Аҡбур осоро

Аҡбур осоро — мезозой эраһының һуңғы геохронологик осоро. 145,0 млн йыл элек башланған, 66,0 млн йыл элек тамамланған. Шулай итеп, 79 миллион йыл дауам иткән. Был исемде Бельгия геолог Ж. Омалиус д`Аллуа биргән.

Исеме, ул осорҙа треклек иткән, умыртҡаһыҙ диңгеҙ организмдары ҡалдыҡтары ултырмаһынан алынған аҡбур минералынан килә. Аҡбур осоро түбән һәм юғары бүлектәргә бүленә, уларҙың һәр ҡайһыһы 6 ярустан тора; башланғыс осорҙағы аҡбурҙың дауамлылығы 45 млн. йылдан артыҡ, һуңғыһыныҡы - 34 млн. йыл самаһы.

Климат

70 миллион йыл элек Ер һыуына башлаған. Ҡотоптар боҙ менән ҡапланған. Һылҡын ҡыштар башланған. Урыны менән температура +4 градустан түбән төшкән. Был осорҙағы динозаврҙар өсөн климат киҫкен һәм ҡырҡа үҙгәргән. Был үҙгерештәр Пагеяның бүленеүе, Гондвана һәм Лавразияның тарҡалыуы менән аңлатыла. Диңгеҙ кимәле күтәрелә һәм түбән төшә. Ер атмосфераһындағы ағымдар үҙгәрә, шул сәбәр менән океандағы ағымдар алышына.

Аҡбур осоро аҙағында температура киҫкен рәүештә юғары күтәрелә башлай. Был үҙгәрештәрҙең сәбәпсеһе океан тигән гипотеза бар: океан йылылыҡты йотоу урынына йылылыҡты кире сағылдыра һәм парник эффекты барлыҡҡа килтерә.

Үҫемлектәр

Осор башында абағалар һәм асыҡ орлоҡлолар хакимлек итә, Аҡбур осоро уртаһында – ябыҡ орлоҡлолар, осор аҙағында сәскәлеләр барлыҡҡа килә. Был инде аталандырыусы бөжәктәр үҫеше менән бәйле. Һуңғы аҡбурҙа флора һәм фаунуның бик юғары үсеше Ер шары тарихындағы иң йылы һәм дымлы климат менән бәйле була.

Хайуандар донъяһы

TarbosaurusDB
Isisaurus DB

Аҡбур осоронда микроорганизмдар, күп төр умыртҡаһыҙҙар һәм һөйрәлеүселәр киң үҫеш ала, ә осор аҙағында уларҙың күпләп үлеүе бара; елпеүес ҡойроҡло ҡоштар, беренсе имеҙеүселәр, ҡылсыҡлы балыҡтар, ҙур рептилиялар -- ихтиозаврҙар, плезиозаврҙар һ.б. диңгеҙ кәҫәрткеләре тарала.

Quetzalcoatlus07
Taniwhasaurus
Carnotaurus DB

Ултырма тоҡомдар

Аҡбур осоро ултырмалары составында гипс, пирит һәм сидерит менән байытылған күкһел һоро һәм ҡара балсыҡлы тоҡомдар күпселекте тәшкил итә, һирәк кенә глауконитлы ҡомдар һәм алевролиттар, кремнезёмлы һәм аҡбурга оҡшаш мергельдәр, цеолитлы һәм ҡомташлы тоҡомдар осорай. Түбән ярус ултырмаларында глауконитлы ҡомдар, ҡомташтар һәм алевролит горизонттарында ятыусы фосфоритлы конгломераттар (10-12 см-ға тиклем төйөрҙәре булған) осорай. Ҡомло-балсыҡлы катламдарҙа диңгеҙ фаунаһы: аммониттар, белемниттар («шайтан бармағы»), моллюсктар һ.б. бар. Юғары аҡбур ташлы-карбонатлы һәм карбонатлы-ташлы тоҡомдарҙан ғибәрәт. Аҡбур системаһы юшҡындары һай һыулы диңгеҙ бассейнында ултырған. Аҡбурҙың башланғыс осоронда диңгеҙ Поляр океанды Ҡырым-Кавказ өлкәһен ҡаплаған бассейн менән тоташтырыусы боғаҙ формаһын һаҡлай. Аҡбур осоро аҙағында диңгеҙ һыулығы юҡҡа сыға һәм 40-50 млн. йылға континенталь режим урынлаша.

Аҡбур осоро афәте

Аҡбур осоро аҙағында күпселек үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһындағы төркөмдәр юҡҡа сыға. Күпселек асыҡ орлоҡлолар, һөйрәлеүселәр, барлыҡ динозаврҙар үлеп бөтә. Әммә ҡоштар афәткә бирешмәй, йәшәүен дауам итә. Афәт сәбәптәре әлегә тиклем билдәле түгел.

Әҙәбиәт

  • Иорданский Н. Н. Развитие жизни на земле — М.: Просвещение, 1981.
  • Короновский Н.В., Хаин В.Е., Ясаманов Н.А. Историческая геология : Учебник — М.: Академия, 2006.

Сығанаҡтар

Башҡортостан рельефы

Башҡортостан рельефының төп өс өлкәһе бар: Көнбайыш Башҡортостан, Таулы Башҡортостан, Башҡортостандың Урал аръяғы.

