Бразилия

Брази́лия (Brasil), рәсми исеме Брази́лия Федерати́в Республика́һы (República Federativa do Brasil) — Көньяҡ Америкалағы иң ҙур ил.

Бразилия Федератив Республикаһы
República Federativa do Brasil
Бразилия гербы Бразилия
Бразилия флагы Бразилия гербы
LocationBrazil
Милли девиз: «Ordem e Progresso»
Гимн: Бразилия гимны (тыңларға )
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы Иғлан: 7 сентябрь 1822 й.
Танылған 29 август 1825 й. (Португалия иленән)
Рәсми телдәр Португальса
Баш ҡала Бразилиа
Иң ҙур ҡалалары Сан-Паулу, Рио-де-Жанейро, Салвадор, Белу-Оризонти, Форталеза, Бразилиа
Идара итеү формаһы Федератив республика
Президент Луис Инасиу Лула да Силва
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
5 урын
8 541 965 км²
2
Халыҡ
  • Барыһы (2006)
  • Тығыҙлыҡ
5 урын
201 078 261
209 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2006)
  • Кеше башына
5 урын
1708,4 млрд $
39083 $
Валюта Бразилия Реалы (BRL)
Интернет-домен .br
Телефон коды +55
Сәғәт бүлкәте UTC -2...-5

Географияһы

Бразилия — Латин Америка­һының иң ҙур дәүләте, Көньяҡ Америка ҡитғаһының яртыһын тиерлек алып тора. Төньяҡтан — Венесуэла, Гайана, Суринам, көньяҡтан — Уругвай, көнбайыштан — Аргентина, Парагвай, Боливия һәм Перу, төньяҡ-көнбайыштан Колумбия илдәре менән сиктәш. Төньяҡ һәм көнсығыш ярҙарын Атлантик океан йыуа. 8,5 миллион квадрат километрҙан ашыу, был донъялағы бөтә ҡоро ер майҙанының 5,7 процентын тәшкил итә. Бразилия — ҙурлы­ғы буйынса Ер шарында бишенсе ил. Рәсәй, Канада, Ҡытай һәм Америка Ҡушма Штаттарынан ғына ҡалыша.

Тарихы һәм атаманың килеп сығышы

Brazil-16-map
«Terra Brasilis» картаһы 1519.

Был ил территорияһында тәүге кешеләр 17 мең йыл элек йәшәгән. Ә цивилизация вәкилдәре тарафынан ул 1500 йылда асыла. Әгәр Христофор Колумб Һиндостанға ниәт иткән сәйәхәте барышында Американы осраҡлы рәүештә генә асһа, португал диңгеҙсеһе Педру Алвареш Кабрал иһә (европалыларҙан иң тәүҙә шул аяҡ баҫа был биләмәгә) көнбайыш йүнәлеште һайлағанға күрә Көньяҡ Америка ярҙарына килеп сыға. Ул шулай шомло Африканы урап үтергә теләгән. Һөҙөмтәлә картала Бразилия пәйҙә була. Өс йылдан да һуңламай был дәүләт Португалияның колонияһына әйләнә. Португалдар Педру Кабралдың асышының мөһимлеген шунда уҡ аңлай: Бразилия тиҙ арала буяу, мебель, музыка ҡоралда­ры эшләү өсөн ҡулланылған ҡиммәтле ағас менән тәьмин итеүсе ҙур илдәрҙең береһе булып китә. Әйткәндәй, юрау­ҙарҙың береһе буйынса, илдең исеме лә ошо сеймалға бәйле килеп сыҡҡан. Португалдар был ағасты пау-бразил (йәғни «бразил ағасы») тип атаған.

Биләмәһен ярайһы уҡ үҙләштергәс, бынан шәкәр ҡамышы һәм ҡәһүә, һуңғараҡ бик сифат­лы алтын сығарыла башлай. Бөгөнгәсә Бразилия — ҡәһүә менән сауҙа итеүсе донъялағы иң ҙур дәүләт.

