Лагуна

Лагу́на (итал. laguna, лат. lacus — күл) — йыуылған ҡом йәки корал рифтары менән диңгеҙҙән айырылып торған һай һыу ятҡылығы.

Венеция — лагунала урынлашҡан ҡала миҫалы. Тәүҙә лагуна тип Венеция лагунаһын ғына атағандар, һуңыраҡ бөтә һай диңгеҙ ҡултыҡтарын лагуна тип атай башлайҙар.

Лагуна һаҡланған булыу сәбәпле үҙенсәлекле тәбиғи биотоп һаҡлана. Һыу ҡоштары, һыу хайуандары, балыҡтарҙың ояһы булыр хеҙмәт итә. Экологик яҡтан әһәмиәтле лагуналар халыҡ-ара ойошмалар яҡлауы аҫтында торалар.

Әгәр лагунаға эре йылға ҡойһа, лагуна һыуы сөсө булыуы мөмкин, ә кимәле диңгеҙ кимәленән юғары булыуы мөмкин. Мәҫәлән, Курш, Калининград ҡултыҡтарында шулай. Был осраҡта ҡултыҡ лиман тип атала (мәҫәлән, Һөт лиманы йәки Кубань йылғаһы дельтаһындағы лиман). Шулай уҡ, Ҡара һәм Азов диңгеҙҙәрендә ҡойоусы йылғалары булмаған лимандар бар.

Lagoon-of-venice-landsat-1
Венеция лагунаһы.

Һылтанмалар

  • [ Лагуна] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәләБольшой советской энциклопедии.
Альцгеймер ауырыуы

Альцгеймер ауырыуы (шулай уҡ ҡартлыҡта Альцгеймер тибындағы деменция, йәғни аҡылға еңеләйеү) — деменцияның киң таралған төрө, нейродегенератив ауырыу, тәүләп 1907 йылда немец психиатры Алоис Альцгеймер тарафынан тасуирлана. Ҡағиҙә булараҡ, ул 65 йәштән өлкәнерәктәрҙә табыла, әммә иртә башланыусан һирәк осрай торған төрө лә бар. Бөтә донъяла 2006 йылда ауырыусылар һаны 26,6 миллион була, ә 2050 йылға уларҙың һаны дүрт тапҡырға артыуы ихтимал.

Ҡағиҙә булараҡ, ауырыу һиҙелер-һиҙелмәҫ билдәләрҙән башлана, ваҡыт үткән һайын көсәйә бара. Башланғыс осоронда ҡыҫҡа хәтер насарлана, мәҫәлән, күптән түгел уҡылған мәғлүмәтте иҫкә төшөрөп булмай. Ауырыу көсәйгән һайын оҙайлы хәтер ҙә юғала, телмәр һәм когнитив функциялар боҙола, пациент тирә-йүнде аңламай, үҙен ҡарай алмай башлай. Яйлап организмдың функциялары юғалыу үлемгә алып бара.

Табипҡа мөрәжәғәт иткәндә һәм Альцгеймер ауырыуы барлығына шик төшкәндә, диагнозды аныҡлау өсөн тәртипте анализлайҙар, когнитив һынамыштар үткәрәләр, мөмкин булһа, магнитлы-резонанслы томография (МРТ) үткәрәләр. Ауырыу төрлө кешелә төрлө оҙайлыҡта барғанға күрә, киләсәккә фараз яһау ауырлаша. Диагноз ҡуйылғандан һуң уртаса ғүмер оҙонлоғо ете йыл тәшкил итә, сирлеләрҙең 3 проценттан аҙырағы ун дүрт йылдан ашыу йәшәй.

