Идеология

Идеоло́гия (грек. ιδεολογία, ιδεα — оҡшаш ҡыйәфәт, идея; һәм λογος — һүҙ, аҡыл, тәғлимәт) — төрлө социаль класс һәм төркөмдәрҙең мәнфәғәтен яҡлап яйға һалынған ҡарашы, уның нигеҙендә кешеләрҙең һәм йәмғиәттең мөнәсәбәте, шулай уҡ өҫтөнлөк итеүсе власть талабы буйынса тыйыуҙар (консерватив идеалогия) йәки үҙгәртеп ҡороуҙар (радикаль һәм революцион идеалогия)[1].

Идеалогия фәнни белемгә нигеҙләнһә лә, фән түгел.

Төшөнсә тарихы

Де Траси һәм Кондильяк

«Идеология» термины XVIII быуат аҙағында Францияла А. Дестют де Траси тарафынан кертелә. Ул Этьен де Кондильяк менән берлектә кешелек белеме нигеҙендә идея формалашыуы тураһында фән булдырырға ниәтләй. Был тәғлимәт фәндә һәм социаль өлкәлә әйҙәүсе принцип булырға тейеш булған. Шуға күрә Дестют де Траси идеалогияны әхлаҡ, сәйәсәт, хоҡуҡтың тәүге нигеҙҙәре итеп күргән.

Был термин менән уңай мәғәнәне, айырым алғанда, йәмғиәт өлкәһендәге уй-фекерҙәрҙе күҙҙә тота. Ләкин Дестют иҫән ваҡытта уҡ был терминға тиҫкәре, кәмһетеүле мәғәнә бирә башлайҙар. Дестют де Траси һәм Кондильяк ул ваҡытта власта булған Наполеон сәйәсәтенә йоғонто яһарға була. Әммә тарихи шәхес ишараты менән «идеология» кәмһетелеү мәғәнәһен ала, идеология төшөнсәһе онотола.

Маркс һәм Маркс традициялары

Был ҡараш XIX быуат уртаһында ла хакимлек итә әле. Мәҫәлән, K. Маркс менән Ф. Энгельс үҙҙәренең «Немец идеологияһы» (1846) тигән хеҙмәттәрендә «идеология» терминын «иллюзия» мәғәнәһендә ҡулланалар. Ләкин XX быуатта «идеология» үҙенең тәүге мәғәнәһенә ҡайта, һәм ул айырып ҡарауға (дифференцацияға) дусар була.

Иҫкәрмәләр

  1. Идеология / Г. Ю. Семигин // Новая философская энциклопедия : в 4 т. / пред. науч.-ред. совета В. С. Степин. — 2-е изд., испр. и доп. — М. : Мысль, 2010. — 2816 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-244-01115-9.

Әҙәбиәт

  • Н. Бобровников. Идеология // Большая советская энциклопедия: В 65 томах / гл. ред. О. Ю. Шмидт. — 1-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1933. — Т. 27 (Зерновые — Империализм). — С. 452—463. — 960 с. — 45 500 экз.
Социология Был социология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Берҙәм Рәсәй

Берҙәм Рәсәй — Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы.

Бөйөк Ватан һуғышы

Бөйөк Ватан һуғышы (22 июнь 1941 йыл — 9 май 1945 йыл) — Совет Социалистик Республикалар Союзының үҙ территорияһына баҫып ингән нацистик Германияға һәм уның Европалағы союздаштарына (Венгрия, Италия, Румыния, Словакия, Финляндия, Хорватия) ҡаршы һуғышы. Ҡыҙыл Армияһының еңеүе һәм Германия ҡораллы көстәренең бер һүҙһеҙ капитуляцияһы менән тамамланған Икенсе донъя һуғышының мөһим өлөшө. Көнбайыш илдәрендә — Көнсығыш фронт, Германияла шулай уҡ Немец-Совет һуғышы тип атала.

