Дауыт

Дауыт (йәһ. דָּוִד‎; һөйөклө) — Талуттан (рус. Саул)  ҡала Исраил халҡының икенсе батшаһы, Бет-Ләхәмдә тыуып үҫкән  Йишайҙың (рус. Иессейҙың) кинйә улы. Библияға ярашлы (Батш. 2-11), ҡырҡ йыл батшалыҡ итә: ете йыл да алты ай — Йәһүҙиәнең (баш ҡалаһы — Хеврон),  унан һуң утыҙ өс йыл берләшкән Исраил менән Йәһүҙиә батшалығының (баш ҡалаһы — Йәрүсәлим) батшаһы була. Төрлө хронологиялар буйынса, хакимлыҡ итеү даталары: беҙҙең эраға тиклем 1055—1015 йылдар[14], беҙҙең эраға тиклем 1012—972 йылдар [15], беҙҙең эраға тиклем 1005—965 йылдар[16], традицион йәһүд хронологияһы буйынса,  беҙҙең эраға тиклем 876—836 йылдар тирәһе[17][18][19]. Дауыт иң камил хаким итеп һүрәтләнә. Дауыттың тарихта булыу-булмауы фәнни бәхәстәр уртаһында ҡалыуын дауам итә.

Библиялағы пәйғәмбәрлек итеүҙәргә ярашлы, Дауыт ырыуынан Мәсих (ивр. Машиах, рус. Мессия) сығырға тейеш. Йәһүд  традицияһы буйынса  Мәсих киләсәктә килергә тейеш, ә христиан Яңы Ғәһеде буйынса, Мәсих күптән килгән,  ул — Ғайса Мәсих.

Дауыт
йәһ. דָּוִד
Рәсем
Заты ир-ат
Тыуған көнө б. э. т. 1040, б. э. т. 1039[1] или б. э. т. 907[2]
Вафат булған көнө б. э. т. 970 или б. э. т. 969[3]
Вафат булған урыны Иерусалим
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы David
Йәһүд энциклопедияһы коды 11356

Изге Яҙмаларҙа

Сығышы һәм батшалыҡ ителеүе

Дауыт Йәһүҙә (рус. Иуда) ырыуынан Бет-Лехемдә йәшәгән Йишайҙың (рус. Иессей) һигеҙ улының иң кесеһе була[20], шулай уҡ ул — Боаз (рус. Вооз) менән моав ҡыҙы Рутты (рус. Руфь)  бүләһе [21].

Дауыт аҡһыл сәсле[22], янып торған яңаҡлы, көслө, һылыу, оҫта телле була һәм лирала һәйбәт уйнай. Көтөүсе булараҡ (атаһының һарыҡтарын көтә) үҙен ышаныслы, ҡыйыу егет итеп күрһәтә, һарыҡтарын һаҡлап, арыҫлан менән айыуҙы еңә [23].

Шунлыҡтан Алла киҫекһеҙ Талут (рус. Саул) батшанан  баш тарта һәм   Шемуел (рус. Самуил) пәйғәмбәргә, шул саҡтағы йолаға ярашлы,  Дауытҡа  изге май һөртөп, уны батша итеп ҡуйырға ҡуша.  Изге май һөрткәс тә Дауытҡа Алла Рухы иңә  (1Батш. 16:1-13).

Талут батша һарайында

Тәүҙә Дауыт Талут батша янына эләгә. Ул  киннор тигән музыка ҡоралында уйнап, Талуттың күңелен яулай[24], моңо менән  уны тынысландыра. Исраил ғәскәренә ағаларын күрергә килгән Дауыт пелешти бәһлеүәне Ғолъяҫ (рус. Голиаф, ғәр. Йалут) менән алышҡа сыға һәм уны һапҡыны менән еңеп, исраилдарҙың еңеү яулауына булышлыҡ итә. Был ваҡиғанан һуң Талут уны һарайына ала  (1Батш. 16:14 — 24).

Батшаның яҡынцы һәм яугир булараҡ Дауыт батша улы Йонаҫан (рус. Ионафан) менән дуҫлаша,  ә ҡыйыулығы, даланлылығы менән пелештиҙәр алдында Талуттың үҙенән дә данлыраҡ булып китә. Батша көнләшә һәм Дауыттан хәүефләнә, шөбһәләнә башлай  (1Батш.18:7-9). Шиктәре нығына бара, хатта Дауытты ике тапҡыр үлтерергә тырыша. Ниәте барып сыҡмағас, Талут бик һаҡ эш итергә була. Ләкин Дауытты хәүеф-хәтәр эсенә этәргәндә Талут дошмансыллығын йәшерә алмай. Дауыт Рамаға Шемуел эргәһенә ҡаса. 

Ҡасып сығып китеүе

Дауыт  Ғатҡа (рус. Геф) пелешти батшаһы Анхус янына килә. Дауытты эләктерә яҙалар, ул аҡылдан яҙғанға һалышып ҡына ҡотолоп ҡала  (1Батш. 21; Зәб. 33:1; Зәб. 55:1).

Шунан Дауыт  Адуллам мәмерйәһенә йәшенә, эргәһенә туған-тыумасаһын, фетнәселәрҙе, ризаһыҙлыҡ күрһәтеүселәрҙе йыйып ала, ата-әсәһен Моав батшаһы янына оҙата. Дауыттың  ары һуғылып, бире һуғылып йөрөүенә Ғад пәйғәмбәр аша еткерелгән Алла бойороғо сик ҡуя. Уға Йәһүҙә еренә барырға ҡушыла (1Батш. 22:1-5). Раббы уны ары алып китә, Дауыт Кеиланы пелештиҙарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Ошонда уның янына Әвйәтәр (рус. Авиафар) килә. Әвйәтәр Талуттың үсенән ҡасып ҡотолған берҙән-бер Номва ҡаһины/священник була.  Дауыттың Кеилала икәнлеген белеп ҡалған Талут уны йәнә эҙәрләй башлай  (1Батш. 23). Тик Дауыт уның ҡулына эләкмәй. Уның ике тапҡыр Талутты үлтереү мөмкинлеге булһа ла, Алланың ҡәһәре төшөп ҡуймаһын тип, Алла ихтыяры менән тәхеткә ултырған батшаның йәнен ҡыймай   (1Батш. 232426).

