Коимбра

Коимбра (порт. Coimbra; [kuˈĩbɾɐ]) — Португалияла ҡала, бер үк исемле округ һәм муниципалитет үҙәге, Бейра-Литорал тарихи провинцияһы үҙәге.

Ҡала үҙенең тирә-яҡтары менән бергә Ҙур Коимбра агломерацияһын тәшкил итә. Халыҡ һаны — 101,1 мең кеше (ҡалала), 101,1 мең кеше (муниципалитетта), 430 мең кеше (ҡала агломерацияһында). Ҡала һәм муниципалитет ҡаланың иҡтисади-статистик Үҙәк төбәгенә һәм Байша-Мондегу төбәгенә инә. Иҫке административ бүленеш буйынса Бейра-Литорал провинцияһына инә.

Коимбра Португалияның беренсе баш ҡалаһы булған. Хәҙер ҡала башлыса Европаның иң боронғо, үҙенең традицияларына һәм мәҙәни мираҫына бай булған университеты арҡаһында билдәле. Ҡала халҡының өстән бер өлөшө университет менән бәйле (уҡытыусылар, студенттар, хеҙмәтләндереү персонал).

Урынлашыуы

Ҡала Португалияның баш ҡалаһы Лиссабондан төньяҡҡа ҡарай 182 км алыҫлыҡта Мондегу йылғаһы буйында урынлашҡан.

Муниципалитет сиктәш:

  • төньяҡта — Меальяд муниципалитеты
  • көнсығышта — Пенакова, Вила-Нова-Пойареш, Миранда-ду-Корву муниципалитеттары
  • көньяҡта — Кондейша-а-Нову муниципалитеты
  • көнбайышта — Монтемор-у-велью
  • муниципалитеты
  • төньяҡ-көнбайышта — Кантаньеде муниципалитеты

Климаты

Коимбры климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Абсолют максимум, °C 23,0 25,5 29,5 32,5 35,0 41,6 40,2 40,0 40,0 34,6 27,6 25,2 41,6
Уртаса максимум, °C 14,6 15,9 18,3 19,3 21,6 25,3 28,1 28,5 26,9 22,4 18,0 15,4 21,2
Уртаса температура, °C 10,0 11,0 12,5 14,0 16,4 19,6 21,8 21,8 20,8 17,4 13,0 10,4 15,7
Уртаса минимум, °C 4,6 5,9 6,9 8,4 10,8 13,5 15,0 14,4 13,4 10,9 7,7 6,3 9,8
Абсолют минимум, °C −4,9 −4 −3,3 −1,5 2,0 4,1 6,8 6,0 2,0 −2,6 −3,1 −2,8 −4,9
Яуым-төшөм нормаһы, мм 112 105 65 84 79 39 12 14 51 102 109 126 898
Сығанаҡ: World Climate, Instituto de Meteorologia

Халҡы

Коимбра муниципалитеты халҡы (1801—2004)
1802 1849 1900 1930 1960 1981 1991 2001 2006
46 343 32 517 54 105 76 494 106 404 138 930 139 052 146 317 139 083

Тарихы

Ҡала - Коимбра графлығының 871—987 һәм 1064—1096 йылдарҙа баш ҡалаһы була.

2004 йылда Коимбра Сидаде-де-Коимбра стадионында футбол буйынса европа чемпионатын ҡабул итеүсе ҡалаларҙың береһе була.

Райондары

  • Алмалагеш
  • Алмедина
  • Амеал
  • Антаньол
  • Антузеде
  • Арзила
  • Ассафарже
  • Ботан
  • Брашфемеш
  • Каштелу-Вьегаш
  • Сейра
  • Сернаше
  • Эйраш
  • Ламароза
  • Рибейра-де-Фрадеш
  • Санта-Клара
  • Санта-Круш
  • Санту-Антониу-душ-Оливайш
  • Сан-Бартоломеу
  • Сан-Жуан-ду-Кампу
  • Сан-Мартинью-де-Арворе
  • Сан-Мартинью-ду-Бишпу
  • Сан-паулу-Фрадеш
  • Сан-Силвештре
  • Се-Ново
  • Созелаш
  • Тавейру
  • Торра-де-Вилела
  • Торреш-ду-Мондегу
  • Трошемил
  • Вил-де-Матуш

Туғандаш ҡалалары

Ҡала менән бәйле билдәле кешеләре

  • Ал Берту
  • Албукерке, Филипе
  • Альвареш, Франсишку
  • Афонсу II
  • Афонсу III
  • Афонсу IV
  • Велозу, Мигел
  • Жудисе, Жозе Мигел
  • Зе Каштру
  • Куньял, Алвару
  • Педру I
  • Пашеку ди Аморин, Фернанду
  • Кастро, Инес де
  • Са-де-Миранда, Франсишку де
  • Са, Мем ди
  • Саншу I
  • Сержиу Консейсау
  • Пасуш Коэлью, Педру
  • Хомем, Антонио

Фотоһүрәттәр галереяһы

Vista coimbra encosta

Ҡала панорамаһы

Pt-coimbra-mosteiro-santacruz

Изге Тәре монастыры

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Коимбра (округ)
  • Муниципалитеты округа Коимбра
  • Районы округа Коимбра
  • Коимбрский университет
  • Конимбрига

Һылтанмалар

    Башҡа телдәрҙә

    This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
    Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
    Images, videos and audio are available under their respective licenses.