Лондон

Лондон (инг. London) — Англияның һәм Бөйөк Британияның башҡалаһы һәм иң эре ҡалаһы. [2][3] Темза йылғаһы ярында, римляндар менән яҡынса 43 йылда Лондиниум тип нигеҙләнғән, ике быуат ваҡытында ул эре тораҡ пункты.[4] Лондондын боронғо ядроһы Лондон Сити 2,9 км² майҙанында урынлашҡан һәм 2011 йылда унда 7,375 кеше йәшәғән. 19 быуаттан башлап Лондон термины - боронғо ядро уратып алған метрополиялар исеме.[5] Был конурбацияның ҙур өлөшө Ҙур Лондон (майҙаны - 1572 км²), [6][7][note 1] Англияның регионы; Лондон мэры һәм Лондон Ассамблеяһы менән идара ителә. [8][note 2] Конурбацияға тағы ла ике округтар инә: Лондон Сити һәм Бөйөк Лондон,[9] ләкин тарихтан улар Сити, Мидлсекс, Эссекс, Суррей, Кент һәм Хардфордшир графлыҡтар араһында бүленде.

Лондон алдынғы глобаль ҡалаһы.[10][11] Сәнғәт, коммерция,мәғариф, күңел асыу, мода, финанс, һаулыҡ һаҡлау, матбуғат, махсус хеҙмәтләштереү, фән тикшеренеүҙәр, туризм, транспорт яҡтан көслө һәм был яҡшы яҡтар уны бик данлыҡлы ҡала тип эшләйҙәр.[12][13][14][15] Донъяның беренсе финанс үҙәге, [16][17][18][19] Эске тулайы продукт буйынса башҡалалар араһында иҫәпләү ысулы буйынса 5-се ләкин 6-сы урында тора.[note 3][20][21] Лондон донъя мәҙәниәт үҙәге.[22][23][24][25] Донъяла иң күп туристар йыйған ҡала[26] һәм донъяла иң ҙур аэропорт системаһы эргәһендә ҡала.[27] Инвестициялар бирелғән буйынса донъяла иң алдынғы урын,[28][29][30] донъяның топ-10 ритейлдары һәм[31][32] шәхси бизнесмендар [33][34] бында. Лондонда 43 университет бар[35]. Программалар төҙөү сәнәғәтенең донъя лидеры.[36] 2012 йылда Лондонда өсөнсө тапҡыр Йәйге Олимпия уйындары үткәрелде. [37]

Лондонда куп спектрлы милләттәр йәшәғән ҡалаһы. Ҙур Лондонда 300 телдәрҙә һөйләшәләр.[38] Милли статистика офисы мәғлүмәте буйынса 2014 йылда Лондондын халҡы- 8,538,689, Европа Берләшмәһенең халыҡ һаны буйынса иң эре муниципалитет,[39] һәм Бөйөк Британияның 12.5 % халҡы.[40] Лондон ҡалаһы халыҡ һаны буйынса Европа Берлешмәһендә икенсе урында тора, Париждан һуң (конурбация 9,787,426 кеше).[41] Ҙур Лондон 13,879,757 халҡы менән Европа Берләшмәһендә иң эре конурбация.[42] 1831- 1925 йылдарҙа Лондон халыҡ һаны буйынса донъяла иң эре ҡала булды.[43]

Лондонда дүрт бөтә донъя мираҫы объекттары бар:Тауэр; Королева ботаник баҡсалары; Вестминистер графлығы: Вестминстер һарайы, Вестминстер аббатлығы һәм Изге Маргарита сиркәүе индерә; Гринвич (Гринвич Королева Обсерваторияһы беренсе 0° Гринвич меридианы үткән урын).[44] Башҡа иҫтәлекле урындар Букингем Һарайы, Лондон күҙе, Пикадилли майҙаны, Изге Павел Соборы, Тауэр күпере, Трафальгар майҙаны, Шард бейек йорты,Британ Музейы, Милли Галлерея, Вест Энд театрҙары, Тейт Модерн һәм Британ китапханаһы.[45] Лондон метрополитены донъяның беренсе булып төҙөлдө.

London исеме этимологияһы куп спектрлы, күп вариантлы.[46] Был боронғо исем 2-се быуатта сығанаҡтарҙа табылды. Ул 121 йылда Лондиниум тип йөрөтөлә, роман-британ сығышы менән.[46] Был иң беренсе аңлатма Гальфрид Монмутский менән Historia Regum Britanniae эшендә бирелде.[46] Ошо версия буйынса ҡаланы Люд короле баҫты һәм уға Kaerlud исемен бирҙе.[47]. 1898 йылдан ҡала исеме *Londinos бер кельт кеше буйынса бирелде тип аңлатма йөрөй башланы.