Пелештиҙәрҙә хеҙмәттә

Талуттың нәфрәтенә тарыған Дауыт  үҙе яҡлылар менән (600 ир) күптән түгелге дошманы пелештиҙәргә ялынырға мәжбүр була (1Батш. 27:1). Пелешти батшаһы Анхус Дауытҡа сик буйындағы Секелаг ҡалаһын (Негев сүлендә урынлашҡан) биреп ҡуя (1Батш. 27:6). Дауыттың отрядтары ерле халыҡты (амаликтарҙы) талай, табышының бер өлөшөн Анхус батшаға ебәреп тора (1Батш. 27:9). Пелештиҙәр Исраилға ҡаршы яу сәфәренә юлланырға булғас, Дауыт беҙҙе һатып ҡуйыр, тип кенәздәренең хәүефләнеүе генә уны пелешти ғәскәре менән  тыуған яғына һөжүмгә барыуҙан ҡотҡара (1Батш. 28:4). 

Батша Хевронда

David et l Amalécite
Дауытҡа Талуттың үлеүе тураһындағы хәбәрҙе еткерәләр.  

Ул арала пелештиҙәр Гелбоағ (рус. Гелвуй) эргәһендәге һуғышта исраилдарҙы ҡыйрата (1Батш. 31:6). Илдең ваҡытлыса власһыҙ ҡалыуынан файҙаланып, Дауыт ҡораллы отряд менән Йәһүҙиәнең Хеврон ҡалаһына килә, Йәһүҙә ырыуының йыйынында уны Йәһүҙиә батшаһы итеп иғлан итәләр  (2Батш. 2:4), был Йәһүҙиәнең ғәмәлдә Исраилдан айырылыуын аңлата. Исраил батшаһы итеп Талуттың улы Иш-Бошеҫ (рус. Иевосфей) ҡуйыла (2Батш. 2:10). Ике йәһүд дәүләте бер-береһенә ҡаршы һуғыш аса, һуғыш ике йыл дауам итә (сөнки Иш-Бошеҫ ике йыл тәхеттә ултыра) һәм Дауыттың еңеүе менән тамамлана (2Батш. 3:1). Исраил аҡһаҡалдары Хевронға килә лә Дауытты бөтә  Исраилдың батшаһы тип иғлан итә  (2Батш. 5:3). Дауыт Алла менән килешеү һандығын кире ҡайтарырға ниәтләй. Килешеү һандығын элгәре пелештиҙәр алып киткән була һәм, тәндәренә оролар үҫеп сыға башлағас, исраилдар Аллаһының үҙҙәренә төшкән ҡәһәренән ҡурҡып,  һандыҡты Ғат ҡалаһына килтереп ҡуялар. Дауыт килешеү һандығын Ғаттан алып ҡайтыуҙы ойоштора (2Батш. 6:17). 

Хевронда Дауыттың алты улы тыуа: баш балаһы Амнон,  Далуиа, Авшалом (рус. Авессалом), Адонияһ (рус. Адония),  Шефатъяһ (рус. Сафатия)  һәм Итреам (рус. Иефераам).

Батша Йәрүсәлимдә

Davids-kingdom
Дауыт замандарында Исраил батшалығының майҙаны Библияла төрлө ҙурлыҡта булған тип интерпретациялана  (беҙҙең эраға тиклем 1000—930 йылдар)

Дауыттың тәүге ҙур һуғышы йевүсиҙәр (рус. иевусеи) менән була  (2Батш.5:6), ошо һуғышта ул Йәрүсәлимде ҡулына төшөрә һәм дәүләтенең баш ҡалаһын шунда күсерә. Дауыт Тир батшаһы Хирам менән союз төҙөй, Хирам уға Йәрүсәлимдә  ағастан һарай һалырға ярҙам итә (2Батш. 5:11). Яңы баш ҡалала яңы ҡатындарынан Дауыттың күп һанлы балалары тыуа, улар араһында Сөләймән дә (рус. Соломон)  була (2Батш. 5:14).

Дини реформа

Исраилды берләштергәндән һуң Дауыт йевүси Йәрүсәлимен  йәһүдтәрҙең изге үҙәгенә әйләндерә, Сион тауына изге сатыр ҡороп, шунда Алла менән килешеү һандығын урынлаштыра  (Зәб. 73:275:3).  Дауыт кеше ҡорбаны килтереүҙән (Зәб. 105:38) һәм боттарға табыныуҙан ҡырҡа баш тарта (Зәб. 105:36). Аллаға ғибәҙәт ҡылыуҙар үтә ярһыулы һәм хислегә (Зәб. 99:2), өҫтәүенә йыр-моңлоға әйләнә (1Йылъяҙм. 25:6; Зәб. 150:3), сөнки шиғыр һәм көй яҙырға әүәҫ булған Дауыт дини йырҙар ижад итә. 

Дауыт дини власты донъяуи власҡа буйһондора, ҡаһиндарҙы баш ҡаһиндар етәкселеге аҫтында берләштерә (2Батш. 8:17) һәм уларҙы дәүләт аппаратына индерә (кәтиптәр һәм хөкөмсөләр сифатында — 1Йылъяҙм. 26:29). Ғибәҙәт ҡылыу көнөнә ике тапҡыр үткәрелә башлай (1Йылъяҙ. 23:30), ә ҡаһиндар хеҙмәт үтәүҙә  йәрәбә һалыу һәм сиратҡа ҡуйылыу юлы менән алмашынып тора  (1Йылъяҙм. 25:8). Леви ырыуының (ҡаһиндар һәм башҡа дин хеҙмәтендәгеләр тик ошо ырыуҙан тәғәйенләнергә тейеш була) ҡалған вәкилдәре Иордандан көнсығыштағы һәм көнбайыштағы төбәктәргә хөкөмсөләр һәм кәтиптәр итеп ебәрелә. 