Әлегә Альцгеймер ауырыуының сәбәптәре һәм нисек үтеүе тулыһынса асыҡланмаған. Баш мейеһе туҡымаларында амилоид төйөрсөктәре һәм нейрофибрилляр ойоштар йыйылыу ауырыуҙың төп үҙенсәлеге булып тора. Дауалауҙың хәҙерге ысулдары билдәләрҙе генә бер аҙ йомшарта, ләкин сирҙе туҡтата ла, кисектерә лә алмай. Дауалауҙың бик күп ысулдары клиник һынау баҫҡысына еткерелгән, 2008 йылға уларҙың һаны биш йөҙҙән ашып киткәйне, ләкин һөҙөмтәлелеге иҫбатланырмы — билдәһеҙ. 2013 йылда магнит менән тәрән транскраниаль ҡуҙғытыу ысулы (Deep TMS) башҡа сирҙәр менән бергә Альцгеймер ауырыуы билдәләрен дә дауалауҙа ҡулланыуҙы хуплаусы СЕ билдәһен (фр. Conformité Européenne’нан яһалған аббревиатура — Европаға ярашлы тигәнде аңлата) алғайны. Американың ике компанияһы был юҫыҡтағы эшен көтөлгән һөҙөмтә булмау сәбәпле туҡтатты. Әлеге мәлгә Альцгеймер ауырыуынан дарыу юҡ. Сирҙе иҫкәртеүгә тәғәйенләнгән бик күп дарыуҙар тәҡдим ителә, ләкин уларҙың береһе лә сирҙең барышына тәьҫир итмәй, сирленең хәлен еңеләйтмәй. Ауырыуҙы иҫкәртеү һәм дауалау юлы итеп физик күнекмәләр менән шөғөлләнеү, аҡыл эше менән шөғөлләнеү, дөрөҫ туҡланыу тәҡдим ителә.

Брест

"Берестье" бите бында йүнәтелә.Брест (белорус. Брэст}}, Боронғо урыҫ телендәге традицион атамаһы Берестье, поляк. Brześć}}) — Белоруссияның көньяҡ-көнбайышындағы ҡала, Брест өлкәһе һәм Брест районының административ үҙәге.

Ҡала биләмәһе — 146 12 км2. 2017 йылдың 1 ғинуарына ҡала халҡы иҫәбе 343 985 кеше тәшкил итте..

Өлкәнең көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Көнбайыш Бугҡа Мухавец йылғаһы ҡушылған ерҙә, Польша менән дәүләт сигендә, урынлашҡан. Бында ҙур тимер юл үҙәге, Мухавецта йылға порты, автомобиль юлдарының мөһим төйөнө килеп тоташа.

Ҡала башҡарма комитеты рәйесе ҡала Башлығы булып тора — 2017 йылдың ноябрь аҙағына ҡарата мәғлүмәт буйынса — Александр Степанович Рогачук.

980 йылда ғына Берестово тип йөрөтөлһә лә, Берестье булараҡ ул 1019 йыл тирәһендә Повесть временных лет йлъяҙмаһында тәүге тапҡыр телгә алына: «на Берестове, в селци, еже зооуть ныне Берестовое». Телгә алыныу йылы буйынса, Брест — хәҙерге Беларусь Республикаһы территорияһындағы бишенсе ҡала, алдараҡ тик Полоцк (862), Витебск (974), Туров (980) һәм Волковыск (1005) ҡалалары ғына телгә алынған. Үҙенең тарихи юлында ҡала бер нисә тапҡыр емерелгән һәм үҙенең дәүләтселеген үҙгәрткән; хәҙер [[Европа берләшмәһе|Европа берләшмәһе һәм Евразия иҡтисади союзы биләмәләре сигендә урынлашҡан.

Войдокилья

Войдокилья (грек. Παραλία Βοϊδοκοιλιά) ― Месинияла, Урта диңгеҙ яры буйындағы пляж. Формаһы менән омега (Ω) грек хәрефен хәтерләтә, өс яҡтан дюндарҙың ярым түңәрәк һыҙаттары менән уратып алынған. Ҡоро ер яғынан Войдокилье менән йәнәш Гиалова лагунаһы урынлашҡан, унда бик күп ҡоштар йәшәй. Пляж һаҡланған биләмә булып тора һәм «Натура 2000» европа программаһының һаҡланған участка селтәренә инә.

