Көнбайыш

Көнбайыш — Донъяның Ҡояш байыған тарафы.

Донъя тарафтары
  Төньяҡ  
Көнбайыш Kompass Көнсығыш
  Көньяҡ  
Armillary sphere.png Был география терминдәре буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Азия

А́зия — Ер йөҙөнөң иң ҙур киҫәге, Европа менән бергә Евразия ҡитғаһын хасил итә. Майҙаны (утрауҙар менән бергә) — 43,4 млн км² самаһы. Халҡы — 4,2 млрд кеше (2012) (Ер халҡының 60,5 %). Азия донъяның үҫеш кисереүсе иң ҙур төбәге булып тора.

Америка Ҡушма Штаттары

Америка Ҡушма Штаттары (ингл. The United States of America, USA) — Төньяҡ Америкала урынлашҡан дәүләт. Майҙаны буйынса донъяла дүртенсе (9 518 900 км²), халыҡ һаны буйынса өсөнсө (304 млн кеше) урында тора. Баш ҡалаһы — Вашингтон.

Америка Ҡушма Штаттары төньяҡта Канада, көньяҡта Мексика менән сиктәш. Көнбайыш яры Тымыҡ океан, көнсығыш яры Атлантик океан менән йыуыла. Административ яҡтан ил 50 штатҡа һәм 1 федераль округҡа (Колумбия) бүленә.

АҠШ-ла юридик рәүештә рәсми тел юҡ.

АҠШ ҙур иҡтисад ҡеүәте, иң ҙур армия менән донъяла тәьҫир итеү үҙәге булып тора. Башҡа илдәргә мәҙәни, фән, йәмғиәт, сәйәсәт яҡтан ҙур йоғонто яһай.

Англия

Англия Короллеге — Бөйөк Британияның иң ҙур тарихи һәм административ өлөшө.

Архангельск өлкәһе

Архангельск өлкәһе — өлкә, Рәсәй Федерацияһы төбәге, Төньяҡ-Көнбайыш федераль округына инә .

Башҡорт теле

Башҡорт теле (башҡорт теле [bɑʂ.ˌqʊ̞rt.tɪ̞ˈlɪ̞]) — төрки тел, башҡорт халҡының теле. Алтай телдәренең төрки тармағы ҡыпсаҡ төркөмөнөң волга буйы-ҡыпсаҡ төркөмсәһенә ҡарай. Төп диалекттары: көнсығыш, төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ.

Башҡорт теле Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып тора. Уның дәүләт теле булараҡ (урыҫ теле менән бер рәттән) юридик статусы тәү башлап Башревкомдың 1920 йылдың 24 мартындағы положениеһы менән билдәләнә. Хәҙерге осорҙа был положение тәғлимәттәре Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында нығытылған.

Башҡорт теле башланғыс һәм урта мәктәптә уҡыу-уҡытыу сараһы һәм өйрәнеү предметы булып тора, юғары уҡыу йорттарында гуманитар предметтарҙы уҡытыу сараһы итеп файҙаланыла һәм предмет булараҡ өйрәнелә. Башҡорт телендә уҡыу әсбаптары, нәфис һәм публицистик әҙәбиәт нәшер ителә, гәзит һәм журналдар сыға, телевидение һәм радио тапшырыуҙары алып барыла, театрҙар эшләй. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының гуманитар фәндәр бүлексәһе, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты телде ғилми өйрәнеү үҙәктәре булып тора.

Донъяла башҡорт телендә 1,2 млн кеше һөйләшә. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә башҡорт телен 1 152 404 кеше белә, шул иҫәптә 977 484 башҡорт, 131 950 татар, 20 258 урыҫ, 6 276 сыуаш, 3 211 мари, 1 953 ҡаҙаҡ, 1 630 удмурт, 1 279 үзбәк һәм 8 363 башҡа милләт вәкилдәре бар.

Башҡорт телен белгәндәр Башҡортостанда, Силәбе, Ырымбур, Төмән, Свердловск, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстанда, Удмурт Республикаһында күпләп йәшәй.

Башҡорт теле 2009 йылда, ЮНЕСКО тарафынан сығарылған «Донъяның хәүеф аҫтында булған телдәре атласы»на индерелеп, «көсһөҙ» статусы алғайны — «балаларҙың күпселеге үҙ телендә һөйләшә, әммә уны ҡулланыу даирәһе сикләнеүе ихтимал (мәҫәлән, бары тик көнкүрештә генә)».

Башҡорттар

Башҡорттар — төрки милләт, Башҡортостан Республикаһының һәм шул уҡ исемдәге тарихи-география өлкәнең төп халҡы. Республиканан тыш башҡорттарҙың тарихи йәшәйеш төбәктәре Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Татарстан Республикаһында һәм Пермь крайында бар.