Дауыт Алланың  килешеү һандығын ҡуйыр өсөн Ҡорам төҙөргә ниәтләй, әммә һуғыштарҙа күп ҡан ҡойғанлыҡтан Алла уға быны эшләүҙе тыя, Ҡорамды уның улы Сөләймән төҙөргә тейеш була (1Йылъяҙм. 22:8). Дауыт төҙөлөшкә әҙерлекте башлай, аҡса һәм төҙөлөш материалдары туплай, ҡорамдың һыҙмаһын эшләй  (2Батш. 7; 1Йылъяҙм. 17; 1Йылъяҙм. 22-20;  1Йылъяҙм. 28:1 — 1Йылъяҙм. 29:21-34). Ошо ваҡытта Исраил халҡының иҫәбен алған өсөн Алла Дауытҡа яза итеп халыҡҡа мыр ебәрә. Унан ҡотолоу өсөн Дауытҡа  Алла мәрхәмәте менән Исраил өҫтөнә ҡанатын йәйгән ҡылыслы фәрештә туҡтатылған  урынға изге ҡорбан усағы ҡуйырға ҡушыла. Алланың был бойороғон Ғад пәйғәмбәр еткерә. Ә был урын йевүси Орнандың ырҙын табағы тапҡырында булып сыға. Ошо рәүешле Дауытҡа һуңынан Сөләймән төҙөйәсәк Ҡорамдың урыны тураһында хәбәр ителә (2Батш. 24; 2Йылъяҙм. 3:1).

Яулаған ерҙәре

Исраилды берләштергәндән һуң Дауыт күрше дәүләттәрҙең биләмәләрен баҫып ала башлай. Шулай итеп, ул Моавты ала (2Батш. 8:2). Унан һуң ярым күсмә батшалыҡтары (Сува, Дамаск, Бет-Рехов)  менән Сүриә ерендә йәшәгән арамиҙарҙы яулай (2Батш. 8:6). Дауыт Евфрат буйына сыға һәм бик бай  баҡыр ятҡылыҡтарына хужа була (2Батш. 8:8). Көньяҡта Идумды яулай (2Батш. 8:14).

Нахаш (рус. Наас) батша ваҡытында аммондар исраилдар менән татыу була, әммә Нахаш мәрхүм булғас, уның тәхетен биләгән  улы Ханун (рус. Аннон) Дауыт менән араны боҙа:  атаһы мәрхүм тураһында ҡайғы уртаҡлашыр өсөн Дауыт исеменән килгән илселәрҙе мыҫҡыллап, ҡыуып ҡайтарып ебәрә.  Дауыт тиҙҙән уға ҡаршы һуғыш аса һәм бер йылдан баш ҡалалары  Равваны буйһондора.

Дауыттың көньяҡта Акаб ҡултығындағы Ғәсйон-Ғәвәрҙән (рус. Ецион-Гавер) төньяҡта Хамаҫ (рус. Емаф) сигенә тиклемге (яр буйҙарында пелештиҙар һәм финикиҙар биләгән тар ғына һыҙаттарҙы иҫәпкә алмағанда) биләмәләре диңгеҙҙән Ғәрәп сүллегенә тиклемге аралыҡта йәйрәп ята.  Шулай итеп, Исраил Алла вәғәҙә иткән ерҙәргә тулыһынса тиерлек  хужа була (Иҫәп. 34:2-12; Зөлк. 47:15-20).

Дәүләт ҡоролошо

Ҙур батшалыҡҡа идара итеүҙә һәм ғәскәрҙе ойоштороуҙа ныҡлы тәртип талап ителә.  Дауыт, башлыса Мысыр өлгөһөнә эйәреп, йылъяҙмасы һәм кәтип вазифаларын булдыра (2Батш. 8:16 һәм артабан).

Баш хәрби түрә иң юғары ғәскәри чин була, ул халыҡ ғәскәренә етәкселек итә. Ғәскәр 12 ғәскәри подразделениенан тора, улар һәр береһе берәр ай хеҙмәт  итә. Батшаның шәхси һаҡ начальнигы шулай уҡ иң юғары түрәләрҙән һанала (2Батш. 20:23).

Дауыттың ҡаһармандары — Талуттан ҡасып йөрөгәнендәге юлдаштары, ҡылған батырлыҡтары менән дан яулаған ирҙәр — айырым урын алып тора. Уларҙың ҡайһылары [(Йоав, Авишай (рус. Авесса), Беная (рус. Ванея)] һуңыраҡ юғары командир вазифалары биләй  (2Батш. 23:8-39; 1Йылъяҙм. 11:10 — 12:22; 20:4-8).

Дауыт менән  Баҫ-Шева

Paris psaulter gr139 fol136v
Натан пәйғәмбәр Дауытты фашлай. Париж Зәбүре 

Бик ҙур ҡеүәткә өлгәшкән заманында, аммондар менән һуғышҡан дәүерҙә Дауыт гонаһҡа бата. Ул йортоноң яҫы ҡыйығында ял итеп йөрөгәндә аҫта һыу ҡойонған иҫ киткес гүзәл ҡатынды күреп ҡала. Уның кем икәнен белешә — ул хәрби түрә Урияның ҡатыны Баҫ-Шева (рус. Вирсавия) булып сыға.  Дауыт хеҙмәтселәренә Баҫ-Шеваны алып килергә бойора һәм уның менән яҡынлыҡ ҡыла. Ҡатын балаға уҙа. Дауыт уның ирен ҡайтарырға бойора, ҡатын ире менән йоҡлар ҙа рисуай булмаҫ тип өмөтләнә. Ләкин Урия өйөнә инеүҙән бөтөнләй баш тарта. Дауыт уны, хат тоттороп, ҡабат ғәскәргә оҙата. Хатҡа былай тигән бойороҡ яҙылған була: «Урияны иң ҡаты алыш уртаһына ҡуйығыҙ ҙа уны шунда ҡалдырып китегеҙ, еңелһен һәм үлһен». Тиҙҙән батшаға Урияның һәләк булыуы хаҡында хәбәр итәләр.  Матәм мөҙҙәте үткәс, ул Баҫ-Шеваға өйләнә. Баҫ-Шева малай таба.[25]

Бер аҙҙан  Алла, уның зина ҡылған өсөн тәүбәгә килмәгәнен күреп, эргәһенә Натан пәйғәмбәрҙе ебәреп, хикмәтле хикәйәт һөйләтә: Бер ҡалала ике кеше булған, береһе бай, икенсеһе ярлы; байҙың эре һәм ваҡ малы бик күп булған, ә ярлының бер һарығынан башҡа бер нәмәһе лә булмаған. Уны бәрәс кенә көйө һатып алған булған,  ҡарап үҫтергән, бәрәс уның балалары менән бергә үҫкән; уның икмәген ашаған, ул эсергәнде эскән, күкрәгенә ятып йоҡлаған, ҡыҙы кеүек булған; бай кешегә бер мосафир килгән, тик бай был мосафирға ризыҡ әҙерләр өсөн үҙенең һарығын йә үгеҙен алып һуйырға йәлләгән дә, ярлының һарығын алып, мосафир өсөн шуны һуйып бешергән.

