Бронза быуаты

Бронза быуат — кешелек тарихында бронза (ҡурғаш, баҡыр һәм башҡа металдар эретмәләренең ҡушылмаһы) яһау сере асылғанға күрә, археологияла «бронза быуат» тип йөрөтөлгән, баҡыр быуат һәм тимер быуат араһындағы осор.

Бронза быуат, энеолитты алыштырған тарихи дәүер; был дәүерҙә бронза металлургияһы барлыҡҡа килә, барлыҡ эш һәм һуғыш ҡоралдары, биҙәнеү әйберҙәре бронзанан етештерлә башлай. Бронза быуат яҡынса Б.Э.Т. 4 –се мең йыллыҡ аҙағы - 1-се мең йыллыҡ башын уҙ эсенә ала. Әүелге, урта һәм һуңғы бронза дәүерҙәргә бүленә. Евразияның төп территорияһында бронза быуаттың әүелге дәүере − Б.Э.Т. 3–сө мең йыллыҡҡа; урта дәүере − Б.Э.Т. 3-сө мең йыллыҡ ахыры − 2-се мең йыллыҡтың 2 -се сирегенә; һуңғы дәүере − Б.Э.Т. 2-се мең йыллыҡтың 3-сө сиреге − 1-се мең йыллыҡ башларына тура килә.

Бронза быуат төрлө мәҙәниәттә төрлөсә, яҡынса б.э.т. 35/33 — 13/11 быуаттарға тура килә. Ташҡа ҡарағанда бронза күпкә ҡатыраҡ һәм ныҡлыраҡ, шунлыҡтан хеҙмәт ҡоралдарын (балта, бысаҡ, ураҡ һ.б.) яңы материалдан яһай башлағандар. Металға булған ихтыяж кешене баҡыр рудаһына бай ятҡылыҡтар эҙләргә мәжбүр иткән.

Бронза быуат терлекселектең үҫеүе, примитив игенселек барлыҡҡа килеү, йәмғиәттең социаль яҡтан ҡатмарлана барыуы, ырыу-ҡәбилә инаныуҙары булған тотемизм, ҡояш, ут культтарының таралыуы, миграция процесстарының көсәйеүе, һуғыш ҡоралдарының камиллашыуы менән үҙенсәлекле. Был дәүерҙә мөстәҡил етештереү өлкәһе булараҡ һөнәрселек тармағы айырылып сыға (металлургия, һауыт-һабалар етештереү һ.б.), һуғыш һәм эш ҡоралдары эшләү технологияһы ҡатмарлана. Ситтән күсеп килгән мал аҫырыусы күсмә һәм ярым күсмә ҡәбиләләр күп кенә археологик культура ҡомартҡылыары ҡалдыра, улар тарафынан мәетләрне курганга күмү йоласы, торакларны яңача төзү, үзгә ысул менән керамика әйберҙәре әҙерләү, бронза, һөйәк, таштан әйберҙәр эшкәртеү һөнәрҙәре керетелә.

Тимер металлургияһы барлыҡҡа килеү, тимердән көнкүреш һәм һуғыш ҡоралдары етештереү бронза әйберҙәрҙе көнкүрештән ҡыҫырыҡлай. Был иһә бронза быуаттың тимер менән алышынуына килтерә. Әлбәттә, тимер быуатҡа күсеү аҡрынлап бара, был күсчеш Б.Э.Т. 2 -се мең йыллыҡ аҙағы − 1-се мең йыллыҡ башында тамамлана.

World 2000 BCE
      Һунарсылар       Күсмә мал биләүселәр       Ер эшкәртеүселәр       Ер эшкәртеүселәр/Иртә цивилизациялар       Иртә цивилизациялар       кеше йәшәмәгән зоналар

Әҙәбиәт

  • Черных Е. Н., Кузьминых С. В. Древняя металлургия Северной Евразии (сейминско-турбинский феномен). М., 1989

Һылтанмалар

Абаш мәҙәниәте

Абаш мәҙәниәте — бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы.