Гиалова

Гиалова (грек. Γιάλοβα; Дивари булараҡ та билдәле, лат. vivarium ― садок) ― ((лагуна), Грецияның Пилос-Нестор общинаһы территорияһы биләмәләрендәге тоҙло һыу ятҡылыҡтары (лагунаһы). Пилостан яҡынса һигеҙ саҡрым төньяҡта урынлашҡан. Лагуна Войдокилья ҡултығының бер өлөшө булып тора һәм уникаль экосистемаға ҡарап, ҡурсаулы зоналарҙан ғибәрәт. Ҡултыҡтың бөтә территорияһы, Наварин бухтаһы һәм Сфактерия утрауы менән бергә, « Натура 2000» һаҡ аҫтында торған учаскалар селтәренә ҡарай. Ул Европа союзы һағы аҫтында тора.

Жак-Ив Кусто

Жак-Ив Кусто (франц. Jacques-Yves Cousteau; 11 июнь 1910, Сент-Андре-де-Кюбзак, Бордо, Франция — 25 июнь 1997, Париж, Франция) — француз тикшеренеүсеһе, Донъя океанын өйрәнеүсе, фотограф, режиссёр, уйлап табыусы, бик күп китаптар һәм фильмдар авторы. Француз академияһы ағзаһы. Почётлы легион ордены Командоры. Капитан Кусто (франц. Commandant Cousteau) булараҡ билдәле. Эмиль Ганьян менән бергә 1943 йылда акваланг уйлап таба һәм һынап ҡарай. Плутонда тау киртләсе уның хөрмәтенә Кусто тип аталған.

Канар

Канар утрауҙары — Атлантик океандағы вулкан һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ете утрауҙан торған архипелаг, Африканың (Марокко һәм Көнбайыш Сахара) төньяҡ-көнбайыш ярҙары янында урынлашҡан. Утрауҙар Испанияға ҡарай һәм уның автоном ширҡәттәренең береһе булып тора. Баш ҡалаһы икәү - Санта-Крус-де-Тенерифе һәм Лас-Пальмас-де-Гран-Канария, әммә1927 йылға тиклем тик Санта-Крус-де-Тенерифе генә була. Кәнәри утрауҙары тип тә атайҙар.

"Канар утрауҙары" атамаһы (исп. Las Islas Canarias) лат. Canariae Insulae тигәнде аңлата, йәғни һүҙмә-һүҙ әйткәндә "Эт утрауҙары". Боронғо Рим ғалимы Өлкән Плиний был атама утрауҙа ҙур эттәрҙең күп булыуына бәйле бирелгән тип иҫәпләгән. Бының менән ул архипелагка беҙҙең эраның 40-сы йылдарында сәйәхәт яһаған мавритан короле Юбы II яҙмаларына һылтана. Был сәйәхәттән үҙ иленә (хәҙерге Марокко биләмәһе) ике эт алып ҡайта, аҙаҡ улар Канар утрауҙарының гербында һүрәтләнә.

Шулай уҡ урындағы халыҡ, гуанча, эттәрҙе изге хайуан тип һанаған. Египет культы булған эт башлы Анубис менән уларҙың да бәйләнеше булыуы ихтимал.

Бынан тыш Боронғо Рим сығанаҡтарында Марокко биләмәһендә йәшәгән бербер ҡәбиләләренә бәйле фараздар ҙа бар.

Канар утрауҙары

Канар утрауҙары — Атлантик океандағы вулкан һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ете утрауҙан торған архипелаг, Африканың (Марокко һәм Көнбайыш Сахара) төньяҡ-көнбайыш ярҙары янында урынлашҡан. Утрауҙар Испанияға ҡарай һәм уның автоном ширҡәттәренең береһе булып тора. Баш ҡалаһы икәү — Санта-Крус-де-Тенерифе һәм Лас-Пальмас-де-Гран-Канария, әммә1927 йылға тиклем тик Санта-Крус-де-Тенерифе генә була. Кәнәри утрауҙары тип тә атайҙар.

