Йәһүд теле

Ҡалып:Тел Йәһүд теле, йәһ. עברית‎‎, никудлы имләһендә עִבְרִית‎, уҡыу: [`ıv'ʁıt] (Ivrit, иврит) ? — йәһүд халҡының милли теле; Израилдә рәсми тел.

Ҡарағыҙ: Йәһүд әлифбаһы
Йәһүд алфавиты — ул йәһүд теленең һәм йәһүд диаспора телдәренең яҙылышы.

Хәрефтәр

Йәһүд алфавиты 23 хәрефтән тора.

Хәреф Исем Ашкеназ исеме Йәһүд телендә исеме Транскрипцияһы
א Алеф Алеф אָלֶף [']
ב Бет Бейс בֵּית [b] (дагеш менән); [v]
ג Гимель Гимель גִימֶל [g]
ד Далет Долес דָלֶת [d]
ה Һей (Һе) Һей הֵא [h]
ו Вав Вов וָו [v]
ז Зайин Зайин זַיִן [z]
ח Хет Хэс, хэйс חֵית [x]
ט Тет Тэс (Тэйс) טֵית [t]
י Юд Йод יוֹד [j]
כךְ Каф Коф כָּף [k] (дагеш менән); [x]
ל Ламед Ламед (Ломед) לָמֶד [l]
מם Мем Мем מֵם [m]
נן Нун Нун נוּן [n]
ס Самех Сомех סָמֶך [s]
ע Айин Аин, айин עַיִן [`]
פף Пэ Пэй פֵּא [p] (дагеш менән); [f]
צץ Цади Цоди, цодик צָדִי [ts]
ק Куф Коф קוֹף [k]
ר Рэш Рэйш רֵיש [ ʁ ]
שׁ Шин Шин שִׁין [ ʃ ]
שׂ Син Син שִׂין [s]
ת Тав Тов, сов תָו [t]

Диакритика

Некудот

Төп мәҡәлә: Некудот

Aleppo Codex Joshua 1 1
Йәһуд телендә никудлы яҙма

Некудот (йәһ. ‎נְקֻדּוֹת‎‎‎) тамғалары һуҙынҡы өндәрҙе билдәләр өсөн ҡулланыла.

Никуд Исем Транскрипцияһы
ַ Патах [a]
ָ Камац гадоль [a]
ֵ Цере хасэр [e]
י ֵ Цере мале; цере юд/йод менән [e]
ֶ Сэголь [e]
ִ Хирик хасэр [i]
י ִ Хирик мале; хирик юд/йод менән [i]
ׂ Холам хасэр [o]
וׂ Холам мале [o]
ָ Камац катан [o]
ֻ Кубуц [u]
וּ Шурук [u]
ְ Шва [ə]

Хатафтар

Хатафтар, йәһ. חֲטַף‎ боронғо телдә бик ҡыҫҡа һуҙынҡы өндәрҙе яҙыу өсөн ҡулланылған.

Хатаф Хатафтың исеме Транскрипцияһы
ֲ Хатаф-патах [a]
ֳ Хатаф-камац [o]
ֱ Хатаф-сэголь [e]

Файҙалы фразалар

שלום — [ʃa'lɔm] — Сәләм! / Һаумыһығыҙ!
מה שלומך? — [ˌma ʃlɔmˈχa] — Хәлдәр нисек?
בסדר מה איתך? — [bəˈsedeʁ ˌma 'ıtˈχa] — Яҡшы, үҙеңдеке нисек?
כן — [ken] — Эйе
לא — [lɔ] — Юҡ
סליחה — [sli'χa] — Ғәфү итегеҙ
לילה טוב — [la͡ila tɔv] — Тыныс йоҡо
בוקר טוב — [bɔkɛʁ tɔv] — Хәйерле иртә
Алеф (йәһүд хәрефе)

А́леф, йәһ. אָלֶף‎ - семит (йәһүд, ғәрәп һ.б.) әлифбаһының беренсе хәрефе. Иҫке йәһүд телендә алеф - [ʔ] өнө өсөн ҡулланылған.

