Казактар

Казакта́р − сығышы буйынса төрлө булған социаль төркөмдәр.

Ilja Jefimowitsch Repin - Reply of the Zaporozhian Cossacks - Yorck
Казактар хат яҙалар

Атаманың килеп сығыуы

М. Фасмер буйынса боронғо урыҫ телендәге «козакъ» (үҙе теләп ялланған эшсене аңлатҡан) һүҙенән килә.

В. И. Даль һүҙлегендә «ил гиҙеү, күсеп йөрөү» тип аңлатҡан Урта Азияла ҡулланылған «казмак» һүҙенән сыға тип белендерә.

Төрки телдәрҙән барлыҡҡа килгән тейҙәр (qаzаq — «ирекле, бойондороҡһоҙ кеше, мажаралар эҙләүсе, берәҙәк»).

Сытин хәрби энциклопедияһында төрлө версиялар күрһәтелә:

  • касоктарҙан (бер Кавказ халҡы)
  • Касахиянан
  • төрөк-татар (төрки) «каз» (ҡаҙ) һүҙенән
  • Козары ауылынан
  • Монгол теленән («ко» — һаҡлау; «зах» — сик)

Һылтанмалар

Документаль фильм «Энциклопедия казачества»  (рус.)

Халыҡтар Был донъя халыҡтары тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы

Емельян Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы крәҫтиәндәр һуғышы (Пугачёвщина, Пугачёв болаһы, Пугачёв ихтилалы) — казактарҙың, крәҫтиәндәрҙең һәм Урал менән Волга буйы халыҡтарының императрица Екатерина II хөкүмәтенә ҡаршы оло масштаблы һуғышҡа әүерелгән ихтилал.

1772 йылда Яйыҡ ҡаласығында ғәскәрҙең юғары старшиналар ҡатламына һәм хөкүмәт вәкилдәренә ҡаршы казактарҙың ихтилалы башлана. Ихтилал баҫтырыла, әммә казактар баш эймәй, ә яңы сығышҡа сәбәп көтөп шымалар. Бындай сәбәп Яйыҡта үҙен Пётр III тип иғлан иткән Дон казагы, ҡасҡын Пугачев килеп сығыуы менән яңыра. 1973 йылдың 17 (28) сентябрендә Бударин форпосынан башланған Яйыҡ казактарының яңы сығышы бик тиҙ Ырымбур крайын, Уралды, Кама буйын, Башҡортостанды, Көнбайыш Себерҙең бер өлөшөн, Урта Волга буйын ялмап ала. Ихтилал барышында агитация һәм иң мөһим хыялдарҙы тормошҡа ашырыу буйынса вәғәҙәләр һөҙөмтәһендә казактарға башҡорттар, ҡалмыҡтар, ҡаҙаҡтар, сыуаштар, татарҙар, Урал заводтары крәҫтиәндәре ҡушыла. 1773 йылдың сентябренән 1774 йылдың мартына тиклем ихтилалдың беренсе этабы баш күтәреүселәрҙең уңыштары менән билдәләнә, әлеге уңыштар иррегуляр казак һәм урыҫ булмаған частарҙың тәжрибәле вәкилдәренең күп һанлы булмаған һәм рухи яҡтан тарҡатылған хөкүмәт ғәскәрҙәренән өҫтөнлөклө булыуы менән бәйле. Ихтилалсылар Ырымбурҙы, Яйыҡ ҡаласығын, Өфөнө баҫып алалар, күп һанлы ҡаласыҡтарҙы, нығытмаларҙы һәм заводтарҙы яулайҙар.

Хәлдең бөтә етдилеген аңлаған хөкүмәт империяның көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш сиктәрендәге ғәскәрҙәрҙе туплай башлай һәм тәжрибәле булған генерал-аншеф А. И. Бибиковты етәксе итеп тәғәйенләй. Бының һөҙөмтәһендә 1774 йылдың март айында баш күтәреүселәр бөтә урындарҙа ла уңышһыҙлыҡҡа тарый, күп кенә күренекле ихтилал етәкселәре һәм ябай ҡатнашыусылар ҡулға алына йәки үлтерелә, ҡалғандары тарҡатыла. Әммә Бибиковтың вафатынан һуң, 1774 йылдың апрелендә, ихтилал Көньяҡ Урал завод крайында һәм Тарихи Башҡортостанда яңы көс менән ҡабынa. Пугачев тарҡатылған отрядтарҙы берләштереүгә өлгәшә һәм ауыр еңелеүҙәргә дусар булыуына ҡарамаҫтан, Урал һәм Кама буйындағы походтарҙан һуң 1774 йылдың июлендә империяның иң эре үҙәктәренең береһе булған Ҡаҙанды баҫып ала.