Башҡорттарҙың Рәсәй Федерацияһындағы һан иҫәбе (2002) — 1 673 389 кеше, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында — 1 221 302. Башҡорт теле Алтай ғаиләһе төрки төркөмөнөң көнбайыш тармағына инә, тармаҡланған диалект структураһы бар. Дингә ышанған башҡорттар — мосолман-сөнниҙәр.

Беларусь

Белоруссия (бел. Рэспубліка Беларусь ), рәсми исеме — Беларусь Республикаһы (белор. Республика Беларусь ), рәсми ҡыҫҡартылмаһы Беларусь — Көнсығыш Европа дәүләте. 2016 йылдың башына халҡы 9 498 700 кеше тәшкил итә, территорияһы — 207 600 км². Халыҡтың һаны буйынса туҡһан өсөнсө урынды биләй һәм территорияһы буйынса донъяла һикһән дүртенсе урында.

Дәүләттең баш ҡалаһы һәм иң эре ҡалаһы — Минск. Дәүләт телдәре булып белорус теле һәм урыҫ теле тора.

Унитар дәүләт, президент республикаһы. 20 июль, 1994 йыл. Президент посын Александр Лукашенко алды. Һуңынан шулай уҡ 2001, 2006, 2010 һәм 2015 йылдарҙағы һайлауҙарҙа ул, еңеп сығып, Президент булып ҡалды.

6 өлкәгә бүленгән. Минск ҡалаһы республика буйһоноуындағы ҡала статуслы.

Төньяҡ-көнбайышта республика — Литва, Польша, төньяҡта — Латвия, көнсығышта — Рәсәй Федерацияһы, көньяҡта — Украина менән сиктәш.

Һатып алыу һәләте 2013 йылда 166,786 млрд доллар тәшкил иткән (яҡынса йән башына 17 620 АҠШ доллары). Аҡса берәмеге — белорус һумы.

1919 йылдың 1 ғинуарында Белоруссия Совет Социалистик Республикаһы төҙөлә. Ул совет республикаларының дүртәүһе араһында 1922 йылдың 30 декабрендә СССР төҙөү тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйыусыларҙың береһе. 1991 йылдың 19 сентябрендә был ил «Республика Беларусь» тип атала башлай, һәм ошо ваҡытта уның яңы гербы, флагы, шулай уҡ яңы Конституцияһы һәм граждандар паспорты булдырылды. 1991 йылдың 8 декабрендә РСФСР һәм Украина араһында БДБ төҙөү тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Беларусь Республикаһы БМО, БДБ, ОДКБ, ЕврАзЭС, Союздаш дәүләттең һәм ЕАЭС-тың ойоштороусыһы.

Беренсе донъя һуғышы

Беренсе донъя һуғышы — 1914 йылдың 28 июленән алып 1918 йылдың 11 ноябренә тиклем дауам иткән глобаль һуғыш. 1939 йылда Икенсе донъя һуғышы башланыуына тиклем ул «Донъя һуғышы» йәки «Бөйөк һуғыш» исеме менән йөрөтөлгән, башҡорт әҙәбиәтендә башлыса «Герман һуғышы» исеме аҫтында телгә алына. Был һуғышта донъяның иң ҡеүәтле дәүләттәре бер-береһенә ҡаршы торған ике альянсҡа берләшкән: Берләшкән Короллек, Франция һәм Рәсәй империяһынан торған Антанта һәм Германия, Австро-Венгрия һәм Италиянан торған Үҙәк дәүләттәр берлектәре барлыҡҡа килгән. Был альянстарға һуғышҡа һуңыраҡ ҡушылған дәүләттәр ҙә кергән: Антантаны Италия, Япония һәм Америка Ҡушма Штаттары, Үҙәк дәүләттәрҙе иһә Ғосман империяһы һәм Өсөнсө Болгар Батшалығы тулыландырған. Шулай итеп, донъя тарихындағы иң оло һуғыштарҙың береһенә 70 миллиондан ашыу кеше йәлеп ителгән.

Бөйөк Ватан һуғышы

Бөйөк Ватан һуғышы (22 июнь 1941 йыл — 9 май 1945 йыл) — Совет Социалистик Республикалар Союзының үҙ территорияһына баҫып ингән нацистик Германияға һәм уның Европалағы союздаштарына (Венгрия, Италия, Румыния, Словакия, Финляндия, Хорватия) ҡаршы һуғышы. Ҡыҙыл Армияһының еңеүе һәм Германия ҡораллы көстәренең бер һүҙһеҙ капитуляцияһы менән тамамланған Икенсе донъя һуғышының мөһим өлөшө. Көнбайыш илдәрендә — Көнсығыш фронт, Германияла шулай уҡ Немец-Совет һуғышы тип атала.