Ҡала
Лондон
ингл. London
London from a hot air balloon
Герб
Герб
Ил

Бөйөк Британия

Бөйөк Британия иле

Англия

Регион

Ҙур Лондон

Координаталар

51°30′26″ с. ш. 00°07′39″ з. д.

Эске бүленеш

Сити һәм 32 район (ингл. boro):

  1. Вестминистер
  2. Кенсингтон һәм Челси,
  3. Хаммерсмит и Фулхэм,
  4. Уондсуэрт,
  5. Ламбет,
  6. Саутуарк,
  7. Тауэр-Хамлетс,
  8. Хакни,
  9. Ислингтон,
  10. Камден,
  11. Брент,
  12. Илинг,
  13. Хаунслоу,
  14. Ричмонд-апон-Темс
  15. Кингстон-апон-Темс,
  16. Мертон,
  17. Саттон,
  18. Кройдон,
  19. Бромли,
  20. Луишем,
  21. Гринвич,
  22. Бексли,
  23. Хаверинг,
  24. Баркинг һәм Дагенем,
  25. Редбридж,
  26. Ньюхэм,
  27. Уолтем-Форест,
  28. Харринги,
  29. Энфилд,
  30. Барнет,
  31. Харроу,
  32. Хиллингдон,
Мэр

Садыйк Хан, Садыйк Аманулла улы Хан, (ингл. Sadiq Aman Khan, урду صادق امان خان

Нигеҙләнгән

43 йыл

Майҙаны

1706,8 км² км²

Климат тибы

уртаса диңгеҙ

Халҡы

8 416 999[1] кеше (2013)

Тығыҙлығы

5173 кеше/км²

Агломерация

8 631 000 кеше (2010)

Милли состав

аҡ 59.8% (шул иҫәптән британдар 44.9%), азиаттар 18.4%, ҡара тире 13.3%, ҡушма 5%, башҡа 3.4%

Конфессиональ составы

христиандар 48.4%, мосолмандар 12.4%, индуисттар5.1%, йәһһдтәр1.8%, сикхтар 1.5%, атеисттар 20.7%

Этнохороним

лондонсы

Сәғәт бүлкәте

UTC0, йәйге UTC+1

Телефон коды

+44 20

Почта индексы

E, EC, N, NW, SE, SW, W, WC, BR, CM, CR, DA, EN, HA, IG, KT, RM, SM, TN, TW, UB, WD

Цифровые идентификаторы
Рәсми сайт

london.gov.uk  (инг.)

элекке исемдәре

Лондиниум, Авгу́ста, Люнденвик, Люнденбург

Лондон (Бөйөк Британия)
Лондон
Лондон
Лондон (Бөйөк Британия Англия)
Лондон

Лондондын ҙурая барыуын туҡтатыу

The Metropolitan Green Belt among the green belts of England
Лондондын йәшел поясы Англияныӊ башҡа йәшел поястар араһында.

Лондондын ҙурая барыуын туҡтатыу өсөн Икенсе донъя һуышындан һуӊ Л. Аберкромби проекты буйынса Лондондын йәшел поясы (ингл. Metropolitan Green Belt, London’s Green Belt) төҙөлә. Хәҙер ул Ҙур Лондонда (10 %) һәм сиктәш графлыҡтарҙа (90 %) урынлашҡан. Майҙан — 554,7 меӊ га (2011 йыл), Лондондын территорияһынан өс тапҡырға ҙурырраҡ [48].

Халыҡ һаны

Йыл Халыҡ һаны
1801 1 011 157 [49]
1811 1 197 673 [49]
1821 1 450 122 [49]
1831 1 729 949 [49]
1841 1 917 013 [49]
1851 2 286 609 [49]
Йыл Халыҡ һаны
1861 3 094 391 [49]
1871 3 902 178 [49]
1881 4 709 960 [49]
1891 5 565 856 [49]
1901 6 226 494 [49]
1911 7 157 875 [49]
Йыл Халыҡ һаны
1921 7 553 526 [49]
1931 8 098 942 [49]
1941 7 987 936 [49]
1951 8 164 416 [49]
1961 7 781 342 [49]
1971 7 449 184 [49]
Йыл Халыҡ һаны
1981 6 608 513 [49]
1991 6 887 280 [49]
2001 7 172 036 [49]
2013 8 416 535 [50]
2016 8 787 892 [51]

Галерея

Hdr parliament

Вестминстер һарайы һәм Биг-Бен.

City.hall.london.arp

Ҙур Лондон администрацияһы (Сити-холл).

London Eye Twilight April 2006

Лондон күҙе, күҙәтеү тәгәрмәсе.