Өсөнсө рейхтың хәрби-сәйәси етәкселеге йәшен тиҙлегендәге һуғыш стратегияһына иҫәп тота («блицкриг») һәм Советтар союзына ҡаршы 21-се һанлы директиваға ярашлы «Барбаросса» планы кодлы исем алған агрессия планын әҙерләй. СССР-ға ҡаршы һуғышта совет дәүләтен юҡҡа сығарыу, уның байлыҡтарын тартып алыу, халҡының төп өлөшөн физик яҡтан юҡ итеү, Уралға тиклем ил территорияһын «германлаштырыу» маҡсаты ҡуйыла. Совет халҡы өсөн Бөйөк Ватан һуғышы тыуған илдең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн ғәҙеллек һуғышы һәм Европала нацизмды бөтөрөүгә йүнәлтелгән азатлыҡ һуғышы була.

Һуғыш барышында Советтар Союзы Гитлерға ҡаршы коалиция составында Германияның һәм уның союздаштарына иң ҙур зыян килтерә һәм хәл иткес еңелеүгә дусар итә, үҙенең территорияһынан баҫҡынсыларҙы ҡыуып сығара һәм Үҙәк һәм Көнсығыш илдәрен нацизмдан ҡотолдороп, Европала уның тар-мар ителеүендә хәл иткес роль уйнай. 1945—1946 йылдарҙа Нюрнберг трибуналы нацистик Германияның бөтә донъяға ҡаршы агрессив һуғыш башлауына, хәрби енәйәттәргә, тыныслыҡ һәм кешелеклеккә ҡаршы енәйәттәренә баһа бирҙе, шулай уҡ донъя хакимлығына ынтылыусы нацист енәйәтселәренә хөкөм ҡарары сығара.

КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты

КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты — Советтар Союзы Коммунистар партияһының (КПСС-тың) 1919—1991 йылдарҙа Башҡорт АССР-ында эшләгән үҙәк органы.

Карл Маркс

"Маркс" бите бында йүнәтелә.Карл Маркс (нем. Karl Heinrich Marx; 5 май 1818 йыл — 14 март 1883 йыл) — философ, социолог, иҡтисадсы, яҙыусы, сәйәси журналист, йәмәғәт эшмәкәре. Уның хеҙмәттәре нигеҙендә философияла диалектик һәм тарихи материализм, иҡтисадта — өҫтәмә хаҡ теорияһы, сәйәсәттә — синфи көрәш теорияһы формалаша. Был йүнәлештәр коммунистик һәм социалистик хәрәкәттең иделогияһына әүерелә һәм «марксизм» атамаһы ала. «Коммунистар партияһы манифесы» (1848 йылда тәүге тапҡыр баҫылған), «Капитал» (1867 йылда тәүгегә баҫылған) әҫәрҙәре авторы. Ҡайһы бер хеҙмәттәре фекерҙәше Фридрих Энгельс менән берлектә яҙылған.

Коммунизм

Коммуни́зм (лат. commūnis — коммуна, урыҫса «общий», башҡортса «дөйөм, уртаҡ») — марксизм тәғлимәтендә — фаразланған, гипотезаға нигеҙләнгән социаль тигеҙлекле һәм етештереү саралары йәмғиәт милке булған ижтимағи һәм иҡтисади ҡоролош.

XIX быуаттан һуң был аңлатма марксистарҙың теоретик хеҙмәттәрендә күҙәлланған етештереү сараларына йәмғиәт милке булған ижтимағи-иҡтисад формацияһына ҡарата ҡулланыла. Марксизмға нигеҙ һалыусылар фекеренсә, бындай йәмғиәт ҡоролошо ныҡ үҫешкән етештереү көстәре булыуын, социаль синыфтарҙың юҡлығын, дәүләттең аҡрынлап юҡҡа сығыуын, аҡсаның, тәғәйенләнеше үҙгәреп, шулай уҡ юҡ булыуын күҙ уңында тота. Марксизм классиктары фекеренсә, коммунистик йәмғиәттә «Һәр кем һәләтенә ҡарап, һәр кемгә ихтыяжы буйынса!» тигән принцип тормошҡа ашырыла.

Консерватизм

Ҡалып:Консерватизм

Консерватизм (франц. conservatisme, лат. conservo — һаҡлау) — иҫке тәртиптәрҙе, ҡараштарҙы алға һөрөү; һәр төрлө яңылыҡҡа, прогресҡа дошманлыҡ. Социаль һәм дини доктриналарға, традицион ҡиммәттәргә һәм тәртипкә идеологик бирелгәнлек. Сәйәсәттә — дәүләт һәм ижтимағи байлыҡты һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән хәрәкәт, радикаль реформаларҙы һәм экстремизмды ҡабул итмәү. Тышҡы сәйәсәттә — хәүефһеҙлекте нығытыу, традицион союздаштарҙы яҡлау өсөн ҡораллы көс ҡулланыу мөмкинлеге, тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙә протекционизмды яҡлау.

