Муниципалитет

Муниципалитет (нем. Munizipalität, франц. municipalité, от лат. municipiummunicipium) - аныҡ билдәләнгән территорияһы һәм ошо территорияла йәшәгән халҡы  (биләмә, ҡала, ҡасаба йәки ауыл) булған үҙидаралы дәүләт административ-территориаль берәмек.

Ҡайһы бер сит ил илдәрҙең һайланып ҡуйылған органы[1].

Донъяның төрлө илдәрендә муниципалитеттар тип ике типтағы административ берәмектәр атала:

  • Ҡала муниципалитеттары — административ берәмек, нигеҙҙә ҡала территорияһын (ҡағиҙә булараҡ, эре) һәм  шул уҡ кимәлдәге, күбеһенсә ауыл райондарын үҙ эсенә алған административ берәмек. Был осраҡта идара органдары  булып мэр һәм ҡала советы (йәки муниципаль совет) тора.
  • Ҡайһы бер илдәрҙә муниципалитет, уларҙа ҡалалар һанына ҡарамаҫтан, бер кимәлдәге (ғәҙәттә 2-се йәки 3-сө) административ берәмек булып тора. Шундай илдәрҙең күпселегендә муниципалитет — һайлау органдары менән идара ителгән иң бәләкәй  административ берәмек. Был осраҡта муниципалитет төшөнсәһе  общинаһы, коммуна һәм волость  атамаларының синонимы булып тора һәм рус телендә,  оригинал телдә шундай һүҙ ҡулланылғанда ғына, файҙаланыла. Шул уҡ ваҡытта  ҡайһы бер телдәрҙә уға тура килгән һүҙ (мәҫәлән, ингл. municipality)  урындағы административ берәмектәрҙе аңлатыу, атап әйткәндә "коммуна" һәм "община" һүҙҙәрен тәржемә итеү өсөн төп атама булып тора.

Рәсәйҙә муниципаль берәмек термины федерация субъекттарынан (йәғни 2-се йәки 3-се кимәл) айырмалы үҙидаралыҡтар булған муниципаль берәмектәр өсөн дөйөм һүҙ булараҡ ҡулланыла. Ҡайһы бер осраҡтарҙа (мәҫәлән, Ярославль), ҡала парламенты муниципалитет тип атала. 

Башҡа илдәрҙә

Муниципалитет түбәндәге илдәрҙә административ берәмек булып тора:

2-се кимәл

  • Әзербайжан муниципалитеттары (әзерб. bələdiyyə(lər)bələdiyyə(lər))
  • Ангола муниципалитеттары (порт. município(s))
  • Бразилия муниципалитеттары (порт. municípios)
  • Бермуд муниципалитеттары (ингл. municipalities) — 2 ҡала
  • Венесуэла муниципалитеттары (исп. municipios)
  • Гватемала муниципалитеттары (исп. municipios)
  • Гондурас муниципалитеттары (исп. municipios)
  • Грузия муниципалитеттары (груз.
    მუნიციპალიტეტი)
  • Доминикан Республикаһы муниципалитеттары (исп. municipios)
  • Индонезияның ҡала муниципалитеттары (индон. kota)
  • Камбоджа муниципалитеттары (кхмер. ក្រុង, кронг) — ҡала
  • Эстония муниципалитеттары (эст. kohalik omavalitsus) — үҙидаралыҡтың иң бәләкәй административ берәмеге.

3-се кимәл

  • Аргентина муниципалитеттары (исп. municipio(s))
  • Боливия муниципалитеттары (исп. municipios)
  • Зимбабве муниципалитеттары (ингл. municipalities)

4-се кимәл

  • Испания муниципалитеттары (исп. municipios)[es]

Ҡылым

Муниципаль ҡылымы  Рәсәйҙә, Украинала һәм башҡа постсовет илдәрҙә ҡала милкендәге объекттарға ҡарата ҡулланыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Муниципий
  • Муниципаль булмаған территория
  • Урындағы үҙидаралыҡ

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

  1. Шәйхуллин М. С. Конституциясы-хоҡуҡи гарантиялары " Россия Федерацияһында урындағы үҙидара [Текст] : монография. - Мәскәү : Юртин, 2016. - 304 с. http://www.eurasialegal.info/index.php?option=com_content&view=article&id=5025:2016-05-05-05-18-46&catid=344:-2016&Itemid=38
ISO 3166-2

ISO 3166-2 стандарты — Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы тарафынан баҫылған һәм бөтә илдәрҙең беренсе йәки беренсе һәм икенсе кимәл административ-территориаль бүленешенең төп берәмектәре өсөн геокодтар билдәләүсе ISO 3166 стандартының бер өлөшө. Стандарт тәүге тапҡыр 1998 йылда баҫылып сыға.

