (Болгария), башҡарма советы рәйесе — Э. В. Митрофанова (Рәсәй), Парижда Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО ҡарамағындағы даими вәкиле

Ҡырғыҙстан

Ҡырғыҙстан (ҡырғ. Кыргызстан), рәсми исеме Ҡырғыҙ Республикаһы (ҡырғ. Кыргыз Республикасы, рус. Кыргызская (Киргизская) Республика) — Урта Азияның төньяҡ-көнсығышында, Тянь-Шань тауҙарының көнсығышында урынлашҡан дәүләт. Төньяҡта — Ҡаҙағстан, көнбайышта — Үзбәкстан, төньяҡ-көнбайышта — Тажикстан, көньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта Ҡытай менән сиктәш. Майҙаны — 199,5 мең квадрат километр, күршеләре араһында иң бәләкәй дәүләт һанала. Көнсығыштан көнбайышҡа 925 километр­ға һуҙыл­һа, төньяҡтан көньяҡҡа — 454 километр ғына.

Һыу ресурстарының федераль агентлығы

Һыу ресурстар буйынса федераль агентлыҡ (рус. Федеральное агентство водных ресурсов, Росводресурсы) — Рәсәй Федерацияһы тәбиғи ресурстар һәм экология министрлығына буйһонған Рәсәйҙең Һыу ресурстарын файзаланыу буйынса дәүләт органы. Һыу ресурстары даирәһендә федераль милек менән идары итеү һәм дәүләт хеҙмәте күрһәтеү эштәрен башҡара.

Рәсәй дәүләт һыу реестрын төҙөй.

Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы

тарихсы.

Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы (15 май 1934 йыл — 4 февраль 2014 йыл) — тарихсы ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1984). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2007), Ә. Вәлиди исемендәге халыҡ-ара (1997) һәм В. П. Бирюков исемендәге Урал (1994) премиялары лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры.

Өфө

Өфө ([ʏ̞ˈfʏ̞] , рус. Уфа) — Башҡортостандың баш ҡалаһы. Ҡариҙел һәм Дим йылғаларының Ағиҙел йылғаһына ҡушылған ерендә урынлашҡан.

1865—1919 йылдарҙа Өфө губернаһы үҙәге; 1922—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының, 1990 йылдан Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы, 1930 йылдан бер үк ваҡытта Өфө районының да үҙәге (составына инмәй). 2006 йылдан административ реформа буйынса башҡа бер нисә тораҡ пункт менән бергә Өфө ҡалаһы ҡала округы составына инә.

Рәсәйҙең эре мәҙәни, фән һәм иҡтисад үҙәге. Халыҡ һаны буйынса Европала 31-се урында тора.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.