Консерватизм идеологияһы «Француз революцияһы дәһшәттәренә» (Эдмунд Бёрктың «Француз революцияһы тураһында уйланыуҙар» тигән билдәле памфлеты, 1790]]) яуап булараҡ формалаша. Иҡтисади һәм социаль иректәр талап иткән либерализмға һәм социаль тиңлек талап иткән, хосуси милекте сикләгән социализмға ҡаршы тора. Бёрктан тыш, консерватизмдың формалашыуына француз иезуиты Жозеф де Местр (1753—1821), инглиз фәйләсүфе Томас Гоббс (1588—1679) һәм Австрия канцлеры граф Клемент Меттерних (1773—1859) ҙур өлөш индерә.

Хәҙерге йәмғиәттәрҙә өс төп идеология — либерализм, социализм һәм консерватизм — араһына инә. Уны кирегә китеүҙе хуплаған, яңылытҡарҙы күрә алмаған обскурантизмдан (томаналыҡтан) һәм традиционализмдан айырып ҡарарға кәрәк. Хәҙерге консерватизм (неоконсерватизм) ҡайһы берҙә хатта башҡа сәйәси ағымдарға ҡарағанда һығылмалыраҡ һәм етеҙерәк тә булғылай. Миҫалдар — Рейгандың АҠШ-тағы реформалары, Бөйөк Британияла Тэтчерҙың реформалары.

Мали

Мали (фр. Mali), рәсми атамаһы Мали Республикаһы (фр. République du Mali) — Көнбайыш Африкалағы дәүләт. Көнбайышта Сенегал, төньяҡта Мавритания һәм Алжир, көнсығышта Нигер, көньяҡ-көнсығышта Буркина-Фасо, көньяҡта Кот-д’Ивуар һәм Гвинея менән сиктәш.

Мао Цзэдун

Ма́о Цзэду́н ҡытайса |毛澤東|毛泽东|Máo Zédōng|Мао Цзэдун, Уэйд-Джайлз: Mao Tse-Tung ; 26 декабрь 1893, Шаошань — 9 сентябрь 1976, Пекин) — XX быуатта Ҡытай дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, маоизм тәғлимәте теоретигы.

Мао Цзэдун йәш сағында уҡ Ҡытай коммунистар партияһына (ҠПК) инә, 1930 йылдарҙа Цзянси провинцияһында коммунистар ҡулындағы районда етәксе була. Ҡытай өсөн айырым коммунистик идеология зарур тигән ҡарашта була. 1934-1936 йылдарҙағы коммунистар Үҙәк Ҡытайҙан үҙҙәре өсөн хәефһеҙерәк булған төньяҡ районға гоминьдан армияһы ҡамауынан сыға. Ошо тарихҡа "Бөйөк поход" атамаһы менән инеп ҡалған ваҡиғанан һуң, Мао Цзэдун Ҡытай коммунистар партияһында етәксе урын алыуға ирешә.

Генералиссимус Чан Кайши ғәскәрен еңгәндән һуң (СССР яғынан хәрби, материаль консультатив яҡтан хәл иткес ярҙам була) , 1949 йылдың 1 октябрендә Ҡытай Халыҡ Республикаһы барлыҡҡа килеүе тураһында иғлан ителгәндән алып, ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем (09.09.1976) ил етәксеһе була.

1943 йылдан үлгәнсе Ҡытай компартияһы рәйесе, шулай уҡ 1954 — 1959 йылдарҙа Ҡытай Халыҡ Республикаһы рейесе вазифаһын башҡара. Бер нисә яңғырыуыҡлы компания үткәрә. Шуларҙың иң билдәлеһе - күп миллион кешенең ғүмерен өҙгән «Ҙур күтәрелеш» һәм «Мәҙәни революция» (1966—1976).

