Кәбеҫтә

Кәбеҫтә (лат. Brassica — әүернә сәскәлеләр ғәиләһендәге үҫемлек. Ҡиммәтле йәшелсә культураһы. Ике йыллыҡ үҫемлек.

Кәбеҫтә
Кәбеҫтә
Аҡ күсәнле кәбеҫтә
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Әүернә сәскәлеләр
Ғаилә: Кәбеҫтәләр
Ырыу: Кәбеҫтә
Төр: Кәбеҫтә
Латинса исеме
Brassica oleracea L., 1753

Культуралаштырыу тарихы

Кәбеҫтәне кеше бынан 4 мең йылдан ашыу элек үҫтерә башлаған. Кәбеҫтәнең культуралы сорттары хәҙерге көндә лә Урта диңгеҙ ярҙары буйында үҫә торған ҡырағай кәбеҫтәнән башланғыс алған.

Был кәбеҫтә — оҙон һабаҡлы, күсән барлыҡҡа килтермәй торған түңәрәк япраҡлы ҙур булмаған үҫемлек. Кеше ҡырағай кәбеҫтәне күп быуаттар буйына үҫтергән, уны тәрбиәләгән һәм орлоҡҡа эре япраҡлыларын ғына һайлап алған. Бына шулай ҡиммәтле йәшелсә культураһы алынған.

Культураның сорттары

Хәҙерге ваҡытта кәбеҫтәнең бик күп төрсәләрен алғандар:

  • аҡ күсәнле кәбәҫтә
  • Ҡыҙыл кәбәҫтә
  • Шалҡан(кольраби)
  • брюссель кәбәҫтә
  • мал кәбәҫтәһе
  • сәскәле кәбәҫтә
  • Пекин кәбәҫтәһе
  • декоратив кәбәҫтә
  • Брокколи
  • Кале, йәки Грюнколь

Иң популяр йәшелсәләрҙең береһе. Улар үҫтерелмәгән бер төбәк тә юҡ итерлек. Һәр төрсәһенең бихисап сорттары алынған.

Иң ныҡ үҫтерелгәне — аҡ күсәнле кәбәҫтә. Ҡат-ҡат булып йомарланған итләс япраҡтары өсөн үҫтерелә.

Аҡ күсәнле кәбеҫтәнән тыш, сәскәле кәбеҫтә үҫтерелә. Ашау өсөн уның өлгөрөп етмәгән сәскәләрҙән торған тығыҙ аҡ сәскәлектәрен ҡулланалар.

Брюссель кәбеҫтәһен ҡуйын бөрөләренән барлыҡҡа килгән бәләкәй генә күсәндәре өсөн, ә кольраби кәбеҫтәһен йыуан, һутлы, шалҡанға йәки һыйыр шалҡанына оҡшашлы ер өҫтө һабағы өсөн үҫтерәләр.

Аҡ күсәнле кәбеҫтә

Аҡ күсәнле кәбеҫтә — ике йыллыҡ үҫемлек. Беренсе йылда аҡ күсәнле кәбеҫтә орлоғонан үҙәк тамырлы, ҡыҫҡа һабаҡ-күсән барлыҡҡа килтереүсе эре түңәрәк япраҡлы үҫемлек үҫә. Һабаҡтағы япраҡтары араһында ҙур булмаған ҡуйын бөрөләре урынлашҡан һәм бер ос бөрөһө бар.

Күсәндең тышҡы япраҡтары йәшел. Япраҡтарҙың хлоропластарында һыу һәм углекислый газдан шәкәр барлыҡҡа килә. һуңынан ул һыуҙа иреп, күсәндең эске аҡ япраҡтарына ағып килә.

Күсәндә органик матдәләр күберәк тупланһын өсөн, кәбеҫтәне яҡшы ашланған дымлы тупраҡта үҫтерәләр, үҫемлек үҫкән саҡта, уны ентекләп тәрбиәләйҙәр.

Кәбеҫтәнең үрсетмәһен алыу өсөн, уның орлоҡтарын яҙ көнө парниктарға сәсәләр. Шытымдар сыҡҡас, үҫемлектәрҙе, һирәкләп ултырталар (пикировать итәләр) һәм көндәр тамам йылынғансы парниктарҙа тоталар. Яҙғы ҡырауҙар туҡталғас, кәбеҫтә үрсетмәһен ергә сығарып ултырталар. Был ваҡытҡа үрсетмәнең 3—4 ысын япрағы үҫеп сыҡҡан була.

