Географик координаталар

Географик координаталар нөктәнең ер өҫтөндәге (киңерәк әйткәндә — географик ҡатламдағы) урынын билдәләй. Географик координаталар сферик принцип буйынса төҙөлә. Шундай уҡ координаталар башҡа планеталарҙа, күк сфераһында ла ҡулланыла[1].

Geographic coordinates sphere

Киңлек

Киңлек — урындағы төшлөк йүнәлеше менән экватор яҫылығы араһындағы φ мөйөшө, экваторҙан ике яҡҡа 0° — тан 90° тиклем һанала. Төньяҡ ярымшарҙа ятҡан нөктәләрҙең географик киңлеген (төньяҡ киңлек) ыңғай, көньяҡ ярымшарҙағы нөктәләр киңлеген кире тип һанайҙар. Полюстарға яҡын киңлекте юғары, ә экваторға яҡындарын түбән тип йөрөтәләр.

Ерҙең формаһы шарҙан айырылғас, нөктәнең географик киңлеге һәм геоцентрик киңлеге (йәғни Ер үҙәгенән был нөктәгә йүнәлеше һәм экватор яҫылығы араһындағы мөйөштән) бер ни тиклем айырыла.

Урындағы киңлекте секстант йәки гномон (тура үлсәм), шулай GPS йәки ГЛОНАСС (ситләтелгән үлсәм) астрономик ҡоралдар ярҙамында үлсәргә була.

Оҙонлоҡ

Оҙонлоҡ — нөктә аша үткән меридиан яҫылығы һәм оҙонлоҡто һанаған нуль меридиан яҫылығы араһындағы ике ҡырлы λ мөйөшө. Нуль меридианынан 0°-тан 180°-ҡа көнсығышҡа табан оҙонлоҡто көнсығыш, көнбайышҡа — көнбайыш оҙонлоҡ тип атайҙар. Көнсығыш оҙонлоҡ — ыңғай, көнбайыш оҙонлоҡ кире тип ҡабул ителә.

Нуль меридианын һайлау килешеүҙән генә тора. Хәҙер нуль меридианы — Лондондағы Гринвич обсерваторияһы аша үткән Гринвич меридианына тиң. Быға тиклем нуль меридианы итеп Париж, Кадис, Пулково һ. б. обсерватория меридиандары һаналған.

Оҙонлоҡҡа урындағы ҡояш ваҡыты бәйле.

Бейеклек

Нөктә урынын дөрөҫ күрһәтер өсөн, шулай уҡ өсөнсө координата — бейеклек кәрәк. Планетаның үҙәгенә тиклемге ара географияла ҡулланылмай: ул бик тәрән өлкәләр, йәки, киреһенсә, йыһандағы орбиталарҙы иҫәпләгәндә кәрәк.

Географик ҡатлам сиктәрендә диңгеҙ кимәле өҫтөндәге бейеклек ҡулланыла, ул тигеҙләнгән йөҙ — геоид кимәленән һанала. Диңгеҙ кимәле өҫтөндәге бейеклек атмосфера баҫымына бәйле булыуы менән уңайлы.

Географик координаттарҙы яҙыу форматы

Географик координаттарҙы яҙыу өсөн теләһә ниндәй эллипсоид (йәки геоид) кәрәк, әммә Рәсәйҙә күбеһенсә WGS84 йәки Красовский эллипсоиды ҡулланыла.

Координаттар (оҙонлоҡ −90°-тан +90°-ҡа тиклем, киңлек −180°-тан +180°-ҡа тиклем) яҙыу төрҙәре:

  • ° градустарҙа, унарлы кәсер көйө (заманса вариант)
  • ° градустарҙа һәм ′ минуттарҙа унарлы кәсер менән (иң заманса вариант)
  • ° градустарҙа, ′ минуттарҙа һәм ″ секундтарҙа унарлы кәсер менән (тарихи формалашҡан яҙыу төрө)

Унарлы кәсерҙәрҙе айырған нөктә ҡуйыла.

