Көнбайыш Европа

Көнбайыш Европа — сәйәсәт, тәбиғәт йә иһә мәҙәниәт билгеһе буйынса берләшкән Европа илдәрен атаусы термин. Һалҡын һуғыш ваҡытына тиклем Көнбайыш Европа илдәренә НАТО блогындағы дәүләттәрҙе индерәләр. Был ваҡытта Көнсығыш Европа илдәре ОВД блогында торалар. ОВД тарҡалғандан һуң тағын үҙәк, төньяҡ һәм көньяҡ Европаны айырып йөрөтә башлайҙар. Шуға күрә Көнбайыш Европа илдәренә хәҙер бары Бельгия, Люксембург, Монако, Нидерланд һәм Франция дәүләттәрен индерәләр.

Көнбайыш Европаға индерелгән дәүләттәр

Дәүләт Төркөмләү ысулы Баш ҡала
БМО версияһы[1] ЦРУ версияһы[2] СГНЗС версияһы ОКСМ версияһы[3]
Австрия Австрия Үҙәк Европа Үҙәк Европа Вена
Бельгия Бельгия Брюссель
Бөйөк Британия Бөйөк Британия Төньяҡ Европа Төньяҡ Европа Лондон
Германия Германия Үҙәк Европа Үҙәк Европа Берлин
Ирландия Ирландия Төньяҡ Европа Төньяҡ Европа Дублин
Лихтенштейн Лихтенштейн Үҙәк Европа Үҙәк Европа Вадуц
Люксембург Люксембург Люксембург
Монако Монако Монако
Нидерланд Нидерланд Амстердам
Франция Франция Париж
Швейцария Швейцария Үҙәк Европа Үҙәк Европа Берн
Europe subregion map UN geoscheme

БМО версияһы буйынса Европаны бүлеү. Фирүзә төҫөндә — Көнбайыш Европа

CIA Western-Europe-map2

ЦРУ буйынса Көнбайыш Европа. Шулай уҡ ҡара-хәнәүәт төҫө менән Көньяҡ-Көнбайыш Европаға ҡараған илдәр күрһәтелгән.

Europe 1988

1988 йылда Европа. Күк төҫ — НАТО илдәре, ҡыҙыл төҫ — ОВД илдәре.

Телдәр (илдәр) Атама
Инглиз (Бөйөк Британия, Ирландия) Western Europe
Француз (Франция, Швейцария, Бельгия, Люксембург, Андорра, Монако) Europe de l’Ouest
Немец (Германия, Австрия, Швейцария, Бельгия, Люксембург, Лихтенштейн) Westeuropa
Нидерланд (Нидерланд, Бельгия) West Europa
Испан (Испания, Андорра) Europa Occidental
Португал (Португалия) Europa Ocidental
Итальян (Италия) Europa Occidentale
Ирланд (Ирландия) Iarthair Eoraip
Каталан (Андорра) Europa Occidental

Әҙәбиәт

Иҫкәрмәләр

  1. United Nations Statistics Division
  2. The World Factbook. Location
  3. Общероссийский классификатор стран мира (ОКСМ). Приложение Д
Europe green light.svg Был Европа географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырыр кәрәк.
Австрияла ислам

Ислам дине Автрияла христиан диненән ҡала дингә ышаныусыларҙың һаны буйынса икенсе урында тора. 2010 йылдың баһаларына ярашлы, Австрия халҡының дөйөм һанынан яҡынса 7,0 % ислам динен тота. Күпселек мосолмандар Австрияла сунниттар. Австрияға күпселек мосолмандар 1960 йылда Төркиәнән, Босния һәм Герцеговинанан килә. Шулай уҡ пакистан һәм ғәрәп сығышлы общиналар ҙа бар.

Мосолмандарҙың иң күп өлөшө сәнәғәт үҫешкән көнбайыш Форарльберг ерендә (8,36 %) йәшәй. Унан ҡала илдең башҡалаһы Венала 7,82 процент тәшкил итә. Зальцбург, Үрге Австрия, Тироль һәм Түбәнге Австрияла мосолман халҡы уртаса кимәлдә. Көньяҡ-көнсығыш ерҙәре Штирия, Каринтия, шулай уҡ Бургенландта мосолмандар ил буйынса иң түбән процентты күрһәтә. Австрияның 300 әхмәдиттәренең яҡынса өстән бер өлөшө Венала йәшәй.

