Европа берлеге

Время, выделенное для выполнения скриптов, истекло.

Flag of Europe
Европа берлеге флагы

Европа берлеге (рус. Европейский союз, Евросоюз) — Европа берлеге тураһында килешеү (Маастрихт килешеүе) төҙөгән, 28 Европа дәүләтен берләштергән иҡтисади һәм сәйәси берләшмә. ЕС — халыҡ-ара ойошма һәм дәүләт үҙенсәлектәрен берләштергән халыҡ-ара берәмек, тик формаль рәүештә уларҙың береһе лә түгел. Берлек халыҡ-ара хоҡуҡҡа эйә, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә вәкәләтлеге бар һәм унда ҙур роль уйнай.

Сәйәси берләшмә булдырыу өсөн Берлек ағзалары үҙҙәренең милли мөстәҡиллегенән баш тартыуы Евросоюздың башҡа халыҡ-ара берәмектәрҙән айырмаһы булып тора.

Киңәйеү тарихы

EC-EU-enlargement animation
Европа берләшмәһенең 1957—2007 йылдарҙа киңәйеүе
Дата Ил Дөйөм
иҫәп
(ағзалар)
25 март 1957 Бельгия Бельгия, Германия Германия, Италия Италия, Люксембург Люксембург, Нидерланд Нидерланд, Франция Франция 6
1 ғинуар 1973 Бөйөк Британия Бөйөк Британия, Дания Дания, Ирландия Ирландия 9
1 ғинуар 1981 Греция Греция 10
1 ғинуар 1986 Испания Испания, Португалия Португалия 12
1 ғинуар 1995 Австрия Австрия, Финляндия Финляндия, Швеция Швеция 15
1 мая 2004 Венгрия Венгрия, Кипр Республикаһы Кипр Республикаһы, Латвия Латвия, Литва Литва, Мальта Мальта, Польша Польша, Словакия Словакия, Словения Словения, Чехия Чехия, Эстония Эстония 25
1 ғинуар 2007 Болгария Болгария, Румыния Румыния 27
1 июль 2013 Хорватия Хорватия 28

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 European Commission The EU motto — 1995.
  2. European Commission European Commission — 1995.

Время, выделенное для выполнения скриптов, истекло.

Википедия Был мәҡәлә тамамланмаған. Һеҙ уны мөхәррирләп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Был иҫкәрмәне дөрөҫөрәге менән алмаштырырға кәрәк.
14 май

14 май — григориан стиле буйынса йылдың 134-се (кәбисә йылында 135) көнө. Йыл аҙағына тиклем 231 көн ҡала.

== Байрамдар ==

Халыҡ-ара байрамдар

Милли байрамдар Грузия — Тамароба.

Либерия — Интеграция көнө.

Малави — Камузу көнө.

Филиппин — Конституция көнө. Һөнәри байрамдар

Абхазия

Абхазия Республикаһы — Европалағы дәүләт.

Абха́зия (абх. Аԥсны, груз. აფხაზეთი ) — өлөшләтә танылған дәүләт, Оло Кавказ һыртының төньяҡ-көнбайыш итәгендә урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығышта Ҡара диңгеҙ йәйрәп ята. Абха́зия Республикаһы хөкүмәте тарафынан Рәсәй ғәскәрҙәре ярҙамы менән күҙәтелә. (абх. Аԥсны Аҳәынҭқарра), легитимлылығы БМО-ның дүрт ағза иле (Рәсәй, Венесуэла, Никарагуа, Науру) тарафынан танылған. Күпселек илдәр уны Грузияның бер өлөшө тип таный. Грузияның административ-территориаль бүленешендәгесә ул Абхазия Автономиялы Республикаһы булып иҫәпләнә. (абх. Аԥснытәи Автономтә Республика, груз. აფხაზეთის ავტონომიური რესპუბლიკა). Грузия, АҠШ, Европа берлеге , ПАСЕ, ОБСЕ һәм G7 тарафынан Рәсәй баҫып алған Грузия биләмәһе тип йөрөтөлә .

Австрия

А́встрия (нем. Österreich), рәсми исеме А́встрия Республика́һы (нем. Republik Österreich) — Үҙәк Европала урынлашҡан ил, идара итеү формаһы буйынса парламентар һәм демократик республика. Австрия 9 федераль штаттан тора.

Баш ҡалаһы — Вена. Дәүләт теле — немец.