Колчак Александр Васильевич

Колчак Александр Васильевич (4 ноябрь 1874 йыл, Санкт-Петербург — 7 февраль 1920 йыл, Иркутск) — Рәсәй империяһының хәрби һәм сәйәси эшмәкәре, ғалим-океанограф, поляр тикшеренеүсе (1900—1903), флотоводец (1915—1917), тарихҡа аҡтар хәрәкәте ваҡытында Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осоронда Аҡтар хәрәкәтенең етәксеһе булараҡ ингән. Рәсәй юғары хакимы һәм рус армияһының юғары баш командующийы (ноябрь 1918 — ғинуар 1920).

Рус-япон һәм Беренсе донъя һуғыштарында ҡатнашыусы. Георгий ордендары кавалеры. Адмирал (1918).

1920 йылдың ғинуарында аҡтар ғәскәрҙәре сигенгән һәм сит ил интервенттарын Себерҙән эвакуациялаған саҡта уны Иркутскиҙа Чехословак корпусы командованиеһы тарафынан урындағы властарға чехословак эшелондарының һәм союздаш хәрби миссияларының Владивостокка иркен үтеп йөрөүенә алмашҡа тотоп ҡайтаралар. 1920 йылдың 7 февралендә Иркутск хәрби-революцион комитеты ҡарарына ярашлы атып үлтерелә.

Ләм

Ләм — ваҡ ярмалы йомшаҡ тау тоҡомо, һыу сығанаҡтары төбөнә ултырған органик һәм минераль матдәләр ҡатнашмаһынан хасил.

Ләм тәбиғи шарттарҙа шыйыҡ, киптергәндә ҡаты есем үҙенсәлектәре ала. Күбеһенсә ваҡ фракцияларҙан тора: 30-50 проценты 0,01 мм-ҙан кәмерәк өлөшсәләрҙән тора.

Диңгеҙҙәрҙең һәм континенталь һыу ятҡылыҡтарының төбөндә (күл, быуа) ләм киң таралған, улар тау тоҡомдары ыуалыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән(терриген, эзбиз, пелит, алеврит, алеврит-пелит ләмдәр), һәм шулай уҡ микроскопик ҡабырсаҡтар йәки диңгеҙ организмдары онтағынан тора (глобигерин, диатом, радиолярий, птеропод ләмдәр). Вулкан көлө менән байытылған ләмдәр ҙә айырып ҡарала.

Ҡайһы бер ләмдәрҙәге органик матдәләр (сапропель) тарҡалып, көкөртлө-водородлы ҡатнашма барлыҡҡа килә йә сереү процесы башлана (серек ләм).

Ләм бәйле ултырма тоҡомдар формалашыуының башланғыс стадияһы булып тора.

Ләм ауыл хужалығында ашлама булараҡ йәки компост өйөмдәре өсөн ҡулланыла.

Ҡайһы бер ләм (күл, быуа, лагуна) ашлама булараҡ ҡулланыла һәм йорт хайуандарына минераль матдә сығанағы итеп бирелә, шулай уҡ медицинала файҙаланыла (шифалы ләм.

Гавандәрҙә һәм фарватерҙарҙа ләм күбәйеү суднолар хәрәкәтенә ҡамасаулыҡ тыуҙыра, шуның өсөн дамбалар ҡорола йәки йылғаларҙың төбөн тәрәнәйтеү эштәре үткәрелә.

Магалианс (өлкә)

Магалианс (исп. Región de Magallanes y de la Antártica Chilena) — Чилиҙың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан өлкә. Үҙенә 11 коммуна һәм 4 провинция берләштерә.

Майҙаны — 132 291,1 км². Халыҡ һаны — 150 826 кеше (2002). Халыҡ тығыҙлығы — 1,14 кеше/км².

Административ үҙәге — Пунта-Аренас.

Маджуро

Ма́джуро (ингл. Majuro [ˈmædʒəroʊ]) — Тымыҡ океандағы утрау дәүләте Маршалл Утрауҙарының баш ҡалаһы.