Австрия көнбайыш Европа илдәре араһында уникаль булып тора, сөнки ул мосолмандарға танылған дини община статусы бирә. Был 1878 йылғы Босния һәм Герцеговинаны австро-венгрия оккупацияһы ваҡыттарына барып тоташа. Австрия мосолман общинаһының дини азатлығын 1912 йылда («Anerkennungsgesetz») «таныу акты менән» көйләй, һәм ошоно эшләгән беренсе көнбайыш Европа иле була. 1918 йылда Австро-Венгрия монархияһы тарҡалғандан һуң, был закон әһәмиәтен юғалта, тик 1979 йылда ғына Австрияла Ислам дини ойошмаһына нигеҙ һалына. Был ойошма дәүләт белем биреү мәктәптәрендә дин дәрестәрен биреү хоҡуғына эйә. Шулай уҡ ул зәҡәт йыйыу хоҡуғына эйә, тик әлегә община Австрияла мәсеттәрҙе төҙөү, финанслау һәм мәсеттәр менән етәкселек итеү өсөн был өҫтөнлөктәр менән файҙаланмай. 2013 йылда Австрияның алевит общинаһы танылған дини берләшмә статусын ала.

Ислам дини төркөмөндә параллель структуралар бар. Дини тормош төрөк, босния һәм ғәрәп мосолмандарының ойошмаларына ҡараған мәсеттәрҙә үтә. Төрөк ойошмалары иҫәбендә, «Төрөк-ислам берләшмәһенең федерацияһы» дин эштәре буйынса идаралыҡ тарафынан көйләнә, шул уҡ ваҡытта «Сулеймания» һәм «Милли Фекер» кеүек башҡа ойошмалар, Германиялағы үҙәге менән дөйөм европа ойошмаһының тармаҡтары булып һанала.

Академик ишеү

Академик ишеү — циклик спорт төрө. Байдаркала һәм каноэла ишеүҙән айырмалы рәүештә, спортсылар арҡа, ҡул һәм аяҡ мускулдарын ҡулланып, кәмәләргә ултырып ишкәк менән ишәләр. Көнбайыш Европа, Рәсәй, АҠШ, Австралия, Яңы Зеландия һәм Румынияла бигерәк популяр булып киң таралған.

Академик ишеү Олимпия уйындары программаһына 1896 йылдан (ҡатын-ҡыҙҙарҙа 1976 йылдан) индерелгән. Олимпия уйындарынан тыш йыл һайын Донъя чемпионаты, Донъя кубогы, Милләт кубогы, Студенттар араһында донъя чемпионаты, Үҫмерҙәр араһындағы донъя чемпионаты үтә.

БМО-ның Генераль секретары

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль секретары, ҡыҫҡаса БМО-ның Генераль секретары (БМО-ның рәсми телдәрендә: ингл. Secretary-General of the United Nations, франц. Secrétaire général des Nations unies, исп. Secretaría General de Naciones Unidas, рус. Генеральный секретарь ООН, ғәр. مين عام الأمم المتحدة‎, ҡыт. 联合国秘书长) — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының төп идара органдарының береһе булған Секретариаттың баш вазифа башҡарыусы.

БМО-ның Генераль секретарын БMO-ның Именлек Советы тәҡдиме буйынса БМО-ның Генераль Ассамблеяһы билдәләп ҡуя. Ҡағиҙә буларак, БMO-ның Именлек Советы даими ағзаһы булған илдәрҙең вәкиле БМО-ның Генераль секретары итеп һайлана алмай.

БМО-ның Генераль секретары, ғәҙәттә, 5 йыл мөҙҙәткә һайлана, шулай уҡ яңы 5 йыллыҡ мөҙҙәткә һайланыу хоҡуғына эйә. Мөҙҙәттәр һаны сикләнмәгән.

Балҡан ярымутрауы

Балҡан ярымутрауы (слов. Balkanski polotok, хорв. Balkanski poluotok, босн. Balkansko poluostrvo, сер. һәм черногор. Балканско полуострво, рум. Peninsula Balcanică, болг. һәм макед. Балкански полуостров, грек. Βαλκανική χερσόνησος, төр. Balkan Yarımadası, итал. Penisola Balcanica, лат. Paeninsula Balcanica) Европаның көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Майҙаны — 505 км² тирәһе.

Ярҙары көньяҡ-көнбайышты һәм көньяҡ көнсығышта Урта диңгеҙ, Адриатик диңгеҙ, Ионик диңгеҙ, Мәрмәр диңгеҙ, Крит диңгеҙе, Эгей диңгеҙе һәм Ҡара диңгеҙ һыуҙары менән йыуыла. Ярҙары өлөштәргә бүлгеләнгән. Рельефы башлыса таулы (Стара-Планина, Родоптар, [[Динар тау итәктәре], Пинд).