1955 йылдан башлап Австрия Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы, 1995 йылдан — Европа Берлеге ағзаһы. 1955 йылда даими нейтралитет һәм бер ниндәйҙә хәрби блоктарға ҡушылмауҙы иғлан итә. Аҡса берәмеге — евро.

Дәүләт төньяҡтан Германия (784 км) һәм Чехия (362 км) менән, көньяҡтан Словения (91 км) һәм Италия (430 км) менән, көнбайыштан Швейцария (164 км) һәм Лихтенштейн (35 км) менән, көнсығыштан Словакия (91 км) һәм Венгрия (366 км) менән сиктәш.

Болгария

Болга́рия йәки Болғарстан (болг. България), рәсми исеме Болга́рия Респу́бликаһы (болг. Република България, [rɛˈpublika bɤ̞ɫˈɡarijɐ])) — Европалағы дәүләт. Болгария Балҡан ярымутрауының көнсығышында урынлашҡан. Көньяҡта Греция һәм Төркиә, көнбайышта Сербия һәм Македония, төньяҡта Румыния менән сиктәш. Көнсығыштан Ҡара диңгеҙ менән йыуыла.

Болгария Европа берләшмәһенә инә, ул шулай уҡ Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы — НАТО-ның ағзаһы.

Венгрия

Ве́нгрия (Мажарстан, мадьярса Magyarország) — Үҙәк Европала урынлашҡан дәүләт. 2004 йылдан алып Европа Берләшмәһе ағзаһы. Словения, Австрия, Украина, Румыния, Сербия һәм Хорватия илдәре менән сиктәш.

Греция

Гре́ция (үҙатамаһы — Эллада, грек. Ελλάδα [eˈlaða] тип атайҙар), рәсми исеме — Гре́к Респу́бликаһы (грек. Ελληνική Δημοκρατία [eliniˈci ðimokraˈtia]); тарихи исеме — бор. грек. Ἑλλάς [helːˈas]) — Европаның көньяғындағы дәүләт.

Хәҙерге Греция — Боронғо Греция мәҙәниәтенең мираҫы, Көнбайыш донъяһының бишеге, демократияның һәм һәм көнсығыш философияһының , Физика-Математика фәндәренең нигеҙ принциптары, театр һәм хәҙерге Олимпия уйындарының тыуған ере. Грек теле иң оҙон тарихлы, (34 быуат яҙыу осоро менән). Грек алфавиты нигеҙендә кириллица һәм латиница булдырылған. Грецияның бай мәҙәниәт мираҫы һәм уның яҡшы географик урынлашыуы илде ҡунаҡтарға иң бай ил тип таныта.

Дунай

Дуна́й (рум. Dunărea, мадьярса Duna, нем. Donau, сер. Дунав, словак. Dunaj, болг. Дунав, хорв. Dunav, укр. Дунай, лат. Danubius, Danuvius, бор. грек. Ίστρος) — оҙонлоғо буйынса Европала (Волганан ҡала) икенсе урында торған, «интернациональ» йылға, Европа берлеге биләмәһендә иң оҙон йылға. Оҙонлоғо — 2960 км.

Йылға башы Германияның Шварцвальд тауҙарынан башлана. Артабан ул ун дәүләттең биләмәһенән аға йәки сигенән үтә. Германия, Австрия, Словакия, Венгрия, Хорватия, Сербия, Болгария, Румыния, Молдавия һәм Украина дәүләттәренән ағып ҡайһы бер илдәрҙең баш ҡалалары янынан уҙа: Вена, Братислава, Будапешт һәм Белград.

Дунайҙың һыу бассейны туғыҙ дәүләттең биләмәһен эсенә ала..Дунай Румыния һәм Украина биләмәләрендә Дунай дельтаһы яһап Ҡара диңгеҙгә ҡоя. Румыния өлөшө ЮНЕСКО тарафынан бөтә донъя мираҫы объекттары составына индерелгән.