Кәбеҫтә—дым яратыусы үҫемлек. Ысынлап та һәр оло үҫемлек эҫе көндәрҙә тәүлегенә бер күнәккә тиклем һыу һура һәм уны парға әйләндерә.

Шуға күрә кәбеҫтәгә күп итеп һыу һибәләр, ә тупраҡтағы дымды һаҡлау өсөн рәт араларын йомшарталар.

Кәбеҫтәне ултыртҡандан һуң 10—15 көн үткәс, уны шымыҡ-тиреҫ ашламаһына суперфосфат ҡушып, өҫтәмә туҡландыралар.

Өҫтәмә туҡландырғандан һуң уның төбөн аҫҡы япраҡтарына еткәнсе еүеш тупраҡ менән күмәләр. Дымлы тупраҡ ҡатламы аҫтында кәбеҫтә һабаҡтарында өҫтәлмә тамырҙар барлыҡҡа килә. 2—3 аҙна үткәс, икенсе тапҡыр йомшарталар, күмәләр һәм өҫтәмә туҡландыралар.

Уңыш йыйған ваҡытта иң яҡшы кәбеҫтә күсәндәре араһынан орлоҡлоҡ үҫемлектәр һайлап ҡалдыралар. Уларҙы ерҙән тамырҙары менән ҡаҙып алып, яҙға тиклем мөгәрәптә һаҡлайҙар.

Икенсе йылда орлоҡлоҡ кәбеҫтәне тупраҡҡа сығарып ултыртҡас, күсәндең ҡуйын һәм ос бөрөләренән япраҡлы һәм сәскәле һабаҡтар үҫеп сыға.

Кәбеҫтәнең аҡһыл һары сәскәләре тәлгәш сәскәлеккә йыйылған. Сәскәләренең төҙөлөшө әүернә сәскәлеләр семьяһындағы бөтә үҫемлектәрҙеке кеүек үк. Көҙ көнө был үҫемлектәрҙә емештәр — орлоҡло пәрҙәле ҡуҙаҡ өлгөрә.

Классификация

XXI быуат башында кәбеҫтәне йәшелсәгә һәм башҡа төрҙәргә бүлеү ҡабул ителә.

  • Brassica oleracea var. oleracea L. — Күсәнле кәбеҫтә; бында аҡ һәм ҡыҙыл күсәнле кәбеҫтәләр керә
  • Brassica oleracea var. botrytis L. — Сәскәле кәбеҫтә
  • Brassica oleracea var. costata DC. — Португаль кәбеҫтәһе
  • Brassica oleracea var. gemmifera DC. — Брюссель кәбеҫтәһе, йәки Кочешков кәбеҫтәһе
  • Brassica oleracea var. gongylodes L. — Кольраби, йәки Шалҡан кәбеҫтә[1]
  • Brassica oleracea var. italica Plenck — Брокколи
  • Brassica oleracea var. sabellica L. — Кале, йәки Грюнколь
Brassica oleracea var acephala
Wirsingkohl
һулдан уңға: «Ацефала» сорты(Киото, Япония), «Сабуда» сорты
Brassica oleracea

Япраҡ ситтәре семәрле сорт

Brassica in a flowerbed 01

Рабатка декоратив сорт

Brassica (decorative cultivar) 01

Көл төҫөндәге япраҡлы сорт

Әҙәбиәт

  • Миркин Б. М., Наумова Л. Г., Мулдашев А. А. Высшие растения: краткий курс систематики с основами науки о растительности: Учебник. — 2-е, перабот. — М.: Логос, 2002. — 256 с. — 3000 экз. — ISBN 5-94010-041-4.
  • Корчагина В. А. Биология: Үҫемлектәр, бактериялар, бәшмәктәр, лишайниктар: Урта мәктәптең 6—7 синыфтары всөн дәреслек. 23-сө баҫманан тәржемә. Башҡортса өсөнсө баҫмаһы. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1999

Иҫкәрмәләр

  1. name="ФСССР"
Имән япрағы Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Аҡ күбәләктәр

Аҡ күбәләктәр (лат. Pieridae) — көндөҙгө күбәләктәр ғаиләһе; Яңы Зеландиянан башҡа бөтә илдәрҙә йәшәй торған көндөҙгө күбәләктәр. Донъя фаунаһында 500 ләп төрө иҫәпләнә.