Төньяҡта сиктәре шартлы рәүештә билдәләнгән. Дунай, Сава һәм Купа,һыҙаты буйлап һәм һуңғыһының йылға башынан алып ҡойған урыны Кварнер ҡултығына тиклем.

Балҡан ярымутрауында өлөшләтә йәки тулыһынса урынлашҡан илдәр:

Албания

Болгария

Босния һәм Герцеговина

Греция

Төньяҡ Македония

Черногория

Сербия

Хорватия

Словения

Румыния

ТөркиәГреция, Словения, Румыния, Хорватия һәм Болгария Европа берләшмәһе ағзалары булып тора.

Албания, Хорватия, Төркиә, Греция, Болгария, Румыния һәм Словения НАТОға ингән илдәр.

Балҡан ярым утрауы аша төп транспорт магистралдәре үтә. Улар Көнбайыш Европа менән Көнсығыш Европаны, Көньяҡ-Көнбайыш Азияны, Кесе Азияны һәм Яҡын Көнсығышты тоташтыра.

Боронғо мәҙәниәттәрҙең һәм цивилтзацияларҙың тыуған урыны булып иҫәпләнә.

Барокко

Баро́кко (итал. barocco — «сәйер», «ҡупшы», порт. perola barroca) — XVI быуат аҙағында — XVIII быуат уртаһында Көнбайыш Европа, 18 быуаттың 1-се яртыһында Рәсәй архитектураһындағы һәм сәнғәтендәге стиль. Бароккога Көнбайыш Европа архитектураһында фасадтарҙың ҡупшы пластикаһы, биҙәктәр байлығы, ҡоролошоноң ҡатмарлылығы; шулай уҡ тантана залдары интерьерҙарының төрлө төҫтәге уйма һындар, күпертеп һәм уйып яһалған биҙәктәр, рәсемдәр һәм көҙгөләр менән зиннәтләнгән булыуы хас. 17 быуат аҙағында Көнбайыш Европа бароккоһы йоғонтоһонда Мәскәү архитектураһында ла күп һанлы ордер детальдәре күренә башлай. Архитектура ғилемендә был йүнәлеш «Нарышкин стиле» («Нарышкин бароккоһы») йәки «Мәскәү бароккоһы» тип атала.

Классик архитектура формалары барокко стиленең урыҫ архитектураһында, нигеҙҙә, декоратив роль уйнаған, ул биналарҙың композицион принциптарына тәъҫир итмәгән тиәрлек. Был стильдәге фасад биҙәлешенә ике төҫлөлөк − ҡыҙыл кирбес диуар һәм аҡ таштан уйып яһалған детальдәр хас. XVII быуат урыҫ архитектураһына шулай уҡ төрлө төҫтәрҙәге рәсемдәр менән биҙәлгән фасадтар, шашка һамаҡ түбәләр, тимерҙән киҫеп яһалған биҙәктәре һ.б. менән айырылып торған «Украина» бароккоһы ла һиҙелерлек йоғонто яһай. Был стильдәге ҡоролмаларҙың күләм композицияһы һәм фасадтары − симметрия, интерьерҙары анфилада принциптарына нигеҙләнә. 18 быуаттың 1-се яртыһындағы «Пётр» йәки «Петербург бароккоһы» ябайлығы, формалар теүәллеге, фасадтарҙың пилястралар йә иһә ярым бағаналар, уйымдар һәм филёнкалар менән бүлгеләнеүе, биналарҙа маҡсатҡа ярашлы декоратив скульптуралар менән айырылып тора. 18 быуаттың 1-се яртыһында архитектор П. Зарудный, Ж.-Б. Леблон, Д. Трезини, М. Г. Земцов, И. К. Коробов, П. М. Еропкин эшсәнлеге ошо йүнәлештә бара.