Мао Цзэдун хакимлыҡ иткән йылдар ҡапма-ҡаршылыҡлы була. Бер яҡтан — уның етәкселегендә илде индустриализациялау үтә һәм ярлы ҡатламдың матди кимәле күтәрелә. Икенсе яҡтан— иң ҡоласлы репрессиялар үткәрелә, был капиталистик илдәрҙә генә түгел, социализм илдәрендә лә тәнҡитләнә. Был осорҙа Маоның шәхес культы хөкөм һөрә.

Марксизм

Маркси́зм — Карл Маркс һәм Фридрих Энгельс нигеҙләгән фәлсәфәүи, иҡтисади һәм сәйәси тәғлимәт. Уны төрлө сәйәси фирҡәләр, йәмәғәт фекерендәге һәм ғәмәли сәйәсәттәге ағымдар үҙҙәренсә аңлатһа ла, донъя фәнендәге мөһим урынын бер кем дә иңҡар итмәй. Сәйәси марксизм һул (социаль) анархизм, христиан соцализмы һәм шулай уҡ өлөшләтә марксизмды ҡабул итмәгән демократик социализм һәм социаль демократия менән бер рәттән социализмдың бер төрө (варианты) булып тора.

Милләтселек

Милләтселек (франц. nationalisme) — сәйәсәттең идеологияһы һәм йүнәлеше. Уның нигеҙ принцибында «милләт — йәмғиәт берлегенең иң юғары формаһы, дәүләтте барлыҡҡа килтереү процесында милләт ҡиммәте беренсел» тигән тезистар ята. Сәйәси хәрәкәт булараҡ, милләтселек дәүләт власы менән мөнәсәбәттәрҙә айырым милли берлек мәнфәғәттәрен яҡларға ынтыла.

Милләтселек нигеҙен үҙ милләтеңә тоғролоҡ, сәйәси бойондороҡһоҙлоҡ, халҡың именлеге хаҡына хеҙмәт, мәҙәни һәм рухи үҫеш, милләтеңдең тормош шарттарын, уның йәшәү территорияһын, иҡтисади ресурстарын һәм рухи ҡиммәттәрен ғәмәлдә һаҡлау өсөн милли үҙаңды берләштереү тәшкил итә. Ул илһөйәрлеккә — патриотизмға тиң булған милли тойғо менән һуғарылған. Был идеология йәмғиәттең ҡапма-ҡаршы мәнфәғәтле синфи ҡатламдарын берләштерергә тырыша. Капиталистик иҡтисадҡа күсеү осоронда ул халыҡты уртаҡ сәйәси маҡсат тирәһендә туплау һәләтен күрһәтте.

Хәҙерге радикаль хәрәкәттәр үҙҙәренең миллилеген һыҙыҡ өҫтөнә алырға тырышһа ла, милләтселек бик йыш этник, мәҙәни һәм дини түҙмәүсәнлек (йәки «башҡа» этник төркөмдәргә теләһә ниндәй кире мөнәсәбәт) менән ассоциациялана. Бындай түҙмәүсәнлек милләтселектә уртасылыҡта тороусылар тарафынан ғәйепләнә.

Киң мәғлүмәт саралары «милләтселек» тип йыш ҡына этномилләтселекте, бигерәк тә уның (шовинизм, ксенофобия һ. б.) кеүек, бер милләттең башҡаларынан өҫтөн булыуына баҫым яһаған киҫкен формаларын атай. Киҫкен этномилләтселектең күпселек сағылышы, милләт-ара ыҙғыш һәм этник дискриминацияны ла индереп, халыҡ-ара хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡарай.

Путин Владимир Владимирович

Путин Владимир Владимирович (7 октябрь 1952 йыл) — совет һәм Рәсәй дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, 2012 йылдың 7 майынан Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге Президенты. 2000 йылдан 2008 йылғаса — Рәсәй Федерацияһының икенсе Президенты. 1999—2000 һәм 2008—2012 йылдарҙа — Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе. 1998—1999 йылдарҙа Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте директоры, 1999 йылда Рәсәй Федерацияһының Именлек советы секретары.

Жданов исемендәге Ленинград дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. 1977 йылдан СССР Дәүләт именлеге комитетының Ленинград өлкәһе буйынса идаралығы тикшереү бүлегендә контрразведка йүнәлешендә эшләй. 1985—1990 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге комитетының Беренсе Баш идаралығының (тышҡы разведка) Германия Демократик Республикаһындағы резидентураһында хеҙмәт итә, Дрезден ҡалаһындағы СССР—ГДР Дуҫлыҡ йорто директоры вазифаһын башҡара. 1991 йылдың 20 авгусында подполковник хәрби дәрәжәһендә СССР Дәүләт именлеге комитетындағы хеҙмәттән китә.