Башҡорт теленең диалекттары

Башҡорт теленең диалекттары.

Башҡорт телендә өс диалект бар:

көньяҡ диалект

көнсығыш диалект

төньяҡ-көнбайыш диалектҺәр бер диалект һөйләштәрҙән тора. Диалекттағы һүҙҙәрҙең күбеһен дөйөм башҡорт теленә хас һүҙҙәр тәшкил итә. Бер диалект вәкиле икенсе диалект вәкиле менән иркен аралаша ала. Шулай ҙа айырым диалектарҙа

Йәшелсә

Йәшелсә — кулинар атама. Үҫемлектәрҙең ашарға яраҡлы өлөштөренә, мәҫәлән, һабағына, емешенә, орлоғона йәки бүлбегә ҡарата ҡулланыла. Емеш-еләк, ярма һәм сәтләүектән башҡа ашарға яраҡлы үҫемлектәр йәшелсә тип һанала. Ботаника күҙлегенән ҡарағанда, йәшелсә үлән үҫемлектәрҙең ашарға яраҡлы өлөштәре. Йәшелсә тип ҡайһы саҡ ботаникала еләк йәки емеш тип һаналған үҫемлектәр ҙә аталыуы мөмкин. Мәҫәлән, ҡарбуз.

В. И. Даль әйткәнсә, йәшелсә ул — «огородина, съедомая ботва и коренья: луки, капуста, морковь, репа, свёкла с ботвой и пр., также плоды огородные, как огурцы, арбузы, а встарь, и плоды древесные, садовые, также варёные и обсахаренные: пряные и составные овощи». Брокгауз һәм Ефрондың Энциклопедик һүҙлеге «все вообще огородные растения, идущие в пищу человека» тип һяҙған. Т. Ф. Ефремова фекеренсә, «огородные плоды и зелень, употребляемые в пищу».

Йәшелсә кешенең рационында бик мөһим урын тота. Йәшелсә етештерә торған ауыл хужалығы тармағы йәшелсәселек тип атала

Керән

Керән (рус. Хрен обыкнове́нный, Хрен дереве́нский, лат. Armorácia rusticána) — Кәбеҫтә һымаҡтар (Brassicaceae) ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 50—150 см. Июнь-июль айҙарында аҡ сәске ата, емеше һирәк өлгөрә.

Класс (биология)

Класс (лат. classis) — фәнни классификацияла биологик төрҙәрҙең иерархик дәрәжәһе. Иерерхик системала класс категорияһы типтан түбән, отрядтан юғары тора. Ботаникала бүлектән түбән һәм тәртиптән юғары тора.

Миҫал:

Кәбеҫтә күбәләге (Pieris brassicae) бөжәктәр (Insecta) класына инә.

Япон пиерисы үҫемлеге (Пиерис японский , Pieris japonica) ике өлөшлөләр (Magnoliopsida) класына инә.Ҡайһы ваҡыт кластан яһалған рангтар ҡулланалар:

Супер-класс (лат. superclassis) — кластан юғары ранг,

Суб-класс (лат. subclassis) — кластан түбән ранг,

инфра-класс (лат. infraclassis) — суб-кластан түбән ранг.

парв-класс (лат. Parvclass) — ?.

Кәбеҫтә күбәләге

Кәбеҫтә күбәләге — күбәләктәр отрядының аҡ күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк.

Кәбеҫтә һымаҡтар

Кәбеҫтә һымактар (лат. Brassicáceae), йәки Әүернә сәскәлеләр ғәиләһе (Cruciferae) — Ябыҡ орлоҡлолар бүлеге (Сәскәле үҫемлектәр) ике өлөшлөләр класы үҫемлектәре. Бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үләндәр. Ҡайһы берҙәре генә ярым ҡыуаҡ һәм ҡыуак булып торалар.

Был ғаилә 349 ырыу һәм 3 500 артыҡ төрҙө берлештерә.