Баш күтәреүселәрҙе крепостнойҙар һәм Кама һәм Волга буйының урыҫ булмаған халыҡтары хуплай, әммә хәрби яҡтан Пугачевтың армияһы регуляр ғәскәрҙәр менән тиңләшә алмай. Баш күтәреүселәрҙең казак ядроһы алдағы һуғыштарҙа һәләк була, ә крәҫтиән өҫтәлмә ғәскәренең хәрби тәжрибәһе лә, ҡоралы ла булмай. Ҡаҙан тирәһендә өс көнлөк алыштарҙың уңышһыҙлығынан һуң Пугачев Волганың уң ярына сыға, унда уны Ҡаҙан, Түбәнге Новгород, Мәскәү, Воронеж һәм Әстерхан губерналарының крепостной крәҫтиәндәре яҡлап сыға. 1774 йылдың июлендә, Ғосман империяһы менән һуғыш тамамланыуы менән файҙаланып, Екатерина II ихтилалды баҫтырыу маҡсатында генерал-аншеф П. И. Панин етәкселегендәге ҙур көстәрҙе йүнәлтә. Пугачев Түбәнге Волгаға ҡаса, әммә бында уны Дон казактары ярҙамһыҙ ҡалдыра, һәм ул Ҡара Яр эргәһендәге һуғышта еңелә. Баш күтәреүселәрҙең төп армияһының еңелеүенә ҡарамаҫтан, Волга буйындағы крәҫтиән һуғышы һәм Тарихи Башҡортостандағы ихтилал 1774 йылдың аҙағына тиклем дауам итә, ә ҡайһы бер сығыштар хатта 1775 йылдың уртаһына тиклем бара. Пугачев һәм уның көрәштәштәре тикшереүҙәрҙән һәм судтан һуң 1775 йылдың ғинуарында Мәскәүҙә язалана.

8 февраль

8 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 39-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 326 көн ҡала (кәбисә йылында 327).

Башҡорт ғәскәре (1917—1919)

Башҡорт ғәскәре — III Бөтә Башҡорт съезында ойошторолған һәм Башҡорт Хөкүмәтенә буйһонған хәрби формированиеһы.

Башҡортостан тарихы

Башҡортостан тарихы — Башҡортостанда йәмғиәт үҫешен өйрәнгән ижтимағи фәндәр комплексы.

Верхнеурал

Верхнеурал Cиләбе өлкәһендә ҡала, Верхнеурал районы үҙәге. Яйыҡ ярында урынлашҡан.

Волгоград өлкәһе

Волгогра́д өлкәһе — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Көньяҡ федераль округ составына инә.

Административ үҙәге — герой-ҡала Волгоград.

Дондағы Ростов

Дондағы Ростов (рус. Ростов-на-Дону) — Ростов өлкәһе һәм Рәсәйҙең Көньяҡ федераль округының административ үҙәге. Ҡала Көнсығыш-Европа тигеҙлегенең көньяҡ-көнсығышында, Дон йылғаһы ярында, уның Азов диңгеҙенә ҡушылған ерененә 46 км юғарыраҡ урынлашҡан. Мәскәүгә тиклем алыҫлыҡ — 1076 км.

Халыҡ һаны — 1 109 835 кеше (2014), халҡы буйынса Рәсәй ҡалалары араһында унынсы урынды биләй. Көньяҡ федераль округ ҡалалары араһында 1-се урында тора (Дондағы Ростов, Волгоград, Краснодар, Әстерхан, Сочи).

Дутов Александр Ильич

Дутов Александр Ильич (17 август 1879 йыл — 7 февраль 1921 йыл) — Рәсәй Империяһы хәрби хеҙмәткәре, генерал-лейтенант (1919). Аҡтар хәрәкәте ҡаһарманы, Ырымбур казаклығы атаманы,

Новочеркасск казактар училищеһы

Новочеркасск казактар училищеһы — Рус Император, Дон һәм Рус армияһының Дон (шулай уҡ Әстерхан) казак частарына офицерҙар әҙерләүсе хәрби-уҡыу йорто.