The City London

Лондон-сити — оло эшлекле һәм финанс үҙәге.

Natural History Museum HDR

Тәбиғәт фәндәре тарихы музейы, Лондон.

Harrods (London)

Harrods, Лондонда билдәле универмаг. Кенсингтон һәм Челси районда урынлашкан.

Иҫкәрмәләр

  1. See also: Independent city § National capitals.
  2. The London Mayor is not to be confused with the Lord Mayor of London who heads the City of London Corporation, which administers the City of London.
  3. Rankings of cities by metropolitan area GDP can vary as a result of differences in the definition of the boundaries and population sizes of the areas compared, exchange rate fluctuations and the method used to calculate output. London and Paris are of broadly similar size in terms of total economic output which can result in third party sources varying as to which is defined as having the fifth- and sixth-largest city GDP in the world. A report by the McKinsey Global Institute published in 2012 estimated that London had a city GDP of US$751.8 billion in 2010, compared to US$764.2 billion for Paris, making them respectively the sixth- and fifth-largest in the world. A report by PricewaterhouseCoopers published in November 2009 estimated that London had a city GDP measured in purchasing power parity of US$565 billion in 2008, compared to US$564 billion for Paris, making them respectively the fifth- and sixth-largest in the world. The McKinsey Global Institute study used a metropolitan area with a population of 14.9 million for London compared to 11.8 million for Paris, whilst the PricewaterhouseCoopers study used a metropolitan area with a population of 8.59 million for London compared to 9.92 million for Paris.
  1. Annual Mid-year Population Estimates for England and Wales, 2012. ONS. 11 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  2. London. Collins Dictionary (n.d.). 23 сентябрь 2014 тикшерелгән.
  3. The World Factbook. Central Intelligence Agency (1 February 2014). 23 февраль 2014 тикшерелгән.
  4. Roman London. Museum of London (n.d.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 июнь 2008.
  5. Mills 2001, p. 140
  6. Government Offices for the English Regions, Fact Files: London. Office for National Statistics. Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 ғинуар 2008. 4 май 2008 тикшерелгән.
  7. Elcock Howard Local Government: Policy and Management in Local Authorities — London: Routledge, 1994. — P. 368. — ISBN 978-0-415-10167-7.
  8. Jones Bill Politics UK — Harlow: Pearson Education, 2007. — P. 868. — ISBN 978-1-4058-2411-8.
  9. Lieutenancies Act 1997
  10. Adewunmi, Bim. London: the everything capital of the world, The Guardian (10 March 2013).
  11. What's The Capital Of The World?. More Intelligent Life. 4 июль 2013 тикшерелгән.
  12. The World's Most Influential Cities 2014. Forbes. 2 март 2015 тикшерелгән.
  13. Global Power City Index 2014. Institute for Urban Strategies – The Mori Memorial Foundation. 2 март 2015 тикшерелгән.
  14. Dearden, Lizzie. London is 'the most desirable city in the world to work in', study finds (7 October 2014). 2 март 2015 тикшерелгән.
  15. London leads the UK for world-class research. London & Partners. 2 март 2015 тикшерелгән.
  16. The Global Financial Centres Index 18. Long Finance (September 2015).
  17. Worldwide Centres of Commerce Index 2008. Mastercard.
  18. Global Financial Centres Index 18. Z/Yen (2015).
  19. World's Most Economically Powerful Cities, Forbes (15 July 2008).
  20. The Most Dynamic Cities of 2025, Foreign Policy (September–October 2012). 28 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  21. Global city GDP rankings 2008–2025. PricewaterhouseCoopers. Тәүге сығанаҡтан архивланған 19 май 2011. 16 ноябрь 2010 тикшерелгән.
  22. Calder, Simon. London, capital of the world, The Independent (22 December 2007).
  23. Teodorczuk, Tom. London is the world capital of the 21st century ... says New York, London Evening Standard (20 March 2007).
  24. London School of Economics (11 March 2008). London is world capital of culture says LSE expert. Пресс-релиз.
  25. Cultural Strategy. Greater London Authority (6 September 2010). 10 февраль 2012 тикшерелгән.
  26. London tops ranking of destination cities (1 June 2011). 12 июнь 2012 тикшерелгән.
  27. Beijing to overtake london as world's largest aviation hub. Centre for Aviation. 12 июнь 2012 тикшерелгән.
  28. Global Cities Investment Monitor 2015. KPMG. 27 август 2015 тикшерелгән.
  29. Global Investor Intentions Survey 2015. CBRE. 27 август 2015 тикшерелгән.
  30. London Top Target for Global Investors, Secondary Markets Gain Popularity. World Property Journal. 27 август 2015 тикшерелгән.
  31. Global Retail Report 2014. CBRE. 27 август 2015 тикшерелгән.
  32. Bourke, Joanna London retains title as world's most international shopping destination. London Evening Standard (18 May 2015). 27 август 2015 тикшерелгән.
  33. The Wealth Report 2015. Knight Frank. 27 август 2015 тикшерелгән.
  34. Bourke, Joanna NYC Is No Longer the No. 1 City for the Super-Wealthy. Curbed (11 March 2015). 27 август 2015 тикшерелгән.
  35. Greater London Authority (20 August 2008). Number of international students in London continues to grow. Пресс-релиз. Архивировано из первоисточника 19 май 2011.
  36. PricewaterhouseCoopers Cities of opportunity 6 – London takes the top spot. 16 сентябрь 2015 тикшерелгән.
  37. IOC elects London as the Host City of the Games of the XXX Olympiad in 2012. International Olympic Committee (6 July 2005). 3 июнь 2006 тикшерелгән.
  38. Languages spoken in the UK population. National Centre for Language. Тәүге сығанаҡтан архивланған 19 май 2011. 6 июнь 2008 тикшерелгән.
  39. Largest EU City. Over 7 million residents in 2001. Office for National Statistics. Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 июль 2007. 28 июнь 2008 тикшерелгән.
  40. Focus on London – Population and Migration | London DataStore. Greater London Authority. 10 февраль 2012 тикшерелгән.
  41. 2011 Census – Built-up areas. ONS. 29 июнь 2013 тикшерелгән.
  42. The London Plan (March 2015). The Greater London Authority. 7 июль 2015 тикшерелгән.
  43. London: The greatest city. Channel 4. Тәүге сығанаҡтан архивланған 19 май 2011. 12 октябрь 2008 тикшерелгән.
  44. Lists: United Kingdom of Great Britain and Northern Ireland. UNESCO. 26 ноябрь 2008 тикшерелгән.
  45. West End Must Innovate to Renovate, Says Report, What's On Stage (25 January 2008). 15 ноябрь 2010 тикшерелгән.
  46. 46,0 46,1 46,2 Mills 2001, p. 139
  47. Ackroyd, Peter. London, The New York Times (2 December 2001). 28 октябрь 2008 тикшерелгән.
  48. Department for Communities and Local Government. Local Planning Authority Green Belt Statistics: England 2010/11 — Лондон, 2011. — Б. 2. — ISBN 978-1-4098-2953-9. (инг.)
  49. 49,00 49,01 49,02 49,03 49,04 49,05 49,06 49,07 49,08 49,09 49,10 49,11 49,12 49,13 49,14 49,15 49,16 49,17 49,18 49,19 49,20 http://www.visionofbritain.org.uk/data_cube_page.jsp?data_theme=T_POP&data_cube=N_TOT_POP&u_id=10097836&c_id=10001043&add=N
  50. http://www.neighbourhood.statistics.gov.uk/HTMLDocs/dvc134_a/index.html
  51. http://www.ons.gov.uk/ons/rel/pop-estimate/population-estimates-for-england-and-wales/mid-2012/mid-2012-population-estimates-for-england-and-wales.html
2005 йыл