Координаттарҙың ыңғай билдәләре «+», йәиһә: «N» — төньяҡ киңлек һәм «E» — көнсығыш оҙонлоҡ хәрефтәре менән билдәләнә. Кире билдәләр «-», йәки: «S» — көньяҡ оҙонлоҡ һәм «W» — көнбайыш киңлек билдәләре ҡулланыла. Хәрефтәрҙең баштан да, аҙаҡтаан да тороуы мөмкин.

Координаттарҙы яҙыуҙың берҙәм ҡағиҙәләре юҡ.

Иҫкәрмәләр

  1. Геоцентрические координаты // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)

Һылтанмалар

Акаси-Кайкё

Ака́си-Кайкё (япон. 明石海峡大橋) — Японияла аҫылма күпер, Авадзи утрауындағы Авадзи ҡалаһын һәм Хонсю утрауындағы Кобе ҡалаһын Акасы боғаҙы аша таташтыра. Донъяла иң оҙон аҫылма күпер: пилон бейеклеге 298 метр була, тулы оҙонлоҡ — 3911 метр.

Алтын Ҡапҡа (күпер)

«Алтын Ҡапҡа» күпере (ингл. the Golden Gate Bridge) — «Алтын Ҡапҡа» боғаҙы аша һалынған аҫылмалы күпер. Сан-Франциско ярымутрауының төньяғындағы Сан-Франциско ҡалаһын Марин округының көньяғы менән тоташтыра. «Алтын Ҡапҡа» күпере 1937 йылда асылғандан алып 1964 йылға тиклем донъялағы иң ҙур аҫылмалы күпер булып иҫәпләнә. Уның оҙонлоғо — 1970 метр, массаһы — 894 500 тонна, бағаналар аралығы — 1280 метр, бағаналарҙың һыу өҫтөнән бейеклеге — 230 метр. Һыу ташҡан ваҡытта һыу өҫтөнә күперҙәге юлға тиклем — 67 метр.

«Алтын Ҡапҡа» — донъялағы иң билдәле күперҙәрҙең береһе.

Ворошилов күпере

Вороши́лов күпере — Дондағы Ростовта Дон йылғаһы аша күпер.

1961—1965 йылдарҙа инженер Н. И. Кузнецов һәм архитектор Ш. А. Клейман проекттары буйынса төҙөлгән. Күперҙе һалғанда, донъяла тәүге тапҡыр иретеп йәбештереп йәки болт ярҙамында тоташтырыу урынына төкәлгән урындарҙы елемләп нығытыу файҙаланғандар. Күпер аша Ростовты юлдаш-ҡалалары Батайск һәм Аҙау менән тоташтырыусы трасса үтә. Ворошилов проспектының дауамы булғанлыҡтан, күперҙе лә Ворошилов күпере тип атай башлағандар.

Географик киңлек

Географик киңлек — сферик координаталар системаһында Ер йөҙөндәге нөктәнең торошон билдәләүсе координата; меридиандың билдәле бер нөктә һәм экватор араһындағы өлөштөң градустарҙа күрһәтелгән дәүмәлене.

Параллелдәр һәм меридиандар ярҙамында географик объекттың урынын билделәү өсөн географик киңлек һәм географик оҙонлоң тигән төшөнсәләр индерелгән.

Географик киңлектәр экваторҙан иҫәпләнә. Экваторҙағы барлыҡ географик нөктәләр бер үк географик кинлектә, йәғни 0° киңлектә урынлашҡан. Төньяҡ ярымшарҙа барлыҡ нөктәләр 0°-тан 90°-ҡа тиклемге төньяҡ киңлектә, ә Көньяҡ ярымшарҙа ятҡан барлыҡ нөктәләр — (минус) 0°-тан 9минус) 90°-ҡа тиклем көньяк киңлектә ята.