18 быуат уртаһында архитектура һынлы сәнғәттең барлыҡ төрҙәренә һәм жанрҙарына мөрәжәғәт итә, скульптура, монументаль һәм декоратив рәсем, ғәмәли биҙәлеш сәнғәте мөмкинлектәренән файҙалана. Был осорҙа әлеге стильдә император резиденциялары, һарайҙар, утарҙар, соборҙар, сикәүҙәр, монастырьҙар төҙөлә. Ул ваҡыттағы барокко «Растрелли бароккоһы» тип тә атала. Ул бер үҙәккә тупланған өс өлөшлө биналар, һыныҡ йә иһә һығылма ҡыйыҡлы бейек түбәләр, фонарлы һәм тәҙерәле көмбәҙҙәр менән үҙенсәлекле. Ордер (өс сирекле колонналар һәм ныҡ беркетелгән антаблементтар), парлы йә иһә һыңар пилястралар, колонналар теҙмәһе, бина мөйөшөн китекләндереү һәм китек янына 2 колонна урынлаштырыу һ. б. − әлеге стиль пластикаһының төп үҙенсәлектәре. Тәҙерә уйымдары тура мөйөшлө, оҙонса түңәрәк, түңәрәк, арка рәүешендә. Уларҙың йөҙлөктәре, архивольт өҫтөнә сандрик урынаштырып көсәйтелә, араларындағы диуарға ҡабартылған биҙәк һалына. Диуарҙарҙың өҫкө өлөшө терәктәр, фигуралы аттиктар, парапеттар, вазалар, төрлө һындар менән зиннәтләнә. Гирлянда, валюта, купидон һындары, битлектәр, бюсттар, гербтар кеүек уйма биҙәктәр фронтондарҙы ҡаплап ала, колонналар һәм пилястраларға үрелеп менә. Фирүзә, әфлисун, йәшел төҫтәрҙәге диуарҙар аҡ төҫтәге ордер детальләре, колонналарҙың алтынһыу остары, уйма һындар, рәшәткәләр һ. б. өсөн фон булып хеҙмәт итә. 18 быуат урыҫ бароккоһы вәкилдәре: Ф.-Б. Растрелли, С. И. Чевакинский, А. В. Квасов (Санкт-Петербург); Д. В. Ухтомский, И. Ф. Мичурин, А. П. Евлашев һ.б. (Мәскәү). Төбәктәрҙәге барокко дәүере архитектураһы «Растрелли бароккоһы» менән сағыштырғанда күпкә тыйнағыраҡ. Бында Көнбайыш Европа архитектураһының айырым элементтары ғына файҙаланыла. Мәскәүҙә һәм төбәктәрҙә барокко мотивтары ерле традициялар менән ҡушыла.

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы

"ООН" бите бында йүнәтелә.

"UN" бите бында йүнәтелә.Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, БМО (ингл. United Nations, рус. Организация Объединённых Наций — донъяла тыныслыҡ һәм именлекте һаҡлауҙы, дәүләттәр араһында күп яҡлы бәйләнештәрҙе үҫтереүҙе үҙ эшмәкәрлегенең маҡсаты итеп ҡуйған халыҡ-ара ойошма. БМО ҡарарҙары Ойошма системаһына ҡараған махсус маҡсатлы агентлыҡтар, бәйле ойошмалар, шуралар һәм ағза илдәрҙең структуралары арҡылы тормошҡа ашырыла.

Брюссель

Брюссе́ль (нидерл. Brussel [ˈbrʏsəl], франц. Bruxelles [bʁyˈsɛl]) — Бельгияның һәм Брюссель баш ҡала регионының баш ҡалаһы. Брюсселдә француз һәм фламанд берләшмәләре һәм Фландрия учреждение, Европа Берләшмәһенең штаб-квартираһы, НАТО офисы, Бенилюкс һәм Көнбайыш Европа Берләшмәһе сәркәтиплектәре урынлашҡан.

Брюссель (нидерл. Stad Brussel ҡалаһын (коммунаһын), Брюссель баш ҡала регионы франц. Ville de Bruxelles, Bruxelles-ville) менән бутарға ярамай.

Византия империяһы

Византия империяһы, Византия, Көнсығыш Рим империяһы (395—1453) — 395 йылда император Феодосий I вафат булып, Рим империяһы көнбайыш һәм көнсығыш өлөштәргә бүленеп бөткәндән һуң барлыҡҡа килгән дәүләт. Бынан һуң һикһән йыл да үтмәй, Көнбайыш Рим империяһы йәшәүҙән туҡтай, ә Византия Антика Ахыры һәм Урта быуаттар тарихында ун быуат самаһына Боронғо Римдың тарихи, мәҙәни һәм цивилизация вариҫы булып ҡала.

Көнсығыш Рим империяһына ул ҡолатылғандан һуң Көнбайыш Европа тарихсыларының хеҙмәттәрендә «Византия» тигән атамаһы бирелә. Ул Константинополдең тәүге исеме — Византийҙан алынған. 330 йылда Рим императоры Константин I Рим империяһының баш ҡалаһын шунда күсерә һәм исемен «Яңы Рим» тип үҙгәртә. Византийҙар үҙҙәрен римлылар — грекса «ромейҙар» тип, ә державаларын «Рим („Ромей“) империяһы» (урта грек (византий) телендә — Βασιλεία Ῥωμαίων, Васили́я Роме́он) йәки ҡыҫҡартып «Романия» (Ῥωμανία, Романи́я) тип йөрөтә. Көнбайыш сығанаҡтар иһә, унда VII быуаттан грек теле, эллинлашҡан халыҡ һәм мәҙәниәт өҫтөнлөк алыуы сәбәпле, уны «гректар империяһы» тип атай. Боронғо Руста Византияны ғәҙәттә «Грек батшалығы», ә уның баш ҡалаһын Царьград тип йөрөтәләр.