2005 (ике мең бишенсе) йыл — кәбисә булмаған йыл, григориан календары буйынса шәмбе көндө башлана. Был беҙҙең эраның 2005 йылы, 3 мең йыллыҡтың 5 йылы, XXI быуаттың 5 йылы, XXI быуаттың 1 ун йыллығының 5 йылы, 2000 йылдарҙың 6 йылы.

Бөтә донъя физика йылы.

Бөтә донъя спорт йылы.

Амстердам

Амстерда́м (нидерл. Amsterdam) – Нидерландтың баш ҡалаһы. Төньяҡ Голландия провинцияһында урынлашҡан. Амстердам каналы ярҙамында Төньяҡ диңгеҙ менән тоташа. Амстердам ҡалаһы исеме Амстея йылғаһы исеменән килә, ҡала ул йылғаның тамағында урынлашҡан.

Амстердам Төньяҡ диңгеҙ менән Норзе каналы менән тоташҡан.

2012 йылдың ә ғинуарына ҡарата Амстердамда 801 847 кеше йәшәй, ҡала округы менән бергә 2.3 млн. Амстердам, Европала 6-сы урында булған, Рандстад агломерацияһы өлөшө булып тора.

Ҡала атамаһы ике һүҙ ҡушылыуҙан барлыҡҡа килгән: «Амстел» — йылға атамаһы һәм «дам» - «дамба». XII быуатта бәләкәй генә балыҡсылар ауылы булған, Нидерландтарҙың Алтын быуаты осоронда Амстердам донъялаҡы иң әһәмиәтле порттарҙың береһенә һәм эре сауҙа үҙәгенә әйләнә.