Көтөүсе муҡсаһы

Көтөүсе муҡсаһы (рус. Пасту́шья су́мка, Су́мочник (лат. Capsélla) — Кәбеҫтә һымаҡтар (Brassicaceae) ғаиләһенән бер йыллыҡ үлән үҫемлек. 5-40 см бейеклегендә. Апрель-сентябрь айҙарында аҡ сәскә ата, емеше май-октябрҙа өлгөрә.

Немецтар

Немецтар, ниместәр, шулай уҡ алмандар (нем. Deutsche) — Германияның төп халҡы. Дөйөм һаны — 140 миллион. Милли теле — герман төркөмөнөң немец теле.

Нигеҙут

Нигеҙут (рус. Дескура́йния, Декуре́ния, Дескуре́ния, Кружевни́ца, лат. Descurainia) —кәбеҫтә һымактар (Brassicaceae) ғаиләһенән бер йыллыҡ ағыулы һәм һаҫык еҫле үлән үҫемлек, бейеклеге 15-80 см.

Май-август айҙарында аҡһыл һары сәскә ата, июнь-сентябрҙә орлоғо өлгөрә.

Рапс

Рапс — әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған кәбеҫтә затының бер йыллыҡ яҙғы йәки ужым үҫемлеге.

Сәскәле үҫемлектәр

Сәскәле үҫемлектәр йәки ябыҡ орлоҡлолар, көплө орлоҡлолар (рус. Цветко́вые расте́ния, Покры́тосеменны́е, лат. Magnoliophyta, йәки Angiospermae грек. ανγio — сосуд, σπέρμα — орлоҡ) иң юғары үҫемлектәр бүлегенә инә.

Сәскәләре енси үрсеү ағзаһы булып тора һәм орлоҡ бөрөһө (орлоғо емеш эсендә)емшән эсендә көплө (ҡаплаулы) була. Шуға ла уларҙы көплө орлоҡлолар тип атайҙар ҙа инде.

Сәскәле үҫемлектәрҙең йәнә бер үҙенсәлеге - икеләтә аталаныуы. Орлоҡ бөрөһө эсендә ике күҙәнәк аталана:

йомортҡа күҙәнәк( n )+ спермий (n)= зигота(2n)

үҙәк күҙәнәк (2n) + спермий (n) = триплоид күҙәнәк (3n)

Зиготанаан орлоҡ бәбәге (буласаҡ үҫемлек) һәм триплоид күҙәнәктән эндосперм (бәбәк өсөн туҡлыҡлы матдәләр) барлыҡҡа килә.

Орлоҡтың бөтә үҫеше емшән эсендә, аҙаҡ өлгөргәнсе емеш эсендә (емеш эргәлеге һаҡлай) бара.

Емеш бары сәскәле үҫемлектәрҙә генә була. Ошо үҙенсәлеге сәскәле үҫемлектәрҙе барыһынан да отошлораҡ итә.

Сәскәле үҫемлектәр башҡа төр үҫемлектәрҙән сәскәләре булыуы һәм емеш барлыҡҡа килтереүе менән айырыла.

Сәскәле үҫемлектәр ғәжәп күп төрлө. Быны төшөнөү өсөн уларҙы үҙ сиратында тағы ла төркөмдәргә бүләләр.

Сәскәле үҫемлектәрҙең 250 меңгә яҡын төрө билдәле. Шулай уҡ әлеге көнгә хәтле яңынан-яңы төрҙәрен таба торалар. Төҙөлөштәре буйынса ырыуға берләштерәләр.

Оҡшаш ырыуҙар ғаиләгә инә. Мәҫәлән: бойҙай ырыуы, арыш ырыуы, арпа ырыуы һәм уларға оҡшаш башҡа ырыуҙар, ҡыяҡлылар ғаиләһенә инә.

Ә ғаиләнең һәр береһен үҫемлектәрҙең ниндәй ҙә булһа бер класына индерәләр: бер өлөшлөләр йәки ике өлөшлөләр класына.

Тиле шалҡан

Тиле шалҡан (рус. Сурепка обыкновнная, лат. Barbaréa vulgáris)— әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ингән һары сәскәле ҡый үләне.

Торма

Торма (рус. Редька посевная, Редька огородная, лат. Raphanus sativus) —Кәбеҫтә һымаҡтар (Brassicaceae) ғаиләһенән бер-ике йыллыҡ үҫемлек. Апрель-май айҙарында сәскә ата,

Түбәнге Саксония

Түбәнге Саксония (нем. Niedersachsen — Германия федераль штаты. Административ үҙәге — Һанновер ҡалаһы. Был штат Төньяҡ диңгеҙ менән йыуыла.