Боронғо йәһүд әлифбаһында алеф хәрефе тамаҡ төбө менән әйтелгән өн булған. Хәҙерге заман Израиль ивритендә Алеф хәрефе әйтелмәй. Хәрефтең исеме үгеҙҙе аңлатҡан һүҙҙән килеп сыҡҡан..

Ивриттә бөтә хәрефтәрҙең дә һан мәғәнәһе бар. Элек йәһүдтәр, башҡа ҡайһы бер халыҡтар кеүек, иҫәп өсөн махсус символдар — цифрҙарҙы белмәгән, һан урынына хәрефтәр ҡулланған. Дини текстарҙа, календарҙа, иврит һөйләшендә әле лә һан хәреф менән алмаштырыла. Алеф хәрефенең һан ҡиммәте — 1. Мистик символикала алеф бөтә йәшәйештең берҙәмлеген кәүҙәләндерә.

Каббалала (йәһүдтәрҙең мистик ғөрөф-ғәҙәте) был хәреф Эйн-софты (йәһ. אינסוף‎, алланың исеме) — сикһеҙлек, ғәжәр матур илаһилыҡты белдерә; шулай уҡ күккә һәм ергә күрһәтеп торған кеше ҡиәфәтендә тип әйтелә; күплек теорияһында алеф хәрефе сикһеҙлектең ҡеүәтен сағылдыра.

Идиш

Ҡалып:Тел

Идиш (үҙатамаһы יִידיש /'jidıʃ/, йәһүдтәр тарафынан шулай уҡ מאַמע לשון /'mame 'lɔʃ(ə)n/, йәғни «әсәй/ҡатын-ҡыҙ теле») — герман төркөмөндәге йәһүд теле. Был телдә 1.5 миллион йәһүд һөйләшә һәм уны бөтә донъяла 3 142 560 кеше белә. Был телдә ашкеназ йәһүдтәре һөйләшә (йәһүд, инглиз һ.б. телдәр менән бер рәттән).

Йәһүдтәр

Йәһүдтәр (үҙ атамалары — йеhудим (יְהוּדִים) ивритса һәм йидн (ייִדן) идишса) — сәмит сығышлы халыҡ, боронғо Исраил һәм Йәһүҙиә батшалыҡтарында йәшәгән халыҡтарҙан таралғандар, донъяның бик күп илдәрендә йәшәйҙәр (1948 йылдан йәһүд дәүләте Израиль бар). 2012 йылға йәһүдтәр һаны — 13,86 миллион, шуның 43 проценты Израилдә һәм 39 проценты — АҠШ-та.

Йәһүдтәрҙең традицион дине — иудаизм. Йәһүдтәрҙең күбеһе үҙҙәре йәшәгән илдәрҙең телендә һөйләшә. Израилдә иврит дәүләт теле булып тора, ул һөйләш теле булараҡ XIX быуатта тергеҙелгән. Төрлө илдәрҙә үҙенсәлекле йәһүд телдәре бар, уларҙың иң таралғаны — идиш — герман телдәре төркөмөнә инә.

Йәһүд телен, йәһүдтәрҙе һәм йәһүдтәр менән бәйле бөтә билдәләмәләрҙе өйрәнеүсе фән һебраистика (урыҫ. гебраистика) тип атала.

Людвик Лазарь Заменһоф

Лазарь Маркович Заменһоф йәки Лю́двик Ла́зарь За́менһоф (идиш ‏לײזער לוי זאַמענהאָף‏‎ — Лейзер Лейви Заменгоф; польск. Ludwik Łazarz Zamenhof; эспер. Ludoviko Lazaro Zamenhof; 15 декабрь 1859 йыл, Белосток — 14 апрель 1917 йыл, Варшава) — поляк күҙ табибы, йәһүд сығышлы тел белгесе, эсперанто — халыҡ-ара төҙөлгән телдәр араһындағы иң уңышлы телгә нигеҙ һалыусы. Доктор Эсперанто псевдонимы аҫтында билдәле, 1887 йылда тел тасуирламаһы һәм дәреслек ингән «Халыҡ-ара тел» эшен баҫтыра.

Раши яҙыуы

Раши яҙыуы — Талмуд һәм Тора текстарына аңлатмалар өсөн ҡулланылған йәһүд алфавитының варианты. Яҙма XV быуатта Венецияның сефард типографияларында, Танах цитаталарын аңлатмаларҙан айырыу өсөн эшләнгән.