Ҡала шул уҡ исемле атоллда төҙөлгән, был атолл 64 утрауҙарҙан тора. Бында аэропорт һәм диңгеҙ порты бар. Халҡы башлыса Д-У-Д (Делап—Улига—Джаррит, Delap—Uliga—Djarrit — атоллдың көнсығыш осонан, көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай һаналған) утрауҙарында тупланған. Улига — төп эш районы, банк һәм туризм үҙәге. Улигала Маршалл Утрауҙары колледжы, урта һәм башланғыс мәктәптәр урынлашҡан. Хөкүмәт учреждениелары Делап утрауында урынлашҡан, бында шулай уҡ бер нисә ҙур магазиндар эшләй. Джаррит утрауында башлыса торлаҡ йорттар, урта һәм башланғыс мәктәптәр урынлашҡан. Атоллдың көнбайыш өлөшөндә Д-У-Д утрауҙарынан 30 км алыҫлыҡта Лаура ҡасабаһы урынлашҡан, ул популяр пляжлы үҫеп барыусы район булып тора.

Атоллдың майҙаны — барлығы 9,71 км², лагуна майҙаны — 295 км². Утрауҙа туристар араһында спорт балыҡ тотоуы һәм дайвинг популяр булып тора.

Икенсе донъя һуғышы осоронда, 1944 йылдың 30 ғинуарында АҠШ ғәскәрҙәре быға тиклем Япония армияһы тарафынан контроллдә тотолған Маджуроны биләй.

Ментона

Ментона йәки Ментон (франц.Menton [mɑ̃tɔ̃], Мантон, окс.Menton [meⁿˈtaⁿ], итал.Mentone) — Урта диңгеҙҙең Зәңгәрһыу Ярында Францияның көньяҡ-көнсығышындағы курорт ҡалаһы, порт һәм коммуна, Ницца ҡалаһынан 30 саҡрым алыҫлыҡта Прованс — Альп — Зәңгәрһыу яры төбәгендә ята, Диңгеҙ буйы Альптары департаменты, Ницца округы, Ментона кантоны. 2015 йылдың мартына тиклем коммуна бөтөрөлгән Ментона-Уэст һәм Ментона-Эст кантондарының (Ницца округы) административ үҙәге булған.

Коммунаның майҙаны — 71,00 км², халыҡ һаны — 27 955 кеше (2006) тотороҡлолоҡ тенденцияһы менән: 29 073 кеше (2012), халыҡ тығыҙлығы — 1710,2 кеше/км².

Миссолонги лагунаһы

Миссолонги лагунаһы (грек. Λιμνοθάλασσα Μεσολογγίου, Limnothalassa Mesolongiou) — Көнбайыш Грецияның Этолия-Акарнания районының көньяғында урынлашҡан һай һыулы лагуна. Лагуна Патра ҡултығын һәм Ион диңгеҙ ҡултығы менән тоташҡан. Өсмөйөш формаһындағы лагунаның оҙонлоғо һәм киңлеге бергә 10 —20 км.

Иң тәрән урыны 5—6 метр, күпселек өлөшөндә тәрәнлек 1,5 метр ғына. Был урындарҙа диңгеҙ ылымыҡтары үҫә. Лагунаны бер нисә утрау уратып алған. Утрауҙар араһында һыу тәрәнлеге 10 см ғына. Был һаҙлыҡлы урындарҙа балыҡтар бар. Страбон һыу ятҡылығын Kynia. күле тип атай.

Миссолонги лагунаһының төньяғында Айтолико лагунаһы урынлашҡан. Ике лагуна Миссолонги-Айтолико лагуналар комплексын барлыҡҡа килтерә..

Лагунаның көнбайышта ауыл хужалығы ерҙәре һәм дамбалар менән тоташҡан ерҙәре 20 быуатта өлөшләтә киптерелә, 15 км оҙонлоҡтағы һәм 200 метр киңлектәге Айтолико утрауы (ярамутрауы тип тә әйтәләр) яр буйындағы иң ҙур утрау. Утрауҙың көнсығыш яғы дамбаны хәтерләтә.