Өсөнсө рейхтың хәрби-сәйәси етәкселеге йәшен тиҙлегендәге һуғыш стратегияһына иҫәп тота («блицкриг») һәм Советтар союзына ҡаршы 21-се һанлы директиваға ярашлы «Барбаросса» планы кодлы исем алған агрессия планын әҙерләй. СССР-ға ҡаршы һуғышта совет дәүләтен юҡҡа сығарыу, уның байлыҡтарын тартып алыу, халҡының төп өлөшөн физик яҡтан юҡ итеү, Уралға тиклем ил территорияһын «германлаштырыу» маҡсаты ҡуйыла. Совет халҡы өсөн Бөйөк Ватан һуғышы тыуған илдең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн ғәҙеллек һуғышы һәм Европала нацизмды бөтөрөүгә йүнәлтелгән азатлыҡ һуғышы була.

Һуғыш барышында Советтар Союзы Гитлерға ҡаршы коалиция составында Германияның һәм уның союздаштарына иң ҙур зыян килтерә һәм хәл иткес еңелеүгә дусар итә, үҙенең территорияһынан баҫҡынсыларҙы ҡыуып сығара һәм Үҙәк һәм Көнсығыш илдәрен нацизмдан ҡотолдороп, Европала уның тар-мар ителеүендә хәл иткес роль уйнай. 1945—1946 йылдарҙа Нюрнберг трибуналы нацистик Германияның бөтә донъяға ҡаршы агрессив һуғыш башлауына, хәрби енәйәттәргә, тыныслыҡ һәм кешелеклеккә ҡаршы енәйәттәренә баһа бирҙе, шулай уҡ донъя хакимлығына ынтылыусы нацист енәйәтселәренә хөкөм ҡарары сығара.

Географик координаталар

Географик координаталар нөктәнең ер өҫтөндәге (киңерәк әйткәндә — географик ҡатламдағы) урынын билдәләй. Географик координаталар сферик принцип буйынса төҙөлә. Шундай уҡ координаталар башҡа планеталарҙа, күк сфераһында ла ҡулланыла.

Ил

Ил — тарихи биләмәле сәйәси илде тотҡан территория, үҙенә хас булған климат һәм мәҙәниәте бар. Ил бойондороҡһоҙло дәүләт булырға мөмкин йәки икенсе дәүләткә бойоноуы ла бар.

Ислам

Ислам (ғәрәпсә الإسلام — Аллаһҡа бирелеү, тоғролоҡ) — донъя диндәренең береһе; донъялағы киң таралыш алған диндәрҙең береһе; Мөхәммәт Пәйғәмбәр аша нигеҙләнгән дин; Мөхәммәт Пәйғәмбәргә (570—632) ебәрелгән Ҡөрьән китабында ҡанунлаштырылған мосолман дине. Аллаһы тәғәләнең һуңғы Пәйғәмбәре Мөхәммәт Пәйғәмбәр аша кешеләргә ебәргән һуңғы илаһи дине. Беҙҙең эраның VII быуат баштарында Аллаһы тәғәләнең илсеһе Мөхәммәт Пәйғәмбәр тарафынын Көнбайыш Ғәрәбстанда киң тарала башлай. Мосолмандар инаныуынса, Аллаһы тәғәлә Мөхәммәт Пәйғәмбәр аша кешеләргә Ҡөрьәнде иңдергән.

Коми Республикаһы

Коми Республикаһы (коми-зыр. Коми Республика) — Рәсәй Федерацияһы составындағы республика. Төньяҡ-Көнбайыш федераль округы составына инә.

Баш ҡалаһы — Сыктывкар.

Коми (Зырян) автономиялы өлкәһе булараҡ 1921 йылдың 22 авгусында ойошторола. 1936 йылдың 5 декабрендә Коми АССР-ы тип үҙгәртелә.

1992 йылдың 26 майында Рәсәй Федерацияһы составындағы республика — Коми ССР-ы тип үҙгәртелә, 1993 йылдың 12 ғинуарынан — Коми Республикаһы.

Мәскәү

Мәскәү (рус. Москва) — Рәсәйҙең баш ҡалаһы, федераль әһәмиәттәге ҡала, Мәскәү өлкәһенең составына инмәй, Федераль округы үҙәге. Герой ҡала (1965), ике Ленин ордены (1974, 1965) һәм Октябрь Революцияһы ордены (1967) менән бүләкләнгән. Ҡалала урынлашҡан театр Рәсәйҙең 100 һумлыҡ аҡсаһында һүрәтләнгән.

Халҡы — 12 325 387 кеше (2016). Мәскәүҙә 1989 йылда — 5417, 2002 йылда — 5941 башҡорт йәшәгәне теркәлгән.