Раумизм

Раумизм (эспер. Raŭmismo, ҡала исеме — Раума) — традицион эсперанто-хәрәкәтен тәнҡитләүсе һәм эсперантсыларҙы «үҙ аллы һайланған аҙ һанлы диаспора теле» тип билдәләүсе идеология. Раумизм телгә ҡарата яңы лингвистик принциптарын ҡуллана, уға ярашлы, эсперанто аралашыу сараһы ғына түгел, ә, бәлки, был телдә һөйләшеүселәр өсөн үҙҙәрен танытыу сараһы ла.

Себер

Себер — Көнбайыштан Урал тауҙары менән, көнсығыштан — Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығыш тѳбәктәре, төньяҡтан — Төньяҡ Боҙло океан, көньяҡтан — Рәсәйгә сиктәш дәүләттәр (Ҡаҙағстан, Монголия, Ҡытай) менән сикләнгән Евразияның төньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге бик ҙур географик тѳбәк.

Хәҙерге заманда Себер һүҙе, ҡағиҙә булараҡ, алда аталған географик сиктәрҙәге Рәсәй Федерацияһының территорияһы тип ҡабул ителә, ә тарихи төшөнсә булараҡ, үҙенең йәйрәп ятҡан сиктәре эсенә Себер үҙенең эсенә Ҡаҙағстандың төньяҡ-көнсығышын һәм тотош Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышын да алған.

Себер Көнбайыш Себергә һәм Көнсығыш Себергә бүленә, ҡайһы саҡта Көньяҡ Себер (таулы өлөшөндә), Төньяҡ-Көнсығыш Себер һәм Урта Себер тигән төшөнсәләр ҙә ҡулланыла. Рәсәй составына XVI—XVII быуаттарҙа ингән. Географик Себер майҙаны — 9,8 млн км² (Рәсәй территорияһының 57 % яҡыны).

Географик Себер сиктәрендә йәшәгән халыҡ һаны — 24 757 359 кеше (2016).

Советтар Союзы Коммунистар партияһы

"КПСС" бите бында йүнәтелә.Советтар Союзы Коммунистар партияһы (рус. Коммунисти́ческая па́ртия Сове́тского Сою́за, КПСС) (ҡыҫҡартылған атамаһы -аббр. КПСС; көндәлек һөйләштә па́ртия) — Совет Социалистик Республикалар Союзында хакимлек иткән фирҡә (партия).

1898 (1903) йылда Рәсәй марксистары тарафынан нигеҙләнгән РСДРП (Российская социал-демократическая рабочая партия)- Рәсәй социал- демократик эшселәр партияһы (большевиктар) 1918 йылдың мартынан РКП(б)- Рәсәй коммунистар партияһы (большевиктар) тип атала башлай. 1925-се йылдан 1991 йылға тиклем — Бөтә Союз коммунистар партияһы, Советтар Союзы Коммунистар партияһы (Всесоюзная коммунистическая партия большевиков-ВКП(б), Коммунистическая партия Советского Союза-КПСС). 1920-се йылдар башынан алып, 1990-сеы йылға тиклем илдә рөхсәт ителгән берҙән-бер партия. Компартияның хакимлыҡ статусын СССР Конституцияһы билдәләй: 1936 йылғы СССР Конституцияһының 126 статьяһында коммунистар партияһы дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаларының «етәксе ядроһы» тип , 1977 йылда ҡабул ителгән СССР Конституцияһында (6-сы статья) бөтә совет йәмғиәтенә, дәүләт һәм йәмғиәт ойошмаларына етәксе һәм йүнәлеш биреүсе көс, тип яҙылған. 1990 йылда СССР-ҙа барған «үҙгәртеп ҡороу» осоронда компартияның сәйәси власть монополияһы бөтөрөлә, ләкин яңы редакциялағы СССР Конституцияһында ла КПСС башҡа партиялар араһында айырып күрһәтелгән.