Даньян-Куньшань күпере (виадук)

Даньян-Куньшань күпере (ҡыт. ғәҙәти 丹陽-崑山特大橋, ябайл. 丹陽-昆山特大橋, пиньин: Dānyáng-Kūnshān tèdà qiáo, палл.: даньян-куньшань тэда цяо) — донъялағы иң оҙон күпер (виадук), уның дөйөм оҙонлоғо — 164,8 километр. Пекин—Шанхай тиҙ йөрөшлө тимер юлының бер өлөшө булараҡ һалынған. Төҙөлөш 2008 йылда башланған һәм 2010 йылда тамамланған. Күпер 2011 йылдың 30 июнендә файҙаланыуға тапшырыла. Көнсығыш Ҡытайҙың Цзянсу провинцияһында Шанхай һәм Нанкин тауҙары араһында урынлашҡан. Күперҙең 9 км самаһы өлөшө һыу өҫтөнән үтә, Даньян-Куеьшань виалугы үткән иң ҙүр һыу ятҡылығы — Янчен күле.

Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһы

Дерби музейы һәм сәнғәт галере́яһы (ингл. Derby Museum and Art Gallery) Дерби Централь (Үҙәк) китапханаһы менән бергә 1879 йылда ойошторолған. Яңы бинаһы Ричард Нил Фриман (ингл. Richard Knill Freeman) тарафынан төҙөлгән, уны Дерби ҡалаһына Майкл Томас Басс (ингл. Michael Thomas Bass Jr.) биргән. Музей коллекцияһында

Джозеф Райттың бик күп һүрәт бар, шулай уҡ Royal Crown Derby һәм бер нисә башҡа заводта эшләнгән фарфор коллекцияһы бар. Бынан тыш, музейҙа археология, тәбиғәт тарихы, геология һәм хәрби коллекциялары бар.

Ике Америкаға күпер

Ике Аме́рикаға күпер (исп. Puente de las Américas; тәү атамаһы Thatcher Ferry Bridge) —— Панамалағы Тымыҡ океан һәм Панама каналы аша үтеүсе автоюллы күпер. Күпер 1962 йылда төҙөлгән һәм 20 миллион АҠШ доллары торған.

2004 йылдағы Быуат күпере төҙөлгәнгә хәтле, ике Американы, ике ҡитғаны тоташтырыусы берҙән-бер күтәртелмәй торған күпер була. Элегерәк ике күтәртеүле күпер булған. Береһе Мирафлореста, икенсеһе Гатунда.

Ике Америкага күперҙе «Sverdrup & Parcel» Америка фирмаһы проектлаған.

Ике үлсәмле арауыҡ

Ике үлсәмле арауыҡ — беҙ йәшәгән физик донъяның яҫы проекцияһының геометрик моделе. Ике үлсәмле арауыҡ тип n=2 булғандағы n-үлсәмле арауыҡ иҫәпләнә.

Ике үлсәмле арауыҡ миҫалы булып яҫылыҡ (ике үлсәмле Евклид арауығы) тора. Был арауыҡтың нөктәләрен ни бары ике һан менән биреп була. Мәҫәлән, һәр нөктәне (x, y) һандар пары менән биреп була. Яҫы объекттар оҙонлоҡ ҡына түгел, киңлек менән дә характерланалар.

Өс үлсәмле Евклид арауығының башҡа йөҙҙәре ике үлсәмле Евклид булмаған арауыҡ булараҡ ҡаралырға мөмкиндәр.

Координаталар системаһы

Координаталар системаһы — координаталар ысулын тормошҡа ашырыусы билдәләмәләр комплексы, йәғни нөктәнең йәки есемдең урынын һәм күсешен һандар йәки башҡа символдар ярҙамында асыҡлау ысулы. Бирелгән нөктәнең урынын билдәләүсе һандар йыйылмаһы, был нөктәнең координаталары тип атала.

Математикала координаталар — билдәле бер атластың ниндәйҙер картаһында төрлөлөк нәктәләренә ярашлы ҡуйылған һандар йыйылмаһы.