Тәкә һаҡалы

Тәкә һаҡалы (ва́йда) (лат. Ísatis) — ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған ҡыҫҡа ғына шау япраҡлы. һары суҡ сәскәле үҫемлек; бал ҡорттары уның татын йыя.

ref>.

Төркиәнең ауыл хужалығы

Төркиәнең ауыл хужалығы — Төркиә иҡтисадының бер тармағы. Ул 62,7 $ миллиард килем килтерә һәм 6,1 млн кешене эш менән тәьмин итә(2011). Ауыл хужалығы менән, нигеҙҙә, Төркиәнең көньяҡ өлкәләрендә — Анталья, Мерсина, Хатайя, Мугла, Газиантепта шөғөлләнәләр.

Төркиәнең яр буйы райондарында халыҡ балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Измир ҡалаһы, Бурса, Ҡайсери райондарында умартасылыҡ киң таралған. Беренсе донъя һуғышына тиклем Төркиә донъя баҙарына һатырға ебәк туҡыма сығарыусы төп ил була.

Ауыл хужалығы продукцияһын Европа илдәре, Рәсәй, Украина, Ираҡҡа, ғәрәп илдәренә сығара. 2015 йылда, төрөк ғәскәрҙәре Рәсәй хәрби самолетын атып төшөргәндән һуң Рәсәй Федерацияһында Төркиәнән ауыл хужалығы продукцияһын, шул иҫәптән: баклажан, гранат, әфлисун, мандарин, тауыҡ ите һәм күркә, башлы һуған һәм шалот, төҫлө кәбеҫтә, брокколи, корнишон һәм ҡыяр, виноград, алма, груша, өрөк, персик һәм башҡа еләк-емеш индереү тыйыла.

Ҡаҡы

Ҡаҡы (рус. Свербига восточная, лат. Bunias orientalis L.) — ике өлөшлөләр класының әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Йыуан һабаҡлы, киртләс япраҡлы, сәскәләре һары. Әскелт тәмле, ашарға яраған үҫемлек.

Ҡала парктарында ла, болондарҙа ла, юл ситтәрендә лә осратырға мөмкин. Үҙенсәлекле япрағы ла, һабағы ла ҡаҡыны башҡа үҫемлектәрҙән айырырға ярҙам итә.

Башлыса япраҡтарҙан һәм ҡабығынан әрселгән һабағын ашарға була. Ҡаҡы бик тиҙ үҫә һәм ҡата, шуға уны йәш сағында ашарға кәрәк.

Ҡаҡының һабағы ғына түгел, япраҡтары, хатта тамыры ла ашарға яраҡлы. Көҙөн ҡаҙып алынған тамырын шул килеш ашарға мөмкин.

Бешерергә лә була, тоҙлағанда керәнде лә алмаштыра. Таҙартылған һабаҡты киҫкеләп, бәлеш эслегендә ҡулланырға мөмкин. Сәскәгә тумаланған өлөшөн табала ҡыҙҙырып бик тәмле һәм үҙенсәлекле ризыҡ әҙерләргә була.

Тәме редисты хәтерләтә, шунлыҡтан турамаларға ошо йәшелсә урынына ла һалалар. Һабаҡтарын һәм япраҡтарын ашҡа өҫтәйҙәр. Быҡтырып, ит, балыҡ ризыҡтары менән табынға бирәләр.

Йәш һабаҡтарында, япраҡтарында С витамины, тимер, баҡыр, бор, марганец, молибден, титан, аҡһымдар, эфир майҙары, азотһыҙ экстрактив матдәләр бар.

Халыҡ дауаһы булараҡ ҡаҡыны зәңгегә, бабаһырҙарға ҡаршы ҡулланалар. Ҡаҡыны киптерәләр, тоҙлайҙар, әсетәләр. Тәүгә үҫеп сыҡҡандарының тамырын керән урынына ла файҙаланалар.

Үҫеп еткән ҡаҡы сәскәгә күмелгәс, һап-һары ялбып таждары менән тирә-яҡты йәмләп ултыра. Уның ағас һымаҡ ҡаты һабағы бесәнлектәрҙе сүплеккә әйләндерә.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.