Климаты

Был илдең тәбиғәте йылға-күлдәргә, тау-урмандарға, үҙенсәлекле үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһына бай. Брази­лия тәбиғәте йылдың телә­һә ҡайһы миҙгелендә лә матур һәм ҡабатланмаҫ, хатта ожмах мөйөшөнә тиңләй­ҙәр уны. Илдең төньяғынан экватор һыҙығы үтә, көньяғында — тропик климат. Майҙанының шаҡтай ҙур өлөшөн Амазонка уйһыу­лығы алып тора.

Археологтар тикшеренеүҙәренә ярашлы, Амазония ҡасан­дыр ҙур диңгеҙҙең төбө булған. Әлеге ваҡытта ла бында кеше аяғы баҫмаған урындар бар.

Бразилия экваторға яҡын булғанға, йыл әйләнәһенә йәй тора тиерлек: уртаса йылы­лыҡ — 25 — 28 градус. Көньяҡта, тауҙарҙа, һалҡыныраҡ, урта өлөшөндә күберәк ҡоролоҡ кү­ҙәтелә. Ҡыш йәйҙән ныҡ ям­ғырлы булыуы менән айырыла.

Көньяҡ ярымшарҙа урынлаш­ҡанға күрә, бында миҙгелдәр ҙә аҫтан өҫкә түңкәрелгән. Мә­ҫәлән, көҙ март-апрелгә тура килә. Был осорҙа байрамдар аҙ икән, сөнки бар халыҡ ҡәһүә уңышы йыя. Ҡыҙыҡ: бразилиялар үҙҙәре какао ярата. Шулай уҡ улар күпләп алма һәм башҡа экзотик емештәр үҫтерә.

Майҙан авгусҡа тиклем ҡыш һуҙыла. Тап ошо ваҡыт джун­глиҙар буйлап сәйәхәт ҡылыу өсөн иң уңайлы мәл һанала. Ҡышҡыһын ягуар, пума, оцелот һымаҡ йыртҡыс йәнлектәр йыуашыраҡ була, шырлыҡтарҙа йәшенә. Ә маймылдарҙың күплегенә, ысынлап та, хайран ҡалырлыҡ: мартышка, баҡраҡ маймыл (ревун), кәрлә, таҡырбаш уакари һәм башҡалар. Быларҙан тыш джунглиҙа иң йырт­ҡыс ҡош гарпияны, кайманды һәм дәү анаконданы осратырға мөмкин.

Төньяҡ ярымшар­ға көҙ сентябрҙә аяҡ баҫҡанда, Көньяҡ ярымшарҙа яҙ килә. Йәшенле ҡойма ямғыр­ҙар башлана. Тәбиғәт яңыра, ә тропиктар сәскәле балаҫҡа әүерелә. Айырыуса орхидей еҫе иҫертә, йөҙҙән ашыу төрлө кактус һәм пальмалар, гевея һәм ғәжәйеп матур аҡ томбойоҡтар күҙҙең яуын ала.

Бразилияла декабр­ҙән мартҡа тиклем йәй мәлендә һыу инәләр. Яңы йыл миҙгелдең иң төп байрамы булып иҫәплә­нә. 31 декабрҙә аҡтан кейенәләр, бер-береһенә бүләк бире­шәләр, кисә үпкәләшһәләр — бөгөн ярашалар.

Риола­ғы карнавал — февралдә уҙа, был ҙур ваҡиға. Донъя күләмендәге ваҡиға, сөнки самба, тыйылғыһыҙ кү­ңел асыу байрамына миллионлаған турист йыйыла

Халҡы һәм теле

Бразилияла хәҙерге көндә 201 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Халҡының һаны буйынса Ер шарында 5-се урынды биләй. Этник составына килгәндә, бразилиялыларҙың яртыһынан күберәге — аҡ тәнлеләр, 40 процент тирәһе — мулаттар, ҡалғандары — индейҙар, негрҙар һәм Азиянан күсеп килеүселәр.