Элементар геометрияла координаталар — нөктәнең яҫылыҡта һәм арауыҡта урынын билдәләүсе дәүмәлдәр. Яҫылыҡта нөктәнең урыны йышыраҡ, бер нөктәлә (координаталар башында) тура мөйөш яһап киҫешкән ике тура һыҙыҡтан (координаталар күсәрҙәренән) алыҫлыҡтар менән билдәләнә; координаталарҙың береһе ордината тип, ә икенсеһе — абсцисса тип атала. Арауыҡта Декарт системаһында нөктәнең урыны, бер нөктәлә бер-береһе менән тура мөйөш яһап киҫешкән өс координаталар яҫылыҡтарынан алыҫлыҡтар, йәки координаталар башы сфераның үҙәгендә урынлашҡан сферик координаталар менән билдәләнә.

Географияла координаталар (яҡынса) сферик координаталар системаһындағы кеүек алыналар — киңлек, оҙонлоҡ һәм билдәле бер дөйөм кимәлдән (мәҫәлән, океан кимәленән) бейеклек. Ҡарағыҙ Географик координаталар.

Астрономияла күк йөҙө координаталары — улар ярҙамында күк йөҙө сфераһында яҡтыртҡыстарҙың һәм ярҙамсы нөктәләрҙең урынын билдәләй торған, тәртипкә килтерелгән мөйөшсә дәүмәлдәр пары (мәҫәлән, тура күтәрелеш һәм ауышлыҡ). Астрономияла күк йөҙө координаталарының төрлө системаларын ҡулланалар. Асылда уларҙың һәр береһе, ярашлы рәүештә һайлап алынған фундаменталь яҫылығы һәм иҫәпләү башы булған сферик координаталар системаһы (радиаль координатаһыҙ). Фундаменталь яҫылыҡты һайлауға бәйле, күк йөҙө координаталар системаһы горизонталь (горизонт яҫылығы), экваториаль (экватор яҫылығы), эклиптик (эклиптика яҫылығы) йәки галактик (галактика яҫылығы) тип атала.

Иң күп ҡулланылған координаталар системаһы — тура мөйөшлө координаталар системаһы (шулай уҡ Декарт координаталар системаһы булараҡ билдәле).

Яҫылыҡта һәм арауыҡта координаталарҙы сикһеҙ күп төрлө ысулдар менән индерергә мөмкин. Теге йәки был математик йәки физик мәсьәләне координаталар ысулы менән сығарғанда, бирелгән конкрет осраҡта мәсьәлә ҡайһыһында ябайыраҡ йәки уңайлыраҡ сығарыла, шуныһын һайлап, төрлө координаталар системаһын ҡулланырға мөмкин. Координаталар системаһының билдәле дөйөмләштерелеүе булып, иҫәп системаһы һәм референция системалары тора.

Меридиан

Меридиан (лат. meridianus — төшкө, төш уртаһындағы; Ҡалып:Lang-lat2 — урта + Ҡалып:Lang-lat2) — ике полюс аша үтеп, Ер шарын уратып алған фарази һыҙыҡ.

Нуленсе меридиан

Нуленсе меридиан — оҙонлоғо нуль градусҡа тигеҙ булған меридиан.

Экваторҙан айырмалы булараҡ нуленсе меридиандың физик мәғәнәһе юк, нуленсе меридиан географтың ҡарары буйынса ҡабул ителә. Бөгөнгө көндә нуленсе меридиан итеп Гринвич меридианы ҡабул ителгән.

1884 йылда Вашингтонда, АҠШ, 25 илдән 41 делегат ҡатнашлығында Халыҡ-ара меридианал комиссия йыйыла.

Унда башланғыс меридиан итеп Гринвич меридианы алына. Гринвич — Темза йылғаһының уң яҡ ярында, Лондондың көньяҡ-көнсығышанда урынлашҡан административ округ. Гринвич меридианынан иҫәпләү Халыҡ-ара меридианаль комиссия ҡарары буйынса 1884 йылдан иҫәпләнә.