Ҡала төрлө мәҙәниәттәр үҙәге булып тора. Ҡалала 177 милләт вәкиле йәшәй. Амстердам, шулай уҡ Нидерландтарҙың фининс һәм мәҙәни үҙәге. Донъялағы 500 иң эре компанияларҙың 7-һе Амстердамда урынлашҡан. Улар араһында

Philips һәм ING Groep. Ҡалала электән эшләп килгән фонд биржаһы эшләп килә.

Гринпистың үҙәге лә Амстердамда урынлашҡан.

Ҡаланың иҫтәлеклк урындары: Рейксмюзеум, Винсента Ван Гог музейы, Ҡала музейы, Амстеле эрмитажы, ҡыҙыл фонарҙар кварталы — йыл һайын 4,2 миллионтуристы йәлеп итә.

Англия

Англия Короллеге — Бөйөк Британияның иң ҙур тарихи һәм административ өлөшө.

Афина

Афина (грек. Αθήνα) — Грецияның, Аттика номының һәм Афиндар номархияһының (префектураһының) башҡалаһы. Үҙәк Грецияла урынлашҡан һәм илдең иҡтисади, мәҙәни һәм административ үҙәге булып тора. Ҡурсалаусыһы булған Афина алиһәһе хөрмәтенә аталған. Афина бик бай тарихҡа эйә; классик периодта (б.э.т. V быуатта) ҡала-дәүләт, үҙ үҫешенең иң юғары дәрәжәһенә еткән. Бының менән ул унан һуңғы европа культураһы үҫешенең күп тенденцияларын билдәләгән. Был ҡала менән европа философияһы нигеҙҙәрен һалған Сократ, Платон һәм Аристотель кеүек фәлсәфәсе, драма башланғысында торған Эсхил, Софокл һәм Еврипид кеүек трагиктар исемдәре бәйләнгән. Боронғо Афинаның сәйәси ҡоролошо демократия булған.

Афина агломерацияһы территорияһы — 412 кв.км. Был территория Эгалео (Αιγάλεω), Парнита (Πάρνηθα), Пендели (Πεντέλη) һәм Имито (Υμηττό) тауҙары менән уратып алынған. Ҡала халҡының һаны ил халҡының 1/3 өлөшөн тәшкил итә һәм 2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 3 361 806 кеше. Шулай итеп, бер 1 кв.км. 8 160 кеше тура килә. Ҡала үҙәгенең бейеклеге диңгеҙ кимәленән 20 метр. Бының менән бергә ҡала территорияһы рельефы бик төрлө, тигеҙлектәр ҙә, тауҙар ҙа бар.

Берлин

Берли́н (нем. Berlin) — Германия Федератив Республикаһының баш ҡалаһы, халыҡ һаны һәм территория ҙурлығы буйынса Германиялағы иң ҙур ҡала. Лондондан һуң Берлин — майҙаны буйынса Европа Берләшмәһендә икенсе урында.

Берлин — ГФР составындағы 16 ерҙең береһе. Ҡала Шпрее (шул арҡала Берлинды «Шпреелағы Афина» тип тә йөрөтәләр) һәм Бранденбург федераль ерҙең үҙәгендәге Хафель йылғалары ярында урынлашҡан.

1200 йылға тиклем хәҙерге Берлин ҡалаһы урынында Кёльн һәм Берлин исемле ике сауҙа итеү ауылы булған. Уларҙың ҡасан ҡала исеме хоҡуғы алыу ваҡыты аныҡ ҡына билдәле түгел. Кёльндың ҡала булараҡ телгә алыныуы 1237 йылда, ә Берлиндыҡы 1244 йылда теркәлгән. 1307 йылда ике ҡала берләшеп, уртаҡ ҡала идараһы булдырыла. 1400 йылда берләшкән Берлин ҡалаһы халҡы 8 000 кеше тәшкил итә. «Кёльн»дың тарихи исеме Нойкёльн районында сағылыш таба.

Берлин 1417 йылдан Бранденбург маркграфлығы/курфюрлығының һәм Пруссияның (Бранденбург менән Пруссия герцоглығы ҡушылғас) баш ҡалаһы, Германия империяһы булдырылғас, уның баш ҡалаһы була.

Икенсе Бөтә Донья һуғышы тамамланғас, Ялта конференцияһы ҡарарына ярашлы, Берлин, Совет оккупацияһы зонаһында урынлашыуына ҡарамаҫтан, 4 еңеүсе-держава тарафынан оккупация секторҙарына бүленә.