Был яҙма йәһүд ғалимы Раши (1040—1105) хөрмәтенә уның исеме менән аталған. Раши үҙе был яҙманы ҡулланмаған, сөнки уның тәғлимәте ашкеназ традицияһына нигеҙләнеп яҙылған.

Был яҙманың ҡайһы бер хәрефтәре бер береһенә оҡшаш (мәҫ. Айин һәм Тет хәрефтәре), шуға был яҙманы ивритты яҡшы белеүселәр ҙә ауыр уҡый.

Рәсми тел

Рәсми тел — берәй дәүләттең рәсми учреждениеларында (мәҫәлән, хөкүмәттә йә судтарҙа) рәсми коммуникация өсөн ҡулланылған тел. Халыҡ-ара ойошмаларҙа "рәсми тел" статутта раҫланған ойошма ағзалары араһында рәсми коммуникация өсөн ҡулланылған телде аңлата.

Дәүләт теле — дәүләттең рәсми теле, ул телдә ил халҡы хөкүмәт органдарына мөрәжәғәт итә ала. Ҡайһы бер илдәрҙә бер дәүләт теле генә бар (мәҫәлән, Украинаның бер генә дәүләт теле — украин теле), бер нисә илдә ике тел дәүләт теле булып бер тигеҙ дәрәжәлә ҡулланыла. Мәҫәлән, Ҡаҙағстан конституцияһы буйынса илдең дәүләт теле — ҡаҙаҡ теле, ә урыҫ теле рәсми тел булараҡ ҡулланыла; Израиль закондары буйынса йәһүд теле менән бер рәттән ғәрәп теле рәсми тел булып тора. Швейцарияла 4 тел, Көньяҡ Африка Республикаһында 11 тел дәүләт теле булып һанала. Ҡайһы бер илдәрҙә (мәҫәлән, АҠШ-та йәки Мексикала) бер ниндәй тел дә юридик рәүештә рәсмиләштерелмәгән.

Саблуков Гордий Семёнович

Саблуков Гордий Семёнович (1803, Асҡын заводы, Ырымбур губернаһы — 29 января [10 февраля] 1880, Ҡаҙан) — урыҫ шәрҡиәтсеһе, Ҡаҙан дин академияһы профессоры, ислам динен өйрәнеүсе, Ҡөрьәндең ғәрәп теленән урыҫ теленә беренсе тәржемәһе авторы һәм баҫтырып сығарыусыһы.

Семит телдәре

Семит телдәре — афразия йәки семит-хамит телдәре менән бер ғаиләлә торған, Яҡын Көнсығыш, Төньяҡ һәм Көнсығыш Африканы берләштереүсе макро тел ғаиләһе, йәғни бер нисә бер -береһенә яҡын торған, дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ мөнәсәбәттәре менән бәйле эре телдәр өсөн уртаҡ тел ғаиләһе.

Хәҙерге ваҡытта киң таралған семит телдәре

ғәрәп теле (240 млн кеше өсөн туған тел, был телдә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны 300 миллион кеше), уның артынан шулай уҡ күп һанлы һөйләшеүселәре булған

амхар теле (25 миллион),

тигринья (9 млн)

иврит (8 млн)

яңы арамейлы ассирия теле (1-2 млн)

мальта теле (371900)

Тигр

Тигр (төр. Dicle, Диджле; ғәр. دجلة‎, Диджла; курд. Dîcle) — Көньяҡ-Көнбайыш Азиялағы йылға. Төркиә, Сүриә һәм Ираҡ илдәренең территориялары буйлап аға.

Яҡын Көнсығыш тарихы

Яҡын Көнсығыш тарихы

Яҡын Көнсығыш (инглиз Middle East, фарсы |خاورمیانه, урду |مشرقی وسطٰی, ғәр. |الشرق الأوسط, йәһүд |המזרח התיכון, курд Rojhilata Navîn, төрөк Orta Doğu) — Европа һәм Паҡстан араһында урынлашҡан Көнсығыш Азия йәиһә Алғы Азия районының шартлы атамаһы.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.