ISO 3166-2 стандартының маҡсаты бөтә илдәрҙең административ-территориаль берәмектәрен уңайлы ҡыҫҡартмалар аша биреү өсөн ҡыҫҡа һәм уникаль халыҡ-ара хәрефле-цифрлы геокодтар булдырыуҙан ғибәрәт. ISO 3166-2 буйынса һәр код дефис менән айырылған ике өлөштән тора:

геокодтың беренсе өлөшөн ISO 3166-1 Alpha2 стандарты буйынса дәүләттең домен-коды тәшкил итә;

икенсе өлөшө — бер, ике йәки өс символлы код, хәрефтәр ҙә, цифрҙар ҙа ҡулланыла.

Англия

Англия Короллеге — Бөйөк Британияның иң ҙур тарихи һәм административ өлөшө.

Антверпен

Антве́рпен (нидерл. Antwerpen Antwerpen [ˈɑntˌʋɛrpə(n)], франц. Anvers [ɑ̃vɛʁs], кбш.-флам. Antwerpn) — Бельгияның Фламанд төбәгендәге ҡала. Ҙурлығы буйынса илдә икенсе ҡала (Брюсселдән һуң), Фландрияның иң ҙур ҡалаһы. Антверпен провинцияһының административ үҙәге. Ҡала Шельда йылғаһының ике яҡ ярында ла урынлашҡан. Диңгеҙ порты булараҡ, донъяның иң эре егерме порты иҫәбенә инә һәм Европала Нидерландтағы Роттердамдан ҡала икенсе урынды биләй.

Афина

Афина (грек. Αθήνα) — Грецияның, Аттика номының һәм Афиндар номархияһының (префектураһының) башҡалаһы. Үҙәк Грецияла урынлашҡан һәм илдең иҡтисади, мәҙәни һәм административ үҙәге булып тора. Ҡурсалаусыһы булған Афина алиһәһе хөрмәтенә аталған. Афина бик бай тарихҡа эйә; классик периодта (б.э.т. V быуатта) ҡала-дәүләт, үҙ үҫешенең иң юғары дәрәжәһенә еткән. Бының менән ул унан һуңғы европа культураһы үҫешенең күп тенденцияларын билдәләгән. Был ҡала менән европа философияһы нигеҙҙәрен һалған Сократ, Платон һәм Аристотель кеүек фәлсәфәсе, драма башланғысында торған Эсхил, Софокл һәм Еврипид кеүек трагиктар исемдәре бәйләнгән. Боронғо Афинаның сәйәси ҡоролошо демократия булған.

Афина агломерацияһы территорияһы — 412 кв.км. Был территория Эгалео (Αιγάλεω), Парнита (Πάρνηθα), Пендели (Πεντέλη) һәм Имито (Υμηττό) тауҙары менән уратып алынған. Ҡала халҡының һаны ил халҡының 1/3 өлөшөн тәшкил итә һәм 2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 3 361 806 кеше. Шулай итеп, бер 1 кв.км. 8 160 кеше тура килә. Ҡала үҙәгенең бейеклеге диңгеҙ кимәленән 20 метр. Бының менән бергә ҡала территорияһы рельефы бик төрлө, тигеҙлектәр ҙә, тауҙар ҙа бар.

Канада

Кана́да (ингл. Canada [ˈkænədə], франц. Canada [kanaˈda]) — Төньяҡ Америкала урынлашҡан дәүләт, ҙурлығы буйынса донъяла өсөнсө урында. Атлантик, Тымыҡ һәм Төньяҡ Боҙло океандары менән йыуыла. Көньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан АҠШ, төньяҡ-көнсығыштан Дания (Гренландия) һәм көнсығыштан Франция (Сен-Пьер һәм Микелон) менән сиктәш. Канада менән АҠШ сиге —донъялағы иң оҙон ил сик.