Эре мәсеттәр тип Мәскәү йәмиғ мәсете һәм Мәскәү тарихи мәсете һанала.

Обь

Обь (рус. Обь, хант. Ас) — Көнбайыш Себерҙәге йылға.

Свердловск өлкәһе

Свердло́вск өлкәһе — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Урал федераль округына ингән өлкә. Башҡортостан Республикаһы, Пермь крайы, Төмән, Ҡурған һәм Силәбе өлкәләре менән сиктәш. Көньяҡ өлөшө Тарихи Башҡортостан биләмәләренә инә.

Сәғәт бүлкәте

Сәғәт бүлкәтенең ике төп төшөнсәһе бар:

Географик сәғәт бүлкәте — Ер шары өҫтөндәге 15°-лы шартлы һыҙат (урта меридианға ± 7,5°). Нолле сәғәт бүлкәтенең уртаҡ меридианы булып Гринвич меридианы һанала.

Административ сәғәт бүлкәте (Рәсәйҙә, 1919 йылдан 2011 йылға тиклем был төшөнсә сәғәт зонаһы төшөнсәһенә тура килмәгән, сөнки айырым территорияларҙа күрше сәғәт бүлкәттәре ваҡытын ҡулланыу рөхсәт ителгән) — ҡайһы бер ҡанундарға ярашлы, билдәле бер рәсми ваҡыт булдырылған ер ѳҫтѳ участкаһы. Ҡағиҙә булараҡ, административ сәғәт бүлкәте төшөнсәһенә тағы ла календар датаһы инә — был ваҡытта UTC−10:00 һәм UTC+14:00 бүлкәттәре, уларҙа бер үк тәүлек сәғәте булыуға ҡарамаҫтан, төрлө тип һанала.Сәғәт бүлкәттәренең формалашыуы бер яҡтан Ерҙең үҙ күсәрендә әйләнеүенә, ә икенсе яҡтан яҡынса тигеҙ булған төбәк ваҡыты (уларҙың айырмалары бер сәғәткә бүленә) менән территорияларҙы (ваҡыт зоналары) билдәләүгә бәйле. Һөҙөмтәлә 24 административ сәғәт бүлкәте һәм улар әҙме-күпме булһа ла географик сәғәт бүлкәттәренә яҡын булырға тейеш тигән ҡарарға килгәндәр. Гринвич меридианы, нолле сәғәт меридианы, урта меридиан (UTC±00:00) иҫәпләү нөктәһе тип ҡабул ителгән.

Хәҙер ваҡыт Гринвич ваҡыты (GMT) урынына индерелгән Бөтә донъя координациялы ваҡыт (UTC) менән урынлаштырыла. UTC шкалаһы халыҡ-ара атом ваҡытының (TAI) тигеҙ үлсәмле шкалаһында нигеҙләнә һәм ҡулланыуға уңайлыраҡ булып тора. Сәғәт бүлкәттәре UTC-тан ыңғай (нолле меридиандандан көнсығышҡа) һәм кире (нолле меридиандан көнбайышҡа) яҡтарға үҙгәрә ала. UTC буйынса ваҡыт ҡышҡы һәм йәйге ваҡытҡа бер ваҡытта ла күсерелмәй.

Татар теле

Татар теле — татар халҡының милли теле, Татарстан Республикаһының дәүләт теле. Төрки телдәренең ҡыпсаҡ төркөмөнөң ҡыпсаҡ-булғар төркөмсәһенә ҡарай.

Морфологик тибы буйынса агглютинатив телдәр иҫәбенә инә.

Татар һөйләү теле ике диалекттан тора:

урта (казанлы)

көнбайыш (мишәр).

Франция

Франция (франц. France [fʁɑ̃s]), рәсми атамаһы — Франция республикаһы (франц. République française [ʁepyblik fʁɑ̃sɛz]) — Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт. Баш ҡалаһы — Париж ҡалаһы. Ил исеме боронғо алман (герман) ҡәбиләһе франктар исеменән килә.

Франция халҡының һаны — 65,4 млн кеше (2010 йылдың ғинуарына ҡарата), уларҙың 90 проценты Франция граждандары. Ҡанун сығарыу органы — ике палаталы парламент. Административ яҡтан 26 төбәккә бүленә.

Европа берлеге һәм НАТО ағзаһы булып тора.

Ырымбур губернаһы

Ырымбур губернаһы (виләйәте) — XVIII—XIX быуатта Рәсәй империяһының административ берәмеге (өлкәһе); хәҙерге Ырымбур өлкәһе, өлөшләтә Башҡортостан һәм Татарстан республикалары, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләренә һәм Ҡаҙағстандың Атырау һәм Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәләренә тура килә. Үҙәге — Ырымбур ҡалаһы.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.