Анатолия цивилизациялары музейы

Анатолия цивилизациялары музейы (төр. Anadolu Medeniyetleri MüzesiAnadolu Medeniyetleri Müzesi, ингл. Anatolian Civilizations Museum of) — донъяның иң бай музейҙарының береһе, Төркиәнең төп тарихи музей, дәүләттең баш ҡалаһы Анкарала урынлашҡан.

Музей 1921 йылда барлыҡҡа килгән, артабанғы йылдарҙа Төркиәнең беренсе президенты, Анкарала хет музейы төҙөргә теләгән һәм уның өсөн яңы бина алыуға, музейға тирә-яҡтағы хет ҡалалары ҡалдыҡтары һаҡланып ҡалған райондарҙан бик күп экспонаттар йыйыуға булышлыҡ иткән Кәмал Ататөрк йоғонтоһонда тиҙ арала киңәйә. Шулай уҡ музей Төркиә территорияһында табылған башҡа экспонаттар менән тулылана.

Әлеге ваҡытта музей неолит, бронза быуаты, Ассирия һәм Урарту, хет һәм фригиялылар, Боронғо Греция һәм Боронғо Рим, Византия империяһы, Оттоман империяһы цивилизациялары осоро коллекцияларына эйә.

Анатолия циыилизациялары музейы 1997 йылда «Европаның йыл музейы» исеменә лайыҡ була.

Андрон мәҙәниәте

Андро́н мәҙәниәте (мәҙәни-тарихи уртаҡлығы) — б.э.т. XVII быуат — б.э.т. IX быуаттарҙа Ҡаҙағстанды, Көнбайыш Себерҙе, Урта Азияның көнбайыш өлөшөн, Көньяҡ Уралды үҙ эсенә алған ҡула (бронза) быуатына яҡын төркөмгә ҡараған археологик мәҙәниәттең дөйөм атамаһы.

Армазисхеви

Армазисхевиҙа (груз. არმაზისხევი)- боронғо баш ҡаланың көнбайыш өлөшөндә беҙҙең эраның беренсе быуаттарында бында Картли хакимдарының һарай ҡоролмалары комплексы урынлашҡан булған.

Археологик ҡаҙыныу эштәре ваҡытында бында 1937-1946 йылдарҙа үтә. Некрополдә һуңғы бронза быуаты- иртә тимер быуаты саркофаг һәм мавзолей тибындағы ҡәберлектәре һәм феодал таш кәшәнәләре, шулай уҡ һарай комплексына ҡараған емереклектәр, мунсалар, оҫтаханалар һәм мөгәрәптәр табылған.

Бигерәк тә хакимдарҙың кәшәнәләре бай булған (II-III бб.). Алтын билбау, алтын ҡындар, мунсаҡтар, беләҙектәр, алҡалар, йөҙөктәр, һәм зәңгәр яҡут, зөбәржәт, нефрит, сапфир, аметист, халцедон, малахит, зәңгәрһыу оникс, гәүһәр һәм башҡа башИз того же материала выделяются: золотой пояс, золотые ножны подзатыльников (корон), ожерелья, браслеты, серьги, кольца, браслеты и другие золотые изделия, украшенные альмандинами, изумрудами, нефритами, сапфирами, аметисҡиммәтле таштар менән биҙәлгән алтын әйберҙәр табылған. Уларҙа йыш ҡына һүрәттәр һәм яҙыуҙар сағылған.

Ксангтың ҙур короле Берт һәм башҡа хакимдар тураһында асыҡлана.

Армазисхевиҙың археологик ҡомартҡылары әлеге ваҡытта сикләнгән һәм музей ойошторола.

2014 йылда Армазисхевиға Грузияның хөкүмәте указына ярашлы милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы статусы бирелә

Башҡорт милли йорто

Башҡорт милли йорто — ҡоролма, башҡорттарҙың йәшәү һәм эшмәкәрлек итеү урыны.

Башҡортостан археологияһы

Башҡортостан археологияһы — кеше эшмәкәрлегенең матди ҡалдыҡтары нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының үткәнен өйрәнгән һәм тергеҙгән (реконструкциялаған) фән.