Евро

Е́вро (валютаның коды — €, банк коды: EUR) — «еврозонаға» ингән 18 илдең (Австрия, Бельгия, Германия, Греция, Ирландия, Испания, Италия, Кипр, Латвия, Литва, Люксембург, Мальта, Нидерландтар, Португалия, Словакия, Словения, Финляндия, Франция, Эстония) рәсми валютаһы. Евро шулай уҡ йәнә 9 илдең милли валютаһы булып тора, уларҙың етәүһе Европала урынлашҡан. Әммә еврозона ҡатнашыусыларынан айырмалы рәүештә, был илдәр Европа үҙәк банкынының аҡса-кредит сәйәсәтенә йоғонто яһай алмай һәм уның етәксе органдарына үҙ вәкилдәрен ебәрергә лә хоҡуҡлы түгел. Шулай итеп, евро — 320 миллиондан ашыу европалы өсөн берҙәм валюта булып тора.

Евро ҡулаҡсаһыҙ әйләнешкә 1999 йылдың 1 ғинуарында индерелә, ә 2002 йылдың 1 ғинуарынан ҡулаҡсалы әйләнешкә банкноталар һәм тимер аҡсалар инә. Евро 1:1 нисбәтендә 1979 йылдан 1998 йылға тиклем ҡулланылып килгән европа валюта берәмеген (ЭКБ) алмаштыра.

Евро Европа үҙәк банкылары системаһы (ЕҮБС) тарафынан идара ителә, уның башында Майндағы-Франкфуртта (Германия) урынлашҡан Европа үҙәк банкы (ЕҮБ) тора. ЕҮБС-ға ЕҮБ-нан тыш, евроны ҡабул иткәнме-юҡмы, Европа Берләшмәһе ағзаһы булып торған барлыҡ илдәрҙең банкылары инә. ЕҮБ бойондороҡһоҙ үҙәк банк булып тора. Еврозонала тик ул аҡса-кредит сәйәсәтен билдәләү хоҡуғына эйә. ЕҮБС банкнота һәм тимер аҡса сығарыу менән шөғөлләнә, шулай уҡ еврозонала түләү системаларының эшмәкәрлеген тәьмин итә.

Европа берлегенең барлыҡ илдәре лә еврозонаға инә ала. Бының өсөн Европа берлеге Килешеүе билдәләгән конвергенция критерийҙарының үтәлеүе кәрәк (уны маастрихт критерийҙары тип тә атайҙар). Ундай илдең макроиҡтисад күрһәткестәре конвергенция критерийҙарына тап килеү-килмәүе хаҡында ҡарарҙы ЕБ Советы ҡабул итә, артан Европа Советы раҫлай. ЕС-ҡа тулыһынса берегеп китер өсөн евро зонаһына инеү тәбиғи аҙым.

Европа берлеге менән Төркиә араһында таможня берлеге

Европа берлеге менән Төркиә араһында таможня берлеге — Европа берлеге менән Төркиә араһында Европа берлеге-Төркиә ассоциацияһы советының (1963 йылғы договор менән ойошторолған совет) 1995 йыл 6 март ҡабул ителгән һәм 1995 йыл 31 декабрь көсөнә ингән ҡарары буйынса төҙөлгән таможня берлеге.

Берлек Европа берлеге илдәре менән Төркиә Республикаһы араһындағы сиктәр аша үткәрелгән тауарҙарға таможня сикләүҙәрен бөтөрә. Таможня берлеге ауыл хужалығы (уға ике яҡлы сауҙа льготалары ҡарала), хеҙмәттәр, дәүләт һатыу-һатып алыуҙары кеүек иҡтисадтың ҡайһы бер мөһим өлкәләренә ҡағылмай .

1996 йылда Төркиә менән Таможня берлеге араһында Европа күмер һәм ҡорос берләшмәһенә ҡараған продукция өсөн ирекле сауҙа зонаһы булдырыла. Ассоциация советының 1/98-се ҡарары илдәр араһында ауыл хужалығы продукцияһы менән сауҙаны көйләй. Дөйөм таможня көйләүенә өҫтәп, Таможня берлеге иҡтисадтың бер нисә мөһим өлкәһендә, айырыуса сәнәғәт стандарттарында, Төркиәнең үҙ ҡануниәтен Европа берлегенең «Acquis communautaire» хоҡуҡ концепцияһына тап килтерергә тейешлеген күҙҙә тота.

Ирландия

Ирла́ндия, Ирла́ндия Респу́бликаһы (Éire; ингл. Ireland, Republic of Ireland) — Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт, Ирландия утрауының ҙур өлөшөн биләй. Илдең исеме кельт телендәге Éire — дәүләт һүҙенән барлыҡҡа килә. Башҡалаһы — Дублин, унда яҡынса 1,4 млн.кеше йәшәй. 1973 цылдан алып Европа Берләшмәһендә ағза булып тора.