Константинополь, урта быуаттарҙағы иң ҙур ҡалаларҙың береһе, Византия империяһының алмаштырғыһыҙ баш ҡалаһы һәм цивилизация үҙәге була. Император Юстиниан I (527—565) осоронда империяның биләмәләре айырыуса киң була, сөнки ул бер нисә тиҫтә йылға Римдың элекке көнбайыш провинцияларының яр буйындағы территорияларын һәм иң ҡеүәтле Урта диңгеҙ буйы державаһы тигән данын ҡайтарып алыуға өлгәшә. Артабан күп һанлы дошмандар ҡыҫымы аҫтында ерҙәрен юғалта. Славян, лангобард, вестгот һәм ғәрәп баҫҡындарынан һуң империя ҡарамағында Греция менән Кесе Азия территорияһы ғына ҡала. IX—XI быуаттарҙа бер аҙ ҡеүәтләнһә лә, XI быуат аҙағына Сәлжүктәр һөжүменән, Манцикерт янындағы еңелеүҙән, 1204 йылда Константинополде баҫып алған тәре йөрөтөүселәр ҡыйралыштарынан көсөн юғалта, XV быуатта иһә ғосмандар баҫымына сыҙамай тулыһынса һәләк була.

Григориан календары

Григориан стиле — иҫкергән Юлиан календары урынына керетелнән календарь. Юлиан стиле буйынса бер йылда 365,25 тәүлек бар тип иҫәпләнгән. Григориан календарында йыл 365 көндән тора, дүрт йылға бер килгән кәбисә йылы 366 көндән тора. Ғәмәлдә иһә Ер Ҡояш тирәләй 365 тәүлек 5 сәғәт 48 минут 46 секундта тулы әйләнеш яһай. Шуға күрә календарҙа мөһим дата, көн менән төн тигеҙләшкән көн — 21 март быуаттар үткән һайын артта ҡала бара. XVI быуатта бар дата 10 көнгә артта ҡала. Был айырманы 1582 йылда Рим папаһы Григорий XIII төҙәтә. Был тарихҡа Григориан календары булып кереп ҡала.

Кәбисә йыл килеүе түбәндәгесә билдәләнә:

Григориан стиле буйынса 1 көнгә хата 2735 йылға бер йыйыла, ә юлиан календарында 128 йылға бер (мәҫәлән, көн менән төн тигеҙләшкән көн). Григориан стиле иң камил календарь булып һанала.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты — 1968 йылда асыла, 2003 йылда уға «академия» — Юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт учреждениеһы — статусы бирелә. Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының 2015 йылдың 8 декабрендәге бойороғона ярашлы академия үҙенең тарихи исемен кире ҡайтарҙы һәм 2016 йылдан «Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты» тигән атама йөрөтә.

Үҙендә консерваторияны, театраль һәм художество вуздарын берләштергән, Башҡортостан өсөн уникаль уҡыу йорто. Шул уҡ ваҡытта академия — Көнсығыш һәм Көнбайыш Европа тенденциялары берләштерелгән, ә Башҡортостан Республикаһының үҙенсәлекле милли мәҙәниәте академик традициялар менән байытылған, Рәсәйҙең төп юғары уҡыу йорттарының береһе.

Сәнғәт институтының биш факультетында 20 кафедра педагогтары 12 һөнәр һәм 19 юғары һөнәри белем буйынса белгестәр әҙерләй. Тәүге йылдарҙан алып бөгөнгә тиклем юғары уҡыу йорто 4000-дән ашыу юғары квалификациялы сәнғәт өлкәһе белгесе әҙерләп сығарҙы.

Институтта 119 штатлы уҡытыусынан — 3 академик, 4 фән докторы, 28 кандидат, 20 профессор, 42 доцент, 3 дәүләт премияһы лауреаты, 12 халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, 47 кеше Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының почетлы исеменә лайыҡ булған.