Баҡыр

Баҡыр — химик элементтарҙың периодик таблицаһында атом һаны буйынса 29-сы элемент, беренсе группаның өҫтәмә төркөмөндә, дүртенсе периодында урынлашҡан. Cu (лат. Cuprum) символы менән билдәләнә. Һығылмалы алтын-ал төҫлө металл (оксид плёнкаһы булмағанда ал төҫтә). Кешелек боронғо замандан ҡуллана.

Боронғо Эстония

Боронғо Эстония термины Эстония тарихының XIII быуатта Тәре йөрөтөүселәр төньяҡ походтары барышында баҫып алынғандан алып уның территорияһында яҙыу барлыҡҡа килгәнгә тиклемге дәүерен үҙ эсенә ала.

Варна кәшәнәһе

Варна кәшәнәһе (Күл кәшәнәһе) (рус. Мавзолей Кесене, халыҡ телендә Аҡһаҡ Тимер башняһы — XIV—XVI быуаттарға ҡараған тарихи ҡомартҡы. Башҡорттар кәшәнәне Күл кәшәнәһе тип атаған. Кәшәнә һүҙе һуңғы ваҡыттарҙа ҡаҙаҡ теле йоғонтоһонда кесене тип атала, шул уҡ ваҡытта урыҫ телендә төп мәғәнәһен юғалтып, Кесене мавзолейы, йәғни Кесенә кәшәнәһе тип йөрөтөлә башлаған.

Диднаури

Диднаури - (грузинса დიდნაური) - Грузиялағы һуңғы бронза /иртә тимер быуаттарына ҡараған археологик ҡомартҡы, Шираки тигеҙлегендә урынлашҡан. Грузияның Милли мәҙәни мираҫты һаҡлау агентлығы уны Көньяҡ Кавказдағы әлегәсә табылған "боронғо кеше йәшәгән иң ҙур тораҡ" тип билдәләгән. Объект Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән .

Йүкәлекүл

Йүкәлекүл һүҙенең бер нисә мәғәнәһе бар.

Нуғай Урҙаһы

Нуғай Урҙаһы — боронғо төрки дәүләт (XV—XVII бб.). Көнсығыш Алтын Урҙаhы ярсығы. Ул көнбайыш Ҡаҙағстанда урынлашҡан. Ҡалмыҡтар Нуғай Урҙаһын XVII быуатта ҡыра.

Боронғо нуғайҙарҙан бер нисә халыҡ сыҡҡан: ҡарағалпаҡтар (Алтыул Урҙанан), нуғайлы (Кесе Нуғай Урҙанан; хәҙерге нуғай Төньяҡ Кавказда йешеле торған). Оло Нуғай Урҙа нуғайҙарына башҡорт, ҡазаҡ, ҡырым татар, татар халыҡтары ингән.

Соҡор мәҙәниәте

Соҡор мәҙәниәте (дөрөҫөрәге — Боронғо соҡор мәҙәни-тарихи берлек) — һуңғы баҡыр быуаты — тәүге бронза быуаты дәүерҙәренең археологик мәҙәниәте (беҙҙең эраға тиклем 3600—2300 йыл ). Көнсығышта Көньяҡ Урал буйынан алып көнбайышта Днестрға , көньяҡта Кавказ алдынан төньяҡта Урта Волгаға тиклемге территорияларҙы биләгән. Л.Клейн 1975 йылда "соҡорҙарҙың" көнбайыш ҡанатын айырым мәҙәниәткә (нерушайская) бүлгән. Һуңынан башҡа археологтар ҙа шулай итә, әммә икенсе исем менән атайҙар — буджак мәҙәниәте.

Таналыҡ (археологик ҡомартҡы)

Таналыҡ — бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Беҙҙең эраға тиклемге 15-14 быуаттарға ҡарай. 1,5 километр өҫтәрәк ҡушыла. төньяҡ-көнсығышҡа ауыл Хворостянка хәйбулла районында Башҡортостандың Хәйбулла районындағы Хворостянка ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан Таналыҡ йылғаһының һул ярындағы төп ҡалҡыулыҡ морононда урынлашҡан. Хәҙер уны Таналыҡ һыуһаҡлағысы баҫҡан.

1995 йылда Г. Н. Гарустович һәм А. Ф. Йәминов аса, ТТӘИ, БДУ, БДПИ, СГПИ һәм Башҡортостан Республикаһының Милли музейы ойошторған берлектәге экспедиция (етәксеһе Н. А. Мәжитов) тарафынан өйрәнелә.

