Монархия

Мона́рхия (лат. monarcha < грек. μοναρχία — «бер власлылыҡ»: грек. μόνος — «яңғыҙ» һәм грек. ἀρχων — «әмир, бойороусы») — юғары дәүләт власы бер кеше — монах (король, батша, император, герцог, эрцгерцог, солтан, әмир, хан һ.б.) ҡулында булған идара итеү формаһы. Ҡағиҙә булараҡ власть мираҫ буйынса бирелә. Шулай уҡ власть үҙәктә, йәғни башҡалала тупланған булыуы мөмкин. Ошоға оҡшаш сәйәси ҡоролош Киев Русендә булған.

Дәүләт идара итеү формаһы, сәйәси режимдар һәм системалар
  • Анархия
  • Аристократия
  • Бюрократия
  • Геронтократия
  • Демархия
  • Деспотизм
  • Джамахирия
  • Диархия
  • Идеократия
  • Изократия
  • Клептократия
  • Коммуна
  • Корпоратократия
  • Критархия
  • Критократия
  • Марионетка дәүләт
  • Матриархат
  • Меритократия
  • Милитократия
  • Ноократия
  • Бер фирҡәле система
  • Олигархия
  • Охлократия
  • Плутократия
  • Талассократия
  • Теллурократия
  • Теократия
  • Технократия
  • Тимократия
  • Тиранлыҡ
  • Тоталитаризм
  • Хунта
  • Этнократия

Монархия билдәләре

  • власта ғүмере буйына берҙән-бер дәүләт башлығы (батша, король, император, шаһ) булыуы;
  • юғары властың мираҫ буйынса (тәхет вариҫы булыу законы буйынса) күсеүе;
  • монарх милләттең берҙәмлеген, ғөрөф-ғәҙәттең күсәгилешлеген, дәүләтте халыҡ-ара аренала күрһәтә;
  • Контрасигнатура институты билдәләгән монархтың юридик иммунитеты һәм иреклелеге.

Монархия төрҙәре

Өҫтөнлөктәре

  • Монарх бала саҡтан уҡ, буласаҡ юғары хаким итеүсе итеп тәрбиәләнә. Был уға зарур сифаттырын үҫтерергә, власть осраҡлы кеше ҡулына эләкмәүен гарантиялай;
  • Монарх властең берҙәмлеген һәм ҡаҡшамаҫлығын тәьмин итә;
  • Монарх теләһә ниндәй сәйәси партиянан юғары фигура булып тора;
  • Монархтың дәүләт тормошонда оҙайлы үҙгәртеп ҡороуҙар үткәрергә мөмкинлектәре ҙур;
  • Монарх, ваҡытлыса һайлап ҡуйылған етәксегә ҡарағанда, үҙенең яуаплылығын тоя.

Етешһеҙлектәре

  • Монарх бала саҡтан уҡ дәүләт менән идара итеүсе булараҡ тәрбиәләнә. Был башҡа кешеләргә ҡарата эгоизм, меҫкенле ҡараш тыуҙыра;
  • Демократик республикала власть һайлау юлы аша алышынһа, монархияла — монарх үлгәндән һуң ғына. Шуға күрә, вариҫтар йыш ҡына монархты йәки власҡа башҡа дәғүә итеүсене үлтергән осраҡтар бар.
  • Власть кандидаттың һәләтенә ҡарап алышынмай, ә кем тыуғанлығына ҡарап. Бының һөҙөмтәһендә, власҡа бөтөнләй идара итә белмәгән кеше килеүе мөмкин;
  • Монархтың юридик яуаплылығы юҡ, шуға күрә бөтөнләй дәүләт мәнфәғәтендә булмаған ҡарарҙар сығарыуы мөмкин;
  • Монархияла диктатура барлыҡҡа килеүгә мөмкинлектәр күберәк;
  • Монархияла фекерҙәр төрлөлөгөнә юл ҡуйылмай;
  • Монархтың туған-тыумасаһының хоҡуҡтары күберәк, был «бөтә кешелә ирекле һәм бер тигеҙ хоҡуҡлы» тигән принципҡа тап килмәй.

Хәҙерге осорҙа монархия илдәре

World Monarchies
     Сикләнмәгән монархиялар — монархтың власы сикләнмәгән     Конституцион монархиялар — монарх закон сығарыу власына эйә     Конституцион монархиялар — монархтың власы сикләнгән     Милләттәр берләшмәһенә ингән илдәр — Бөйөк Британияның монархын дәүләттәренең башлығы тип таныйҙар     Монархиялы төбәктәр (монархия идаралығы аҫтында торған төбәктәр — бойондороҡһоҙ дәүләт статусына эйә түгелдәр, монархия булмаған илдәрҙең составына инә)

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.