Канада — инглиз һәм француз телдәре федераль кимәлдә рәсми тип таналған, ике телле, мәҙәниәте күп ҡырлы, парламентар системалағы конституцион монархия иле. Канаданың иҡтисады күп тармаҡлы, тәбиғи ресурстарға һәм сауҙаға нигеҙләнгән, сәнәғәте технологик яҡтан киң үҫешкән ил.

Карричес

Карричес (исп. Carriches) — Испаниялағы муниципалитет, Толедо провинцияһына керә. Кастилия — Ла-Манча автономиялы берекмәһенә ҡарай. Муниципалитет Торрихос районына (комарка) составында урынлашҡан. 19 км² майҙанды биләй. Халыҡ иҫәбе 313 кеше (2010 йылға) ҡарата. Провинция үҙәгенә ҡәҙәре алыҫлыҡ — 45 км.

Ҡаланы ҡурсалаусылар : Ла Катедра де Сан Педро эн Антиокия һәм изге Мария де ла Энсина .

Кишинёв

Кишинев (молд. ChișinăuChișinău, А (рум.)(рум.): [kiʃiˈnəw]) — Молдавияның иң эре ҡалаһы һәм баш ҡалаһы. Илдең үҙәгендә Бык йылғаһы буйында урынлашҡан иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. Кишинев Молдавияның административ берәмәгендә айырым статусҡа эйә — ул муниципалитет булып тора. Кишинев ҡалаһынан башҡа, исемдәш муниципалитет составына алты тирә-яҡтағы ҡалалар (Сынжера, Дурлешты, Ватра, Кодру, Вадул-луй-Водэ, Криково) һәм ун өс коммунаға (ауылдарға) берләштерелгән егерме биш торлаҡ пункттары инә.

Кишинев беренсе тапҡыр 1436 йылдағы грамотала телгә алына. Ҡала статусын 1818 йылда Рәсәй империяһына ингәндән һуң ала, муниципалитет статусын — 1995 йылда.

Коимбра

Коимбра (порт. Coimbra; [kuˈĩbɾɐ]) — Португалияла ҡала, бер үк исемле округ һәм муниципалитет үҙәге, Бейра-Литорал тарихи провинцияһы үҙәге.

Ҡала үҙенең тирә-яҡтары менән бергә Ҙур Коимбра агломерацияһын тәшкил итә. Халыҡ һаны — 101,1 мең кеше (ҡалала), 101,1 мең кеше (муниципалитетта), 430 мең кеше (ҡала агломерацияһында). Ҡала һәм муниципалитет ҡаланың иҡтисади-статистик Үҙәк төбәгенә һәм Байша-Мондегу төбәгенә инә. Иҫке административ бүленеш буйынса Бейра-Литорал провинцияһына инә.

Коимбра Португалияның беренсе баш ҡалаһы булған. Хәҙер ҡала башлыса Европаның иң боронғо, үҙенең традицияларына һәм мәҙәни мираҫына бай булған университеты арҡаһында билдәле. Ҡала халҡының өстән бер өлөшө университет менән бәйле (уҡытыусылар, студенттар, хеҙмәтләндереү персонал).

Ла-Пуэбла-де-Монтальбан

Ла-Пуэбла-де-Монтальбан (исп. La Puebla de Montalbán) — Испаниялағы ҡала һәм муниципалитет , Толедо провинцияһына һәм Кастилия — Ла-Манча автономиялы берекмәһенә керә. Муниципалитет (комарки) Торрихос районы (комарки) составында. 141,16 км² майҙанды биләй. Халҡы 8472 кеше (2010 йылға). Провинцияның административ үҙәгенәсә — 35 км.

Лаппеэнранта

Лаппеэнранта (фин. Lappeenranta), йәки Вильманстранд (швед. Villmanstrand) — Финляндиялағы ҡала һәм муниципалитет. Көнсығыш Финляндия губернаһында (фин. lääni) урынлашҡан, Көньяҡ Карелия провинцияһының иҡтисади, сәйәси (административ) һәм мәҙәни үҙәге. Карелия тигән тарихи өлкәнең хәҙерге Финляндиялағы яғында, Сайма күле көньяҡ ярында, Рәсәй һәм Финляндияның дәүләт сиге янында урынлашҡан. Муниципалитетта 72 000 кеше йәшәй. Ҡала халыҡ һаны буйынса Финляндияла 13-сө урында тора.