XIX быуатта Рәсәйҙә нуленсе миридиан тип Пулково меридианы алғандар. Пулково меридианы Гринвич меридианы башланғыс меридиан тип ҡабул ителгәс тә нуленсе меридиан булып йөрөгән.

Францияла 1790—1884 йылдарҙы нуленсе меридиан булып, Париж обсерватирияһы аша үткән, Париж меридианы хеҙмәт иткән. Башҡа илдәрҙә 1884 йылға тиклем Гривич һәм Париж меридианынан башҡа Ферро меридианы менән файҙаланғандар.

Оҙонлоҡ (координат)

Оҙонлоҡ — шарға оҡшаш координаттар системаһы рәтендәге координат.

Параллель

Параллель — экваторҙан тигеҙ алыҫлыҡта Ер шарын уратып алған фарази һыҙыҡ.

Ер шарында меридиан һәм параллель һыҙыҡтар ориентирлашыу өсөн кәрәк. Улар горизонттың төп яҡтарын күрһәтә. Параллель һыҙыҡтары көнсығыш- көнбайыш йүнәлешендә һуҙылған. Ерҙең иң ҙур параллеле — экватор тип атала. Экваторҙан полюстарға алыҫлаша барған һайын параллелдәр ҡыҫкара бара.

Глобуста параллель экваторҙан тигеҙ алыҫлыҡта ятҡан түңәрәк итеп төшөрөлә. Параллелдә бөтә нөктәләр бер киңлектә, төрлө оҙонлоҡта ята.

Поляр координаталар системаһы

Поляр координаталар системаһы — яҫылыҡтағы һәр нөктә ике һан — поляр мөйөш һәм поляр радиус менән бер төрлө билдәләнгән ике үлсәмле координаталар системаһы. Поляр координаталар системаһы бигерәк тә нөктәләр араһындағы бәйләнеште радиустар һәм мөйөштәр рәүешендә һүрәтләү ябайыраҡ булған осраҡта файҙалы; киңерәк таралған Декарт, йәки тура мөйөшлө, координаталар системаһында ундай бәйләнештәрҙе тик тригонометрик тигеҙләмәләр ҡулланыу юлы менән генә булдырырға мөмкин.

Поляр координаталар системаһы нулле нур, йәки поляр күсәр тип аталған нур менән бирелә. Был нур сыҡҡан нөктә координаталар башы, йәки полюс тип атала. Яҫылыҡтағы теләһә ниндәй нөктә радиаль һәм мөйөшлө ике поляр координата менән бирелә. Радиаль координата (ғәҙәттә тип тамғалана)нөктәнән координаталар башына тиклемге алыҫлыҡҡа ярашлы. Мөйөшлө координата шулай уҡ поляр мөйөш йәки азимут тип атала һәм тип тамғалана, ул был нөктәгә барыу өсөн поляр күсәрҙе сәғәт уғы йүнәлешенә ҡаршы борорға кәрәк булған мөйөшкә тигеҙ.

Ошолай итеп билдәләнгән радиаль координата нулдән сикһеҙлеккә тиклемге ҡиммәттәр ҡабул итә ала, ә мөйөшлө координата 0°-дән 360°-ҡа тиклем ҡиммәттәр ҡабул итә. Әммә, уңайлылыҡ өсөн поляр координатаның ҡиммәттәре өлкәһен тулы мөйөштән ситкә киңәйтергә, шулай уҡ уға поляр күсәрҙе сәғәт уғы йүнәлешендә бороуға тап килгән тиҫкәре ҡиммәттәр ҡабул итергә рөхсәт итергә лә мөмкин.

Саранск

Сара́нск (мордв. Саранош, мордв. Саран ош) — Рәсәйҙәге ҡала, Мордва Республикаһының баш ҡалаһы. Ҡала Инсар йылғаһы ярҙарында урынлашҡан. 12 июнь ҡала көнө тип һанала.