Һуңғараҡ өс оккупация секторы айырым дәүләт ойошмаһы статусы алған Көнбайыш Берлинға үҙгәртелә. Шулай булһа ла, Көнбайыш Берлин Германия Федератив Республикаһы менән тығыҙ бәйләнештә була.

Берлин секторҙары араһында күсеп йөрөү оҙаҡ ваҡыт ирекле булһа ла, Германия Демократик Республикаһы хөкүмәте, халыҡ һанын кәметмәү маҡсатында, Берлин стенаһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Был стена 1961 йылдың 13 авгусынан Көнбайыш Берлинды уратып ала.

Һалҡын һуғыштың мөһим символдарының береһе булған Берлин стенаһы 1989 йылға тиклем тора. 1990 йылда Германия ҡушылғас, уның баш ҡалаһы Берлин була. 1994 йылда Бонн ҡалаһынан Берлинға бундестаг, президент администрацияһы һәм федераль министрлыҡтар менән бергә федераль канцлер ведомствоһы күсерелә.

Бөгөн Берлин донъя мәҙәниәте үҙәге булып тора. Ул Европаның иң эре транспорт үҙәге. Бында велосипедта йөрөү киң таралған. Күп кенә юлдарҙа велосипедсылар өсөн махсус урындар ҡалдырылған, унда хәрәкәт итеүҙе светофорҙар тәртиптә тота. Берлиндың университеттары, тикшеренеү институттары һәм музейҙары бөтә донъяға билдәле. Ҡалала планетаның төрлө мөйөшөнән килгән рәссамдар, дипломаттар, иммигранттар эшләй һәм йәшәй.

Бөйөк Британия

Бөйөк Брита́ния (ингл. Great Britain), рәсми исеме — Бөйөк Британияның һәм Төньяҡ Ирландияның Берләшкән Короллеге (ингл. The United Kingdom of Great Britain and Northern Ireland), инглиз телендә Берләшкән Короллек тип аталыуы ла осрай (ингл. United Kingdom) — Төньяҡ-көнбайыш Европалағы дәүләт, БМО Именлек Советы һәм Европа Берләшмәһе ағзаһы.

Башҡалаһы — Лондон. Идара итеү формаһы — парламентлы (конституцион) монархия.

Административ-территориаль бүленеүе формаһы буйынса унитар дәүләт булыуына ҡарамаҫтан, Англиянан тыш бөтә Берләшкән Короллек өлөштәренең ҙур автономияһы бар.

Берләшкән Короллек Бөйөк Британия утрауында һәм өлөшләтә Ирландия утрауында урынлашҡан. Шулай уҡ Берләшкән Короллеккә инмәгән әммә уның өлөшө булған Британиянан бойондороҡло территориялар һәм Британияның Корона биләмәләре бар.

Майҙаны — 244,9 мең км2. Дәүләт башлығы — королева (король). Халҡы — 60,4 млн кеше (2005): инглиздәр (83 %), шотландтар (8,6 %), валлийҙар (4,9 %), ирландтар (2,9 %). Рәсми тел — инглиз теле. Диндарҙарҙың күпселеге — протестанттар.

Ил Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы — НАТО ағзаһы.

Вена

Вена (нем. Wien [ˈviːn], бав.. Wean, лат. Vindobona) — Австрияның федераль баш ҡалаһы һәм бер үк ваҡытта Түбәнге Австрия ерендә урынлашҡан туғыҙ федераль ерҙәренең береһе. Илдең көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Венаның халҡы 1,73 млн кеше (2012) тәшкил итә; биҫтәләре менән бергә — яҡынса 2,3 млн. (Австрия халҡының 25 % артыҡ). Шулай итеп, Вена халҡының һаны буйынса Европа берләшмәһенең иң эре ҡалалары араһында ун беренсе урынды биләп, Австрияла иң эре ҡала булып һанала. Австрияның мәҙәни, иҡтисади һәм сәйәси үҙәге.

Вена — Нью-Йорк һәм Женеванан ҡалараҡ БМО -ның өсөнсө ҡала-резиденцияһы. Вена халыҡ-ара үҙәге (UNO-City) үҙ эсенә АЭХАА (МАГАТЭ), БМО — ның НИ (УНП), БМО — ның сәнәғәт үҫеше буйынса ойошмалары һ.б. ала. Венала НЭИО (ОПЕК) һәм ЕХХО (ОБСЕ) халыҡ — ара ойошмаларының штаб — фатирҙары урынлашҡан.

Күп быуаттар дауамында Вена Габсбургтарҙың резиденция — калаһы, уларҙың хакимлығы осоронда Европаның мәҙәни һәм сәйәси үҙәгенә әүерелгән герман милләтенең Изге Рим империяһы баш ҡалаһы ла була. 1910 йылда ике миллион кеше көн иткән, ул донъяның иң эре ҡалалары араһында тик Лондон, Нью — Йорк һәм Париждан ҡала килә дүртенсе урын биләй. Империяның емерелеүенә килтергән Беренсе бөтә донъя һуғышынан һуң Венаның халыҡ һаны сиреккә яҡын кәмей һәм үҫеүен туҡтата.