Лондон

Лондон (инг. London) — Англияның һәм Бөйөк Британияның башҡалаһы һәм иң эре ҡалаһы. Темза йылғаһы ярында, римляндар менән яҡынса 43 йылда Лондиниум тип нигеҙләнғән, ике быуат ваҡытында ул эре тораҡ пункты. Лондондын боронғо ядроһы Лондон Сити 2,9 км² майҙанында урынлашҡан һәм 2011 йылда унда 7,375 кеше йәшәғән. 19 быуаттан башлап Лондон термины - боронғо ядро уратып алған метрополиялар исеме. Был конурбацияның ҙур өлөшө Ҙур Лондон (майҙаны - 1572 км²), Англияның регионы; Лондон мэры һәм Лондон Ассамблеяһы менән идара ителә. Конурбацияға тағы ла ике округтар инә: Лондон Сити һәм Бөйөк Лондон, ләкин тарихтан улар Сити, Мидлсекс, Эссекс, Суррей, Кент һәм Хардфордшир графлыҡтар араһында бүленде.

Лондон алдынғы глобаль ҡалаһы. Сәнғәт, коммерция,мәғариф, күңел асыу, мода, финанс, һаулыҡ һаҡлау, матбуғат, махсус хеҙмәтләштереү, фән тикшеренеүҙәр, туризм, транспорт яҡтан көслө һәм был яҡшы яҡтар уны бик данлыҡлы ҡала тип эшләйҙәр. Донъяның беренсе финанс үҙәге, Эске тулайы продукт буйынса башҡалалар араһында иҫәпләү ысулы буйынса 5-се ләкин 6-сы урында тора. Лондон донъя мәҙәниәт үҙәге. Донъяла иң күп туристар йыйған ҡала һәм донъяла иң ҙур аэропорт системаһы эргәһендә ҡала. Инвестициялар бирелғән буйынса донъяла иң алдынғы урын, донъяның топ-10 ритейлдары һәм шәхси бизнесмендар бында.

Лондонда 43 университет бар. Программалар төҙөү сәнәғәтенең донъя лидеры. 2012 йылда Лондонда өсөнсө тапҡыр Йәйге Олимпия уйындары үткәрелде. Лондонда куп спектрлы милләттәр йәшәғән ҡалаһы. Ҙур Лондонда 300 телдәрҙә һөйләшәләр. Милли статистика офисы мәғлүмәте буйынса 2014 йылда Лондондын халҡы- 8,538,689, Европа Берләшмәһенең халыҡ һаны буйынса иң эре муниципалитет, һәм Бөйөк Британияның 12.5 % халҡы. Лондон ҡалаһы халыҡ һаны буйынса Европа Берлешмәһендә икенсе урында тора, Париждан һуң (конурбация 9,787,426 кеше). Ҙур Лондон 13,879,757 халҡы менән Европа Берләшмәһендә иң эре конурбация.

1831- 1925 йылдарҙа Лондон халыҡ һаны буйынса донъяла иң эре ҡала булды.Лондонда дүрт бөтә донъя мираҫы объекттары бар:Тауэр; Королева ботаник баҡсалары; Вестминистер графлығы: Вестминстер һарайы, Вестминстер аббатлығы һәм Изге Маргарита сиркәүе индерә; Гринвич (Гринвич Королева Обсерваторияһы беренсе 0° Гринвич меридианы үткән урын). Башҡа иҫтәлекле урындар Букингем Һарайы, Лондон күҙе, Пикадилли майҙаны, Изге Павел Соборы, Тауэр күпере, Трафальгар майҙаны, Шард бейек йорты,Британ Музейы, Милли Галлерея, Вест Энд театрҙары, Тейт Модерн һәм Британ китапханаһы. Лондон метрополитены донъяның беренсе булып төҙөлдө.

London исеме этимологияһы куп спектрлы, күп вариантлы. Был боронғо исем 2-се быуатта сығанаҡтарҙа табылды. Ул 121 йылда Лондиниум тип йөрөтөлә, роман-британ сығышы менән. Был иң беренсе аңлатма Гальфрид Монмутский менән Historia Regum Britanniae эшендә бирелде. Ошо версия буйынса ҡаланы Люд короле баҫты һәм уға Kaerlud исемен бирҙе.. 1898 йылдан ҡала исеме *Londinos бер кельт кеше буйынса бирелде тип аңлатма йөрөй башланы.