Артабан: Дауыттың был кешегә  бик ныҡ асыуы килгән һәм Натанға былай тигән: Раббы йәшәһен! быны ҡылған әҙәм үлемгә лайыҡ; ул һарыҡ өсөн, быны эшләгән өсөн, йәлләүһеҙ булған өсөн дүртләтә арттырып түләргә тейеш. Һәм Натан Дауытҡа әйткән: ул кеше — һин.

Шулай итеп, Дауыт үҙенә-үҙе үлем хөкөмө сығара. Дауыт тәүбәгә килә. Шунлыҡтан пәйғәмбәр уға: «Раббы һинең гонаһыңды ярлыҡаны — һин үлмәҫһен, — ти. — Ләкин һин был ҡылығың менән Алланың дошмандарына Уны хурларға һылтау бирҙең, шунлыҡтан һинең яңы тыуған улың үлер». Әммә Дауытты Алланың тағы дүрт язаһы көтә  («һарыҡ өсөн... дүртләтә арттырып түләргә тейеш» тип Дауыт үҙе әйтә бит):

  1. Кинйә улының үлеме.
  2. Ҡыҙы Тамарҙың өлкән улы Амнон тарафынан көсләнеүе.
  3. Шул сәбәпле Амнондың бер туған ҡустыһы  Авшалом тарафынан үлтерелеүе.
  4. Авшаломдың, хыянатҡа дусар булып, Дауыт яугирҙәре ҡулынан тарафынан үлтерелеүе.

Дауыттың аҡланыуы Баҫ-Шева менән никахына ла ҡағыла, уларҙың тағы бер улы тыуа. Был улы Сөләймән атлы булып, Дауыттың вариҫы була.[26]

Баҫ-Шева менән яҙыҡ бәйләнеш Дауыт батша ғүмеренең күп йылдарын боҙған бәләләргә сәбәпсе була.  

Талмудта был тарих икенсе төрлөрәк хикәйәләнә. Хет милләтле Урия тигән яугирҙең   ҡатыны  формаль рәүештә  айырылған  була,  сөнки Дауыт армияһында индерелгән йолаға ярашлы, һуғышҡа оҙатылған һәр ир ҡатынына гет (айырылыу хаты) биреп киткән.  Әгәр ир һуғыштан әйләнеп ҡайтмаһа, ҡатыны хат тапшырылған мәлдән айырылған тип һаналған [27]. Урия һуғышҡа киткәндә ҡатынына гет биреп киткән, шунлыҡтан Дауыт менән Баҫ-Шеваның  бәйләнеше Урияға ҡаршы гонаһ тип һаналмаған. Шулай уҡ Баҫ-Шеваның Дауыт батшанан данлы ул табасағы тураһында төш күреүе тураһында ла һөйләнелә.[сығанаҡ 735  көн күрһәтелмәгән]

Дауытҡа ебәрелгән ауырыу (алты ай буйы тәне эренле шеш менән ҡапланып тора) уның яҙығы өсөн яза була[28].  Баҫ-Шеваға ҡағылышлы ғәйебе булмаһа ла,  «Урияны аммондар ҡылысы менән үлтерткән», йәғни уны үлемгә ебәргән өсөн гонаһлы булып тора[29]. Ә Дауытҡа тәғәйенләнгән үлем язаһы сир менән алмаштырыла, сөнки тәнен цараат шеше баҫҡан кеше үлеккә тиң була  — йәғни был ауырыуҙың көсө үлем язаһына тиң  була[30].

Баҫ-Шева менән никахтан Дауыттың вариҫы Сөләймән тыуа [31][32][33].

Идара итеүенең ахыры

King david tomb
«Дауыт батшаның ҡәбере» тип һаналған урын

Дауыт өлкән улы Амнондың бер туған һеңлеһе Тамарҙы көсләүе тураһындағы хәбәрҙе Дауыт бик  ауыр кисерә, әммә улына яза бирмәй. Был ғәҙелһеҙлекте күреп, Авшалом  ағаһын үлтерә, ләкин атаһының асыуынан ҡурҡып, Гешурға (рус. Гессур) ҡаса, унда өс йыл йөрөй (беҙҙең эраға тиклем 970—967 йылдар). Дауыттың ҡайғыһы баҫыла төшкәс, улы Авшаломды  ғәфү итә һәм Авшалом Йәрүсәлимгә ҡайта. Әммә Авшалом үҙен яугирҙәре менән уратып ала, исраилдар араһында абруйы артҡанын күреп, бер заман үҙен батша тип иғлан итә. Библия мәғлүм итеүенсә, был ваҡиға «Дауыттың батшалыҡ итеүенә ҡырҡ йыл  тигәндә» була, йәғни уның идаралығының ахырында. Был ваҡытҡа Дауыттың халыҡ араһында абруйы ҡаҡшаған була, шуға  улына ҡаршылашып тормай, гвардияһы менән баш ҡаланан Иордан аръяғына ҡаса. Авшалом атаһын баҫтыра төшә һәм Әфраим (рус. Ефрем) урманында хәл иткес бәрелеш була. Дауыт еңеү яулай  һәм тәхетте үҙенә ҡайтара; тик Дауыттың хакимлығы бик тотороҡһоҙ була, сөнки Шева (рус. Савей) етәкселегендә тағы бер бола ҡуба. Әммә Дауыт был боланы ла баҫтыра ала, тик уға барыбер тынғы бирмәйҙәр. Дауыттың улы Адония тәхеткә дәғүәләшә башлай. Натан пәйғәмбәр менән ҡатыны Баҫ-Шева Дауытты артабан хакимлыҡты Сөләймәнгә тапшырырға өгөтләп күндерә.

Дауыт ҡырҡ йыл батшалыҡ иткәндән һуң 70 йәшендә вафат була һәм Йәрүсәлимдә Сион тауында ерләнә.

Дауыттың тарихи шәхес булыуы-булмауы тураһында

Samuel and Saidye Bronfman Archaeology WingDSCN5105
Тель-Дандағы стела.
Стелағы яҙыуҙың «бйтдвд» тигән өлөшө  (бейт Дауд, йәғни Дауыттың йорто) ағартып  күрһәтелгән.