Венаның иҫке ҡалаһы (эске өлөшө) Шёнбрунн һарайы 2001 йылдың декабрендә бөтә Донъя мираҫы (ЮНЕСКО исемлегенә индерелә.

2012 йылдың май айында донъя күргән ҡалала тормош сифатын буйынса Mercer агентлығы халыҡ-ара тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләренә ярашлы, Вена 221 ҡала араһында йәшәү рәүеше буйынса бишенсе тапҡыр рәттән беренсе урынды алды The Economist журналы 2011 йылда Венаны донъяла йәшәү уңайлылығы буйынса (Мельбурндан һуң һәм Ванкувер алдынан) икенсе урынға ҡуйҙы.

Йәйге Олимпия уйындары

Йәйге Олимпия уйындары — йәйге һәм бөтә миҙгел спорт төрҙәре буйынса иң ҙур халыҡ-ара ярыштары. Халыҡ-ара олимпия комитеты эгидаһы менән 4 йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Олимпия уйындары 1896 йылдан алып үткәрелә башлай. Олимпия хәрәкәтенең хәҙерге заманда яңынан барлыҡҡа килеүе барон Пьер де Кубертен эшмәкәрлегенә бәйле.

Карл Линней

Карл Линне́й (швед. Carl Linnaeus, Carl Linné, лат. Carolus Linnaeus, 1761 йылда дворян титулын алғас — Carl von Linné; 23 май 1707 йыл, Росхульт — 10 ғинуар 1778 йыл, Уппсала) — швед тәбиғәтте өйрәнеүсеһе һәм табибы; хайуандар һәм үҫемлектәр доньяһының дөйөм классификацияһын төҙөүсе; был системала бөтә биология фәнендәге тикшереүҙәр дөйөмләштерелә һәм тәртипкә һалына. Линнейҙың төп хеҙмәте — биологик төр төшөнсәһен билдәләү, биноминаль (бинар) номенклатура төшөнсәһен индереү һәм актив ҡулланыу, систематик (таксонометрик) категориялар араһындағы аныҡ бәйленеште билдәләү.Линней — тәбиғәтте өйрәнеүсе иң билдәле швед ғалимы. Швецияла уны шведтарға үҙ илдәрен асҡан өсөн, сәйәхәтсе булараҡ хөрмәт итәләр, швед провинцияларында тикшеренеп, бер провинция икенсе провинцияға нисек ярҙам итә алғанын өйрәнә. Шведтар өсөн уның флора һәм фауна тураһындағы хеҙмәттәре генә түгел, ә көндәлек булараҡ яҙып барылған сәйәхәтнамәләре ҡәҙерле. Был яҙмалар бай һәм аңлайышлы тел менән яҙылған, әлеге көнгә тиклем нәшер ителә һәм уҡыла. Хәҙерге әҙәби швед теленең барлыҡҡа килеүен Линней менән бәйләйҙәр, Линней фән һәм мәҙәниәт әһеле.Швеция короллеге фәндәр академияһы ағзаһы (1739, академияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе), Париж фәндәр академияһы ағзаһы (1762) һәм башҡа фәнни ойошмалар һәм академиялар ағзаһы.

Лос-Анджелес

Лос-Анджелес — Америка Ҡушма Штаттарындағы ҡала.

Мәскәү

Мәскәү (рус. Москва) — Рәсәйҙең баш ҡалаһы, федераль әһәмиәттәге ҡала, Мәскәү өлкәһенең составына инмәй, Федераль округы үҙәге. Герой ҡала (1965), ике Ленин ордены (1974, 1965) һәм Октябрь Революцияһы ордены (1967) менән бүләкләнгән. Ҡалала урынлашҡан театр Рәсәйҙең 100 һумлыҡ аҡсаһында һүрәтләнгән.

Халҡы — 12 325 387 кеше (2016). Мәскәүҙә 1989 йылда — 5417, 2002 йылда — 5941 башҡорт йәшәгәне теркәлгән.

Эре мәсеттәр тип Мәскәү йәмиғ мәсете һәм Мәскәү тарихи мәсете һанала.

Париж

Пари́ж (франц. Paris [paˈʁi] (пари́)) — Францияның баш ҡалаһы, илдең мөһим иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. Францияның урта өлөшөнөң төньяғында, Иль-де-Франс төбәгендә, Сена йылғаһы буйында урынлашҡан. Париж халыҡ-ара әһәмиәтендәге ҡала — унда ЮНЕСКО, OECD һәм Халыҡ-ара сауҙа палатаһының штаб-йорттары урынлашҡан.