Мәрйен рифтары

Мәрйен рифтары, коралл рифтары — һыуҙан эзбизты эшкәртеп алырға һәләтле мәрйен (коралл) полиптары һәм башҡа төр һыу үҫентеләре колониялары барлыҡҡа килтергән эзбиз геологик структуралар. Тропик диңгеҙҙәрҙең һай урындарында барлыҡҡа килә. Коралл рифтарының донъяла дөйөм майҙаны 27 млн км². Башлыса Тымыҡ һәм Һинд океандары бассейндары диңгеҙҙәрендә урынлашҡандар. Мәрйен ртфтарының өстән бере юҡҡа сығарылған да инде. Бындай үҫеш дауам итһә 2030 йылға тиклем бер нисә риф бөтәсәк.

Мәрйен рифтарының төҫөн юғалтыуы киң таралған һәм аҙ өйрәнелгән мәсьәлә булып тора. Зыянланған мәрйенде сағыу төҫ биреүсе зооксантелдар(симбиотик һыу үҫентеләре) ташлап китә. Нәтижәлә мәрйендә аҡһыл шағыр таптар барлыҡҡа килә. Был урындар һыу үҫентеләренән бөтөнләй мәхрүм түгел. Ҡайһы бер осраҡта кире яңыртыу йәки яңы төр зооксантелл барлыҡҡа килеүе мөмкин. Төҫһөҙләнгән колониялар башҡа үҫмәй һәм тулҡын эшмәкәрлегендә еңел генә емерелә икәне билдәле.

Оло Барьерлы риф

Оло Барьерлы риф — донъялағы иң ҙур мәрйен рифы. Австралияның төньяҡ-көнсығышы буйлап 2500 км һуҙылған һәм 344 400 км² майҙанды биләгән Мәрйен диңгеҙендәге теҙемдә барлығы 2900 ашыу айырым мәрйен рифтары һәм 900 утрау иҫәпләнә.

Оло Барьерлы риф тере организмдар менән барлыҡҡа килтерелгән иң ҙур тәбиғи объект булып тора — уны йыһандан күрергә мөмкин. Был рифтың төҙөлөшө миллиардлаған кескәй генә организмдарҙан — мәрйен (коралл) полиптарынан барлыҡҡа килгән.

Ул Кәзәмөгөҙ тропигынан башланып Австралия менән Яңы Зеландияны айырыусы Торрес боғаҙына тиклем төньяҡтан көньяҡҡа ҡәҙәр һуҙыла. Оло Барьерлы рифтың майҙаны Бөйөк Британия майҙанынанда ҙурыраҡ. Уның киңлеге төньяҡ өлөшендә 2 км яҡын тәшкил итә, ә көньяғында — 152 км. Рифтарҙың күпселеге һыу аҫтында урынлашҡан. Ул төньяҡта материктан 32 км алыҫлыҡта торһа, көньяҡта — 300 км барып етә. Бер нисә рифтар мәрйен утрауҙарға әйләнгәндәр.

Оло Барьерлы риф бик күп төрлө тере организмдарҙың йәшәүенә булышлыҡ итә һәм шуғала 1981 йылда ЮНЕСКО уны Бөтә донъя мираҫы объекты итеп һайлай. CNN телеканалы уны ете тәбиғи мөғжизәһенең береһе тип атаған.

Рифтарҙың күпселеге Диңгеҙ милли паркы («Great Barrier Reef Marine Park») яҡлауында тора, уның майҙаны 5 миллионов гектарға етә. Милли паркҡа 1979 йылда нигеҙ һалынған, ЮНЕСКОның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән. Рифтарҙағы туризм төбәк иҡтисадының ҙур өлөшө булып тора һәм йылына $ 3 млрд килем килтерә. 2012 йылдың октяберендә Милли фәндәр академияһы баҫтырып сығарған тикшенереүҙәр буйынса, 1985 йылдан алып Оло Барьерлы риф уны барлыҡҡа килтереүсе мәрйен (коралл) полиптарының яртыһынан күберәген юғалтҡан.