Өфө дәүләт сәнғәт институты структураһында ике концерт залы, күсмә видеоаппаратура, видеокассеталар, күргәҙмә әсбаптары, иллюстрациялы баҫмалар, методик материалдар менән йыһазландырылған уҡыу аудиториялары, дирижерлыҡ итеү буйынса күнекмәләр өсөн махсус кластар, фольклор кабинеты бар, һирәк осрай торған музыка ҡоралдары коллекцияһы музейы, тауыш яҙыу лабораторияһы, компьютер, аудио-видеотехника менән йыһазландырылған музыка тыңлау класы, спорт һәм тренажер залдары бар.

Көнбайыш Европа — Көнбайыш Ҡытай

Көнбайыш Европа — Көнбайыш Ҡытай тиҙ йөрөшлө автомагистрале — Санкт-Петербургты (Рәсәй)

Тяньга порты (Ҡытай) менән тоташтырасаҡ юл — Финляндияның көнбайыш сигенән Ҡытайға тиклем

һуҙыла. Европа һәм Азия араһында транспорт бәйләнешен яҡшыртыуҙы һәм Ҡытайҙан тауар импортын

еңеләйтеүҙе ниәт итә. Төҙөлөш эштәре 2008 йылда башланды. 2020 йылда тамамланыр тип фаразлана.

Яңы автобан Санкт-Петербургтан башланып, тиҙ йөрөшлө автомагистраль буйынса Мәскәүгә етергә, унан Мәскәү-Ҡазан федераль юлы буйынса уҙырға тейеш. 2030 йылға тиклем Санкт-Петербург — Вологда — Ҡазан трассаһын төҙөп, Мәскәү аша үткән йүнәлеште еңеләйтеү ҡаралған. Яҡын арала ул юлдар функцияһын М7 юлы үтәйәсәк.

Башҡортостан Республикаһының көнбайышында трасса Бәләбәй, Стәрлетамаҡ йәнәшәһенән бара. Ҡаҙағстанда трасса Аҡтүбә, Ҡыҙыл Урҙа,

Шымкент, Тараз, Ҡорҙай, Алматы янынан уҙа. Ҡытайҙың Хоргос, Урумчи, Ухань ҡалалары аша үтеп, магистраль Ляньюньган ҡалаһында Һары диңгеҙгә етә.

М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы

М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы — 1919 йылдың 5 ғинуарында, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ҡаланың революцион комитеты ҡарары нигеҙендә ойошторола һәм бер йылдан һуң, 1920 йылдың 5 ғинуарынан, эшләй башлай. Ул саҡта Пролетар художество музейы тип атала. Музейға ҡаланың иң матур йорто бүленә, уға учреждениеларҙағы, ҡасҡан байҙар өйҙәрендәге, губерна— музейындағы һынлы сәнғәт әйберҙәре күсерелә. Музейҙы ойоштороу өсөн Мәскәүҙән рәссам һәм архитектор И. Е. Бондаренко саҡырыла. Ул килгәс тә, эшкә урындағы рәссамдарҙы йәлеп итә.

Тиҙҙән Мәскәүҙән күренекле урыҫ рәссамы М. В. Нестеровтың яҡташтарына — Өфө халҡына — бүләк иткән 102 картинанан торған коллекцияһы ҡайтарыла. Революцияға тиклемге урыҫ һынлы сәнғәте мираҫтарынан торған был коллекцияла Репин Илья Ефимович, И. Левитан кеүек бөйөк рәссамдарҙың картиналары ла була.

Музейҙың XIX—XX быуаттағы урыҫ сәнғәте булеге Нестеров бүләге менән генә сикләнмәй. Уны тулыландырыуға Мәскәү һәм Ленинград галереялары һәм музейҙары ҙур ярҙам курһәтә. Улар аша Өфөгә Көнбайыш Европа, шулай ук Япония һәм Ҡытай сәнғәте өлгөләре лә килә.

Музей өҙлөкһөҙ тулылана. Башкорт һынлы сәнғәтенең барлыҡҡа килеүе, халыктың һырлап, биҙәп, сигеп зауыҡ менән эшләгән әйберҙәрен йыйыу буйынса үткәрелгән экспедициялар һөҙөмтәһендә музейҙа бик бай, шул иҫәптән Башҡортостандың үткәнен һәм бөгөнгөһөн сағылдырыусы яңы бүлектәр асыла.

Михаил Васильевич Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы Башҡортостан республикаһының мөһим мәҙәни үҙәктәренең береһе.

Медицина

Медици́на (лат. medicina) — диагностика, дауалау терапияһы, ауырыуҙарҙы профилактикалау, сәләмәтлекте һаҡлау һәм нығытыу, кешенең хеҙмәткә яраҡлылығын, ғүмерен оҙайтыу, шулай уҡ физик, психик сирҙәр ваҡытында хәлде еңеләйтеү маҡсаты берләштергән фәнни белем һәм практик саралар системаһы.