Пекин

Пеки́н (ҡытайса||北京|Běijīng|Төньяҡ баш ҡала}) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының баш ҡалаһы һәм үҙәккә туранан-тура буйһоноуҙа булған ҡалаларҙың береһе. Пекин өс яҡтан Хебей провинцияһы менән уратып алынған, көньяҡ-көнсығыштан Тяндзин менән сиктәш.

Пекин — Шанхай һәм Чунциндан ҡалышып, халыҡ һаны буйынса өсөнсө урында. Был эре тимер юлы һәм автомобиль юлы үҙәге, илдәге иң ҙур авиаүҙәктәрҙең береһе. Бынан тыш Пекин ҠХР-ҙың сәйәси, мәғариф һәм мәҙәни үҙәге, илдең иҡтисади үҙәге Шанхай һәм Гонконг булып тора. Һуңғы ваҡытта Пекин инновацион предприятиелар төҙөү өсөн эшҡыуарлыҡ локомотивы ролен үҙенә ала.

Пекин Ҡытайҙың дүрт боронғо башҡалаһының береһе. 2008 йылда Пекинда Йәйге Олимпия уйындары үтте.

Петер Симон Паллас

Пе́тер Симо́н (Пётр-Симо́н) Палла́с (нем. Peter Simon Pallas; 22 сентябрь 1741 йыл — 8 сентябрь 1811 йыл) — немец һәм рус энциклопедист ғалимы, XVIII—XIX быуаттарҙың тәбиғәтте өйрәнеүсеһе, географы һәм сәйәхәтсеһе.

Санкт-Петербург Фәндәр академияһы ағзаһы (1767).XVIII быуаттың икенсе яртыһында Рәсәй территорияһында үткән фәнни экспедициялар менән танылыу ала, донъя һәм Рәсәй биология, география, геология, филология һәм этнография фәненә ҙур өлөш индерә.

Рим

Рим (итал. Roma [ˈroːma]) — ҡала, 1870 йылдан Италияның баш ҡалаһы, Лацио өлкәһенең һәм Рим провинцияһының административ үҙәге. Тибр йылғаһында урынлашҡан. Халҡы — 2,73 млн кеше.

Рим — донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе, Рим империяһының боронғо баш ҡалаһы. Төрлө сәйәси шарттарҙа кеше йәшәй торған ҡала булып ҡалыуы сәбәпле, Римде беҙҙең эраға тиклем III быуатта, Антиклыҡ дәүерендә үк «Мәңгелек ҡала»(лат. Roma Aeterna тип атайҙар. Уны тәү башлап, беҙҙең эраға тиклем I быуатта Рим шағиры Альбий Тибулл шулай тип атай. Ҡаланың шулай уҡ «ете ҡалҡыулыҡтағы ҡала» тигән рәсми булмаған исеме лә бар. Иң беренсе, ауылдар Палатин ҡалҡыулығында урынлаша, һуңынан күрше Капитолий һәм Квиринал ҡалҡыулыҡтарына ла күсеп ултыра. Тағы ла һуңғараҡ ҡалған дүрт (Целий, Авентин, Эсквилин һәм Виминал ҡалҡыулыҡтарына ла халыҡ күсеп ултыра.

Рио-де-Жанейро

Рио-де-Жанейро — Бразилия дәүләте территорияһында урынлашҡан ҡала.

Сеул

Сеу́л (кор. 서울 Соуль — «башҡала») — Корея Республикаһының баш ҡалаһы. Халҡы 10 млн кешенән күберәк.

Сидней

Сидней — Австралия дәүләте территорияһында урынлашҡан ҡала.

Токио

То́кио (япон. 東京 ja-Tokyo.og , «Көнсығыш башҡала») — Японияның башҡалаһы, уның административ, финанс, мәҙәни, сәнәғәт һәм сәйәси үҙәге.

Хонсю утрауының көньяҡ-көнсығышында, Канто тигеҙлегендә, Тымыҡ океандың Токио ҡултығы бухтаһында урынлашҡан. Префектура майҙаны 2187,65 км², халҡы — 13 051 965 кеше (1 июнь 2010), халыҡ тығыҙлығы — 5966,20 кеше/км².

Токио башҡала округы — Японияның административ берәмеге, үҙ эсенә Токионың махсус райондарын, Тама өлкәһен һәм Токио башҡала округының утрау территорияларын (Идзу һәм Огасавара утрауҙары) ала.

Европа баш ҡалалары
Йәйге Олимпия уйындары баш ҡалалары

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.