Дауыт тигән батша  ысынлап та  булғанмы тигән һорау, берҙәм Исраил дәүләтенең ысынлап та булғанмы-юҡмы икәнлеге тураһындағы һорау кеүек,  тарихсылар һәм археологтарҙың бәхәстәре үҙәгенән төшмәй.  Дауыттың һәм берҙәм Исраил батшалығының булғанлығын туранан-тура раҫлаған дәлилдәр табылмаһа ла һәм Библиялағы хикәйә нығыраҡ  риүәйәткә тартым булһа ла,  Дауыттың власҡа килеү тарихы дөйөм алғанда археологтарҙың тикшеренеүҙәре менән яраша. Атап әйткәндә, элекке пелешти һәм ҡәнғән ҡалаларының юҡ ителеүен Дауытың баҫҡынсы һуғыштары менән бәйләйҙәр, ә Исраилда һаҡланған бер нисә боронғо бик ҙур һарайҙың харабаларын Сөләймән төҙөлөштәренеке тип иҫәпләйҙәр. 

80-се йылдарҙа барлыҡҡа килгән Библия минимализмы мәктәбе, киреһенсә, Дауыт, Сөләймән һәм берҙәм Исраил монархияһы тураһындағы Библия хикәйәләре беҙҙең эраға тиклем VI  быуатта (бәлки, унан һуңыраҡ) Йәрүсәлимдә жрецтар даирәһе уйлап сығарған идеологик конструкция тип ҡарай. Был мәктәп вәкилдәре фекеренсә, Дауыт тарихи шәхес түгел. 

Израилдең Тель-Авив университетының археология кафедраһы етәксеһе Исраэль Финкельштейн Дауыт менән Сөләймән батшаларҙы  ысынбарлыҡ персонаждары тип һанай, ләкин берҙәм Исраил дәүләте булмаған, ти. Тель-Авив университетының археология профессоры Зеэв Херцог фекеренсә, Дауыт менән Сөләймән кескәй генә төбәктәрҙе  биләп торған ҡәбилә башлыҡтары булған.[34] [35]

Дауыттың булғанлығын раҫлаған дәлилдәрҙең береһе — Тель-Данда табылған беҙҙең эраға тиклем   IX—VIII быуаттарға ҡараған стелалағы яҙмалар (Төньяҡ Исраил дәүләте осоро). Арами телендәге яҙмалы стела Дан ҡалаһында Арам батшаларының береһе, бәлки, Азаил батша, тарафынан  Исраил батшаһын еңеү хөрмәтенә ҡуйылған [36]. Тель-Дан стелаһы тексында Дауыт йорто (ырыуы)  телгә алына; был яҙманы ҡайһы бер тикшеренеүселәр Дауыттың булғанлығына дәлил тип ҡарай [37]. Тель-Дан стелаһынан тыш,  2015 йылға  Дауыт батшаны телгә алған тағы ике яҙма була, әммә уларға ҡаршылар күп. Йәнә Дауыт батша заманында берҙәм Исраил дәүләте булғанлығына өҫтәмә шаһитлыҡтар тип йәһүд ҡалаһы Кирбет-Ҡыяҫа (рус. Хирбет-Кияфа)   ҡаҙылдыҡтары һанала[38].

Диндәрҙә

Иудаизмда

Йәһүд традицияһына ярашлы,  Дауыт ырыуынан Мәсих (машиаһ бен Дауд, йәғни Дауыт улы мәсих) килеп, кәмселекле был донъяны камилға әйләндерергә тейеш, һәм бөтә ер йөҙө Аллаға һәм кешеләргә һөйөү менән туласаҡ.  

Prophet and King David (Orthodox Christian icon)
Дауыт пәйғәмбәр һәм батша православие иконаһы. XVII быуаттың тәүге өлөшө.

Христианлыҡта

Яңы Ғәһед авторҙары Дауытты пәйғәмбәр һәм дин ҡаһарманы, Ғайса Мәсихтең ата-бабаһы тип күрә. 

Христиан тәғлимәтенә ярашлы, пәйғәмбәрлек итеүҙәр раҫланған, Дауыт ырыуынан көтөлгән Мәсих  —  Ғайса Мәсих килгән.

Православиела Дауыт батша, Иҫке Ғәһедтең пәйғәмбәрҙәре һәм тәҡүәләре менән бер рәттән, тәғлимәттең үҙәк урындарының береһен биләй. Дауыттың йырҙарынан торған Зәбүр парвославие дин хеҙмәтен башҡарыуҙың мөһим элементы һәм Библияла Иҫке Ғәһедтең бер өлөшө булып тора. Ғибәҙәт ҡылыу йолалары ваҡытында Изге Яҙмаларҙан нәҡ Дауыттың йырҙары күпләп уҡыла[39][40].

Исламда

Дауыт (ғәр. داود‎داود‎‎‎) — ислам динендә — пәйғәмбәр, уның аша изге Зәбүр китабы тапшырылған. Исламдағы Дауыт иудаизмдағы Дауыт батшаға бәрәбәр. Дауыт пәйғәмбәр күп ваҡытын доға ҡылып үткәргән, шуның өсөн уны Алла пәйғәмбәр генә түгел, ерҙәге хаким да иткән. 

Сәнғәттә

Michelangelos David
Дауыт. Микеланджело скульптураһы. 

Дауытҡа төрлө дәүерҙәрҙә бик күп әҫәрҙәр бағышланған. Мәҫәлән:

  • Микеланджелоның танылған скульптураһы
  • Тициан һәм Рембрандт картиналары 
  • француз композиторы Артюр Онеггерҙың «Дауыт батша» ораторияһы.

2008 йылдың 7 октябрендә  Сион тауында  Дауыт батшаға бронза һәйкәл ҡуйыла, уны  Израилгә Рәсәйҙең Святитель Николай Чудотворец хәйриәлек фонды бүләк иткән була[41].

Кинематограф

  • 1985 — «Царь Давид» (ингл. King David), режиссёр Брюс Бересфорд фильмы,   төп ролдә Ричард Гир.
  • 1997 — «Царь Давид: Идеальный властитель» (ингл. David) — режиссёр Роберт Марковицтың телевизион фильмы.
  • 2005 — «Давид» (ингл. The King) — режиссёр Санг Джин Кимдың анимацион фильмы
  • 2012 — «Царь Давид» (порт. Rei Davi) — бразиль  телесериалы.
  • 2016 — Цари и пророки (ингл. Of Kings and Prophets) — АҠШ сериалы.