«Медицина» һүҙе латын теленән, ars medicina — дауалау сәнғәте.

НТВ

НТВ (аббревиатураның мәғәнәһе юк) — Рәсәйҙең телевизион каналы. 1993 йылда эшләй башләй. Ширҡәткә НТВ каналынан тыш «НТВ Мир» (НТВ Донъя) телеканалы ла инә. Ул Рәсәйҙән тыш БДБ илдәре, Балтиҡ буйы, Көнбайыш Европа, Яҡын Көнсығыш, АҠШ, Канада, Израиль, Австралия, Яңы Зеландия, Океания илдәренә лә тапшыра.

Телеканал атамаһының мәғәнәһе юк. Уны уйлап сығарған беренсе мөхәррир Игорь Малашенко уйлап тапҡан. Һуңыраҡ уны «независимое ТВ» (бәйһеҙ ТВ), «новое ТВ» (яңы ТВ) тип атарға тәҡъдим ителһә дә, журналисттар аббревиатураны асмаҫҡа ҡарар иттеләр.

1997 йылда НТВ-Холдинг ширҡәте ойошторола. Уғңа «НТВ телекомпаниеһы» ААЙ, «ТНТ-Телесеть» ААЙ, «НТВ-Плюс» ААЙ, «Эхо Москвы» ЯАЙ, «НТВ-International» ЯАЙ инә.

Пётр I

Бөйөк Пётр I (Пётр Алексе́евич Рома́нов; (9 июнь 1672 йыл — 8 февраль 1725 йыл) — Рәсәй империяһының һуңғы Батшаһы (1682—1721) һәм беренсе Императоры (1721—1725).

Романовтар династияһы вәкиле булараҡ, Бөтә Рәсәй Бөйөк Кнәзе һәм Батшаһы итеп 1682 йылда, 10 йәшендә сағында иғлан ителә. 1689 йылдан дәүләт менән үҙаллы идара итә башлай. Ағаһы Иван V үҙенең 1696 йылдағы вафатына тиклем формаль рәүештә батша вазифаһын бергә башҡарыусы булып һанала.

Йәш сағынан уҡ фән һәм сит илдәрҙәге тормош менән ҡыҙыҡһына, шулай уҡ Пётр Көнбайыш Европа илдәрендә оҙайлы сәйәхәттә булған беренсе рус батшаһы булып һанала. 1698 йылда оҙайлы сәйәхәттән әйләнеп ҡайтҡас рәсәй дәүләтселегендә һәм ижтимағи тормошта масштаблы реформалар башлай.

Төньяҡ һуғышынан һуң Рәсәйгә Балтика буйы ерҙәрен ҡушыу Пётрҙың иң ҙур ҡаҙанышы булып тора. Был ҡарар XVI быуатта ҡабул ителгән булған һәм 1721 йылдан Пётр Рәсәй императоры титулын йөрөтә.

XVIII быуат аҙағынан алып хәҙерге көнгәсә тарих фәнендә һәм ижтимағи тормошта Пётр шәхесенә, уның Рәсәй тормошондағы роленә диаметраль ҡапма-ҡаршы баһа биреүселәр бар. Рәсми Рәсәй тарихында Пётр XVIII быуатта Рәсәйҙең үҫеш йүнәлешен билдәләүсе данлыҡлы дәүләт эшмәкәре тип баһалана. Шул уҡ ваҡытта Николай Карамзин, Василий Ключевский, Павел Милюков кеүек күренекле тарихсылар уны ҡарға тәнҡитләйҙәр.

Сталин Иосиф Виссарионович

Ио́сиф Виссарио́нович Ста́лин (ысын фамилияһы — Джугашви́ли, груз. იოსებ ჯუღაშვილი; 6 [18] декабрь 1878 (рәсми мәғлүмәт буйынса 9 (21) декабрь 1879(18791221)), Гори, Тифлис губернаһы, Рәсәй империяһы — 5 март 1953, Волынское, Кунцев районы, Мәскәү өлкәһе, СССР) Рәсәй империяһы — революционер, совет сәйәси, дәүләт, хәрби һәм партия эшмәкәре; Халыҡ-ара коммунистик һәм эшселәр хәрәкәте эшмәкәре, марксисм-ленинизмдың теоретигы һәм пропагандисы.

Сталин йәшәгән осорҙа уның 1934 йылға тиклем яҙылған әҫәрҙәре 13 томда нәшер ителә. 1920 йылдарҙың аҙағынан 1953 йылда үлгәнгә тиклем СССР-ҙың алыштырғыһыҙ етәксеһе.