Бразилия — күп телле ил, хә­ҙерге ваҡытта бында, күсеп килеүселәрҙе лә, ерле халыҡ индейҙарҙы ла иҫәпкә алғанда, 175-тән ашыу телдә һөйләшәләр. Әммә төп, берҙән-бер рәсми теле булып португал теле һанала. Ҡайһы бер ҡәбиләләрҙән тыш, бразилиялылар­ҙың барыһы ла португалса белә.

Европа иммигранттарының теле башлыса герман (немец), роман (француз, итальян, испан) һәм славян (поляк, украин, урыҫ) төркөмдәренә ҡарай. Һуңғы осорҙа япондар, корей­ҙар һәм ҡытайҙар төйәк итә башлаған.

Мәғариф һәм мәҙәниәт

Белем биреү

Илдә мәктәпкәсә белем алыу мотлаҡ түгел. Ә башланғыс (төп) белемгә эйә булыу өсөн 8 йыл уҡырға кәрәк. Мәғариф буйынса мәсьәләләр­ҙе көйләгән ил Конституцияһына ярашлы, һәр кем башланғыс белем алырға тейеш, һәм ул бушлай. Ҡуйылған талаптарҙың үтәлешенә ата-әсә генә түгел, дәүләт үҙе лә яуап бирә. Өлкән­дәр яғынан күҙәтеү етешмәгән­гә йә булмағанға күрә, балалар мәктәпкә йөрөмәһә, был ҙур бәләгә әүерелә. Шулай уҡ ярлы ата-әсәнең балаһын уҡыу йылына әҙерләргә һәм белем йортона ебәрергә аҡсаһы булмаһа, етди мәсьәлә килеп тыуа. Ошо сәбәптәр арҡаһында белем алырға ярҙам итеү урынына, киреһенсә, эшкә егәләр кесе бразилиялыларҙы. Закон буйынса 16 йәштән бәләкәй булғандарҙы хеҙмәткә йәлеп итергә тыйылһа ла.

Бразилияла урта белем алыу өсөн тағы 3 йыл уҡырға кәрәк, әммә был мотлаҡ түгел. Бындай мәктәптәргә аҡсаны башлыса штаттар һәм муници­палитеттар бүлә. Шу­ға күрә белем сифаты ла финанс мөмкинлеккә бәйләнгән.

Юғары белемде лә барыһы ла алмай, сөнки ул теләк буйынса. Дипломлы белгес булыу өсөн 4 — 6 йыл уҡырға кәрәк. Дәүләт учреждениелары менән бер рәттән шәхси уҡыу йорттары ла байтаҡ бында. Ләкин улар түләүле һәм белем алыу бик ҡиммәткә төшә: хаҡтар 50-нән алып (бәләкәй ҡалалар­ҙа) 500 долларға тиклем (ҙур ҡалаларҙа) тирбәлә.

Мәҙәниәт

Төрлө этник төркөмдәр һәм халыҡтарҙың — американлылар, европалылар, бразилиялылар — мәҙәниәттәренең ҡушылмаһы Бразилияға уникаль мәҙәни мираҫ алып килгән. Шулай ҙа португалдарҙың йо­ғонтоһо әле булһа һиҙелерлек. Илдә ҡатнаш мәҙәниәттәрҙән барлыҡҡа килгән халыҡ ижады көслө үҫешкән. Әҙәбиәткә ҙур урын бирелә, шағирҙары күп. Һынлы сәнғәт, көршәк яһау сән­ғәте лә киң таралған. Төрлө йүнәлештәге йыр-моңдо үҙ итәләр. Иң таралған бейеүҙәре — самба (индейҙар, португалдар һәм африкандарҙың төрлө ритм­дары һәм йырҙары ҡушылмаһы).

Спорт

Иң таралған спорт төрө булып, әлбиттә, футбол (мини-футбол, пляж футболы, футзал һәм башҡалар) һанала. Халыҡтың яртыһынан күберәге ошо уйын менән мауыға. Бразилияның футбол командаһы бөтә донъя чемпионаттарында (21 тапҡыр) ҡатнашҡан, биш мәртәбә еңгән.