Граждандар һуғышы ваҡытында училище Ирекле армия өсөн төп һыйынырлыҡ урыны булып тора, унда илдә беренсе булып һуғышсыларҙы кейем-һалым, һуғыш кәрәк-ярағы, ҡорал менән тәьмин итеү ойошторола. Училище тулы составында фронтта ҡыҙыл ғәскәрғә ҡаршы йыш ҡына хәрәкәт итеүсе хәрби часть була.

Училищеның байрам көнө: 8 (21) ноябрь — Изге архистратиг Михаил көнө.

Пугачёв Емельян Иванович

Пугачёв Емельян Иванович (1742 йыл — 10 (21) ғинуар 1775 йыл, Мәскәү) — Дон казагы, 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы юлбашсыһы. Үҙ-үҙен Рәсәй императоры Петр III тип иғлан итә; бер нисә тиҫтә самозванецтар араһынан иң билдәлеһе.

Ростов өлкәһе

Росто́в өлкәһе — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Көньяҡ федераль округ составына инә. Административ үҙәге — Дондағы Ростов ҡалаһы.

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы

Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы —25 октябрь (7 ноябрь) 1917 — 25 октябрь 1922 /16 июль 1923) — 1917 йылғы Октябрь революцияһының һөҙөмтәһендә власҡа большевиктарҙың килеүенән һуң элекке Рәсәй империяһы территорияһындағы сәйәси, этник, социаль төркөмдәре һәм дәүләт ойошмалары араһындағы ҡораллы конфликттар.

Граждандар һуғышы XX быуат башында Рәсәйҙе тетрәткән революцион кризистың һөҙөмтәһе булып тора. Кризис Беренсе донъя һуғышы барышында көсәйә һәм монархияның ҡолауына, 1905—1907 йылдарҙағы революциянан һуң хужалыҡтың емерелеүенә, Рәсәй йәмғиәтенең тәрән социаль, милли, сәйәси һәм идеялар бүлгеләнеүенә алып килә. Бүлгеләнеүҙең апогейы булып бөтә илдең масштабында совет һәм антибольшевик ҡораллы көстәре араһындағы ауяһыҙ һуғыш тора.

Толстой Лев Николаевич

Лев Николаевич Толстой (28 август (9 сентябрь) 1828(18280909) — 7 (20) ноябрь 1910) — граф, рус әҙәбиәтендә һәм рус фәлсәфәһендә киң билдәле, бар донъяға танылған яҙыусы. Севастополь оборонаһында ҡатнашыусы (1854—1855). Мәғрифәтсе, публицист, дини — фәлсәфәүи фекерләүсе, «Толстовсылыҡ» тигән яңы ағым барлыҡҡа килтереүсе. 1873 йылдан Санкт-Петербург Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, һүҙ сәнғәтендә маҡтаулы академик (1900).

Троицк (Силәбе өлкәһе)

Троицк — Рәсәйҙәге ҡала (1743), Силәбе өлкәһенең 2004 йылдың 28 октябрендәге «Троицк ҡала округы статусы һәм уның сиктәре тураһында» законына ярашлы Троицк ҡалаһы муниципаль берәмек булып һанала һәм уға ҡала округы статусы бирелә.

Украина Совет Социалистик Республикаһы

Украина Совет Социалистик Республикаһы (УССР) (укр. Українська Радянська Соціалістична Республіка — бойондороҡһоҙ дәүләт (1923 йылға тиклем), Советтар Союзына (СССР) нигеҙ һалыусы дәүләттәрҙең береһе, уның составындағы союздаш республика. 1919 — 1936 йылдарҙа рәсми рәүештә Украина Совет Социалистик Республикаһы тип атала.

БССР менән берлектә 1945 йылдан БМО-ға суверенлы нигеҙ һалыусы була.