Сталин хакимлек иткән дәүерҙә СССР һәм донъя тарихында мөһим ваҡығалар була: индустриалләштереү, коллективлаштырыу, кулакты юҡҡа сығарыу, ҙур террор, репрессиялар, халыҡтарҙы депортациялау, ГУЛаг лагерҙары булдырыу, 1932—1933 йылдарҙағы аслыҡ, Финляндияға баҫып инеү, СССР-ҙы Милләттәр Лигаһынан сығарыу, Ҡыҙыл Армияла репрессиялар, Икенсе донъя һуғышы, Көнбайыш Европа һәм Көнсығыш Азия илдәрендә социалистик ҡоролош төҙөү, шәхес культы, тоталитаризм диктатураһы, совет атом бомбаһын эшләү, һалҡын һуғыш башланыу.

Һаналған ваҡиғалар буйынса йәмғиәт фекере төрлөлөгө һәм күп осраҡта ҡапма-ҡаршылығы менән айырыла.

Сәғәт бүлкәте

Сәғәт бүлкәтенең ике төп төшөнсәһе бар:

Географик сәғәт бүлкәте — Ер шары өҫтөндәге 15°-лы шартлы һыҙат (урта меридианға ± 7,5°). Нолле сәғәт бүлкәтенең уртаҡ меридианы булып Гринвич меридианы һанала.

Административ сәғәт бүлкәте (Рәсәйҙә, 1919 йылдан 2011 йылға тиклем был төшөнсә сәғәт зонаһы төшөнсәһенә тура килмәгән, сөнки айырым территорияларҙа күрше сәғәт бүлкәттәре ваҡытын ҡулланыу рөхсәт ителгән) — ҡайһы бер ҡанундарға ярашлы, билдәле бер рәсми ваҡыт булдырылған ер ѳҫтѳ участкаһы. Ҡағиҙә булараҡ, административ сәғәт бүлкәте төшөнсәһенә тағы ла календар датаһы инә — был ваҡытта UTC−10:00 һәм UTC+14:00 бүлкәттәре, уларҙа бер үк тәүлек сәғәте булыуға ҡарамаҫтан, төрлө тип һанала.Сәғәт бүлкәттәренең формалашыуы бер яҡтан Ерҙең үҙ күсәрендә әйләнеүенә, ә икенсе яҡтан яҡынса тигеҙ булған төбәк ваҡыты (уларҙың айырмалары бер сәғәткә бүленә) менән территорияларҙы (ваҡыт зоналары) билдәләүгә бәйле. Һөҙөмтәлә 24 административ сәғәт бүлкәте һәм улар әҙме-күпме булһа ла географик сәғәт бүлкәттәренә яҡын булырға тейеш тигән ҡарарға килгәндәр. Гринвич меридианы, нолле сәғәт меридианы, урта меридиан (UTC±00:00) иҫәпләү нөктәһе тип ҡабул ителгән.

Хәҙер ваҡыт Гринвич ваҡыты (GMT) урынына индерелгән Бөтә донъя координациялы ваҡыт (UTC) менән урынлаштырыла. UTC шкалаһы халыҡ-ара атом ваҡытының (TAI) тигеҙ үлсәмле шкалаһында нигеҙләнә һәм ҡулланыуға уңайлыраҡ булып тора. Сәғәт бүлкәттәре UTC-тан ыңғай (нолле меридиандандан көнсығышҡа) һәм кире (нолле меридиандан көнбайышҡа) яҡтарға үҙгәрә ала. UTC буйынса ваҡыт ҡышҡы һәм йәйге ваҡытҡа бер ваҡытта ла күсерелмәй.

Урта быуаттар

Урта быуаттар (Урта быуат) — Боронғо (антик) донъя тарихынан һуң һәм Яңы заман тарихы алдынан булған тарихи дәүер.

Швеция

Швеция (швед. Sverige , рәсми атамаһы Швеция Короллеге (швед. Konungariket Sverige ) — Төньяҡ Европала Скандинав ярымутрауында урынлашҡан дәүләт. Илдең атамаһы иҫке скандинав теленән алынған: Svea һәм Rige — «Свеялар дәүләте». Баш ҡала — Стокгольм.

Донъя төбәктәре
LocationEurope.png Европа
LocationAsia.png Азия
LocationAfrica.png Африка
LocationAmericas.png Америка
LocationOceania.png Океания
LocationPolarRegions.png Ҡотоптар региондары
LocationOceans.png Океандар

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.