1991 йылғы (19—21 август) «август болаһы» менән бәйле ваҡиғаларҙан һуң, РСФСР Президенты КПСС-ты Конституцияға ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләй. РСФСР Президенты указы менән (№ 169, 6 ноябрь, 1991 йыл) КПСС-тың һәм РСФСР Компартияһы эшмәкәрлеге тыйыла — бөтә ойошмалары ла таратыла, мөлкәте тартып алына. Ләкин Рәсәй Федерацияһы Конституция суды ҡарары буйынса (суд ҡарары № 9-П 30.11.1992), КПСС— РСФСР Компартияһының башланғыс ойошмаларының эшмәкәрлеген тыйыу Конституцияға ярашһыҙ тип табыла . Партияның тарҡалыуы һәм бөтә союз ойошмаһы булыуҙан туҡтауы сәбәпле был эште ары ҡарау туҡтатыла.

Социализм

Социали́зм — социаль ғәҙеллек, ирек һәм бойондороҡһоҙлоҡ, социаль тигеҙлек принциптарын тормошҡа ашырыуҙы үҙенең маҡсаты һәм идеалы итеп ҡуйған тәғлимәт (доктрина). «Социализм» төшөнсәһе бер үк ваҡытта ошо принциптарҙы тормошҡа ашырған ижтимағи ҡоролошто ла аңлата. Бының өсөн социализм үҙе алдына глобаль бурыс ҡуя: бар булған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, капитализмды ҡолатыу һәм яҡын киләсәктә кешелектең ал тарихын тамамлаусы һәм бар яҡтан камил булған йәмғиәт төҙөү. Британник энциклопедияһында билдәләнеүенсә, социализм — ул йәмәғәт милкенә йәки милек һәм тәбиғи байлыҡтарға йәмәғәт контроленә саҡырған ижтимағи-иҡтисад

доктринаһы; милекте дөйөмләштереү (йәмәғәт милкенә әйләндереү), ғөмүмән алғанда, социализмдың иң мөһим билдәләренең береһе итеп ҡарала.

«Социализм» төшөнсәһен тәүгеләрҙән булып 1834 йылда үҙенең «Индивидуализм һәм социализм» хеҙмәтендә француз философы Пьер Леру (7.07.1979—2.04.1871) ҡуллана.

Тан династияһы

Тан династияһы (18 июнь 618 йыл — 4 июнь 907 йыл, ҡыт. 唐朝, Танчао) — ҡытай императорҙарының Ли Юаньдан башланған династияһы. Ли Юаньдың улы император Ли Шиминь крәҫтиән ихтилалдарын һәм үҙалылыҡҡа ынтылған аҡһөйәктәр көстәрен баҫтырғандан һуң прогрессив сәйәсәт алып бара башлай. Ҡытайҙа нәҡ Тан династияһының дәүере илдең иң ҡеүәтле осоро булып һанала. Был заманда ул үҫеш буйынса шул ваҡыттағы дәүләттәрҙән алда барған.

Фильм

Фильм (ингл. film — плёнка, шулай уҡ — кино, кинофильм, телефильм, кинокартина) — кино сәнғәтенең айырым әҫәре. Технология яғынан бер сюжет менән бәйләнгән хәрәкәтләнгән һүрәттәр (монтаж кадрҙары) йыйыны. Һәр монтаж кадры фотографик йәки цифрлы хәрәкәтһеҙ һүрәттәр теҙмәһе. Фильмға шулай уҡ тауыш өҫтәлә.

Фильмдарҙы барлыҡҡа килтереү һәм уйнатыуға бәйле кеше эшмәкәрлеге кинематограф тип атала. Кинематограф үҙ эсенә кино сәнғәте һәм кино индустрияһын ала. Фильмдар хәрәкәтләнгән һүрәттәрҙе кино төшөрөү аппараттары йәки цифрлы камера ярҙамында төшөрөлә, мультипликация һәм махсус эффекттар ҡушылырға мөмкин.

Фильмдар ҡарау хәҙерге заман мәҙәниәте өлөшө. Популяр фильмдар геройҙары һәм актёрҙар билдәлелек яулай, образдары таныла. Фильмдарҙы күпләп ҡарау өсөн махсус кинотеатрҙар төҙөлә. Ғәҙәттә фильм 90—120 минут (1,5—2 сәғәт) бара, өй шарттарында фильмды компьютерҙан ҡарайҙар.