Динозаврҙар

Диноза́врҙар (лат. Dinosauria, бор. грек. δεινός «ҡурҡыныс, ҡот осҡос, хәүефле» һәм σαῦρος «кеҫәртке») — мезозой эраһында Ер йөҙөндә 160 йыл буйы хакимлыҡ иткән умыртҡаһыҙ, ер өҫтө һөйрәлеүселәре отрядына ҡараған хайуан. Улар өҫтөнлөк иткән дәүер — яҡынса һуңғы триас осоронан (бөгөнгөнән 225 миллион йыл элек) аҡбур осоро аҙағына тиклем (бөгөндән 65 миллион йыл элек). Аҡбур осоронан өсөнсөл осорға күскән ваҡытта, сағыштырмаса ҡыҫҡа геологик ваҡыт эсендә, бик күп хайуандар һәм үҫемлектәр менән бергә юҡҡа сыға. Динозаврҙарҙың һөлдәләре планетаның бөтә континенттарында ла табылған. Палеонтологтар тарафынан был хайуандарҙың 500-ҙән артыҡ ырыу һәм 1000-дән артыҡ төрө билдәләнгән һәм тасуирлап һүрәтләнгән Улар ике ҙур төркөмгә бүленә — ҡоштар һәм кеҫәрткеләр.

Континент

Континент ( лат. continens — күләмле, өҙлөкһөҙ) — ҙур өлөшө океан менән ҡапланмаған, ситтәре океан кимәленән түбән урынлашҡан ер ҡабығының ҙур массивы.Геологик мәғәнәлә континент материк ситен, шельф һәм тирә-яҡтағы утрауҙарҙы үҙ эсенә ала. Континет формаһы геологик ваҡыт арауығында үҙгәрә. Ерҙәге элекке дәүерҙәге континенттар палеоконтиненттар тип атала.

Континент төшөнсәһенә яҡын мәғәнәлә «матери́к» һүҙе ләҡулланыла.

Сихотэ-Алинь

Сихотэ-Алинь — Алыҫ Көнсығышта Хабаровск һәм Приморье крайҙары биләмәләрендә урынлашҡан. Тымыҡ океан билбауының мезозой йыйырсаларында ятҡан вулканлы ялан өлкәһе. Амур йылғаһы бассейны өсөн — көнбайышта, Япон диңгеҙе һәм Татар боғаҙы йылғалары өсөн көнсығышҡа һыу айырғыс булып тора. Йәйрәп ятҡан Тауҙар көньяҡ Приморьенан (Находка ҡалаһы янынан) Хабаровск крайының төньяғында (Николаевск-на-Амуре ҡалаһы) Амур йылғаһы тамағына тиклем.

Сихотэ-Алинь тауҙарында бер нисә эре һаҡланыусы тәбиғәт зонаһы урынлашҡан, шул иҫәптән «Анюйский» милли паркы, Ботчинский дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, Л. Г. Капланов исемендәге Лазовский дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, Сихотэ-Алин дәүләт биосфера ҡурсаулығы .

Ғафури районы

Ғафури районы (рус. Гафурийский район) — Башҡортостандағы муниципаль район.

Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш итәгендә урынлашҡан. 1930 йылда Красноусол районы ойошторолған, 1940 йылда хәҙерге исеме бирелә. Район үҙәге — Красноусол ҡасабаһы. Өфөгә — 130 км, Стәрлетамаҡҡа — 60 км. Майҙаны — 3039 км². Халыҡ һаны 2010 йыл — 35,6 мең (1970 йыл — 54,8; 1979 йыл — 44,4; 1989 йыл — 36,8, 1995 йыл — 35,1). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 12 кеше. Районда 97 ауыл бар: шуларҙың иң ҙурҙары — Красноусол ҡасабаһы (10,8 мең кеше), Табын (1,9 мең) һәм Сәйетбаба (1,4 мең) ауылдары. Башҡорттар, урыҫтар һәм татарҙар күпселекте тәшкил итә.

Ҡараҡором (тау системаһы)

Ҡараҡором (ҡыт. 喀喇昆仑山脉, урду سلسلہ کوہ قراقرم‎سلسلہ کوہ قراقرم‎) — Үҙәк Азияла урынлашҡан тау системаһы, Ер шарында иң бейек тауҙырҙың береһе. 34,5° — 36,5° төньяҡ киңлектә һәм 73,5° — 81° көнсығыш оҙонлоҡта, Гималай тауҙарының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан.

Тауҙың атамаһы ҡырғыҙ телендәге «ҡоромдар», йәғни ташлыҡтар һүҙенән алынған.

Һинд океаны

Һинд океа́ны — Ер йөҙөндәге океандар араһында ҙурлығы буйынса өсөнсө урында тора. Һыу өҫтөн ҡаплау даирәһе 20 % тирәһе. Уның майҙаны 76,17 миллион км², күләме — 282,65 миллион км³. Океандағы иң тәрән урын Зонд һыулығында иҫәпләнә (7729 м).

Төньяҡта — Азияның, көнбайышта — Африканың, көнсығышта — Австралияның, көньяҡта Антарктиданың ярын йыуа. Атлантик океан менән сиге 20° меридиана буйылап көнсығыш оҙонлоҡта һуҙыла. Тымыҡ океан менән 146°55’ меридианаһында көнсығыш оҙонлоҡта, Иң төньяҡ нөктәһе төньяҡ киңлектең 30° урынлашҡан. Ул Фарсы ҡултығында. Киңлеге яҡынса Австралия менән Африка араһында 10 000 км.

Башҡа телдәрҙә

This page is based on a Wikipedia article written by authors (here).
Text is available under the CC BY-SA 3.0 license; additional terms may apply.
Images, videos and audio are available under their respective licenses.