Икенсе урында — волейбол. Волейболсылары ике тапҡыр — Олимпия, ун бер мәртәбә донъя чемпионы исемен яулай.

Автоспортты ла яраталар бында. «Формула — 1» бәйгеһендә төрлө йылдарҙа илдең өс уҙышсыһы пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелә.

Административ ҡоролошо

Бразилия 26 штатҡа һәм 1 федераль округҡа бүленә

  1. Акри (Acre)
  2. Алагоас (Alagoas)
  3. Амазонас (Amazonas),
  4. Амапа (Amapá)
  5. Баия (Bahia)
  6. Гояс (Goiás)
  7. Мараньян (Maranhão)
  8. Мату-Гросу (Mato Grosso)
  9. Мату-Гросу-ду-Сул (Mato Grosso do Sul)
  10. Минас-Жерайс (Minas Gerais)
  11. Пара (Pará)
  12. Параиба (Paraíba)
  13. Парана (Paraná)
  14. Пернамбуку (Pernambuco)
  15. Пиауи (Piauí)
  16. Рио-де-Жанейро (Rio de Janeiro)
  17. Риу-Гранди-ду-Норти (Rio Grande do Norte)
  18. Риу-Гранди-ду-Сул (Rio Grande do Sul)
  19. Рондония (Rondônia)
  20. Рорайма (Roraima)
  21. Санта-Катарина (Santa Catarina)
  22. Сан-Паулу (São Paulo)
  23. Сеара (Ceará)
  24. Сержипи (Sergipe)
  25. Токантинс (Tocantins)
  26. Эспириту-Санту (Espírito Santo)

Унан башҡа Бразилия 5 регионға бүленә.

  1. Төньяҡ регионы
  2. Төньяҡ-көнсығыш регионы
  3. Урта-көнбайыш регионы
  4. Көньяҡ-көнсығыш регионы
  5. Көньяҡ регионы

Торамалар (йәшәү пункттары)

Бразилия — юғары урбанизациялы дәүләт. Бразилия география һәм статистика институтының (БГСИ) мәғлүмәттәре буйынса — ундан һигеҙ кеше ҡалала йәшәйҙәр. Ҙур ҡалалары Сан-Паулу, Рио-де-Жанейро, Сальвадор, Белу-Оризонти, Форталеза, Бразилия.

Сығанаҡтар

12 июнь

12 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 163-сө (кәбисә йылында 164-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 202 көн ҡала.

1957 йыл

1957 (бер мең туғыҙ йөҙ илле етенсе) йыл — кәбисә булмаған йыл, григориан календары буйынса шишәмбе көндө башлана. Был беҙҙең эраның 1957 йылы, 2 мең йыллыҡтың 957 йылы, XX быуаттың 57 йылы, XX быуаттың 6 ун йыллығының 7 йылы, 1950 йылдарҙың 8 йылы.

21 апрель

21 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 111-се (кәбисә йылында 112-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 254 көн ҡала.

== Байрамдар ==

Халыҡ-ара байрамдар

Милли байрамдар Рәсәй — Урындағы үҙидаралыҡ көнө.

Бразилия — милли батыр Тирадентес көнө.

Италия — Рим ҡалаһы нигеҙләнгән көн.

Кения — Ағас ултыртыу көнө.

Пакистан — илдең рухи юлбашсыһы Мөхәммәт Икбал көнө. Һөнәри байрамдар

Аргентина

Аргенти́на (исп. Argentina), рәсми исеме — Аргентина Республикаһы (исп. República Argentina [reˈpuβlika aɾxenˈtina]) — Көньяҡ Америкалағы, территорияһы буйынса Бразилиянан һуң икенсе, халҡы буйынса Бразилия һәм Колумбиянан һуң өсөнсө дәүләт.