1991 йылдың 24 авгусында Украина ССР-ының Юғары Советы Украинаның бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеү актын һәм «Украина бойондороҡһоҙлоғо тураһында» ҡарарын ҡабул итә. Был документтар Украинаның бойондороҡһоҙлоғо һәм үҙ аллы украин дәүләте Украинаның булдырылыуын — Украина территорияһының бүленмәгәнлеген һәм ҡағылһығыҙлығын, бынан ары ил территорияһында бары тик Украина Конституцияһының һәм закондарының ғына ғәмәлгә булыуын белдерә. Украинаның бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеү акты 1991 йылдың 1 декабрендә референдумда ҡабул ителә.

Урал казак ғәскәре

Урал казактары (уралец) йәки Урал казак ғәскәре (1775 йылға тиклем һәм 1917 йылдан һуң — Яйыҡ казак ғәскәре) — Рәсәй империяһындағы казактарҙың бер төркөмө. Урал өлкәнең көнбайышында (хәҙерге Ҡаҙағстандың төньяҡ-көнбайыш өлкәләрендә, һәм Ырымбур өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө), Урал (1775 йылға тиклем Яйыҡ) йылғаһының урта һәм түбәнге ағымы буйлап урынлашҡан. Ғәскәр старшинлығы — 1591 йылдың 9 июленән, Яйыҡ казактарының Шамхал Тарковскийға ҡаршы Батша ғәскәре походында ҡатнашҡан осорҙан алып. Хәрби штабы — Уральск (1775 йылға тиклем Яйыҡ ҡаласығы тип атала). Дин буйынса: күпселеге — православие христиандары, әммә араларында старообрядсылар ҙа, мосолмандар (8 % тиклем) һәм буддистар (ламаистар) (1,5 %) ҙа була. Ғәскәри байрам, ғәскәри круг — 8 (яңы стиль буйынса 21) ноябрь, Изге Архангел Михаил көнөндә үткәрелә. 1721 йылдан алып — Хәрби коллегияһы, 1744 йылдан — Ырымбур хәрби губернаторы, 1882 йылдан Ҡаҙан хәрби округы командующийы ҡарамағында була. 1775 йылдан һуң Урал казак ғәскәре тип үҙгәртелә. 1816 йылдан алып Айырым Ырымбур корпусы составына инә.

Ырымбур губернаһы

Ырымбур губернаһы (виләйәте) — XVIII—XIX быуатта Рәсәй империяһының административ берәмеге (өлкәһе); хәҙерге Ырымбур өлкәһе, өлөшләтә Башҡортостан һәм Татарстан республикалары, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләренә һәм Ҡаҙағстандың Атырау һәм Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәләренә тура килә. Үҙәге — Ырымбур ҡалаһы.

Ырымбур казак ғәскәре

Ырымбур казактары — Урал, Орь, Һаҡмар, Мейәс, Уй, Тубыл йылғалары буйында йәшәгән сәйәси һәм тарихи берлеге вәкилдәре, .

Ырымбур казак ғәскәре (ОКВ) —казак ғәскәрҙәрендә старшинлыҡ буйынса — икенсе, старшинлыҡ — 1574 йылдан.

Ырымбур казак ғәскәре штабы Ырымбур ҡалаһында урынлашҡан;

ғәскәри байрам — 6 май, Ырымбур станицаһына һәм Ырымбур казак ғәскәренең тарихи станицалырына нигеҙ һалыу иҫтәлегенә. Төп ғибәҙәт Ырымбурҙағы Изге Мөғжизәләр тыуҙырыусы (Чудотворец) Николай Угодник хаҡына ғәскәри храмда ҡылына;

ғәскәрҙәрҙең ҡурсалаусыһы — Изге Георгий Победоносец.

Ҡаҙан ханлығы

Ҡаҙан ханлығы — (Казан Ханлыгы|Qazan Xanlığı|قازان خانليغى}}) — 1445 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1438) — 1552 йылдарҙа Алтын Урҙа дәүләте ҡолатылғас, Ҡаҙан улусы территорияһында барлыҡҡа килгән Урта Иҙел (Волга) һәм Түбәнге Ҡама буйындағы феодаль дәүләт. Төп ҡалаһы — Ҡаҙан.

Ҡаҙан хандары династияһына нигеҙ һалыусы - Олоғ-Мөхәммәт (1438—1445 йылдарҙа идара иткән).

1552 йылда Иван Яуыз (Грозный-Иван ІV) Ҡаҙанды яулаған һәм ханлыҡ территорияларын Рус батшалығына ҡушҡан.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.