Төшөрмәләр һәм сығанаҡтар

  1. http://www.timelineindex.com/content/view/3041
  2. Kantor M. The Jewish Time Line Encyclopedia, New Updated Edition — 2004. — P. 41. — ISBN 978-0-87668-229-6
  3. http://www.poemhunter.com/king-david-of-israel/
  4. 22 // Книга Руфь
  5. Bava Batra — С. 91a.
  6. 6,0 6,1 14 // ספר שמואל
  7. 7,0 7,1 3 // ספר שמואל
  8. 8,0 8,1 4 // ספר שמואל
  9. 2 // ספר שמואל
  10. 15 // ספר שמואל
  11. Никифор (Бажанов) Иефераам // Иллюстрированная полная популярная библейская энциклопедия в 4-х выпусках. Выпуск IIМ.: 1892. — С. 86.
  12. 5 // ספר שמואל
  13. 13,0 13,1 5 // Preface to Mishneh Torah, Transmission of the Oral Law
  14. Давид, царь израильский // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  15. Эрлихман В. В. I. ДРЕВНИЙ ВОСТОК И АНТИЧНОСТЬ. // ПРАВИТЕЛИ МИРА — Москва, 2002 Т. 1.
  16. Давид — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  17. Э. Шульман. Седер а-корот беталмуд (порядок событий в Талмуде) = סדר הקורות בתלמוד — «Коль Мевасер», 2003. — 211 б.
  18. Шульман Э. Седер а-корот беТанах аль пи Раши (порядок событий в Танахе согласно Раши) = סדר הקורות בתנ"ך ע"פ רש"י — «Коль Мевасер», 2001. — 104 б.
  19. Шульман Э. Седер Олам Раба ла-тана раби Йосей бар Халафта (порядок событий в мире по таннаю р. Йосей бар Халафта) = סדר עולם רבה להתנא רבי יוסי בר חלפתא — Нехалим: «Мофет», 1999. — 170 б.
  20. 1Цар. 16:1, 10 и след.; 1Пар. 2:13-16
  21. Руфь. 4:18-22
  22. 1Цар. 17:42
  23. 1Цар. 16:12,18; 17:34-36
  24. В синодальном переводе — «гусли». Псалтерий (נֵבֶל‎, цитра) — басовая разновидность этого инструмента.
  25. 2Батш. 11:1-27
  26. 2Цар. 12:1-25
  27. (Раши, Шабат 56а)
  28. Йома 22б
  29. I Мелахим 15:5; Шабат 56а, Раши; Зоар 2, 107а
  30. Июн Яаков, Йома 22б
  31. 2Цар. 11:2 — 12:25
  32. Давид. Женитьба на Бат-Шеве и рождение Шломо
  33. Вопросы раввину. Мировоззрение
  34. Израиль Финкельштейн и Нил Ашер Зильберман. «Раскопанная Библия. Новый взгляд археологии». Гл. 5 — Воспоминания о Золотом Веке?
  35. «Тайны библейских царей» // National Geographic
  36. The Tel Dan Stela and the Kings of Aram and Israel
  37. King David kills Biblical Minimalism
  38. ОБНАРУЖЕН, ВОЗМОЖНО, ОДИН ИЗ ДВОРЦОВ ЦАРЯ ДАВИДА
  39. Псалтирь. azbyka.ru. 23 сентябрь 2016 тикшерелгән.
  40.  (инг.)(инг.)
  41. NEWSru.co.il — Дар России: бронзовый Царь Давид на горе Сион. Раввин Гольдштейн: проблема в ухе

Әҙәбиәт

  • Легенды и сказки о библейских царях Давиде и Соломоне. [Пересказал X. Н. Бялик]. Перевод с английского А. С. Рапопорт. М., Муравей, 2000.
  • Пински, Роберт. Жизнь Давида. М., Текст, 2008.
  • Israel Finkelstein, Neil Asher Silberman David and Solomon: In Search of the Bible's Sacred Kings and the Roots of the Western Tradition — Free Press, Simon and Schuster, 2007. — 352 б. — ISBN 978-0-7432-4362-9. (инг.)(инг.)
  • Милена Кирова. Давид, великия. История и мъжественост в еврейската Библия. Кн. 1. София, Сиела, 2011. (болг.)
  • Никольский, Николай Михайлович. Царь Давид и псалмы. СПб.: типография ЮН Эрлиха, 1908.

Һылтанмалар

18 апрель

18 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 108-се (кәбисә йылында 109-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 257 көн ҡала.

== Байрамдар ==

Халыҡ-ара байрамдар Халыҡ-ара радиоһәүәҫкәрҙәр көнө.

Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө. Милли байрамдар Рәсәй — Хәрби дан көнө (рус ғәскәрҙәренең 1242 йылда Чуд күлендәге алышта немец рыцарҙарын еңеүе).

Зимбабве — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.

Иран — Армия көнө.

Кирибати — Һаулыҡ көнө.

Украина — Ҡыҙыл Тәре йәмғиәте ойошторолған көн. Һөнәри байрамдар

28 апрель

28 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 118-се (кәбисә йылында 119-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 247 көн ҡала.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры — Башҡортостанда икенсе башҡорт профессиональ театры. 1931 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында педагог-режиссёр Мәкәрим Мәһәҙиев тәрбиәләнеүселәре А. Мөбәрәков, С. Йәнбухтина, С. Бәкиев, М. Ишкәбулов, С. Сәйетов, Г. Абыҙгилдина тарафынан нигеҙләнә. Театр ойошторолоу тураһында Башҡортостан хөкүмәте ҡарары сыға. Театрҙың беренсе режиссеры һәм художество етәксеһе итеп Арыҫлан Мөбәрәков тәғәйенләнә.

1932 йылдан Баймаҡ колхоз-совхоз башҡорт театры тип атала.