БРИКС

БРИКС (ингл. BRICS) — донъяның биш иҡтисади яҡтан тиҙ уҫешеүсе илдән (Бразилия, Рәсәй Федерацияһы, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республикаһы) торған группа. 2011 йылға тиклем был берләшмәгә ҡарата БРИК аббревиатураһы ҡулланыла ине. БРИКҡа Көньяҡ Африка Республикаһы ҡушылыу сәбәпле 2011 йылдың 18 февраленән башлап группа BRICS тик атала.

Джибути

Джибути Республикаһы - (ҡитға исеме) лағы дәүләт.

Ливия

Ливия — Төньяҡ Африкалағы ил.

{{|af}}

{{|hr}}

Мавритания

Мавритания Ислам Республикаһы - (ҡитға исеме) лағы дәүләт.

Марокко

Марокко Короллеге - (ҡитға исеме) лағы дәүләт.

Немец теле

Немец теле́ , (нем. Deutsch, Deutsche Sprache) — герман төркөмөнөң көнсығыш герман төркөмсәһенә ҡараған тел. Германияла, Австрияла, Швейцарияла немец теле дәүләт теле, ә Люксембургта, Лихтенштейнда һәм Көнсығыш Бельгияла рәсми тел булып һанала. 100 миллион тирәһе кеше өсөн немец теле- туған тел.

Хәҙерге немец теле үрге (әҙәби тел нигеҙе) һәм түбәнге диалекттарға(Германияның төньяҡ- көнбайышында һәм ҡайһы бер илдәрҙә бер аҙ һаҡланған) бүленә. Яҙмаһы — латин әлифбаһы. Грамматик төрө буйынса немец теле флектив-аналитик тел була.

Перу

Перу Республикаһы (исп. República del Perú [reˈpuβlika ðel peˈɾu], кечуа Piruw Mama Llaqta [piˈruw ˈmama ˈʎaχta], аймар. Piruw Suyu [piˈruw ˈsuju])— Көньяҡ Америкалағы дәүләт. Төньяҡ-көнбайыштан Эквадор, төньяҡтан Колумбия, көнсығыштан Бразилия, көньяҡ-көнсығыштан Бризилия һәм Чили менән сиктәш. Ярҙары Тымыҡ океан менән йыуыла. Майҙаны буйынса, Бразилия һәм Аргентинанан ҡалышып, өсөнсө урында.

Португал теле

Португал теле (порт. língua portuguesa) — Һинд-Европа телдәр ғәиләһенең Роман төркөмөнә кергән тел. Урта быуаттарҙағы галисий-португал теленән килеп сыҡҡан. Яҙыу латин имләһенә нигеҙләнгән. Һөйләшеүселәр һаны буйынса испан теленән һуң икенсе роман теле, донъяла күп таралған телдәрҙең берһе (6-8 урын). Португал телендә һөйләшеүселәр дөйөмләштереп лузофон (Лузитан рим провинцияһы исеменән) тип аталалар.

Португалия, Бразилия, Ангола, Мозамбик, Кабо-Верде, Гвинея-Бисау, Сан-Томе һәм Принсипи, Көнсығыш Тимор һәм Макао илдәренда рәсми тел булып тора.

Рио-де-Жанейро

Рио-де-Жанейро — Бразилия дәүләте территорияһында урынлашҡан ҡала.

Рәсәй Федерацияһы

Рәсәй Федерацияһы, Рәсәй (рус. Россия) — көнсығыш Европала һәм төньяҡ Азияла урынлашҡан федератив республика системаһы буйынса ойошҡан күп милләтле дәүләт. Территорияһының майҙаны 17 125 407 км². Халыҡ һаны 146 267 288 кеше. Баш ҡалаһы — Мәскәү. Дәүләт теле — урыҫ теле.

2012 йылдың 7 майында президент булып Владимир Владимир улы Путин һайланды.