Рәсәйҙә предприятиеларҙы хосусилаштырыу

Рәсәйҙә предприятиеларҙы хосусилаштырыу — Рәсәй Федерацияһы (элекке РСФСР) милкендә булған предприятиеларҙы хосуси милеккә тапшырыу, Рәсәйҙә 1990-сы йылдар башынан (СССР тарҡалғандан һуң башланған процесс) ғәмәлгә ашырыла; дөйөм Рәсәй хосусилаштырыуының бер өлөшө.

Предприятиеларҙы хосусилаштырыуҙы ғәҙәттә ул саҡта хөкүмәттә төп вазифаларҙы биләгән Е. Т. Гайдар һәм А. Б. Чубайс исеме менән бәйләйҙәр.

Хосусилаштырыу һөҙөмтәһендә Рәсәйҙәге предприятиеларҙың күп өлөшө хосуси милеккә күсә.

Рәсәйҙә предприятиеларҙы хосусилаштырыу йыш тәнҡитләнә. Рәсәйҙә олигархтар барлыҡҡа килеүен, Рәсәй халҡының иҡтисади йәһәттән бер-береһенән бик алыҫ торған ҡатламдарға айырылыуын уның менән бәйләйҙәр.

Икенсе яҡтан, Рәсәй иҡтисадсыһы Владимир Мау раҫлауынса, хосусилаштырыу үтә ҡатмарлы иҡтисади, финанс һәм сәйәсәт шарттарында үткәрелә: РФ Юғары Советының Президентҡа һәм Хөкүмәткә ҡаршы тороуы хоҡуҡи база булдырыуҙы һәм институциональ реформалар үткәреүҙе тотҡарлай; Хөкүмәт Юғары Совет яғынан көслө лобби баҫымына дусар була; хосусилаштырыу башланған мәлгә дәүләт үҙ милкен һөҙөмтәле контролләүгә һәләтһеҙ була, көйләнмәгән хосусилаштырыу һөҙөмтәһендә предприятиеларҙың директорҙар тарафынан үҙләштерелеүе киң тарала, был етәкселәр предприятиеларҙы үҫтереү түгел, тиҙ генә килем ала һалыу теләге менән яна.

Владимира Мау фекеренсә, етештереү сараларына шәхси милек институты булдырыу иҫәбенә иҡтисадтың һөҙөмтәлелелен күтәреү хосусилаштырыуҙың төп иҡтисади бурысы итеп ҡуйыла. Ул саҡта иҡтисадтың ҡайһы бер тармаҡтарында (хеҙмәтләндереү, сауҙа) был бурыс ярайһы уҡ еңел хәл ителә, әммә сәнәғәттә һәм ауыл хужалығында эш бик яй бара, Мау фекеренсә, бының сәбәбе хосусилаштырылған предприятиеларҙың хеҙмәт коллективтары ҡарамағына күсеүе, йәғни уларҙың директорҙарының контроленә, ә киләсәктә милкенә күсеүе менән бәйле була. Һуңыраҡ Анатолий Чубайс әйтеүенсә, хосусилаштырыуҙың бер төрө — залоглы аукциондар — башҡа маҡсаттар менән бергә, коммунистарҙың власҡа килеүенә юл ҡуймау өсөн дә үткәрелә.

Ҡултыҡ

Ҡултыҡ — океандың, диңгеҙҙең ҡоро ер эсенә кереп торған өлөшө. Ҡултыҡтың гидрологик һәм гидрохимик шарттары һыү ятҡылығы менән бер төрлө. Ҡайһы бер осраҡта климат һәм материктан ағып төшкән йылғалар һыу составын үҙгәртә.

Ҡултыҡ төрҙәре: бухта, фьорд, лагуна, гавань.

Донъя океанында иң ҙур ҡултыҡтар: Аляска, Бенгаль, Бискай, Австралия ҙур, Гвинея ҡултыҡтары.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.