Театр «Ҡарағол» (Дауыт Юлтый), «Һаҡмар» (Сәғит Мифтахов), «Өйләнеү» (Н. В. Гоголь), «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» (А. Н. Островский) пьессаларын сәхнәләштерә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, актерҙарҙың күбеһе, ҡулына ҡорал тотоп, ил һағына баҫа. Театр ҡатын-ҡыҙҙар Абыҙгилдина Ғәшиә Баязит ҡыҙы, Мәһәҙиева Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы, Абитаева Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы, Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы һәм 14 йәшлек Ҡурсаев Хәмзә Ибраһим улы иңендә ҡала. Һуғышҡа киткән 19 кешенән тик икеһе генә әйләнеп ҡайта — Ғ. Сарбаев һәм М. Лоҡманов. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Ғәйфулла Сарбаев бөтә ғүмерен театрға бағышлап, утыҙҙан ашыу спектакль ҡуя, сәхнәлә сағыу ролдәр башҡара.

Театр үҫешә, камиллаша һәм тамашасыға булған мөнәсәбәт, спектаклдәрҙең юғары сифаты арҡаһында Башҡортостандың иң яҡшы театрҙары рәтенә инә.

1957 йылда театр Сибай ҡалаһына күсә. Алтмышынсы йылдарҙан алып труппа составы Өфө сәнғәт училищеһы уҡыусылары менән тулылана башлай.

30 йылдан ашыу (1987 йылдан) театрҙы Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР‑ының (1981) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004) талантлы режиссёр Ғәлимов Дамир Мәзит улы етәкләй.

1991 йылда театрға СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков исеме бирелә.

Театр тарихында сағыу спектаклдәрҙең береһе — «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы (Заһир Исмәғилев һәм Баязит Бикбай әҫәре буйынса). Ул 1997 йылда Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә ҙур уңыш менән күрһәтелде.

Сибай сәхнәһенән ижад юлын драматургтар Наил Ғәйетбаев, Таңсулпан Ғарипова, Гөлшат Әхмәтҡужина, Буранбай Исҡужин, Тамара Ғәниева һәм башҡалар башлап ебәрә.

2004 йылда театр яңы бинаға күсә.

2008 йылда СССР-ҙың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы тантаналы рәүештә мемориаль таҡта асылды. Тамашасыларға А. Мөбәрәков ҡуйған «Бисәкәй» спектакле курһәтелде.

Башҡортостан (гәзит)

Башҡортостан — ижтимағи-сәйәси гәзит. Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт телендә Өфө ҡалаһында нәшер ителә.

Гәзитте ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.

Гәзит «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» тигән исем менән 1917 йылдың 14 июнендә сыға башлаған.

Баҫма республиканың район һәм ҡалаларындағы көндәлек ижтимағи-сәйәси хәлдәрҙе яҡтырта, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм әҙәбиәте буйынса, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәренән төрлө характерҙағы материалдарҙы даими биреп бара. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары һәм ҡыҙҙары тураһында очерктар һәм һүрәтләмәләр һәр һан да тиерлек донъя күрә. Бынан тыш гәзиттә көнитмештең төрлө яҡтарына ҡағылған һәм сәнәғәт, иҡтисад, хоҡуҡ, әхлаҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, тирә-яҡ мөхит, спорт өлкәләрен яҡтыртҡан һәм башҡа темаларға ла, уҡыусылар хаттарына ла күпләп урын бирелә.

ХХ быуаттың һуңғы һәм ХХI быуаттың тәүге ун йыллыҡтарында гәзит аҙнаһына биш мәртәбә, һуңғы йылдарҙа аҙнаға өс тапҡыр — шишәмбе, шаршамбы һәм йома көндәрендә сыға. Икеләтә күләмдә баҫылған йома көн һаны «Башҡортостан» — «Йома» исеме менән донъя күрә, һәм уға үҙаллы индекс менән айырым яҙылыу ҙа үткәрелә.

Дауыт-Ҡайып

Дауыт-Ҡайып (рус. Даут-Каюпово) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 141 кеше.

Почта индексы — 453334, ОКАТО коды — 80238875004.

Дауыт (Башҡортостан)

Дауыт (рус. Даутово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 352 кеше.

Почта индексы — 453620, ОКАТО коды — 80201810003.

Дауыт (Силәбе өлкәһе)

Дауыт (рус. Даутово) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Үрге Өпәле ҡала округы ауылы.

Дауыт (мәғәнәләр)

Дауыт — ир-ат исеме, топоним.

Дауыт Юлтый

Дауыт Юлтый (Дауыт Исхаҡ улы Юлтыев; 18 апрель 1893 йыл — 10 июль 1938 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Китап (нәшриәт)

Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте — Башҡортостан Республикаһының башҡорт, урыҫ, татар һәм республикала йәшәүсе башҡа халыҡтар телдәрендә нәфис, ғилми-популяр, педагогик, балалар, мәҙәни-ағартыу, тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәтен, POS-материалдарын һәм һынлы сәнғәт тауарҙарын баҫып сығарыусы (нәшер итеүсе) дәүләт ойошмаһы.

Китаптар

Китаптар − ҡөрьән, исламдағы изге китап.

Аллаһы Тәғәлә дин һәм шәриғәт хөкөмдәрен бәйән итеп,Пәйғәмбәрҙәр аша йөҙ ҙә дүрт (104) китап иңдергән.Пәйғәмбәрҙәр ошо китаптар ярҙамында ҡәүемдәрен изге ғәмәлдәргә өндәгән. Иң беренсе Китап Әҙәм ғәләйһиссәләмгә 10 ҡағыҙ (бит), Шис ғәләйһиссәләмгә 50 ҡағыҙ (бит),Иҙрис ғәләйһиссәләмгә 30, Ибраһим ғәләйһиссәләмгә 10 ҡағыҙ (бит) иңдергән.

Муса ғәләйһиссәләмгә Тәүрат китабын, Дауыт ғәләйһиссәләмгә Зәбур китабын, Ғайса ғәләйһиссәләмгә Инжил, һәм Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәткә ғәләйһиссәләм Ҡөрьән китабын иңдергән.

Ҡөрьән алдағы бар китаптарҙы ла эсенә алған китап. Донъялыҡ өсөн дә, әхирәт өсөн дә кәрәкле хөкөмдәр бар.

Мортазин Дауыт Лот улы

Дауыт Лот улы Мортазин (1893—1926) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт айырым кавалерия бригадаһының эскадрон командиры (1920). Күбәләк-Тиләү улусы башҡарма комитеты рәйесе.