Мадрид

Мадри́д (исп. Madrid [maˈðɾið]) — Испанияның баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы, шулай уҡ шул исемдәге провинцияның һәм автоном берәшмәһенең административ үҙәге. Муниципалитет Оло Мадрид (Ареа-Метрополитан) районына (комаркаға) ҡарай. Илдең эре иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни үҙәге. Ҡала халҡы — 3,273 млн кеше (2010).

Ҡала Пиреней ярымутрауының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Оло Мадрид 1,2 мең км² майҙанға йәйелгән ҡала агломираты булып тора. Ҡала үҙе 607 км² майҙанды биләй һәм 21 административ районды берләштерә. Эре транспорт узеле (бында тимер юл һәм тиҙ йөрөшлө шоссе юлы бар, донъялағы иң ҙур аэропорттарҙың береһе урынлашҡан).

Ментрида

Ментрида (исп. Méntrida) — Испаниялағы муниципалитет , Толедо провинцияһына, Кастилия — Ла-Манча автономиялы берекмәһе составына керә. Муниципалитет (комарки) Торрихос районында урынлашҡан. 87 км² майҙанды биләй. Халҡы 4780 кеше (2010 йыл). Провинция административ үҙәгенәсә — 54 км.

Нуэстра Сеньора де ла Нативидад бағымсылыҡ итә.

Мцхета-Мтианети

Мцхета-Мтианети (ҡайһы берҙә Мцхета-Мтианетия; груз. მცხეთა-მთიანეთი mcxeta-mtianeti; груз. მცხეთა-მთიანეთის მხარე mcxeta-mtianetis mxare) — Грузия үҙәгендәге хәҙерге административ край. Баш ҡалаһы һәм ҙур ҡала — Мцхета.

Грузияның бер нисә тарихи өлкәһенең: Эрцо-Тианети, Мтиулети, Хеви, Хевсуретияла, һәм Эске Картлиҙың Пшавия көнсығыш өлөшө территорияһын биләй. Край территорияһының бер өлөшөн өлөшләтә танылған Көньяҡ Осетия Республикаһы контролдә тота.

Томаш (ауыл)

Томаш (рус. Тумаш) — Башҡортостандың Бишбүләк районындағы ауыл, Калинин ауыл советына ҡарай.

Томаш йылғаһының уң ярында урынлашҡа.

Торрихос (Толедо)

Торрихос (Толедо) (исп. Torrijos) — Испаниялағы ҡала һәм муниципалитет, Толедо провинцияһына, Кастилия — Ла-Манча автономиялы берекмә составына керә. Муниципалитет (комарки) Торрихосрайоны (комаркаһы) биләмәһендә. 17 км² майҙанды биләй. Халыҡ иҫәбе 13374 кеше (2010 йыл).Провинция үҙәгенә хәтле — 31 км.

Ҡаланың ҡурсалаусыһы булып изге Хиль (1 де септьембре) иҫәпләнә.

Фуэнсалида

Фуэнсалида (исп. Fuensalida) — Испаниялағы муниципалитет. Толедо провинцияһының Кастилия — Ла-Манча автономиялы берекмәһе составына инә. Муниципалитет Торрихосрайонында (комарки) урынлашҡан. 68 км² майҙанды биләй. Халыҡ иҫәбе 11042 кеше (2010 йыл). Провицияның административ үҙәгенә хәтле провинции — 30 км.

Ҡаланы ҡурсалаусы изге Блас иҫәпләнә.

Эстония

Эстония, рәсми исеме Эстон Республикаһы (эстонса Eesti, Eesti Vabariik) — Европалағы ил, Европа Берләшмәһе һәм Төньяк Атлантик Килешеү Ойошмаһы - НАТО ағзаһы.

Әзербайжандың административ-территориаль бүленеше

Әзербайжандың административ территорияһы 66 районға (әзерб. rayon) һәм республика буйһоноуындағы 12 ҡалаға (әзерб. şəhər) бүленә, шуларҙан 7 район һәм республика буйһоноуындағы 1 ҡала автономиялы республика (әзерб. muxtar respublika) статусында эксклав — Нахичеван Автономиялы Республикаһын хасил итә. Райондарға бүленеш совет заманынан килә.

Райондар муниципалитеттарға бүленә. Әзербайжанда бөтәһе 2698 муниципалитет бар (азерб. bələdiyyə). Республика буйһоноуындағы Баҡы һәм Гәнжә ҡалалары үҙ сиратында райондарға бүленә.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.