Италия

Ита́лия (итал. Italia [iˈtaːlja]), рәсми исеме Ита́лия Республикаһы (итал. Repubblica Italiana) — Көньяк Европала урынашҡан дәүләт.

Төньяҡ-көнбайышта Франция, төньяҡта Швейцария һәм Австрия , һәм төньяҡ-көнсығышта Словения менән сиктәш. Шулай уҡ эсендә Ватикан һәм Сан-Марино тигән анклав дәүләттәр урынлашҡан.

Италия Аппенин ярымутрауы Аппенин, Балкан ярымутрауҙарын, Сардиния һәм Сицилия утрауҙарын, Падан тигеҙлеге, Альп тауҙарының көньяҡ битләүҙәрен берләштерә.

Литва

Литва Республикаһы — Көнсығыш Европалағы, Балтик диңгеҙе буйындағы дәүләт. Литва Европа берләшмәһенә инә, ул шулай уҡ Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы — НАТО-ның ағзаһы.

Баш ҡалаһы — Вильнюс. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 3,1 млн кеше (2011): литвалар (83,9 %), урыҫтар (5,4 %), поляктар (6,6 %) һ.б.; яҡынса 1 мең башҡорт йәшәй (2002). Рәсми тел — литва теле. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар.

Мальта

Мальта Республикаһы — Европалағы дәүләт.

Нидерланд

Нидерла́нд Короллеге (Нидерла́нд, шулай уҡ Голландия; нидерл. Koninkrijk der Nederlanden) — Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт. Башлығы — король (королева).

Румыния

Румы́ния (România, [romɨˈni.a]) — Европалағы ил, Европа Берләшмәһе һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы. Майҙаны 237 500 км2. Конституция буйынса Румыния демократик республикаһы булып һанала. Ил Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы — НАТО ағзаһы.

Румыния төньяҡта һәм көнсығышта Украина менән, төньяҡ-көнсығышта Молдова менән, көньяҡта Болгария менән, көнбайышта Сербия һәм Венгрия менән сиктәш. Көньяҡ-көнсығыштан Румыния Ҡара диңгеҙ менән йыуыла.

Словения

Словения (слов. Slovenija), рәсми исеме — Словения республикаһы (слов. Republika Slovenija) — Үҙәк Европалағы ил. 2004 йылдан Европа Берлеге ағзаһы. Көнбайышта Италия һәм Адриатик диңгеҙ, көньяҡта Хорватия, көнсығышта Венгрия һәм төньяҡта Австрия дәүләттәре менән сиктәш. Ил Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы (НАТО) ағзаһы.

Франция

Франция (франц. France [fʁɑ̃s]), рәсми атамаһы — Франция республикаһы (франц. République française [ʁepyblik fʁɑ̃sɛz]) — Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт. Баш ҡалаһы — Париж ҡалаһы. Ил исеме боронғо алман (герман) ҡәбиләһе франктар исеменән килә.

Франция халҡының һаны — 65,4 млн кеше (2010 йылдың ғинуарына ҡарата), уларҙың 90 проценты Франция граждандары. Ҡанун сығарыу органы — ике палаталы парламент. Административ яҡтан 26 төбәккә бүленә.

Европа берлеге һәм НАТО ағзаһы булып тора.

Чехия

Чехия (чех Česko ) / Че́х Республикаһы (чех Česká republika ) — Үҙәк Европала урынлашҡан дәүләт. Төньяҡтан Польша, төньяҡ-көнбайыш һәм көнбайыштан Германия, көньяҡтан Австрия, көнсығыштан Словакия менән сикләшә. Сиктәренең дөйөм оҙонлоғо — 1 880 км. Баш ҡалаһы — Прага . Хәҙерге Чехия составына тарихи төбәктәр: Богемия (чех Čechy), Моравия (чех Morava) һәм Чех Силезияһы (чех české Slezsko) инә. Ил атамаһы ошо исемдәге халыҡ — чех этнонимынан алынған.

1999 йылдан НАТО ағзаһы, 2004 йылдан Европа берләшмәһенә инә.

Эстония

Эстония, рәсми исеме Эстон Республикаһы (эстонса Eesti, Eesti Vabariik) — Европалағы ил, Европа Берләшмәһе һәм Төньяк Атлантик Килешеү Ойошмаһы - НАТО ағзаһы.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.