Рәсәй егерме дәүләт менән сиктәш (донъяла иң ҙур күрһәткес), уларҙың араһында дүртәүһе өлөшләтә танылған, ҡоро ер буйынса Норвегия, Финляндия, Эстония, Латвия, Литва, Польша, Белоруссия, Украина, Абхазия, Грузия, Көньяҡ Осетия, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Монголия, Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы, ДХР, ЛХР менән, диңгеҙ буйынса Япония, АҠШ менән сиктәре бер.

Халыҡтың күп өлөшө (75 % тирәһе) үҙен православие диненә ҡағылышлы, тип күрһәтә.

Аҡса берәмеге — Рәсәй һумы.

Йәҙрә ҡоралы булған дәүләт, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Именлек Советының даими ағзаһы.

Сан-Паулу

Сан-Паулу (São Paulo) — Бразилияның көньяғындағы ҡала, шул уҡ исемдәге штат үҙәге. Тьете йылғаһы үҙәнендә, Атлантик океан ярынан 70 км ситтә урынлашҡан.

Ҡаланың архитектураһы боронғо музей, сиркәүҙәр менән бер рәттән, быяла һәм металдан төҙөлгән үтә бейек йорттарҙан тора.

Ҡалаға 1554 йылдын 25ғинуарында иезуит-миссионерҙар нигеҙ һалған.

Ҡала дымлы субтропик климата урынлашҡан. Йәй температура бик һирәк 30 °C етә, ҡыш һалҡындар булмай. Йәй айҙарында көслө ямғырҙар яуа.

Сүриә

Сүриә ғәрәп Йөмһүриәте (ғәр. الجمهورية العربية السورية‎, аль-Джумхури́йя аль-Араби́йя ас-Сури́йя) — Яҡын Көнсығыштағы дәүләт. Көньяҡ-көнбайышта Ливан һәм Израиль менән сикләшһә, көньяҡта Иордания, көнсығышта Ираҡ, төньяҡта Төркиә менән сиктәш. Көнбайыштан Урта диңгеҙ ярҙарын йыуа.

Cүриәнең дөйөм халыҡ иҫәбе 20, 2 млн кеше (2009 йылғы иҫәп алыу һөҙөмтәләре буйынса). Ярты сүриәлеләр сөнниҙәр, шулай уҡ ярайһы ғына кимәлдә шиғыйҙар ҙа бар. Шулай уҡ исмәғилит һәм ғәләүит ағымындағы мосолмандар ҙа бар (16 %). Төрлө йүнәлештәге христиан динлеләр (10 %). Исламиттар ҙа күҙәтелә. Дәүләт теле — ғәрәп теле. 1963 йылдан алып республикала «Баас» партияһы өҫтөнлөккә эйә. Бөгөнгө Сүриә 60 йыллыҡта ҡына иҫәпләнһә лә, илдә беҙҙең эраға тиклемге 4-се быуатта уҡ цивилизация башланған. Баш ҡалаһы — Дәмәшке (Дамаск), Бедекер белдереүенсә Дәмәшке иң боронғо баш ҡалалаларҙан иҫәпләнә.

Сәғәт бүлкәте

Сәғәт бүлкәтенең ике төп төшөнсәһе бар:

Географик сәғәт бүлкәте — Ер шары өҫтөндәге 15°-лы шартлы һыҙат (урта меридианға ± 7,5°). Нолле сәғәт бүлкәтенең уртаҡ меридианы булып Гринвич меридианы һанала.