Сара́нск (мордв. Саранск ошсь, мордв. Саранскяйсь, мордв. Саран ош, мордв. Саранской) — Рәсәйҙәге ҡала, Мордва Республикаһының баш ҡалаһы. Саранск ҡала округын барлыҡҡа килтерә. 1641 йылда нигеҙ һалынған.

Ҡалаға уның биләмәләрендә ағыусы Саранка йылғаһы атамаһынан исем бирелгән. 1934 йылдың башынан Мордва Республикаһының баш ҡалаһы булып тора.

Волга буйы ҡалҡыулығындағы Көнсығыш Европа тигеҙлегенең үҙәк өлөшөндә Инсар йылғаһының ике яҡ ярында урынлашҡан.

Саранск Рәсәйҙә халыҡ иҫәбе буйынса 64-се урында тора, 2017 йылдың 1 ғинуарына бында 314 789 кеше йәшәй.

2018 йылдың йәйендә Саранск Футбол буйынса Донъя чемпионат матчтарын ҡабул итте.

Цакона күпере

Цакона аркалы күпере (грек. Τοξωτή Γέφυρα Τσακώνας) — донъялағы иң ҙур күп аралыҡлы күперҙәрҙең береһе. Грецияла, Мегалополис янында урынлашҡан һәм Цакона үҙәне аша һалынған. Һуңғы бер нисә тиҫтә йыл дауамында бихисап ер шыуыуы күҙәтелгән хәүефле районда урынлашҡан.

Экватор

Экватор (лат. тигеҙләүсе — Ер шарының уртаһында уны көньяҡ һәм төньяҡ ярымшарға бүлә торған һәм уның күсәренә арҡыры ятҡан һыҙыҡ.

Экватор — градус селтәрҙәре араһында иң ҙур параллель. Экваторҙың барлыҡ нөктәләре лә Төньяҡ һәм Көньяҡ ҡотоптан бер үк алыҫлыҡта ята. Оҙонлоғо 40 075 696 метрға тиң. Экватор буйлар Ер өҫтө Төньяҡ һәм Көньяҡ ярымшарҙарға бүленә.

Экваторҙан башҡа, глобуста тропиктар һәм поляр түңәрәктәр билдәләнә. Уларҙы пунктир һыҙыҡтар менән күрһәтәләр.

Ҡыҙыл күпер (Ереван)

Ҡыҙыл күпер (әрм. Կարմիր կամուրջ, камурдж Кармира), шулай уҡ Иҫке Раздан күпере йәки ходжа Пилав Күпере (әрм. Խոջա Փլավի կամուրջ, Хужа камурдж Плавь) — Ереванда Раздан йылғаһы аша емерелгән күпер. Ҡыҙыл төҫәге вулкан туфынан эшләнгәнгә «ҡыҙыл» атамаһы бар. Күперҙе реконструкциялауға аҡса биргән ходжа Пилав исеме менән дә билдәле.

Күперҙең дөйөм оҙонлоғо 80 метрға, бейеклеге 11 метр булған. Күрерҙең дүрт тороғтан торған. Ике тороҡ уртала һыуҙа, һәм икешәр тороҡ йылғаның ике ярында булған. Был күпер урынында Урта быуаттарҙа икенсе күпер булған. Был күпер буйлап ҡалаға ҡарауандар килгән, шулай уҡ күпер Ереван крепосын Арарат уйһыулығы менән тоташтырған. 1679 йылға ер тетрәү ваҡытында күпер емерелә. Уның урынына 1851 йылда ике тораҡлы Ҡыҙыл күпер төҙөлә. Ташҡын һыуҙы үткәреү өсөн ике яғынан тағы ла берәр тораҡ ҡуялар. Еңеү күперен төҙөгәс Ҡыҙыл күпер файҙаланылмай.

Өфө тимер юл күпере

Өфө тимер юл күпере — Ағиҙел йылғаһы аша һалынған тимер юлы күпере. Өфө ҡалаһында урынлашҡан.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.