Фин-уғыр халыҡтары

Фин-уғыр халыҡтары (фин-уғырҙар) — фин-уғыр телдәрендә һөйләшкән, Көнбайыш Себерҙә, Үҙәк, Төньяҡ һәм Көнсығыш Европала йәшәгән халыҡтарҙың тел берлеге.

Ҡазан эргәһе мәҙәниәте

Ҡазан эргәһе мәҙәниәте — бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы.

Ҡормантау мәҙәниәте

Ҡормантау мәҙәниәте — бронза быуаты аҙағы — иртə тимер быуат башы археологик ҡомартҡыһы (Б.э.т. 11—6 быуаттар). Башҡортостандың Ғафури районыны Ҡормантау ауылы эргəһендəге шул исемдәге тау битләүендәге торама исеме буйынса аталған. Ҡормантау тауы тирәләй тағы ла Табын, Воскресенское, Михайлов торамалары уырнлашҡан. Ҡормантау мәҙәниәте өйрəнеүселəр: В. А.

Иванов, М. И. Касьянов, К. В. Сальников һәм башҡалар. Иртә тимер быуатта Башҡортостан территорияһының урман зонаһында — Ананьин, Гамаюн, Горохов, Пьяный Бор, Саргатка мәҙәниәттәре, дала зонаһында — Ҡормантау, Савромат, Сармат мәҙәниәттәре формалашҡан. Боронғо кешеләр торамаларын ҡалҡыу урындарҙа төҙөгән. Ярым ер өйҙəр һəм тура мөйөшлө бағана конструкциялы ҡоролмалар торлаҡ хеҙмəтен үтəгəн. Керамика тышҡа йəки эскə ҡарай бөгөлгəн ҡыҫҡа вертикаль муйынлы, бəлəкəй генə соҡорло биҙəк аралаштырып, ҡыя һыҙыҡтар, шаҡмаҡтар, ишелгəн бау эҙе менән биҙəлеп, əүəлəп эшлəнгəн түңəрəк төплө, көршəк рəүешендəге һəм йомро ҡорһаҡлы һауыттарҙан ғибəрəт.

Ҡурғанлы ҡəберлектəрҙә күпселек ерләү ҡомартҡылары табыла. Һул ҡабырғаға бөгəрлəнгəн килеш һалып, башы менән көнсығышҡа йəки көнбайышҡа ҡаратыу ерләү йолаһы булған. Бронзанан эшләнгән уҡ башаҡтары һəм һөңгө остары, сикə сулпылары, бырау, сулпылар, һырғалар, беҙҙəр, таштан эшләнгән иген онтағыстар, бысаҡ рəүешендəге пластиналар, уҡ башаҡтары, бысаҡтар, ярғыстар,тишкестəр, ҡырғыстар кеүек əйберҙəр табылған.

Ҡормантау мәҙәниәте түбəнге Кама буйында Ҡазан эргəһе мəҙəниəте нигеҙендə формалашҡан. Халыҡ малсылыҡ, башлыса һыйыр малы, сусҡа, йылҡы үрсеткəндəр, игенселек, һунарсылыҡ (ҡондоҙ, төлкө, ҡоралай, мышыға һунар иткəндəр) менән шөғөлләнгән. Баҡыр ҡойоу эше менән дə таныш булғандар. Ҡормантау мәҙәниәте вəкилдəре Бура мəҙəниəте, Межа мəҙəниəте һəм Черкаскүл мəҙəниəте халҡы менән бəйлəнеш тотҡан. Ҡормантау ҡəбилəлəре Ананьин мəҙəниəте һəм Ҡара Абыҙ мəҙəниəте халҡы формалашыуы компоненттарының береһе булған.

Һынташты мәҙәниәте

Һынташты мәҙәниәте — ҡула ( бронза быуаты) археологик мәҙәниәте (б.э.т. III меңйыллыҡ аҙағы — б.э.т. II меңйыллыҡ башы). Андрон мәҙәни-тарихи уртаҡлығының бер өлөшө булып тора.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.