XX быуат башында Рәсәйҙә «фи́льма» тип әйтеү дөрөҫ һаналған, был исем менән шулай киноплёнканы ла йөрөткәндәр].

Өсөнсө рейх

Өсөнсө рейх (нем. Drittes Reich, Өсөнсө империя, Өсөнсө держава; рус. Тре́тий рейх, Третья империя, Третья держава) — 1933 йылдың 24 мартынан 1945 йылдың 23 майына тиклемге осорҙа Германия империяһының рәсми булмаған исеме.

Немец дәүләтенең 1871 йылдың 18 ғинуарынан 1943 йылдың 26 июненә тиклемге рәсми атамаһы — Германия империяһы (Deutsches Reich), ә 1943 йылдың 26 июненән 1945 йылдың 23 майына тиклем — Бөйөк Германия империяһы (Großdeutsches Reich). Немец телендә бер власҡа буйһонған ерҙәрҙе аңлатҡан «рейх» һүҙе ғәҙәттә «империя» тип, ә ҡайһы саҡта, текстағы мәғәнәнән сығып, батшалыҡ («царство») йәки «держава» тип тә тәржемә ителә. Әҙәбиәттә һәм тарихнамәлә йыш ҡына националь-социалистик Германия һәм фашист Германияһы (фашистик Германия) тигән һүҙ бәйләнештәр ҙә ҡулланыла.

Германия был осорҙа бер партиялы система һәм милли социализм идеологияһы өҫтөнлөк иткән тоталитар дәүләт була. Йәмғиәттең бөтә яҡтары ла контролдә тотола.

Өсөнсө рейх Милли-социалистик немец эшселәр партияһын етәкләгән һәм үҙенең 1945 йылдың 30 апрелендәге үлеменә ҡәҙәр алмашһыҙ дәүләт башлығы булған (рәсми титулы — «фюрер һәм рейхсканцлер») Адольф Гитлерҙың власы менән туранан-тура бәйле.

Үҙенең аяуһыҙлығы йәһәтенән Гитлер режимы бөтә тоталитар режимдарҙы, шул иҫәптән Португалиялағы Антониу ди Оливейр Салазарҙың һәм Испаниялағы Франциско Франконың уң диктатураларын да, СССР-ҙағы Сталиндың һул диктатор режимын да уҙып китә.

1938 йылдан Өсөнсө рейхтың тышҡы сәйәсәте территориаль-сәйәси экспанцияға ынтылыш менән билдәләнә: 1938 йылдың мартында Беренсе Австрия Республикаһы баҫып алына, 1938 йылдың сентябре — 1939 йылдың мартында Германия Чехияны һәм Клайпеда крайын үҙенә ҡуша, вермахтың 1939 йылғы Польшаға хәрби кампанияһы нәтижәһендә Ирекле Данциг ҡалаһы һәм Польша биләмәләренең бер өлөшө Германияға ҡушылдырыла, 1941 йылда Люксембург Германия тарафынан көсләп үҙенә ҡушылдырыуға (аннексия)ға дусар ителә. Төрлө сит биләмәләрҙе көсләп берләштереү аҙаҡтан да дауам итә.

Икенсе донъя һуғышының тәүге йылдары Германия өсөн үтә уңышлы була. 1942 йылға ул континенталь Европаның күп өлөшөндә (Испания, Португалия, Швейцария һәм Швециянан башҡа) контроль урынлаштыра: биләмәләрҙең бер өлөшө баҫып алынған булһа, ҡайһылары де-факто бойондороҡло дәүләт берәмектәренә әйләнә (мәҫәлән, быға тиклем үҙ аллы булған Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте). Хатта Германияның союздаштары һаналған Болгария менән Финляндия ла бары тик өлөшләтә генә үҙ аллы сәйәсәт алып бара. Әммә 1943 йылда һуғыш барышында Гитлерға ҡаршы коалиция файҙаһына һынылыш була, ә 1945 йылдың ғинуарынан хәрби хәрәкәттәр Германияның һуғышҡа тиклемге биләмәләренә күсә. 1945 йылдың 23 майында союзниктар тарафынан рейхспрезидент Карл Дёниц етәкләгән Фленсбург хөкүмәте таратылғандан һуң Өсөнсө рейх йәшәүҙән тулыһынса туҡтай.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.