Иҡтисад (фән)

Был мәҡәлә «Иҡтисад» мәҡәләһе менән буталған, тулыһынса яңыртырға кәрәк!!! Айсар.

Иҡтисад (урыҫса эконо́мика, бор. грек. οἶκος — йорт һәм νόμος — ҡанун, йәғни — хужалыҡ итеү ҡағиҙәләре) — хужалыҡ итеү (етештереү, бүлеү, алыштырыу һәм ҡулланыу) эшмәкәрлеге.

Иҡтисад һүҙен тәүге тапҡыр Б. Э.Т IV быуатта Аристотель ҡуллана, ул уны «тәбиғи фән» тип атай. Иҡтисадтың төп бурысы — кеше тормошонда һәр ваҡыт матди байлыҡ һәм уңайлыҡтар булдырыу. Бөгөнгө иҡтисад матди етештереү һәм матди булмаған етештереү тармағын берләштерә. Хәҙерге йәмғиәт иҡтисады — айырым кешенең һәм дөйөм йәмғиәттең йәшәүен тәьмин иткән ҡатмарлы организм.

Иҡтисад төшөнсәһе төрлө мәғәнәлә ҡулланыла.

  • Йәмғиәт ҡоролошоноң етештереү мөнәсәбәттәре йыйылмаһы. Феодализм иҡтисады, капитализм иҡтисады, социализм иҡтисады.
  • Теге йәки был илдең хужалыҡ итеүе.
  • Етештереү һәм хужалыҡ итеү мөнәсәбәттәрен өйрәнеүсе фән.
Rosseti MICEX APR2013
Рәсәй селтәренең акциялары 2013 йылдын март-апрелдә үҙгәреште япон шәме менән күрһәтеү
Иҡтисад
Конгресс китапханаһы классификацияһы коды HB1[1] һәм HB130[1]
Универсаль унар классификация 33

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 Library of Congress AuthoritiesLibrary of Congress.

Ҡарағыҙ

Лизинг

Октябрь революцияһы

Октябрь революцияһы (СССР-ҙа тулы рәсми исеме — Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы, башҡа исемдәре: «Октябрь түңкәрелеше», «Октябрь ихтилалы», «большевистик түңкәрелеше») — Рәсәйҙә 1917 йылдың октябрендә (яңы стиль буйынса — ноябрь) башҡарылған һәм бөтә донъяның артабанғы тарихы барышына йоғонто яһаған ХХ быуаттың иң ҙур сәйәси ваҡиғаларының береһе. Революция һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә Граждандар һуғышы башлана, Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатыла һәм власҡа Советтарҙың II Бөтә Рәсәй съезы тарафынан ойошторолған хөкүмәт килә, делегаттарҙың күпселеген большевиктар (РСДРП(б) һәм уларҙың союздаштары — һул эсерҙар тәшкил итә. Һул эсерҙарға ҡайһы бер милли ойошмалар, меньшевик-интернационалистарҙың ҙур булмаған өлөшө теләктәшлек белдерә. 1917 йылдың ноябрендә яңы хөкүмәтте шулай уҡ крәҫтиән депутаттарҙың ғәҙәттән тыш съезының күпселеге хуплай.

25-26 октябрҙәге ҡораллы ихтилал барышында Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатыла (яңы стиль буйынса — 8−7 ноябрь), төп ойоштороусылары В. И. Ленин, Л. Д. Троцкий, Я. М. Свердлов һәм башҡалар булған. Ихтилалды Петроград Советының Хәрби-революцион комитеты туранан-тура етәкләгән, комитетҡа шулай уҡ һул эсерҙар ҙа ингән. Халыҡ күпселеге өлөшө ярҙам итеүе, Ваҡытлы хөкүмәттең ғәмһеҙлеге, меньшевиктарҙың һәм уң эсерҙарҙың большевизмға ҡаршы реаль альтернатива тәҡдим итә алмауы ихтилалдың уңышына булышлыҡ итә.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.