Пәйғәмбәрҙәр

Нәби́ (ғәр. نبي‎ — Пәйғәмбәр‎, күпл. әнбийә', нәбийун) — Исламда — бәндәләренә дин хөкөмдәре: (вәхи) өйрәтеү өсөн Аллаһы Тәғәлә тарафынан махсус ебәрелгән кешеләр . Нәби төшөнсәһе Ҡөрьәндә рәсүл һүҙе менән рәттән бирелә. Ҡөрьәндә телгә алынған Пәйғәмбәрҙәр араһында: Әҙәм, Нух, Ибраһим, Исмәғил, Яҡуб, Йософ, Муса, Дауыт, Сөләймән, Ғайса һ.б.. Һуңғы Пәйғәмбәр — «Пәйғәмбәрҙәр мөһөрө» (хәтим ән-нәбийин) — тип Мөхаммәд Пәйғәмбәр атала.

Пәйғәмбәрҙәрҙең тормошо Ислам әҙәбиәтендә киң яҡтыртыла һәм дини әҫәрҙәрҙең айырым категорияһы — ҡиссас әл-әнбиә барлыҡҡа килә. Боронғо Пәйғәмбәрҙәр бер Аллаға ышаныу килтергән һәм һуңғы Пәйғәмбәр Мөхәммәт исемле буласағын әйткән. Ҡөрьәндә йөҙ меңдән ашыуының 28-енең исеме әйтелгән. Туғыҙ Пәйғәмбәр (Нух, Ибраһим, Дауыт, Яҡуб,Йософ, Әйүб, Муса, Ғайса, Мөхәммәт) Ҡөрьәндә «хаҡ» тип атала(үлү л-ғәҙыйм ). Ҡайһы бер Пәйғәмбәрҙәргә Изге китаптар бирелгән (сәхифә): Мусаға — Тәурат, Дауытҡа — Зәбур, Ғайсаға — Инжил, Мәхәммәд с.ғ.с — Ҡөрьән.

Сөләймән

Сөләймән (бор.-йәһ. שְׁלֹמֹה‎‎, Шломо́; грек. Σαλωμών, Септуагинтала Σολωμών; Вульгатала лат. Salomon; рус. Соломон; ғәр. سليمان‎سليمان‎ Ҡөрьәндә Сөләймән) — өсөнсө йәһүд батшаһы, беҙҙең эраға тиклем 965—928 йылдарҙа берләшкән Исраил батшалығының легендар хакимы; ул идара иткән осорҙа Исраил батшалығы һис күрелмәгән кимәлдәге үҫешкә өлгәшә. Дауыт батша менән Бат-Шеваның (рус. Вирсавия) улы. Сөләймән батшалыҡ иткәндә Йәрүсәлимдә иудаизм өсөн иң изге урын һаналған Йәрүсәлим Ҡорамы төҙөлә.

Иҫке Ғәһедтәге «Вәғәзсе китабы» (рус. «Екклесиаст»), «Йырҙар йыры» (рус. «Песнь песней»), «Сөләймәндең ғибрәтле һүҙҙәре» (рус. «Притчи Соломоновы»), шулай уҡ ҡайһы бер зәбүр йырҙарының (рус. псалмы) авторы Сөләймән булған тип иҫәпләнә. Православие һәм католик сиркәүҙәре тарафынан «Сөләймәндең хикмәттәре» (рус. «Премудрости Соломона») китабының да авторы ул тип һанала.

Тель-Авив

Тель-Ави́в—Я́ффа (йәһ. תֵּל אָבִיב-יָפוֹ‎תֵּל אָבִיב-יָפוֹ‏‎; шулай уҡ Тель-Ави́в; ғәр. تل أبيب‎) — Израилдә Урта диңгеҙҙең көнсығыш яры буйындағы берләшкән ҡала муниципалитеты, халҡының һаны буйынса Израилдә икенсе ҡала (404 750 человек), илдең иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. 1950 йылдың апрелендә сағыштырмаса йәш Тель-Авив ҡалаһы менән боронғо Яффаны берләштереүҙән барлыҡҡа килә . Тәүҙә Тель-Авив Яффаның йәһүд биҫтәһе итеп нигеҙләнә.

Ырымбур өлкәһе

Ырымбур өлкәһе (рус. Оренбургская область) — өлкә, Рәсәй Федерацияһы субъекты, Көньяҡ Уралда урынлашҡан, Волга буйы Федераль округына ҡарай. Өлкә үҙәге — Ырымбур ҡалаһы. Территорияһы 123 732 км². Халҡы 2 032 915 кеше (2010).

Ҡаҙағстан (Көнсығыш Ҡаҙағстан, Аҡтүбә, Ҡостанай өлкәләре), Башҡортостан һәм Татарстан республикалары, Һамар, Һарытау һәм Силәбе өлкәләре менән сиктәш.

Өлкәлә башҡорттар нигеҙ һалған 135 ауыл бар.

Юлтыева Нинель Дауыт ҡыҙы

Юлтыева Нинель Дауыт ҡыҙы (3 февраль 1926 йыл — 23 ноябрь 2014 йыл) — совет балеринаһы, педагог, хореограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1957), Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Татарстан Республикаһының (1996) халыҡ артисы.

Ғәзәл

Ғәзәл — лирик шиғыр.

Ике юллы строфаларҙан торған, юл һандары алты юлдан алып егерме дүрткә еткәнсә еткән бер төрлө рифмалашҡан шиғыр. Рифмалашыу схемаһы а-а, б-а, в-а, г-а, д-а… тәртибендә. Йәғни тәүге ике юл үҙ-ара рифмалаша ла алдағы юллыҡтарҙың икенсе юлы тәүге юлдың рифмаһы менән берҙәй яңғырашында үҫә, төрлөләнә бара.

Ғәзәлдә бер төрҙәге рифмаларҙан һуң бер төрлө һүҙ йәки бер-ике һүҙ төркөмө ҡушылып китергә мөмкин. Бындай ҡушылма һүҙҙәр рәдифтип атала.

Башҡорт әҙәбиәтендә ғәзәлгә Шәмсетдин Зәки, Ғәли Соҡорой, Мифтахетдин Аҡмулла, Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич, Дауыт Юлтый күберәк мөрәжәғәт иткән.

Әзекәй (Белорет районы)

Әзекәй (рус. Азикеево) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 399 кеше.

Почта индексы — 453520, ОКАТО коды — 80211807001.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.