Административ сәғәт бүлкәте (Рәсәйҙә, 1919 йылдан 2011 йылға тиклем был төшөнсә сәғәт зонаһы төшөнсәһенә тура килмәгән, сөнки айырым территорияларҙа күрше сәғәт бүлкәттәре ваҡытын ҡулланыу рөхсәт ителгән) — ҡайһы бер ҡанундарға ярашлы, билдәле бер рәсми ваҡыт булдырылған ер ѳҫтѳ участкаһы. Ҡағиҙә булараҡ, административ сәғәт бүлкәте төшөнсәһенә тағы ла календар датаһы инә — был ваҡытта UTC−10:00 һәм UTC+14:00 бүлкәттәре, уларҙа бер үк тәүлек сәғәте булыуға ҡарамаҫтан, төрлө тип һанала.Сәғәт бүлкәттәренең формалашыуы бер яҡтан Ерҙең үҙ күсәрендә әйләнеүенә, ә икенсе яҡтан яҡынса тигеҙ булған төбәк ваҡыты (уларҙың айырмалары бер сәғәткә бүленә) менән территорияларҙы (ваҡыт зоналары) билдәләүгә бәйле. Һөҙөмтәлә 24 административ сәғәт бүлкәте һәм улар әҙме-күпме булһа ла географик сәғәт бүлкәттәренә яҡын булырға тейеш тигән ҡарарға килгәндәр. Гринвич меридианы, нолле сәғәт меридианы, урта меридиан (UTC±00:00) иҫәпләү нөктәһе тип ҡабул ителгән.

Хәҙер ваҡыт Гринвич ваҡыты (GMT) урынына индерелгән Бөтә донъя координациялы ваҡыт (UTC) менән урынлаштырыла. UTC шкалаһы халыҡ-ара атом ваҡытының (TAI) тигеҙ үлсәмле шкалаһында нигеҙләнә һәм ҡулланыуға уңайлыраҡ булып тора. Сәғәт бүлкәттәре UTC-тан ыңғай (нолле меридиандандан көнсығышҡа) һәм кире (нолле меридиандан көнбайышҡа) яҡтарға үҙгәрә ала. UTC буйынса ваҡыт ҡышҡы һәм йәйге ваҡытҡа бер ваҡытта ла күсерелмәй.

Уругвай

Уругва́й (исп. Uruguay), рәсми исеме — Урагвай Көнсығыш Респу́бликаһы (Уругвай йылғаһының көнсығыш ярындағы Республика мәғәнәһендә; исп. República Oriental del Uruguay [reˈpuβlika oɾjenˈtal del uɾuˈɣwai]) — Атлантик океан яры буйында, Көньяҡ Американың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан дәүләт.

Төньяҡтан Бразилия, көнбайыштан — с Аргентина менән сиктәш, көнсығыштан Атлантик океан.

Ҡоро ер сиге 1564 км, диңгеҙ сиге — 660 км.

Уругвай халҡының күпселеге — уругвайҙар (креолдар, испан колонистары һәм 19 быуатта күсеп килгән итальяндарҙың үләндәре). 19 быуаттың 2 яртыһында француздар, алмандар, славяндар да күсеп килә башлаған. Диндарҙарҙың күпселеге католик христиандар. Халҡының 92% өлөшө ҡалаларҙа йәшәй (2008, 10 меңдән артыҡ кеше йәшәгән торлаҡ пункттар барыһы ла Уругвайҙа ҡала тип һанала). Шуға ла ҡарамаҫтан, ил Көньяҡ Американың иң алға киткән аграр төбәге булып тора. Ауыл биләмәһенең 90 проценты ауыл хужалығы ерҙәре булараҡ файҙаланыла. Малсылыҡ һәм игенселек продукцияһы Уругвай экспортының иң ҙур өлөшөн тәшкил итә.

Эске тулайым продукт

Эске тулайым продукт (ингл. Gross Domestic Product, GDP) — макроиҡтисад күрһәткес, илдең йыл буйына етештергән тауарҙар һәм хеҙмәттәр хаҡын күрһәтә. 1934 йылда Саймон Кузнец тарафынан индерелә.

Номиналь һәм ысын ЭТП (ингл. nominal and real GDP) була. Номиналь (абсолют) ЭТП һәҙерге һаҡта күрһәтелә. Ысын (инфляция менән) — үткән йыл (йәки башҡа нигеҙ йыл һаҡта) күрһәтелә. Номиналь ЭТП ысын ЭТП-ға бүлеү- ЭТПның дефляторы тип атала.

Көньяҡ Америка илдәре
Латин Америка илдәре

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.